«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫСЫН САБЫРЛЫҠ
+  - 

Шундай хәҙис бар. Бер ваҡыт Аллаһ Илсеһе (с.ғ.с.) ҡәбер янында күҙ йәштәрен түгеп ултырған ҡатын янынан үтеп барған. Ҡатындың хәлен күреп уға:
- Аллаһтан ҡурҡ һәм сабыр ит! - тигән. Бәйғәмбәрҙе танымайынса, ҡатын:
- Кит янымдан, мин кисергәнде һинең кисергәнең юҡ бит әле! - тип ҡысҡырып ебәргән.
Әңгәмәсенең Бәйғәмбәр булғанын әйткәстәр генә ҡатын Аллаһ Илсеһе артынан тороп йүгерә һәм:
- Мин Һеҙҙе таныманым! - тип ғәфү үтенә.
- Ысын сабырлыҡ тәүге тетрәнеүҙә! - тип яуап бирә Бәйғәмбәр.
Хәҙистә телгә алынған ҡатындың исеме билдәле түгел, әммә риүәйәттәрҙән аңлашылыуынса, ул үҙ балаһының ҡәбере янында илай. Алдында Бәйғәмбәр торғанын белмәгәнгә ул уға тауыш күтәрә. Әлбиттә, бер мосолман да эргәһендә Бәйғәмбәр булғанын күрә тороп, уға ундай һүҙҙәр әйтмәҫ ине. Ҡатындың ҡысҡырыуына Аллаһ Илсеһе бер ни ҙә өндәшмәй, үҙ юлында була: йәнә һүҙ ҡушһа, яуап тағы ла тупаҫыраҡ яңғырар, ә ҡатын үҙе унан да ауыр, хәүефле хәлгә ҡалыр ине.
Сәхәбәләрҙең береһе, ҡатындың аңһыҙ хата ҡылыуын күреп, унан һорай: "Һине түҙемлеккә һәм Хоҙайҙан ҡурҡырға саҡырған кешенең кем икәнен беләһеңме?" "Юҡ", - тип яуап бирә ҡатын һәм эргәһендә Аллаһ Илсеһе булғанын белеп, уның артынан ғәфү үтенергә ашыға. Бәйғәмбәр нәсихәт итеп ҡатынға ысын сабырлыҡтың нимә икәнен аңлата. Сабырлыҡ - тәүге тетрәнеүҙә, тигәнен шулай аңларға кәрәк: ҡайғының тәүге минуттарынан уҡ түҙемлеккә эйә булыу.
Кешенең күпте кисереүе һәм барыһына ла күнегеүе билдәле. Ләкин иң ҡыйыны - тәүге һынауҙы, беренсе һыҙланыу тойғоһон кисереү, сөнки һыҙланыу ваҡыт үтеү менән генә баҫыла һәм үҙенә күнектерә. Кешенең ҡайғы менән һынауға әҙер булмауы тағы ла ҙурыраҡ фажиғәгә, зиһене томанланыуына йәки үҙ-үҙенә ҡул һалыуға килтереүе ихтимал.
Үлем менән йөҙгә-йөҙ осрашҡанда - сабырлыҡтың иң кәрәкле сағы, шул ваҡытта мосолмандың ысын иманы күренә. Кешеләрҙең яҡындарын юғалтҡанда һыҡтау, ҡысҡырыу, илауҙары бер кемгә файҙа килтермәй. Бындай ҡайғылы мәлдәрҙә булғанды ҡабул итеп кенә ҡотолоу юлын табырға мөмкин. Кире осраҡта кешегә хәүеф янай, сөнки тыйылған һүҙҙәр әйтеп, ул Бәйғәмбәргә, хатта Аллаһҡа ҡаршы сығыуы бар. Кеше ихтыярын юғалтҡанда әйткән һүҙҙәренә, ҡылған эштәренә яуап бирерлек түгел. Ысын мосолман, яҡындары фажиғәгә тарығанда, "Иннә лилләһи үә иннә иләйһи раджиун"(Беҙ Аллаһтыҡы, һәм Уға ҡайтабыҙ) тигән һүҙҙәрҙе телгә алып, үҙен тотанаҡлы тоторға тейеш.
Хәҙистән һабаҡтар:
- Яҡшылыҡҡа өндәгәндә, ҡаршылыҡтарға һәм ризаһыҙлыҡҡа әҙер булырға кәрәк.
- Ҡәбергә килеү рөхсәт ителгән, ә ҡәбер өҫтөндә үлгән кеше өсөн янып көйөү, өҙгөләнеүҙе динебеҙ тыя.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 131

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru