«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЗИЯЛА ДҮРТ КӨН
+  - 

Үткән аҙнаның 23 июненә ҡарата Махсус хәрби операция барышындағы хәлдәр, Донецкмедиа.ру порталының дөйөм белешмәһендә белдерелеүенсә, дошман тарафынан асыҡтан-асыҡ эскалация, йәғни Рәсәй территорияһы йүнәлешендә хәрәкәттәрҙең көсәйеү күренештәре менән һүрәтләнде. Рәсәйҙең нефть эшкәртеү заводтарына, АЭС-тарға һөжүм итергә маташыуҙар күҙәтелде. Көнбайыш ебәргән ҡорал Белгородҡа ғына түгел, Ростов һәм хатта Курск өлкәләренә ҡаршы ла ҡулланыла башланы.

РФ Оборона министрлығы үткәргән брифингта, Рәсәй Ҡораллы көстәре Украина Һауа көстәренең осоуға әҙерлек һәм техник составын юғары аныҡлыҡтағы ҡорал утына тотто, дошмандың сәпкә алынған бөтөн объекттары ла ҡыйратылды, тип хәбәр итте. Бынан тыш, беҙҙең ғәскәрҙәрҙең "Төньяҡ", "Көнбайыш", "Көньяҡ", "Үҙәк" , "Көнсығыш" хәрби төркөмдәре подразделениелары үҙҙәренең тактик хәлен яҡшыртыуға өлгәште һәм әүҙем һөжүм йүнәлештәрендә дошмандың тере көстәре һәм техникаһына ҙур зыян килтерҙе. Британияның UnHerd яңылыҡтар сайтына һылтанып, Новости Рәсәй мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсе Арис Руссиностың һүҙҙәрен килтерә: "Был йәйҙә Рәсәй һуғыш яланында уңышҡа өлгәшеүе һәм Киевты үҙенең шарттарына буйһондороуы бик ихтимал". Руссинос әйтеүенсә, бындай һынылышты көнбайыштың ҡайһы бер чиновниктары ла танырға мәжбүр, ләкин улар был хаҡта өндәшмәүҙе хуп күрә.
Әйткәндәй, үткән аҙнала РФ Президенты Владимир Путиндың Төньяҡ Корея менән Вьетнамда дүрт көн буйы сәфәрҙә йөрөүе былай ҙа көнбайыш менән Аҡ йорттоң нервыһын ныҡ ҡына "ҡытыҡланы", буғай. "Азияла - 4 көн. Вашингтондың асыуын ҡабартыу өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға шул да етте. Путиндың был илдәрҙә әйткән берсә ҡыйыу, берсә әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәре бөйөк державалар дәғүәләшеүе һәм хәүефһеҙлеге өлкәһендәге былай ҙа ауыр хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра төштө", - тип яҙҙы The New York Times гәзите. АҠШ-тың Япониялағы илсеһе Рам Эмануэль белдереүенсә, Путин үҙенең Азияға сәфәре менән Рәсәйҙең Вашингтон ихтыярына буйһонмаусы дәүләттәрҙең "төп ойоштороүсыһы" булыуын АҠШ-ҡа күрһәтергә ниәтләне. Рәсәйҙең Америкалағы илсеһе Анатолий Антонов фекеренсә, АҠШ-тың ҡылыҡтарына ҡарамаҫтан, Глобаль Көньяҡ илдәре барыбер ҙә Рәсәй тарафына тартыла.
Был сәфәрҙәр һөҙөмтәһе булараҡ, Владимир Путиндың Вьетнам президенты То Лам менән төрлө яҡлы стратегик хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу хаҡында берлектәге белдереү ҡабул итеүҙәрен атарға кәрәк. Рәсәй Президентының иң мөһим белдереүҙәре Вьетнамдың баш ҡалаһы Ханойҙа журналистарҙың һорауҙарына яуаптар мәлендә яңғыраны. Унда сәфәр барышы һөҙөмтәләре генә түгел, башҡа бик күп темаларға иғтибар бүленде. Айырыуса Украина мәсьәләһенә - Харьков өлкәһендәге һуғыштар, Украина президенты Зеленскийҙың яҙмышы хаҡындағы һорауҙарға һәм, әлбиттә, донъяла бөгөнгө ядро көсөргәнешенә ҡарата фекерен белдерҙе В.Путин.
Ә унан алда, 19 июндә Путин Төньяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ын менән стратегик хеҙмәттәшлек хаҡында Килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. "Бында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ, - тине Рәсәй Президенты, - ғәмәлдән сыҡҡан элекке килешеү, бер нәмәне лә тип әйтерлек үҙгәртмәйенсә, яңынан төҙөлдө һәм ҡул ҡуйылды..." Был документҡа ярашлы, Рәсәй менән ҠХДР ошо ике илдең береһенә ҡарата ситтән агрессия күрһәтелә ҡалған хәлдә, кисекмәҫтән үҙ-ара ярҙам ҡулы һуҙыу хаҡында килештеләр. Ошо уңайҙан Владимир Путин белдереүенсә, ҡул ҡуйылған был документтар башҡа илдәргә һис бер нисек тә янамай, шулай булғас, тине ул, әгәр күршеләренә ҡаршы яман уй тотмаһа, Көньяҡ Корея борсолмаһа ла була. "Ә, ғөмүмән, был региондағы хәүефһеҙлек мәсьәләһе хаҡында уйланырға кәрәк, юғиһә, бөгөн блок системаһы Азияла нығынырға итә. НАТО унда даими йәшәү урыны күреп "күсергә" йыйына хатта. Был, әлбиттә, Азияның күршеләге илдәре өсөн, шул иҫәптән, Рәсәйгә ҡарата ла хәүеф тыуҙыра", - тине В.Путин.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 48

Киске Өфө
 
Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru