«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨЙӨК ШӘХЕС ИНЕ
+  - 

24 июндә Өфө ҡалаһында күренекле башҡорт ғалимы һәм яҙыусыһы Рәшит Шәкүрҙе һуңғы юлға оҙаттылар. Ул оҙайлы ауырыуҙан һуң 88-се йәше менән барғанда баҡыйлыҡҡа күсте. Башҡорт дәүләт филармонияһына мәрхүм менән хушлашырға бик күп йәмәғәтселек вәкилдәре килде.

Рәшит Закир улы Шәкүров - Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының һәм Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы. Ул Башҡортостанда бик һирәк күренеш булған ғалим-энциклопедист булараҡ танылыу тапты, уны башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы тип атанылар. Рәшит Шәкүр республика әҙәбиәте һәм фәне үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең хушлашыу һүҙендә Рәшит Шәкүрҙең үҙ замандаштары өсөн әхлаҡи өлгө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. "Бөгөн республикабыҙ ысынлап та бик ҙур, ауыр юғалтыу кисерә. Рәшит Закир улы - юғары кимәлдәге классик белемле бөйөк ғалим. Һәм, әлбиттә, уның башҡорт телен, башҡорт филологияһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул бөйөк башҡорттарҙың биографияларынан башлап, ижади әҫәрҙәренә тиклем күп яҡлы ижади мираҫ ҡалдырҙы. Иң мөһиме - ул Башҡортостандың ысын ватансыһы ине. Ул, үҙ принциптары, идеялары, идеалдары булған шәхес булараҡ, үҙенең барса ғүмерен Башҡортостанды, башҡорт халҡын үҫтереүгә арнаны. Һәм, әлбиттә, эштәре, фекерҙәре, позицияһы башҡаларға өлгө булған шәхес булараҡ, беҙ барыбыҙ ҙа уның яныбыҙҙа булмауын ауыр кисерәбеҙ. Мин уның туғандарына һәм яҡындарына тәрән ҡайғы уртаҡлашыуымды белдерәм. Тыныс йоҡлағыҙ, хөрмәтле Рәшит Закир улы. Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Рәшит ағай!" - тине Радий Хәбиров һәм Рәшит Закир улының хәтерен мәңгеләштереү өсөн тейешле булған барса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, тип вәғәҙәләне.
Матәм митингыһын БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов алып барҙы, ул мәрхүм биографияһының, ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенең иң мөһим мәлдәрен билдәләне. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова Рәшит Закир улының йәмәғәт эшмәкәрлегенең әһәмиәтен билдәләне һәм уның һуңғы әҫәрҙәренең береһе республика етәксеһе грантына баҫырға әҙерләнеүе хаҡында белдерҙе. Ижад буйынса коллегаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай Рәшит Шәкүрҙең республика әҙәбиәте тарихына Мифтахетдин Аҡмулла исемен ҡайтарыуға күп көс һалыуын билдәләне, ысын рухи ҡомартҡылар - башҡорт энциклопедияһын һәм алты томлы башҡорт әҙәбиәте тарихын сығарыуҙа Рәшит Закир улының башлап йөрөү-се булыуынайырып әйтте. Рәшит Закир улы Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнде.

(Бәхилләшеү һүҙен был һанда уҡығыҙ).
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 62

Киске Өфө
 
Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru