«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮ ҠАНАТТАРЫ – 1
+  - 


"Минән һаҡ булығыҙ!" тип иҫкәрткәндәй, әсе ел һыҙғыра. Өтөп барған һыуыҡ. Ошо декабрь төнөндә осоусы Мәғүбә немец илбаҫарҙары техникаһы йәшеренгән урынға үҙенең тәүге бомбаһын ырғытасаҡ. Фронтҡа, тап ҡатын-ҡыҙҙарҙан төҙөлгән авиация полкына эләгер өсөн, ул күп тапҡырҙар юғарыға мөрәжәғәт итте, хаттар яҙҙы, ахыр, 4-се армияның командующийы генерал-полковник Константин Андреевич Вершинин янына үтеп инә алғас ҡына был мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Дөрөҫ, унда ла һөйләшеү еңелдән булманы, ныҡышмал ҡыҙ үҙенең урыны фронтта икәненә барыбер ышандыра алды.
Шул көндән тормошонда бөтәһе лә үҙгәрҙе. Күптәрҙе осорға өйрәткән тәжрибәле осоусы Сыртланованы Дүртенсе һауа армияһы 588-се төнгө еңел бомбардировка авиация полкы эскадрильяһында ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Мәғүбәгә хәрби әҙерлек өсөн әллә ни ваҡыт кәрәкмәй ине, шуға ла командир Евдокия Бершанскаяға мөрәжәғәт иткәндә: "Мин 1935 йылдан алып осам, тиҙерәк хәрби заданиеға ебәрегеҙ, миңә штурман кәрәкмәй, үҙем булдырам", - тип, уны аптырауға һалғайны. Бында ла ныҡышмаллыҡ, тәүәккәллек һөҙөмтә бирҙе. Ике аҙнанан тәүге осошҡа иң тәжрибәле штурмандарҙың береһе Евгения Рудневаны тәғәйенләп, Сыртлановаға хәрби заданиены үтәргә бойороҡ бирҙеләр. Мәғүбә "ҡарлуғастар" тип йөрөтөлгән, ышыҡланыр урыны ла булмаған ике кабиналы биплан янына килеп баҫты. "Һин минең өсөн ҡарлуғас түгел, беҙ бер бөтөн һәм бөркөткә әйләнәсәкбеҙ!" - тине ул самолеттың фанер ҡанатын һыпырып. "Этажерка"лар, йәки "огородник"тар тиҙлек менән ҡыуандырмаһалар ҙа, ҡапыл түбәнгә төшөп, йә моторҙы һүндереп, тауышһыҙ осоуҙары менән алдыра. Мәғүбә күнекмәләр үткәндә был маневрҙарҙы күп тапҡыр яһағаны бар, тимәк, йөрәге лә, ҡулы ла әҙер.
Унан эргәлә теҙелеп һалынған бомбаларҙы күҙенән үткәрҙе. Дошманға бырғытырға тейешле тәүге бомба һәр саҡ иҫтә ҡала. Мәғүбә шуларҙың береһен ҡулы менән һаҡ ҡына һыпырҙы. Был бомба ҡалғандары һымаҡ уҡ, ләкин уға айырым тамға ҡуйыласаҡ. Дошман өҫтөнә төшөргә тейешле һәр тәүге бомбаның үҙ билдәһе була. Мәғүбә лә ошо йолаға тоғро. Ғәҙәттә, унда "Немец оккупанттарына үлем!" тип яҙалар. Сыртланова аҡ буяуға мансылған бумаланы ҡулына алды, тик бомбаны үҙенсә билдәләне - уҡлы йәшен һүрәтен төшөрҙө һәм йәнәшәһенә "М" хәрефен өҫтәне. "Һин минең ҡулда фашисты көлгә әйләндерер йәшен буласаҡһың!"
Мәңге онотолмаҫ был декабрь төнө...
Механик ҡыҙ винтты бороуға, мотор тыңлаусан гөрләп тә ебәрҙе, шул минутта самолет ҡойроғонан ҡуйы төтөн борланы. Самолет эргәһенә килеп баҫҡан полк командиры майор Евдокия Бершанская менән парторг Мария Рунттың йөҙҙәре үтә етди. - Иғтибарлы бул, лейтенант, - майор маршрутты йәнә күрһәткәндән һуң, фатиха ла бирҙе. - Осоштарың ишле булһын, меңгә тулһын! Хәйерле сәғәттә!
Осҡос үҙенең оло эшкә әҙер икәнен аңлатып дерелдәй, был дерелдәү Мәғүбәгә лә күсте. Ул осҡосо менә ҡуша, гүйә, бер бөтөнгә әйләнде.
Самолет һаман өҫкә күтәрелә барҙы. Хәҙер инде ҡолаҡ төбөндә ел генә һыҙғыра. Бер аҙҙан идара тотҡаһындағы бармаҡтарҙы һыуыҡ семетә башланы. Ә бейеклек һаман үҙенә саҡыра. Юғарыға күтәрелеү кинәнесе... Һәм шундай ҡараңғылыҡ... Эре-эре йондоҙҙар, ем-ем итеп, осоусы менән штурманды ғына сәләмләй кеүек.
Координаталарҙы теүәлләп барыусы штурман Женя Руднева тауышы яңғыраны:
- Фронт һыҙығын үтәбеҙ!
Шул уҡ минутта тиерлек, аҫтан прожекторҙар күк йөҙөн айҡай башланы, ут ҡайсылары һауаны аяуһыҙ тегеләй-былай бүлгесләй-ҡырҡҡыслай, күҙҙәрҙе ҡамаштырғыс яҡтылыҡтан, сағыулыҡтан Мәғүбә үҙенең ҡайҙалығын да аңламаҫ хәлгә етте. Яҡында зенит снарядтары шартланы. Һәр секунд иҫәптә, Мәғүбә үҙен тиҙ ҡулға алырға тырышты. Тәжрибәле штурман Евгения Рудневаның әйткәндәренә ҡолаҡ һалып, самолетын ҡапыл аҫҡа йүнәлтте, унан юғарыға талпынды, уңға-һулға кәйелде. Самолет ҡалтырап-ҡалтырап алды, тимәк, снаряд ҡыйырсыҡтары килеп ҡаҡлыға. Ләкин прожекторҙар самолетты юғалтҡайны инде. "Һин бөгөн бөркөт! Бирешмәйбеҙ!"
Йәнә штурман тауыш бирҙе:
- Сәпкә еттек. Аҫта фашист машиналары колоннаһы.
- Женя, уң ҡанаттағы бомбаны беренсе ташла! - тип ярһып ҡысҡырҙы Мәғүбә.
Колонна өҫтөнә бер-бер артлы бомбалар яуҙы. Аҫта көслө гөлтләү, ут ҡабартмалары ҡалҡып сыҡты. Йөгөнән бушанған самолет ҡайтыу яғына еңел боролдо.
ПО-2 кабинаһынан һикереп төшкән Евгения Руднева эскадрилья командиры урынбаҫары Марина Чечнева янына килеп баҫты һәм:
- Бына осоусы, исмаһам! Әле сынығыу үтмәгәс, был тиклем дә шәп пилоттыр тип уйламағайным! - тине. Штурмандың тауышында аптырау, һоҡланыу ноталары бергә ишетелде.
Уның артынса Сыртланова тыныс һәм ышаныслы рапорт бирҙе:
- Иптәш өлкән лейтенант, пилот Сыртланова хәрби заданиены үтәне. Маҡсат үтәлде, ике урында янғын ҡупты.
Тәүге хәрби сынығыуы менән ихлас ҡотлап, Марина Чечнева Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙын ҡосаҡлап уҡ алды. Ассы станицаһы эргәһендәге тәүге еңеү төнө ине был.
Иртәгәһен мәшәҡәттәрҙән бушау менән Евгения уның янына килеп ултырҙы.
- Мәғүбә, ишеткәнһеңдер, ҡыҙҙар мине "звездочет" тип йөрөтәләр. Уның сәбәбе минең астроном булырға теләүемдә. Был сер түгел. Ә төндә һинең ауыҙыңдан мин "бөркөт" тигәнде ишеттем. Бының сере?..
Мәхүбә йылмайып ҡына ҡуйҙы.
- Быға ғәжәпләнергә ярамай, Женя. Мин бит Урал яғынан. Башҡортостан. Бөркөттәр - беҙҙә изге ҡоштар.
- Талисман, тимәк. Бөркөт насар түгел. Һинең өсөн кукурузник юҡ, ул һинең ҡулда бөркөткә әйләнәсәк, - Женя рәхәтләнеп көлдө лә, үҙ юлы менән китте.
Штурманды ҡарашы менән оҙатып ҡалған Мәғүбә ирекһеҙҙән бала саҡ хәтирәһенә сумды.
"Бөркөт күҙ. Ватан", тип ҡабатланы эстән генә. Күҙе йәшкәҙәне, сөнки был хәтирә уны Башҡортостанына алып ҡайтты. Мәғүбәнең атаһы егәрле кеше ине. Ата-бабалары ғүмер буйы сауҙагәрлек менән шөғлләнгәндәр, хәлле йәшәнеләр. "Кәсепле кеше хәйерсе булмай ул", ти торғайны ҡартатаһы ла. Уға ун бер йәштәрҙә атаһы:
- Ҡыҙым, алыҫ сәфәр йөрөп ҡайтҡың килмәйме? - тип, тәбиғәтте яратҡан ҡыҙынан шулай тип һораны.
- Килә, - тип һөрәнләне ҡыҙ бала. - Ә ағайым?
- Ул донъябыҙҙы ҡарап торор. Бында кәрәк.
Хөсәйен ағай мәҙрәсәлә уҡыған сағында урманлы-таулы төбәктән - Малаяҙ тигән ауылдан килеп уҡыған бер егет менән дуҫ булған икән. Иштуған ҡаты ауырып киткән тигән хәбәрҙе ишеткәс, дуҫының хәлен барып белмәк булды. Тәбиғәткә, ер-һыуға бәйле күп һорауҙар бирергә, егелгән аттың арбаһына ултырып йөрөргә яратҡан ҡыҙын да алып, әлбиттә. Нисә көн юлда булғандарҙыр, инде асыҡ әйтә алмай Мәғүбә. Атаһының күп ауылдарҙа таныштары бар ине. Бер ыңғайы күрәйем, тип, күбеһенә һуғылырға тырышты ул. Урманлы-таулы яҡтарға яҡынлашыу менән Мәғүбәнең иҫе китте. Бындай ҡарағайҙар, бындай ҡаялар! Ҡыҙҙың уларҙы төшөндә лә күргәне булманы.
Хөсәйен сирле дуҫы янында ике кис ҡунды, эргәһенән китмәне лә. Мәғүбә Иштуғандың Бикмырҙа исемле улы менән дуҫлашты. Һигеҙ-туғыҙ йәштәрҙәге алсаҡ малай йәшәгән ерҙәренең тарихын яҡшы белә. Мәғүбә һымаҡ уҡ ҡырға сығып йөрөргә ярата. Ул ҡыҙҙы һыбай йөрөргә өйрәтте. Туғандары менән арбаға тейәлеп йөрөһә лә, Мәғүбәгә атаһы атҡа менергә ҡушмай ине. Ат бейеклегенән аҫҡа ҡараған ҡунаҡ ҡыҙы ҡыуанысынан көлөп ебәрҙе. Донъя тағы ла яҡтыраҡ, киңерәк күренде уға. Бына улар таулы-ҡаялы яҡҡа килеп сыҡтылар. Мәғүбә бейектә осоп йөрөгән нөктәләргә диҡҡәт итте.
- Ниндәй ҡоштар? - тип һораны иҫе китеп.
- Бөркөттәр бит. Танымайһыңмы ни?
- Бөркөт күргәнем юҡ, - тине ҡыҙ телен саҡ-саҡ әйләндереп, шундай бейеклек яулаған ҡоштарға иҫе киткәйне уның.
- Улар әйләнеп осоп йөрөй-йөрөй ҙә, ҡорбанын күрәләр. Уҡтай аҫҡа атылалар. Ҡотолоу юҡ.
- Үҙҙәре саҡ күренә. Нисек ҡорбанды күрәләр икән?
- Бөркөт күҙе шулай.
- Минең дә ҡош булғым килә!
Үҙенән өлкәнерәк апайға нимәлер аңлата алған малайҙың ауыҙы йырылды. Ҙурҙарса йыуатты хатта.
- Хәҙер, апай, тимер ҡоштар бар бит. Береһе һинеке булыр.
- Ә һиңә? Һиңә кәрәкмәйме?
Малай уйланғандай итте:
- Минең тимер ат булыр!
Ҡайҙа хәҙер Бикмырҙа? Бөркөтлө төбәктә үҫкән, тимер ат тураһында хыял иткән малай? Мәғүбә ҡарашын офоҡҡа төбәне. Иштуған ағай, улы Бикмырҙа тураһында бер нәмә лә белмәй. Ләкин Малаяҙҙан Мәғүбә ҡанатлы булып ҡайтты... Ә бына егерме һигеҙенсе йылда Бәләбәйҙә аэропланды үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Һәм ысынлап та, хыялы тормошҡа ашырына ышанды.
- Киске осошҡа әҙерләнергә!
Командирҙың ҡаты тауышы Мәғүбәне ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты. Тыныс, һәлмәк яуап яңғыраны:
- Есть! Әҙерләнергә!

* * *

Бындай "махсус осош" Мәғүбәнең ғүмерендә бер тапҡыр ғына булды: осоусы ҡыҙҙарға Элтигендағы тәғәйен урынға буш әрйәләр, контейнерҙар алып барып ташлап, ығы-зығы, тауыш эффекты булдырырға ҡушылды. Бершанская: "Командование приказын һүҙһеҙ үтәргә һәм бер ниндәй ҙә һорау бирмәҫкә!" - тине. Бөгөнгө төнгө күк самолеттар осор өсөн сағыштырмаса ҡулай. Сағыштырмаса, сөнки тегендә-бында гөрһөлдәү тауыштары ишетелә, осоусылар йүнәлеш тотасаҡ Эльтигенда дошман прожекторҙарын һүндермәй, сайпылып-сыйпылып тирә-йүнде яҡтырта. Аңлайышһыҙ, ҡыҙыҡ махсус задание алған ҡыҙҙар хатта шаяртышып-көлөшөп тә алдылар: "Беҙҙең самолеттар ысын мәғәнәһендә этажеркаға әйләнә түгелме?" Ҡуҙғалырға бойороҡ булды. Маршрут диңгеҙ өҫтөнән үтә. Ҙур әрйәләр һауа ҡаршылығы тыуҙыра, шуға самолет әкрен оса. Эльтигенға етәрәк, мотор тауышын ишеткән фашистар хәрәкәткә килде, прожекторҙары күкте йырғысларға тотондо, зәһәр яҡтылыҡтан Мәғүбәнең күҙҙәре, әйтерһең, тишелеп сыҡты, ярай, штурман юғалып ҡалманы, тейешле координатты атауын белде, "маҡсатҡа өс минут, ике минут..."
Снаряд ярсыҡтары ҡаҡлығыуҙан тетрәнһә лә, самолет осоуын дауам итте. Тегеләрҙең тау өҫтөндәге пулеметтары тыҡылдай башланы. Иренен ҡанатҡансы тешләгән Мәғүбә уңға-һулға оҫта кәйелеп маҡсат-нөктәгә ынтылыуын белде. Мәктәп ихатаһындағы емерек окоптарға әрйәләр ауҙарылды. Бында десантсылар оборонала торғайны. Хәҙер улар Чурбаш күле менән диңгеҙ араһындағы ошо участоктан Керчҡа юл алдылар. Был ерҙе ҡалдырып китеүҙәрен бик һирәктәр генә белде. Десантсыларҙың юҡлығын баштарына ла килтермәгән фашистар Эльтигенды һаман ҡамауҙа тота. Бына нимә өсөн кәрәк икән тауыш эффекты!

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 51

Киске Өфө
 

Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru