«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУХИ ЮЛБАШСЫБЫҘ БУЛДЫ
+  - 


2012 йылда бер төркөм яҙыусылар, шағирҙар менән Мәскәүгә командировкаға барҙыҡ. Делегация составына әҙиптәр Марат Кәримов, Рәшит Шәкүр, Хәсән Назар, Факиһа Туғыҙбаева, Ғәлим Хисамов, Риф Мифтахов, Әмир Әминев, Мәүлит Ямалитдинов, Фәнил Күзбәков, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Рәшит Низамов, Мөхәмәт Закиров, Мөнир Вафин, Фәниә Ғәбиҙуллина индек.

Сәфәребеҙҙең маҡсаты 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Яҙыусылар союзында ойошторолған сарала ҡатнашыу, илебеҙҙең баш ҡалаһындағы данлыҡлы "Бородино" панорамаһы менән танышыу, Мәскәүҙең иҫтәлекле урындарында булыу, Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының иҫтәлегенә баш эйеү ине. Сәфәребеҙҙең тағы ла бер иҫтә ҡалған хәтирәһе киң билдәле Переделкино ижад йортонда йәшәүебеҙ булғандыр. Миңә лә уғата бәхет йылмайҙы: шағир һәм ғалим Рәшит ағай Шәкүр менән бер бүлмәлә йәшәнек. Бығаса оҙаҡ йылдар аралашҡан, фекер уртаҡлашҡан, бәхәсләшкән Рәшит ағай миңә был юлы бөтөнләй көтөлмәгән яҡтан асылды. Шул тиклем бөхтәлек, иплелек, бүлмәләшеңә ихтирам һәм иғтибар барыһы ла Рәшит Шәкүрсә, зыялылыҡтың иң ябай мәғәнәһендә, көнкүреш кимәлендә сағылышында...
Билдәле, ижад кешеләренең ошондай тупланмышында әүҙемлек эңерҙәр төшөп, төндәр еткәс башланыусан. Бер бүлмәгә йыйылып сәйҙәр эсеү, йәнле әңгәмәләр алып барыу, йырлашыу, бейешеү, күңел асыуҙар бындай саҡтарҙа таңға тиклем дауам итә...
Рәшит ағай иһә киске сәғәт туғыҙ тулып килгәндә ҡапыл йоҡларға әҙерләнә башланы. Һалдат кеүек. Сәғәт уҡтары туғыҙҙа саҡта ағайым әүен баҙарына ла юлланғайны. Өфөнән поезд менән килгәйнек, ағай арығандыр инде, тип уйлап өлгөрҙөм. Икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатланғас:
- Рәшит ағай, һеҙҙең тап ошо ваҡытта йоҡларға ятыу, ял итеү режимығыҙға әүерелгәндер, күрәһең? - тип унан һорай ҡуйҙым.
- Эйе, үҙемде шулай өйрәткәнмен. Әгәр ҙә туғыҙҙа йоҡларға ятмаһам, иртәгәһенә мин бер нәмә лә эшләй алмайым, шунан көнөм бушҡа үтә. Мөмкин тиклем күберәк эшләп ҡалырға, ниәт иткәнде яҙып өлгөрөргә тырышам, - тип яуапланы Рәшит Закир улы.
Йоҡоһона ҡарата шул тиклем иғтибарлы булған кешене ошоғаса осратҡаным юҡ ине әле. Ә бит Хоҙай биргән ғүмерҙе, уның һәр көнөн, сәғәтен, минутын ошо рәүешле һаҡсыл файҙаланыуҙың нигеҙендә үҙ халҡыңды сикһеҙ хөрмәт итеү, яратыу ятҡанлығын да аңлауы ауыр түгел. Үҙен халҡы өсөн файҙалы, кәрәкле итеп тойған, быны бар тулылығында аңлаған кеше оҙон ғүмерле булыу өсөн дә тырышлығын һалырға бурыслы бит. Сөнки уның ғүмере үҙенеке генә түгел, халҡыныҡы ла. Оло йәштәге дуҫым, фекерҙәшем, остазым менән Мәскәүгә сәфәрҙә йөрөгәндә мин ана шул хәҡиҡәтте аңланым: үҙеңдең һаулығыңды һаҡлау, ваҡытында йоҡларға ятыу, дөрөҫ туҡланыу, физик күнекмәләр яһау, һаулыҡҡа зыянлы булған тәмәке тартыу, араҡы эсеү кеүек күренештәрҙән азат булыу - былар барыһы ла үҙеңә генә түгел, халҡыңа хеҙмәт итеүҙәң дә иң мөһим һәм мотлаҡ үтәлергә тейешле йолалары. Мин бында йола һүҙен осраҡлы рәүештә килтермәйем, сөнки бер тапҡыр башҡарылған эшең - ғәмәл, ике тапҡыр эшләнгәне - ҡылыҡ, көн һайын башҡарылғаны - ғәҙәт, ә ғүмер буйы башҡарылғаны - холоҡ, характер йәки яҙмышың. Бер тапҡыр
Рәшит ағайға:
- Студент саҡта ятаҡтағы бүлмәләш егеттәр күңел асырға тип аҡса йыйғанда һеҙ "ала ҡарға" кеүек ситтә тороп ҡала инегеҙме? - тип һорау бирҙем.
- Юҡ, мин дә аҡса бирә инем. Һуңынан улар эскән саҡта мин ашап ултырҙым, - тип көлдөрҙө халыҡ шағиры.
Мин һәр ваҡыт уның ғәҙәттән тыш тыйнаҡлығына хайран ҡала инем. Әрләшә лә, һүгенә лә белмәй, тауыш күтәргәнен дә ишеткәнем булманы. Һүгенгән кешегә фәрештәләр ҡунмай, тиҙәр. Ә инде проблемалы хәл килеп тыуһа, һәр ваҡыт төплө, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре менән алтын урталыҡты таба белә ине ул. Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең рәйесе булып торғанында ла беҙ уның ошо сифатына һоҡлана торғайныҡ. Бик ҡатмарлы йылдар булды ул ваҡыттар...
...Халыҡ шағирының ғүмер буйына йыйған күңел хазиналары, шиғри гәрәбәләре менән танышҡас, оло хазинаға тап булғандай ҡыуанғаным хәтеремдә. Уларҙа автор донъя, тәбиғәт менән хозурланыусы лирик герой ғына түгел, ә заманға баһа биреүсе сәйәсмән дә:

Ирәмәлдең түбәһенә менеп еттек,
Етеү менән, ашыҡ-бошоҡ төшөп киттек.
Ҡыҫҡа булды бейек тауға менеүебеҙ,
Әммә шул да булды беҙҙең еңеүебеҙ...

Әлбиттә, был юлдарҙы Ирәмәл тауының башына менеп, тиҙ генә түбәнгә төшөп китеү һүрәтләнгән, күрәһең, ямғыр яуа башлағандыр, дауыл сыҡҡандыр, тип ҡабул итеүселәр ҙә табылыр. Әммә шағирҙың әйтергә теләгәне бөтөнләй икенсе: туҡһанынсы йылдарҙа илебеҙҙең күп кенә республикалары суверенлыҡ яулап, иркен һулыш алғас, күп тә үтмәҫтән бының ваҡытлыса алданыу ғына икәнлеген аңланы. Автор ошо хәлде Ирәмәл башына менеү менән сағыштырған. Был фекер артабан алты юллыҡ шиғырҙа дауам ителә:

Эй, бейебеҙ-бейебеҙ,
Һинең көйгә бейейбеҙ.
Белһәк тә, белмәһәк тә,
Күҙгә йәш төйнәһәк тә,
Бейейбеҙ ҙә бейейбеҙ,
Бейегән булып йөрөйбөҙ.

Был шиғырҙа шағир нимә әйтергә теләгәнен тәфсирләп тормайым. Кинәйәне аңлай-тоя белгән һәр кемгә мәғлүм был юлдарҙың аҫтында ятҡан фекерҙәр.
Йәки булмаһа, тағы ла бер дүрт юллыҡ:

Салауаттың һәйкәленә ҡарайым да
Уйға ҡалам: батырҙың нәҡ йәнәшендә
Илаһи бер һәйкәлде мин ҡуйыр инем
Салауаттың атаһына, әсәһенә.

Шағирҙың үҙе хаҡында яҙған шиғыр юлдары бигерәк тә күңелгә яҡын:
Шундай аҡыл йәшәп килә әлмисаҡтан:

Исеме лә тура килһен есеменә.
Мин дә бына тура юлдан барам әле,
Шөкөр итеп Шәкүр тигән исемемә.

Йә булмаһа:

Талҡаҫ күле буйында мин,
Ирәндектең итәгендә,
Рәшит Шәкүр ташы, тиеп
Бер ҡаяны инселәнем.
Тыуған ерем, һинең менән
Хисле лә мин, көслө лә мин.

Ошо шиғыр юлдарына шуны ғына өҫтәге килә. Аллаһы Тәғәләнең 99 исемдәре араһында Әр-Рәшит (хәҡиҡәт юлына йүнәлтеүсе) һәм Әш-Шәкүр (рәхмәтле) тигәндәре лә бар. Донъяла бер нәмә лә, хатта бәндәнең исем-шәрифтәре лә осраҡлы булмай тиҙәр...
Рәшит ағай Шәкүров беҙгә хәҡиҡәт юлын күрһәтеп, рәхмәтле булып йәшәп, баҡый донъяға күсте. Матур кеше ине! Иң ауыр мәлдәрҙә лә йылмая белде. Дөрөҫ йәшәне. Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың намыҫы, рухи ориентеры булды! Халҡыбыҙ йәшәгәндә уның исеме лә башҡа рухи ҡаһармандар менән телгә алынасаҡ, яҙғандары халҡыбыҙға хеҙмәт итәсәк!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 59

Киске Өфө
 

Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru