«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн йәшәү урыны итеп Өфөнө һайланығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ДӘҮЕРЕНЕҢ ҺУҢҒЫ МОГИКАНЫ
+  - 

Башҡорт халҡының күренекле улы, энциклопедик ҡарашлы олуғ ғалим, оҫта публицист, билдәле яҙыусы һәм шағир, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Закир улы Шәкүров фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсте.

Ул, Фенимон Куперса әйткәндә, үҙ эпохаһының һуңғы могикандарының береһе ине. Ни эшләйһең инде, әле генә шәкүрсә йылмая биреберәк, һин дә мин аралашып йөрөгән хөрмәтле шәхесебеҙ мәңгелеккә алып барған юлға сыҡты. Хәләле, балалары, яҡындары, дуҫ-иштәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре уны ошо юлға сыҡҡанында оҙатырға килде. Туған халҡы үҙенең Рәшит Шәкүрен юҡһынып иҫкә аласаҡ, бай ғилми һәм әҙәби мираҫына ҡаттан-ҡат әйләнеп ҡайтасаҡ. Шәкүр исемен урамдар, мәктәптәр йөрөтәсәк, Аллаһ бойорһа, уға һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Әлбиттә, ошо күренекле шәхес тураһында хәтирәләр ҙә һәр даим баҫылып торор, тип ышаныслы әйтергә була.
Мин шәхсән Рәшит ағай менән нисәнсе йылда һәм ниндәй шарттарҙа танышҡанымды аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Һәр хәлдә лә, Башҡорт педагогия институтында эшләй башлаған сағымда уның башҡалар хөрмәт иткән ғалим-филолог булыуын белә инем. Рәшит Закир улын тәү мәртәбә 1989 йылдың 17 декабрендә ул саҡтағы "Нефтселәр" мәҙәниәт һарайының Ҙур залында күрергә һәм тыңларға насип булды. Белеүегеҙсә, тап ошо көндә "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең ойоштороу йыйыны уҙғарылғайны. Меңгә яҡын йыйын делегаттары алдында Рәшит Закир улы "Киләсәккә ҡараш" тигән күләмле һәм тәрән фекерле доклад менән сығыш яһаны. Ул үҙенә генә хас аналитик фекерләүе, киләсәкте дөрөҫ күҙаллауы менән барсабыҙҙың да иғтибарын биләне. Ошо көндә XX быуат аҙағында өр-яңынан тергеҙелгән башҡорт милли хәрәкәтенә киң юл асылды. Беҙҙең бер төркөм зыялыларыбыҙ башлап ебәргән мәҙәни-сәйәси процесс 90-сы йылдарҙағы буталыш үә сәйәси ҡыйралыш осоронда халҡыбыҙҙың аңын һәм милли үҙаңын үҫтереү, III Башҡорт республикаһының заманса нигеҙен булдырыу йәһәтенән бик тә әһәмиәтле булды. Рәшит Шәкүр етәкләгән яңы йәмәғәт ойошмаһы башҡа күренекле шәхестәребеҙ - Дамир Вәлиев, Марат Ҡолшәрипов, Хәлил Барлыбаев, Иҙел Агишев, Мөхәмәт Исҡужин, Зөфәр Йәнекәев, Рим Ниязғолов һәм башҡа идара ағзаларының әүҙемлеге, булышлығы һөҙөмтәһендә башҡорт йәмәғәтселегенең авангардына әүерелде. Ул саҡта ошо ойошманың халыҡ араһындағы абруйы менән иң юғары власть әһелдәре лә иҫәпләшә ине. "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенең халҡыбыҙҙың үҫешенә булышлыҡ иткән, тотош республика мәнфәғәттәренә тура килгән ҡарарҙары, власть органдарына ебәрелгән тәҡдим-талаптары, башлыса, ҡабул ителде һәм бойомға ашырыла килде. Тап ошо ойошма барса башҡортто берләштереүҙе, киләсәктә халҡыбыҙ йәшәйешенең төп шарттарын үтәүҙе маҡсат итеп ҡуйған Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының нигеҙ ташы булды.
Р.З. Шәкүров 1995 йылда мәҙәни-сәйәси эстафетаны икенсе бер бөйөк башҡорт инсаны, олуғ тарихсы-ғалимыбыҙ Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов ҡулына тапшырҙы. Үҙенә күрә бер фәһемле күренеш булғандыр ул: башҡорт милли хәрәкәтен тәүҙә тел һәм әҙәбиәт остазы етәкләһә, сәйәсәткә ныҡ яҡын торған археолог-тарихсы ошо изге ғәмәлдәрҙе дауам итте. Ысынбарлыҡта ла шулай бит: туған телебеҙ һәм халҡыбыҙ тарихы айырып алғыһыҙ бер бөтөнлөктө тәшкил итә. Нисек әйтһәң дә, ул ваҡыттағы ваҡиғалар башҡорт халҡы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды, һәм улар һис бер ҡасан онотолмаҫ.
Рәшит һәм Нияз ағайҙарыбыҙ иҫкә төшһә, уларҙың кешелеклеген һәм кеселеклеген айырым билдәләп үтмәй булмай. Миңә ҡалһа, уларҙың һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмая биреберәк һөйләшеүҙәре лә оҡшаш тойола ине. Икеһе лә башҡаларҙы тиң күреп аралашты, һис бер үҙҙәре биләгән юғарылыҡ хаҡында уйлап та бирмәне. Шулай булғас, уларҙы ябай халыҡ та үҙ итте, уларҙың фекерҙәрен, идеяларын икеләнеүһеҙ ҡабул итте, ижади әҫәрҙәрен теләп уҡыны. Минең үҙемә лә ошо ике шәхес ҙур йоғонто яһаны. Нияз Абдулхаҡ улы аша тарихыбыҙҙы тәрәнерәк өйрәнергә тырышһам, Рәшит Закир улының әҫәрҙәре телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ даирәһенең ни тиклем киң һәм боронғо икәнен төшөндөрҙө. Шуға күрәлер инде, башҡорт фәненең ошо ике оло йүнәлеше әле лә зиһенемде һәм күңелемде биләп тора. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында эшләгән йылдарымда Рәшит һәм Нияз ағайҙар менән тығыҙ аралашып, кәңәшләшеп йәшәнек. Уларҙың хуплауы тынғыһыҙ йәмәғәт эше менән шөғөлләнеүселәргә дәрт-дарман өҫтәп торҙо тиһәм, һис яңылышмам.
Йәнә, Рәшит Закир улы бик тә итәғәтле, башҡаларҙы хөрмәт итә белгән заттарҙан булды. "Киске Өфө" гәзитендә уның менән күләмле әңгәмәбеҙ баҫылғайны. Байтаҡ ҡына ваҡыт үткәс, Рәшит ағайыбыҙ шылтырата: "Ҡара әле, әлеге әңгәмәбеҙҙе китабыма индерһәм, нисек булыр?" - ти. Мин аптырабыраҡ, хатта ҡаушабыраҡ ҡалдым: "Ә ни эшләп уны минән һорайһығыҙ?" - тимен. "Ни эшләп һорамаҫҡа һуң, мин һинең һорауҙарыңа яуап ҡына бирҙем, ә бит әңгәмә тексын һин яҙғанһың", - тип урыныма ултыртты ағайыбыҙ. Ул минең башҡорт теленең этимологияһы буйынса яҙған мәҡәләләремә лә ыңғай ҡарашта булды, филологтарыбыҙҙың ошо проблема буйынса тикшеренеүҙәре булмауына үкенес белдерҙе. Ошондай ихласлыҡ һәм кеселеклелек бар ғалимдарҙа ла юҡтыр ул.
Рәшит ағай менән башҡаса яҡындан тороп, ихлас аралашып булмаясаҡ. Әммә уның үҙе урынына ғилми һәм әҙәби әҫәрҙәре ҡалды. Шуларҙы уҡып, йыуаныс табырбыҙ инде. Бәхил бул, арҙаҡлы ил ағаһы!

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.06.24 | Ҡаралған: 61

Киске Өфө
 
Дин ғилемендә, дини китаптарҙа, Ҡөрьән-Кәримдә лә был өс нәмә тураһында яҙылмаған, ләкин был өс нәмә динде лә һаҡлай. Улар - милли тел, милли кейем, милли йолалар.

Сәхифәнән.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru