«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУЛ БИРЕШМӘНЕЛӘР...
+  - 

Үткән аҙналағы (24-30 июнь) төп халыҡ-ара һәм сәйәси ваҡиғаларҙы бер-ике темаға бәйләнешле генә берләштереү мөмкин дә түгел, һәр ваҡыттағыса, улар төрлө һәм күп яҡлы йөкмәткеһе менән айырылып торҙо, шунлыҡтан был юлы "Донъя шаңдауы" ошо аралағы яңылыҡтарға ҡыҫҡаса күҙәтеү тәҡдим итергә булды.

- Рәсәй армияһы Украина ҡораллы көстәренә ҡаршы камиллаштырылған һәм дошман эҙәрлекләүенә бирешмәй торған агродрондар ҡуллана башланы. Көньяҡ Донецк фронтында беҙҙең хәрбиҙәр модификацияланған пилотһыҙ осоу аппараттары менән файҙалана, дошман уты уны сәпкә ала алмай, ә агродрон үҙе теләһә ниндәй объектты юҡ итергә һәләтле. Оҫта ҡулдар агродрондарҙы ҡеүәтле хәрби ҡоралға әүерелдерҙе. Ул үҙендә туғыҙар килограмлыҡ ике мина йөрөтә һәм дошмандың нығытма нөктәләрен һәм башҡа объекттарын шартлатып, пехотаға алға барырға ярҙам итә.

- АҠШ-та үткән аҙнала 81 йәшлек Джо Байден менән 78 йәшлек Дональд Трамп араһында һайлау алды дебаттары булып үтте. Осрашыу алдынан демократ Байден менән республикасы Трамп бер-береһенә ҡул биреп күрешеүҙе лә кәрәк тапманы. Дебат башланып, 20 минут үтеүгә, ике арала дәғүәселәр бер-береһен кәмһетеүгә, ҡушаматтар тағыуға күсте. Байден Трампты "маңҡа малай", "лузер" тип атауҙан да тартынманы. Американың бындай хурлыҡты күргәне юҡ ине әле, тип яҙа урындағы матбуғат баҫмалары ғәмәлдәге президенттың сығышына һәм үҙен тотошона ҡарата. Дәртле, теремек дәғүәләше Трамп менән сағыштырғанда Байдендың ни дәрәжәлә меҫкен һәм көлкө хәлдә ҡалыуы уның фирҡәләштәренә лә хатта оҡшаманы һәм демократтар президенттың киләһе срокка кандидат булып ҡала алыуына икеләнеү белдерҙе. Ғәҙәттә, Байден сығыш яһағанда телесуфлер ярҙамына, йә булмаһа ҡағыҙға яҙылған шпаргалкаға ҡарап һөйләй, ләкин был юлы уға бер ниндәй ҙә суфлер ярҙам итә алманы, сөнки дебаттар күҙмә-күҙ тере һөйләшеүҙе, бәхәсләшеүҙе талап итә ине бит. CNN каналы хәбәр итеүенсә, "Президенттың ҡайһы бер һүҙҙәрен, ни әйтергә теләгәнен аңлауы ла ҡыйын ине. Айырыуса ул ниндәйҙер закон йә статистикаға һылтанырға теләгәндә буталып бөтә, тауышын бер көйгә һалып, ялҡытҡыс һөйләй. Күп урында ул Трампты йәтеш кенә "урынына ултыртыу" мөмкинлеген ҡулдан ысҡындыра..." Дебат һөҙөмтәһе буйынса Трамп 67 процент тауыш менән еңеүсе булды, ә Байден ни бары 33 процент тауыш йыйҙы.

- Францияла парламенттың түбәнге палатаһы - Милли йыйылышҡа һайлауҙарҙың тәүге туры булып үтте. Ике тур (киләһеһе -7 июлдә) һөҙөмтәһендә француздар 577 депутат һайлаясаҡ. 9 июндә Франция президенты Эммануэль Макрон үҙ фирҡәһе менән Европарламентта еңелеүгә дусар булғас (Марин Ле Пен етәкләгән "Милли берекмә" ультра уң партияһы 31 процент тауыш менән 14,6 процент тауыш йыйған Макрон партияһынан алға сыҡты), Франция президенты Милли йыйылышты таратып, үҙ кандидаттарын үткәреү өсөн яңынан сираттан тыш һайлауҙар иғлан итте. Илдәге өс төп блок араһында көрәш ҡыҙа. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса "Милли берекмә" ил парламентына һайлауҙың тәүге турында 37 процент тауыш менән - беренсе, "Яңы халыҡ фронты" һул партия - икенсе (28 процент), ә Макрондың "Бергә" коалицияһы өсөнсө урында (20 процент) килә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 57

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru