«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИҘӘР БАР ҺУҢ СТУДЕНТТАР КАМПУСЫНДА?
+  - 


"Белемлелек - арыҫландан көслө батыр", тигән шиғыр юлдары һәр кемебеҙҙең хәтерендә, был хаҡ һүҙҙәр менән килешмәгәндәр юҡтыр. Быны илебеҙ һәм донъя кимәлендә лә яҡшы аңлайҙар, шуға ла бөгөн фән һәм мәғариф өлкәһенә һәр тарафтан иғтибар юғары. Өфөлә төҙөләсәк Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ошо маҡсаттарҙы бойомға ашырыуҙа мөһим роль уйнай.

Йәштәр көнөндә республика журналистары Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусын барып күрҙе һәм уның эшмәкәрлеге менән таныша алды. 2000 йылдар башында уҡ төҙөлә башлаған, әммә оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлендә торған бинаны ярты йыл эсендә бөтә уңайлыҡтары булған, заманса йыһазландырылған фән һәм мәғариф үҙәгенә әүерелдергәндәр. Бында республиканың юғары уҡыу йорттарына бүленгән IQ-паркта 21 фәнни лаборатория эшләй. Улар араһында Өфө фән һәм технологиялар университетының органик наноэлектроникалар һәм яңы материалдар дизайны лабораторияһы, "Киләсәк моторҙары" алдынғы мәктәбенең лабораторияһы ла бар. Һуңғыһы юғары һөҙөмтәле һәм гибрид көс ҡулайламаларын, агрегаттар һәм уларҙың һуғыш, Рәсәй граждандар авиацияһы өсөн системаларын эшләү буйынса ғилми-технологик мәсьәләне хәл итеү буйынса маҡсаттарҙы үтәй. Алдынғы инженер мәктәбенең проекттарына быйылғы йылда ғына ла федераль ҡаҙнанан 1,2 млрд һум йәлеп ителгән. Шулай уҡ ӨФТУ-ның популяция һәм медицина генетикаһы буйынса лабораторияһы "Өҫтөнлөк 2030" стратегик үҫеш программаһының "Сәләмәт оҙон ғүмерлелек" проекты сиктәрендә үткәргән тикшеренеүҙәре лә бик әһәмиәтле. Был өлкәлә йәш ғалимдар яман шеш ауырыуҙарына бирешеүсән гендарҙы өйрәнә, ауырыуҙы алдан табыу һәм иҫкәртеү ысулдарын эҙләй. Университеттың шулай уҡ заман йәштәренә ҡыҙыҡлы йүнәлештә лә эше уңышлы бара - Вуз-ара кампуста "Спаркс" киберспорт үҙәгендә Йәштәр сәйәсәте буйынса идаралыҡтың Цифралы спортты үҫтереү үҙәге менән Спорт программалаштырыуы биләмәһе урынлашасаҡ. Әле ҡатын-ҡыҙ киберспортсылар командаһы төҙөлгән, ә ӨФТУ-ның йыйылма командаһы Рәсәйҙең иң көслө киберкомандалары иҫәбенә ингән.
Журналистар Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡараған фәнни бүлектәрҙең эшмәкәрлеген айырыуса оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте. Мәҫәлән, ишетеп белеүегеҙсә, күптән түгел республиканың кардиоүҙәгендә ауырыуҙың аорта имплантын ҡулланып, үҙенсәлекле операция ярҙамында кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала алғайны табиптарыбыҙ. Бына шул аорта имплантын БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Лаборатория хеҙмәткәре Фәнир Килмөхәмәтов әйтеүенсә, бында 3D-принтерҙар ярҙамында кешенең һөйәктәре, төрлө ағзалары күсермәһен яһайҙар: был медицина өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙә лә, кеше һаулығы өсөн дә кәрәкле мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә. Мәҫәлән, кешенең тубыҡ һөйәген дауалағанда ҡулланыла торған махсус ваҡытлыса импланттарҙы 3D-баҫма менән эшләй башлағандар һәм был ауырыуҙарға ваҡытында мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса тейешле дауа алырға мөмкинлек бирә. Элек сит илдән һатып алынған махсус кәрәк-яраҡ үҙебеҙҙеке менән алмаштырыла, был иһә, импланттарҙың хаҡына ла йоғонто яһай - дауаланыу күпкә осһоҙораҡҡа төшә.
Башҡорт дәүләт медицина университетының "Фарма-үҙәк" хеҙмәткәрҙәре яңы дарыуҙар уйлап табыу буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә. Улар психотроп, йөрәк-ҡан тамырҙары, нейро-проекторлы әүҙемлеккә эйә яңы матдәләр синтезлау йүнәлешендә эшләй. Билдәле ғалим, профессор Феркат Хәлиуллин был лаборатория тураһында һөйләп, тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, депрессия, баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоу һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланыласаҡ үҙенсәлекле яңы төр дауалау сараларын уйлап табыу, етештереүгә әҙерлек буйынса эшләүҙәрен әйтте. Әйткәндәй, бинаның Башҡорт дәүләт медицина университетына ҡараған бер өлөшөндә таҙа бүлмәләр комплексы ла буласаҡ, унда хеҙмәткәрҙәр айырым ишектән инеп, тулыһынса кейем-һалымын алмаштырып, махсус ҡорамалдар ярҙамында таҙарынып ҡына үтә аласаҡ.
Вуз-ара студенттар кампусының Өфө дәүләт нефть техник университетына бүленгән өлөшөндә лә бик ҡыҙыҡлы проекттар бойомға ашырыла. Юғары уҡыу йортоноң "Кибер-ателье"һында виртуаль технологиялар ярҙамында "аҡыллы" кейемдәр эшләп сығаралар. "Был спорт кейеме, нефть-газ өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус кейем булырға мөмкин. Ғөмүмән, кеше һаулығы өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған өлкәләрҙә эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн кейемдәр проектлайбыҙ һәм тегәбеҙ. Һәр кемгә яраҡлы кейем тегеү өсөн кешенең кәүҙәһен тотошлай сканер аша үткәрәбеҙ. Был беҙҙең киләсәк - цифралы фабрика. Алдыбыҙҙа Башҡортостан халҡын скандан үткәреү һәм үлсәм типологияһын билдәләү бурысы ла тора. Кейем фабрикалары быны түҙемһеҙләнеп көтә. Сөнки бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә һындары үҙгәреүен, элек эшләнгән үлсәмдәр ярамауын күҙәтәбеҙ. Һәм сит илдәрҙә бындай эштәр алып барылғанда беҙҙә торғонлоҡ булды. Әле еңел сәнәғәт өлкәһендә үҫеш күҙәтелә, юғары белем алырға теләгән йәштәрҙе үҙебеҙҙә көтәбеҙ", - тине ӨДНТУ-ның кейем конструкциялау кафедраһы доценты Зарема Григорьева. Ғалимә шулай уҡ эшсәндәр өсөн махсус ҡышҡы кейем уйлап табыуҙары, уны кешенең тән температураһын, ҡан баҫымын, һауа температураһын, газ кимәлен һәм башҡа мөһим күрһәткестәрҙе үлсәгес датчиктар менән тәьмин итеүҙәре тураһында һөйләне. "Кибер-ателье"ла йәш белгестәр үҙҙәре кейем-һалым уйлап таба, тегә ала. Һөнәр үҙләштерергә теләүселәргә вузда 25 бюджет урын тәҡдим ителә, һынауҙарҙы ла үтеүе ауыр түгел, ти Зарема Ринат ҡыҙы.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара кампусының төҙөлөшө дауам итә: 4300 урынлыҡ күп ҡатлы студенттар ятағы, 4 ҡатлы геном үҙәге, уҡыу блоктары, йәмәғәт-эшлекле майҙансыҡтар, лабораториялар буласаҡ. Әйткәндәй, геном үҙәген быйылғы йылдың аҙағына ҡулланылышҡа индереү көтөлә.

Шулай итеп...
- Вуз-ара студенттар кампусы - киләһе 20-30 йылды алдан күҙалларға һәм фән, мәғариф, йәмәғәт тормошо ниндәй булырын билдәләргә тырышыу ул. Бөгөн фән бик ҡатмарлы, күп кенә алдынғы технологиялар бер нисә дисциплина киҫелешендә барлыҡҡа килә. Шуға бер кафедра, бер факультет, хатта университет кимәлендә лә ҡатмарлы техник мәсьәләне хәл итеүе мөмкин түгел. Ә беҙҙең кампуста төрлө өлкәләрҙә ғилми асыштар яһаған тикшеренеүселәр бер урынға туплана һәм аралаша алһын өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Шулай уҡ республикабыҙҙы, Өфөнө фән һәм белем биреүгә төп иғтибар йүнәлтелгән урын булараҡ халыҡ-ара кимәлдә танытыу маҡсаты ла бар, - тине беҙҙең менән аралашыуға йомғаҡ яһап, Вуз-ара студенттар кампусы директоры Сергей Гладких.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 64

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru