«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"КӨС УРЫНЫ" ФИЛЬМЫ...
+  - 


Евразия далаһында көн иткән төрки, монгол халыҡтарының тарихына бәйле Рәсәйҙә бер ниндәй ҙә ҙур музей юҡ. Ике йыл элек Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейын төҙөү тураһында ҡарар сығарҙы һәм был идея йәмәғәтселектә киң хуплау тапты. Проект кураторы, Башҡортостан Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, яңы туристик объект Алтын Урҙа дәүерендәге Турахан һәм Хөсәйенбәк таш кәшәнәләрен үҙ эсенә аласаҡ. Унда шулай уҡ музей комплексы, башҡорт аты үҙәге, "Күскенсе" спа-үҙәге буласаҡ, Туҡтамыш шишмәһе рәткә килтереләсәк. Былтыр август айында Турахан визит-үҙәген төҙөргә тотондолар. Һалына башлаған яңы музей күсмә цивилизация һәм күскенселәр тормошон яҡтыртыуҙа башланғыс булараҡ сығыш яһай. Бер үк ваҡытта "Самрау" фонды БСТ телеканалы менән берлектә республика Башлығы грантына "Көс урыны" тигән фильм төшөрә башланы. 11 июлдә киң йәмәғәтселек был фильмды ҡарай аласаҡ. Ошо уңайҙан фильм авторы, БСТ каналының баш мөхәррире Гәүһәр БАТТАЛОВАға өс һорау бирҙек.

Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы, фильм төшөрөү идеяһы ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килде?

- Башҡортостанда шундай бер үҙенсәлекле музей төҙөләсәге тураһында уҡығандан һуң тыуҙы был идея. Уның Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы тип йөрөтөләсәген белгәс, исеме лә, темаһы ла ҡалай ҡатмарлы, тип уйланым. Миңә, журналист һәм тикшеренеүсе булараҡ, был бик ҡыҙыҡ тойолдо, һәм командабыҙ менән ошо темаға тотонорға тейешбеҙ, тип хәл иттек.
Эште бер йыл элек башлап ебәрҙек. Башҡорт еренең үткән 300 йыллыҡ тарихы бик аҙ өйрәнелгән, әҙәбиәт күп түгел. Нияз Мәжитов менән Әлфиә Солтанованың, Алексей Нечвалода һәм Геннадий Гарустовичтың китаптары, беренсе, икенсе Мәжитов уҡыуҙарында сыҡҡан монографиялар бар. Беренсе башҡорт архитекторы Барый Кәлимуллиндың 1956 йылда сыҡҡан "Башҡортостандың археологик ҡомартҡылары" тигән китабын атарға кәрәк, сөнки ул әлегә тиклем иң ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе булып ҡала. Евразия музейы - тарихтың, Алтын Урҙа дәүеренең, урта быуаттың башҡорт еренә кире әйләнеп ҡайтыуы бит ул. Ошо дәүерҙе өйрәнеү Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының тәүге объекты - төҙөлөп ятҡан визит-үҙәктән башланды.
Әгәр ҙә һиңә нимәлер ҡыҙыҡ, ниндәйҙер идея менән янаһың икән, ошо тема тирәһенә башҡа кешеләрҙе лә туплауы бер ҙә ауыр түгел. Фильмды төшөрөүҙә төрлө өлкәлә эшләгән 34 спикер ҡатнашты. Республиканан тыш, беҙ Үзбәкстанда ла, Ҡаҙағстанда ла булдыҡ. Башҡортостанда Европа һәм Азия халыҡтарын берләштереүсе үҙәк буласағын белгәс, архитекторҙар, археологтар, проектлаусылар ғәжәпләнделәр ҙә, ҡыуандылар ҙа. Бер генә белгес тә башҡорт еренең урта быуаттарҙа Евразия халыҡтарын берләштереүҙәге ҙур ролен кире ҡаҡманы. Ниндәйҙер бер ваҡытҡа тиклем был хәҡиҡәт онотолоп ҡына торған. Ләкин Радий Хәбировтың музейға бәйле ҡарары арҡаһында беҙ ҡабаттан үҙебеҙҙең тәү сығанаҡтарҙы тергеҙәбеҙ. Фильмда күсмә халыҡтарҙың тормошон күрһәтеүҙе төп бурыс итеп алдыҡ. Күп кенә нәфис фильмдарҙа уларҙы арҡыс-торҡос ҡылыс аҫҡан, бысраҡ һәм ҡурҡыныс ҡиәфәтле итеп күрһәтәләр. Күскенселәр - тәбиғәт балалары. Уларға һоҡланмау мөмкин түгел. Улар үҙҙәренең күңел матурлығы менән үҙенә тарта һәм арбай. Миңә Николай Заболоцкийҙың "Рубрук в Монголии" тигән шиғыры бик тә оҡшай.
"Здесь был особой жизни опыт,
Особый дух, особый тон.
Здесь речь была как конский топот,
Как стук мечей, как копий звон... "
Фильмды эшләй башлаған саҡта, бәлки, теманың тәрәнлеген, ҙурлығын бигүк аңлап та еткермәгәнбеҙҙер. Ләкин ул беҙҙе үҙенең эсенә алып инеп китте һәм беҙ унан бер нисек тә айырыла алманыҡ.



Фильмды төшөргән саҡта үҙегеҙ өсөн ниндәй асыштар яһанығыҙ?

- Ниндәй ҙур күләмдә эш атҡарылғанын үҙегеҙ ҙә күҙаллайһығыҙҙыр. Бер диссертация яҙырлыҡ хеҙмәт ул. Фильмды төшөрөп бөтөп, монтажлағандан һуң, беҙҙең ғилми консультант, тарихсы Илнур Бүләков шулай тине:
- Фильмдың матурлығы беләһегеҙме нимәлә? Бында мин уның ҙурлығы, профессионаллеге тураһында әйтмәйем. Һеҙ ҡатмарлы тарихты ябай тел менән һөйләп бирә алдығыҙ. Шулай еңел итеп күрһәтер өсөн ошо ҡатмарлы теманың сөңгөлдәренә төшөргә, уны бөтөн тәрәнлегендә аңларға кәрәк бит...
Фильм авторына бындай һүҙҙе ишетеү ҡыуаныс ҡына өҫтәй, әлбиттә. Фильмды төшөргән саҡта баҙап ҡалған мәлдәр ҙә булды. Сөнки унда беҙ әлегәсә әҙ өйрәнелгән темаларға ҡағылдыҡ - башҡорт халҡы Урта Урҙа составына нисек ингән? Алтын Урҙаның Джучи Олоҫо тип йөрөтөлгәнен күптәр белмәйҙер ҙә. Джучи - Сыңғыҙхандың улы. Джучи Олоҫона башҡорттар үҙ иректәре менән ингәнме, әллә улар яулап алынған халыҡмы? Был һорауға әлегә тура яуап бирмәйем, яуабын фильмды ҡарағас, үҙегеҙ белерһегеҙ.
Хөсәйенбәк тураһында мәғлүмәт туплай башлағанда ла һорауҙар тыуҙы. "Хөсәйенбәк - Башҡортостандың беренсе имамы", тиелә интернетта. Беҙгә ислам VIII быуатта үтеп инә башлай, шулай ҙа уның әүҙем осоро Үзбәк хан Исламды дәүләт дине, тип иғлан иткәндән һуң, йәғни Х быуатҡа тура килә. Шунда ғына Ислам яңы бейеклеккә күтәрелә. Тап шул саҡта Хөсәйенбәк имам булып китә. Беҙ фильмда үҙбелдеклелек менән булышманыҡ, ә яңғыраған фекерҙәр һәм факттарҙы спикерҙарҙың һығымталары менән нығытырға тырыштыҡ. Әгәр ҙә беҙ фильмда визит-үҙәктең төҙөлөшөн генә күрһәтһәк, ул ҡыҙыҡ булмаҫ һәм әлеге тәрәнлеккә лә эйә булмаҫ ине. Турахан визит-үҙәгенән музейға алып барған һуҡмаҡ ябай ғына һуҡмаҡ түгел - ул боронғолоҡтан бөгөнгөгә һалынған юл, быуаттарҙы тоташтырыусы һуҡмаҡ.



Фильм төшөрөүҙең үҙенсәлеген - кино ҡараусы күрмәй торған эске тормошон да белге килә. Команда нисек тупланды?

- Беҙҙең үтенесте ишетеп, фильмда төшкән һәр береһенә рәхмәтлебеҙ. Көрәш федерацияһы президенты Вәкил Ильясов һәм уның командаһы, мәргән уҡсы Юлай Ғәлиуллин, Ҡырмыҫҡалы районында беҙгә махсус тирмә ҡорған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ... Фильм төшөрөр өсөн электр бағаналары, машиналар, ауылдар булмаған урындар таптыҡ. Ағас туҫтаҡтар эшләттек. Кейем төрлөлөгө кәрәк ине, сөнки был Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле сығышы түгел бит. Беҙҙең өсөн райондарҙа махсус кейем тектеләр. Әгәр ҙә ошондай бер-береңде аңлау, теләктәшлек булмаһа, фильм да уңышлы килеп сыҡмаҫ ине. Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Бөрйән, Ейәнсура, Архангел райондары етәкселәренә һәм халҡына ҙур рәхмәт.
Тарихи сәхнәләрҙә тәжрибәле олпат актерҙар ҡатнашты - Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсул Ҡарабулатов, Азамат Ғафаров һәм башҡалар. Актерҙарҙы һайлап алыу ҙа еңел булманы.
Бер-береңде аңлау һәм берҙәмлек булмаһа, бындай фильмды төшөрөү ҙә мөмкин түгел. "Көс урыны" - ул коллектив хеҙмәт емеше, яҡынса иллеләп кеше ҡатнашты. Режиссерҙар Әлфиә Арыҫланова һәм Ләйсән Рамаҙанова, операторҙар Азамат Даянов, Ринат Кашапов, Илшат Дәүләтбирҙин, Урал Ғатауллин ең һыҙғанып эшләнеләр. Айрат Өмөтбаевтың юғары сифатлы компьютер графикаһы тураһында ла әйтергә кәрәк.
Мәҙәни мираҫ объекттары буйынса фәнни-етештереү үҙәге археологы Дим Ғиззәтов милли кейемдәр буйынса беҙҙең кәңәшсе булды. Турахандың кейемен тегер алдынан уға заказ биргәйнек, һәм ул беҙгә 200 битлек ғилми хеҙмәт яҙҙы. Талантлы рәссам Даян Вәлиуллиндың ярҙамы ҙур булды. Кейемдәрҙе Саимә Хәсәнова ательеһында тектерҙек.
Бигерәк тә нимәһе менән оҡшай командабыҙ? Бер-береһен хөрмәт итеүҙәре менән. Беҙ эшкә шул тиклем мөкиббән киткәнбеҙ, хатта бәхәсләшкән саҡта ла бөтәбеҙ ҙә эштең тик яҡшы килеп сығыуы менән генә янабыҙ. Ошо ҙур команда, барыбыҙ бер булып, фильмдың сыҡҡанын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. "Көс урыны" - беҙҙең дөйөм балабыҙ, шуға ла ул һәр беребеҙгә ҡәҙерле.

Шулай итеп...
6 июлдә Турахан визит-үҙәге рәсми асыласаҡ. "Көс урыны" рәсми асыу мәлендә күрһәтеләсәк. Әле һаман фильмды камиллаштырыу өҫтөндәбеҙ, үҙгәрештәр, өҫтәмәләр булыр. БСТ телеканалында премьераһы 11 июлдә киске һигеҙҙә буласаҡ. Фильмдың дауамы ла булыр тип өмөтләнәбеҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 93

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru