«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮ ҠАНАТТАРЫ – 2
+  - 


Аэродромға ҡайтҡас, Мәғүбә үҙҙәре әрйәләр ырғытҡан окоптарҙа йөрөй алмаған яралылар ғына тороп ҡалғанын белде. Улар, хәлдәренән килгәнсә, оборона тоталар, ҡоралдары етешмәй икән. Ә ҡыҙҙарға буш әрйәләр ташларға бойоралар. Тауыш эфффекты, имеш...
- Һуғышып үлергә мөмкинлек бирәйек! - Оля Санфирова командирға шулай тип мөрәжәғәт итте.
- Командование приказын үтәргә!
Яралы һуғышсыларға буш әрйәләр ташлап, уларҙың өмөтөн өҙөргә теләмәгән ҡыҙҙар ауыр хәлдә ҡалды. Ольганың самолетына граната тейәгәнен һирәктәр генә күрҙе... Ул тарафҡа икенсегә юл алғанда, Мәғүбәнең штурманы әрйәләрҙе ауҙара алмай хитланды.
- Приказды үтәргә!
Ахыр, штурмандан ыңғай яуап ишетелгәс, Мәғүбә ҡайтыр яҡҡа боролдо. Шул саҡ артта көслө ут астылар. Мәғүбәнең самолеты артынса килгән Оля Санфирова дошман уты эсендә ҡалғайны. Ярҙамға! Штурмандың инәлгән тауышы уға тәүәккәллек бирҙе. Мәғүбә самолетын кире борҙо. Бына прожекторҙар уның самолетына яҡтыртты. Хәҙер зениткалар ата башлаясаҡ. Атһындар. Әүрәһендәр. Иң мөһиме, Ольга Санфирова үҙенең йөгөн ҡамау эсендәге яралыларға бушатып өлгөрһөн! Ут ҡойоно эсендә ҡалыу кемгә еңел булһын инде. Был эҫелек, был яҡтылыҡ, был тетрәнеү - кеше бөтәһенә лә сыҙай. Бары бензин багына снаряд тейә күрмәһен. Мәғүбә самолетын аҫҡа мәтәлдерҙе. Штурманы түҙмәйенсә ракеталарҙан ата башланы. Буш ракетницаны аҫҡа бәрҙе. Зенитка кинәт атыуҙан туҡтаны. Ә ергә ни бары алтмыш-етмеш метр ғына ҡалған. Мәғүбә түбәндән әкрен генә осоп ҡайтыу яғына боролдо, тишкеләнеп бөткән самолетын көс-хәл менән ергә төшөрөп ултыртты. - Бер нәмәһе лә ҡалмаған бит, нисек ҡайтып етә алдығыҙ? - ремонт яһаусылар шаҡ ҡатты.
Осоусы ҡыҙҙар иһә Ольга менән нимә булырын һағайып көтәләр.
- Мин үҙ бурысымды үтәнем, ә һеҙ мине әжәлдән һаҡлап ҡалдығыҙ, Мәғүбә апай, - иҫән-һау ҡайтып төшкән Ольга Мәғүбәне ҡосаҡлап үбеп алды. - Инде мине трибуналға бирһәләр ҙә ҡурҡмайым.
Ләкин бөтәһе лә көтөлмәгәнсә ыңғай хәл ителде. Бершанская командованиенан ҡорал тағып осорға рөхсәт алды.

* * *

Ямғыр быҫҡаҡлап ҡына яуа ла яуа. Осоуҙар, тәбиғи, кисектерелде. Землянкаға ингән Мәғүбәне Раиса Аронова үҙе эргәһенә саҡырҙы.
- Йәрәхәтең һыҙлаймы әллә? Төҫөң ҡасҡан, - тине Мәғүбә.
- Түҙерлек, - Раиса башҡалар ишетмәһен тигәндәй тирә-яғын ҡараштырҙы. - Әҙерәк бар.
Борты эргәһендә генә снаряд шартлап, өс тиҫтәнән ашыу яра алған Раиса портҡа саҡ ҡайтып етә алды. Уны шундуҡ госпиталгә оҙаттылар. Бер аҙ хәл инеү менән, ярһыу йөрәкле ҡыҙ кире эскадрильяға әйләнеп ҡайтты. Оса, шулай ҙа тәндән алынып бөтмәгән ярсыҡтар үҙҙәренең барлығын һиҙҙерә.
- Беҙ бит һинең менән яҡташтар, - Һарытау ҡыҙы йөҙөндәге һыҙланыуҙы йәшереп. - Мин бәләкәйҙән башҡорттарҙы күреп үҫтем. Йышыраҡ баҙарҙа, әлбиттә. Өлкәндәр алыш-биреш итә торғайнылар. Шуға ла "Башҡортостан", "башҡорттар" тигән саҡта бында беҙҙең ҡыҙҙар аптырап та ҡала, ә миңә яҡын исем.
- Советтар Союзы ҙур. Белмәһәләр ҙә ғәжәп түгел.
- "Салауат Юлаев" тураһындағы фильмды ҡарағанығыҙ булдымы? - Мәғүбә баш ҡаҡҡас, Раиса икенсе һорауҙы бирҙе. - Ә Салауат Юлаевты уйнаған артистысы?
Был юлы ҡыҙ "юҡ"тип баш сайҡаны:
- Мин тыуған яғымдан бала саҡта уҡ сығып киттем. Бәйләнеш өҙөлгән.
- Ә йәл. Күҙҙәре шундай янып тора! Минең таныштар араһында ла уның шикелле йылмайғандар, ут күҙлеләре бар ине.
Тыуған яҡ тураһында һөйләшеү, әлбиттә, кәйефте күтәрә. Мәғүбә йәнләнде.
- Шундай берәүҙе мин дә хәтерләйем. Бәләкәс малайҙы. Ул мине һыбай сабырға өйрәтте. Хатта бейеклектең нимә икәнен икәнен аңлатты. Осоусы һөнәрен һайлауҙа уның да ярҙамы бар. Ана шул Салауат төйәгенән ине балаҡай. Моғайын, ул бөгөн фашистарҙы туҡмайҙыр.
Раиса уға ауыҙын асып аптырап ҡарап ултырҙы.
- Мәғүбә Хөсәйеновна, һеҙ малай тураһында һөйләйһегеҙ. Ә мин теге актерға ғашиҡ булып йөрөгәйнем. Ысынында, бер егетте лә яратҡаным юҡ бит минең, тик...
Ҡыҙ ҡапыл ҡыҙарҙы.
- Һин хәҙер ғашиҡһың, шулаймы?
Рая күҙәрен селт-селт йомдо. Башы эйелде, унан ялп итеп Мәғүбәгә ҡараны.
- Көлмәйһегеҙме? Минең ул егетте күргәнем юҡ. Ул минең фотомды күргән. Сәләм ебәргән. Күрешергә киләсәк. Ә мин хыялый, уны танымаһам да, ғашиҡ булдым да ҡуйҙым.
Ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙың хистәрен аңламаймы ни Мәғүбә!
- Күрешеү генә түгел, сәстәрегеҙ сәскә бәйләнер. Кем ул?
- Күрше полктан. Леонид.
- Тимәк, ул да осоусы.
- Икебеҙ ҙә осоусылар, - ҡыҙҙың күҙҙәре нурланды.
- Еңеү яулаусы пар ҡанаттар! Шулай булһын!
- Ә һеҙ эс серегеҙҙе асмайһығыҙ, Мәғүбә Хөсәйеновна! Бер тапҡыр ҙа ғашиҡ булманығыҙмы ни?
Мәғүбә һорауҙы ишетмәгәндәй, ишек яғына ҡайырылды.
- Эх, мине саҡыралар! Самолетымды ремонтлап бөткәндәрҙер.
Ә күңелен һағыш менән яҡтылыҡ бергә солғаны. "Әсләм", тип типте йөрәге. Бәләбәйҙә тороп ҡалған мөхәббәте. Тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел, берҙән-бер мөхәббәте.
Әсләм исеме тел осонда ҡыҙҙың. Әсләм - класташы, унан ике йәшкә оло. Ул саҡта кемде нисә йәштә бирергә теләйҙәр, шул ваҡытта уҡырға бирә торғайнылар. Мәғүбәнең класында ла үҙенән йәшкә күпкә ҙурҙар ҙа уҡынылар. Әсләм иһә - Фәрит ағаһының дуҫы. Шуға ла ул Мәғүбәгә һәр эштә ярҙамсы булырға тырышты. Бергәләп лозунгылар яҙҙылар, әүҙемселәр эшендә, ҡыҙыл өмәләрҙә ҡатнаштылар, клубтарҙа ағартыу эштәре, йәғни уҡыуҙар алып барҙылар. Урта Азияға сығып киткәндән һуң, күрешергә насип булманы. Ләкин Әсләмдең әйткән һүҙҙәре бөгөнгөләй ҡолаҡта ишетелә: "Мин һине, барыбер, барып алып ҡайтасаҡмын!" Урта Азияға килеүсе лә, алып ҡайтыусы ла булманы, шуға ҡарамаҫтан, һүҙҙәре йөрәкте йылыта.

* * *

Фронттан күңелле хәбәрҙәр килә башланы. Сталинградта таш ҡапсыҡҡа эләккән Паулюс ғәскәренә ярҙамға ебәрелгән генерал-фельдмаршал Менштейн башкиҫәрҙәрен совет һалдаты теҙ сүктерҙе. Ленинград, Воронеж фронттарында йәнлелек тойола, дошман сигенә, ҡалаларға совет ғәскәре инә. Төнъяҡ Кавказ фронтында ла беҙҙекеләрҙең ғәскәрен, техникаһын туплау башланды. Шуға бәйле, полкҡа осош заданиеһы арттырғандан-арттырылды ғына. Ә һауа шарттары насар, епшек ҡарҙан боҙланған осҡос тыңламай, еүеш һыуыҡ эскә үтеп инә. Махсус һауа разведкаһы булдырғас ҡына, хәл бер ни тиклем еңеләйә төштө.
- Дошман беҙҙең тактиканы яҡшы өйрәнде, шул сәбәпле, юғалтыуҙар бар, хәҙер беҙгә яңыһын уйларға кәрәк, - тине Бершанская үҙенең осоусы ҡыҙҙарына.
Яңы тактика шунан ғибарәт: объекттарға ике самолет китә, уның береһе прожекторҙарҙы, зенит утын үҙенә ҡабул итә, шул арала икенсеһе ут һыҙығын үтә һалып, бомбаларҙы сәпкә ташлай. Ныҡ хәүефле алым, ләкин әлегә бүтән сара юҡ. 1944 йылдың 9 апрелендә Евгения Руднева һәм Калерия Рыльская Керчь эргәһендәге стратегик объектты бомбаға тоторға остолар. Тик әйләнеп ҡайта алманылар... Немец прожекторҙарынан ысҡына алмайынса, зенит утына эләгеп яндылар. Тәүге заданиеһын уңышлы үтергә ярҙам иткән полк штурманы Евгенияға Мәғүбәнең ихтирамы сикһеҙ ине. Күҙ йәштәрен йотоп, ҡыҙҙар өсөн фашистарҙан мотлаҡ үс алырға ант итте.
Евгения менән булған бер һөйләшеү ихтыярҙан тыш иҫкә килеп төштө.
- Мәғүбә Хөсәйеновна, һеҙ беҙҙән күпкә олоһоғоҙ. Мин яратырға ла өлгөрмәнем, фронтҡа юлландым. Һеҙҙең, моғайын, ҡәҙерле кешегеҙ барҙыр. Нишләп бер ҡасан да телгә алмайһығыҙ, беҙгә бит ҡыҙыҡ?
Йондоҙҙар ғына түгел, әкиәттәр, шиғырҙар яратҡан егерме йәшлек хисле ҡыҙҙың был һорауынан Мәғүбә ҡаушап ҡалды.
- Һөйләрмен берәй буш ваҡытта, - тине лә икенсе эштәр менән әүрәне.
"Һөйләрмен буш ваҡытта..." Мөхәббәт тураһында күберәк белергә теләгән, һөйгәнен осратырға өмөтләнгән романтик ҡыҙ, полк штурманы Евгения был донъяла юҡ. Йондоҙҙар араһына осто. Полкташ ҡыҙҙарҙың уға арнаған шиғыры ғына ҡабат-ҡабат күңелдә яңғырай:
Рассказала ты чудесную сказку,
И сама ты на сказку похожа!
В нашей жизни простой и суровой
Ты как солнечный зайчик весной.
Поглядишь, улыбнешься ласково,
И глаза засмеются тоже,
Словно чистое небо майское,
Синей искристой бирюзой!
Бәләбәйҙәге мәктәптә төрлө саралар үткәрелеп торҙо. Яҡшы уҡыған Мәғүбә, уларҙың һәр береһендә тиерлек, ҡатнашты, уҡытыусыларҙың үҙен яратҡанын белә. Пионер, комсомол эштәре булһынмы, уға таяналар. Шул уҡ ваҡытта, синфи дошмандар менән көрәш ҡырҡыулаша барҙы, яңы тормош дошмандарының аҫтыртын эш алып барыуҙар тураһында йышыраҡ һөйләйҙәр, фашланған буржуаз элементтарҙы атайҙар, туҡтауһыҙ йыйылыштар үткәрелә. Кем ул күренмәгән дошмандар? Нишләп бәхетле Совет илен юҡ итергә тырышалар? Үҫмер балаға былар бик үк аңлашылып бөтмәй. Шул уҡ ваҡытта, ул үҙенең матур ирекле илдә йәшәгәненә, уға файҙа килтерәсәгенә ҡыуана. Быға шик юҡ, Мәғүбә менән мәктәптә юҡҡа ғорурланалармы ни. Уға ғына түгел, Әсләм менән икеһенә яуаплы бурыстарҙы тапшыралар. Лозунгылар менән күпме демонстрацияларға сыҡтылар. "КИМ үҙенең рәтенә бөтөн илдәрҙең иҙелгән йәштәрен саҡыра!" "Дошман үҙенең урынын ирекле рәүештә бирмәһә, уны юҡ итергә!" "Троцкистар-зиновьевтарға йәштәрҙе бутарға юл ҡуймайбыҙ!" Әлеге лозунг иҫкә төшкәс, Мәғүбә ирекһеҙҙән тертләне.
Ә бит уның Фәрит ағаһын тап шул эштә ғәйепләнеләр. Йәнәһе, ул, крәҫтиән йәштәрен бүлгесләр өсөн "урта хәлле йәштәрҙең делегат йыйылышын үткәрергә" тигән саҡырыуҙы хуплаған... Бер төркөм активистар уның Фәрит ағаһына килделәр һәм дошман элементтары менән бәйләнештә ғәйепләп, яңы ғына атаһы һатып алып биргән итеген һалдырып алып сығып киттеләр. Әсләм, бары Әсләм генә Фәрит дуҫын яҡлашты. Һәм уға янанылар:
- Әсләм, һин иҙелгән кластан, онотма. Беҙҙең арала хаиндарға урын юҡ.
Тегеләр күҙҙән юғалғас, Фәрит, Әсләм дуҫына тура ҡарап, шулай тине:
- Һин, ысынлап та, ярлы крәҫтиән балаһы. Әгәр ҙә үҙеңә насарлыҡ теләмәһәң, тыйыл. Дуҫлыҡтан баш тарта алаһың.
Әсләм Фәриткә түгел, ә Мәғүбәнең күҙҙәренә ҡарап:
- Юҡ! - тине.
Шундай яғымлы, шундай ярһыу тауыш. Әле генә, әле генә әйтелгән кеүек...
Һуңғараҡ хәллерәк кешеләрҙең мөлкәтен тартып алыу башланды. Бер йыйылышта: "Хөсәйен байҙы өйөнән ҡыуырға кәрәк", - тигән янау булған. Шул саҡта ғаилә: "Донъялар тынысланғансы ҡырға китеп торайыҡ",- тип хәл итте. Иң яҡын туғандары ғына күсенеп китергә йыйынғандарын белделәр, ә ҡайҙа китергә тейешлеген берәүгә лә әйтмәнеләр. Мәғүбә генә серҙе бер кешегә асты. Сыртлановтар өсөн йән бирергә әҙер Әсләмгә. Егеттең әйткән һүҙҙәре йәнә ҡолаҡта сыңланы: "Мин һине табасаҡмын, барыбер барып алып ҡайтасаҡмын!"

(Дауамы. Башы 25-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 72

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru