«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ АҪАЛЫ БАЛАҪЫ
+  - 

Боронғо аҫа

Быйыл, 2024 йылда, Әлшәйҙә "Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп" - "Веков связующая нить" республика фестивале етенсе мәртәбә үтте. Фестиваль Бөтә Рәсәй мөһим милли-мәҙәни проекттарының "Рәсәй - этник ирәүел" - "Россия - этнический комфорт" бәйгеһендә "Милли йолаларҙы һаҡлау-үҫтереү өсөн абруйлы диплом"ына лайыҡ булды.

Кемдәр улар, башлап йөрөүселәр?

Башҡорт аҫалы балаҫын данлаған йыйынды халыҡта Әлшәй фестивале, тиҙәр. Сөнки уны Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә Әлшәй муниципаль районы хакимиәте ойоштора. Төбәкте һуғарған Дим, Ҡыҙыл, Дымлы Ҡыҙыл, Төлән, Таҡйылға, Өршәк йылғаһы буйҙары - әүәл-әүәлдән аҫалы балаҫ һуҡҡан мең ырыуы башҡорттарының төйәге. Ошо тарихи аң һәм ғорурлыҡ менән фестиваль сиктәре йылдан-йыл киңәйтелә: күрше Миәкә, Дәүләкән, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Ғафури, Архангел, Баймаҡ, Бөрйән, Өфө балаҫсылары, хатта Ишембай, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрө, Күгәрсен оҫталары фестивалдә йөҙөп йөрөп ҡатнаша, сөнки аҫалап-барсалап һуғыу серҙәре күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра. Быуындан-быуынға тапшырылып, ауылдан-ауылға таратылып, балаҫтан-балаҫҡа күсерелеп, уникаль башҡорт аҫалары, биҙәктәре, барсалары милли хазина кимәленә күтәрелгән. Йыл һайын яҙ башында ошо әкиәти тылсымлы һөнәр эйәләрен күреү, боронғо һәм бөгөнгө аҫалар байрамында ҡатнашыу бик тә мәртәбәле.
Был фестивалгә юл асыусы, фатиха биреүсе Әлшәй кешеләре үҙҙәре ҡасандыр аҫалы балаҫтар һуғып үҫкән. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән уның урынбаҫары Закуан Әхмәтов (мәрхүм) әйтеүенсә, "аҫалы балаҫ нурына ҡойоноп, матурлығына ғашиҡ булып, матди файҙаһын тойоп үҫкән яҡташтары ысын мәғәнәһендә бай этник байрамға, ярҙамға һәм данлауға лайыҡ". Был идеяны Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" галереяһын оҙаҡ йылдар етәкләгән Кәримә Кайдалова хуплай һәм фестиваль эшен яйға һалыуға һәр яҡлап булышлыҡ күрһәтә. Баһамандар төркөмөнә милли һөнәрмәнлек белгестәре саҡырыла. Бөрө ҡалаһының Тарихи музейында "Ебәк юлы" туҡыу-һуғыу үҙәге етәксеһе, ғалимә-остаз Рәзилә Ғарифуллина, Дәүләкән яғы Ҡоръятмаҫ ауылынан аҫалы балаҫ һуғыу ветераны, легендар оҫта Нәжиә Әхмәтвәлиева, Архангел районынан "Мозаика" халыҡ туҡыу-һуғыу клубы етәксеһе Фәнисә Гольцова бар, уның һуғыу-туҡыу эше буйынса халыҡ клубы асырлыҡ дәрт-дарманы һәм республика семинарҙары үткәрерлек төплө тәжрибәһе әллә нисә кешегә етерлек. Миәкә районы Елдәр ауылынан Гүзәл Вәлитова балаҫ аҫалау буйынса махсус юғары белем алған, ошо һөнәрҙе камиллаштырыуҙа көс түккән һәм йәштәргә өйрәткән, үҙ яғында "Башҡорт аҫалары" ғәмәли мәктәбе асҡан оҫта. Вәлитованың уҡыусылары һуҡҡан башҡорт аҫаһы өлгөләре 2010 йылда уҡ Бөтә Рәсәй халыҡ сәнғәте конкурстарында гран-при яуланы. Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Миләүшә Абайҙуллина Әлшәй фестивалендә даими ҡатнашып, сифатлы һәм заманса эштәре өсөн дипломға лайыҡ булды. Һәм һуңғы йылдарҙа бөтә мәҙәни салаларҙың уртаһында ҡайнаған билдәле ҡул эше оҫтаһы Рәйлә Алламоратова ла бөтә Башҡортостанды гиҙеп йөрөп балаҫ һуғыусыларға ярҙам итә. Рәйлә Фәрит ҡыҙының алтын ҡуллы тормош иптәше портатив - өҫтәлгә ҡуймалы һуғыу ҡорамалы яһай.
Әйткәндәй, аҫалы балаҫтар һуғыусы ҡыҙ-ҡырҡындың уңышлы эшләүенең сере - үҙенең тормош юлдашында, ижади эшкә ынтылған егәрле ҡатындың хыялын киң күңелле һәм булдыҡлы ир-егеттәр әүҙем тормошҡа ашыра. Башҡортостанда балаҫ һуғыу урындары яһарға тотонған балта оҫталары һәр кемдең тел осонда. Хәйбуллала Вәзәм ауылынан Риф менән Азамат Суриндар, Архангелдә Орловканан Николай Гольцов, Ғафуриҙа Сәйетбабанан Юнир Ишбирҙин (мәрхүм), Дәүләкәндә Ҡоръятмаҫтан Руслан Әминов, шулай уҡ Бөрөлә, Әлшәйҙә, Стәрлетамаҡта өр-яңы туҡыу-һуғыу станок-урыны яһаусыны табып була бөгөн.
Әлшәй яғында аҫалы балаҫ һәр йортта бар, уны һуғыусылар йәше-ҡарты, ҡыҙы-улы һаман да был кәсеп мәнеһен-тәртибен яҡшы белә. Бала саҡтан күңелгә яҡын һәм йәнгә ял, тамаҡҡа аш, өҫкә кейем биргән файҙалы халыҡсан кәсепкә хөрмәт-иғтибар кәмемәй. Район башлығы Дамир Мостафин, уның урынбаҫары Айҙар Солтанғолов, мәҙәниәт идараһы етәксеһе Мирҡасим Әкимбәтов, уның ярҙамсылары методистар Н. Шәрипова, Т. Зарипова, Г. Ғиззәтуллина, З.Мөхәмәтйәнова, А.Сәләхова һәм башҡалар арымай-талмай төбәктә һәм республикала боронғо халыҡ кәсебен тергеҙеүгә, тарихын өйрәнеүгә, үҙенсәлектәрен һәм киләсәккә үҫешен хәстәрләүгә тотонған.
Тарихтан...
2010 йылда тәүбашлап аҫалы балаҫ күргәҙмәһе ярты Башҡортостан оҫталарын йыйҙы, Кәлимуллина Тәслимә Әбулғата ҡыҙы (Әлшәй) алға сыҡты.
2011 йылда фестиваль барышында Балаҫ йәрминкәһе ойошторолдо һәм район Балалар ижады йортонда түңәрәк эше өсөн яңы балаҫ һуғыу ҡоролмалары һатып алынды.
2012 йылда профессиональ оҫталар күргәҙмәһендә Нәжиә Фазлый ҡыҙы Әхмәтвәлиеваға (Дәүләкән) тиңләшеүсе булманы.
2014 йылда Әлшәй фестивале боронғо оҫталарҙың балаҫтарын йыйып, хөрмәт һәм хәтер тантанаһы үткәрҙе.
2016 йылда Кәлимуллина Амира Хәйҙәр ҡыҙы (Әлшәй) еңеүсе булды.
2018 йылда Гүзәл Хәниф ҡыҙы Вәлитова (Миәкә) иң-иң оҫта баһаһын алды.
2019 йылда әлшәйҙәрҙең аҫалар конкурсы Халыҡ-ара "Содружество" фестиваленә ҡатар үткәрелде, ике кешегә гран-при дипломы тапшырылды.
2021 йылда Зәкирә Хәлиулла ҡыҙы Воронцова (Әлшәй) төп еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
2023 йылда Зөлфиә Хәлиулла ҡыҙы Бикбулатова (Әлшәй) гран-при эйәһе булды.
2024 йылда Өмөтбаева Гөлсәсәк Рауил ҡыҙы (Әбйәлил) менән Ҡаҙаҡбаева Таңһылыу Рауил ҡыҙы (Бөрйән) заманса оҫталыҡ менән һуғылған аҫалы балаҫтары менән иң алға сыҡты. Улар бер туғандар булып сыҡты. Шулай ҙа була: оҫталыҡ - ғаилә бүләге.
"Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп" аҫалы балаҫ фестивале һөнәрмәндәргә Лауреат дипломдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бирә, "Алтын ҡул", "Маһир һөнәрмән" исемдәре менән хуплап тора. 2023 йылда баһамандар "Иң шәп балаҫсы" тигән "үҙешмәкәр титул" уйлап тапты, был баһа менән күп йылдар буйы балаҫ һуғыу эшен тергеҙеүгә ихлас көс һалған, халыҡ араһында һәм йәштәр менән эш алып барған айырыуса ынтымат һәм булдыҡлы оҫталар билдәләнде. Кем белә, яҡын киләсәктә уларға "Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ һөнәрмәне" тигән дәрәжәле исем бирелеүе бик ихтимал. Шулай итеп, фестивалдә бер тауыштан танылған иң шәп балаҫсылар: Гүзәл Вәлитова (Миәкә), Асия Лотфрахманова (Әлшәй), Фәһимә Хәлилова (Архангел), Рәйлә Алламоратова (Өфө районы), Рәйлә Ғабдрәхимова (Әлшәй).

Йондоҙ аҫа

Айсыҡ аҫа

Кәкерсәк аҫа

Етенсе фестиваль күргәҙмәһендә

Әлшәй уртаһында ике көн буйы гөрләп торған социаль-мәҙәни Үҙәктә аллы-гөллө аҫалы аҫыл балаҫтар балҡып торҙо. Фестивалдең йолаһына әйләнгән оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу - бөтәһе лә һәр кем өсөн фәһемле, танһыҡ. Алдағы конкурстарҙа еңеүсе тип табылған оҫталарҙың эштәрен генә түгел, үҙҙәрен имен-һау күрергә, уңышлы эш серен белешергә, яңылыҡтарын тыңларға ярата улар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һөнәрмәнлеге тормошто йәмләүҙә һәм аяҡҡа баҫтырыуҙа быуаттар буйы башҡорт аҫаларының уникаль биҙәктәрен, бер ҡайҙа ла ҡабатланмаҫ биҙәктәрен барлыҡҡа килтерә. Әлшәй балаҫсылары көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда айырыуса киң таралған эште алға сығарҙы, халыҡ сәнғәте дәрәжәһенә күтәрелгән һөнәри оҫталыҡҡа киләсәккә юл асты.
Миәкә районы Боғҙан ауылынан килгән Зөлхизә Әмированың, Тамъяндан Зәлифә Янышеваның (1956) балаҫында бығаса бик һирәк осраған "ҡандала" йәки "йәйен ауыҙ" тигән боронғо аҫа килеп сыҡты. Уны күптәр фотоға төшөрөп, бик ҡатмарлы икәнен күреп, уғата ҡыҙыҡһынып киттеләр.
Миәкәнән Миңнур Ғатауллина (1969) балаҫында ҡатмарлы айсыҡ, өсмөйөш биҙәк аҫа бик ҡыҙыҡлы яңы композиция хасил иткән, уҡытыусыһы Гүзәл Вәлитованың ярҙамы һиҙелеп тора.
Архангелдән Көмәрле ауылынан килгән Фәнүзә Иштуғанованың (1953) эше ауылдашы Фәриҙә Яҡупованың (1932) һуҡҡан аҫалы балаҫынан бик уңышлы күсерелгән. Ысынлап та, оҫталар талабы электән шулай ҡәтғи: "Аҫалар тулы ояһы менән һәм дөрөҫ күсерелергә тейеш. Боҙолған аҫа - емерелгән яҙмыш. Аҫаны үҙгәртеү - гонаһ."
Әлшәйҙең Һарыш ауылынан Шәүрә Йосопова (1948) алып килгән балаҫ 1980 йылда һуғылған, уның буйы-диагональ ҡуйылышы теүәл һәм асыҡ, һирәк осрай торған ҡатмарлы сулпы аҫа юғары баһаланды. Әлшәй оҫтаһы Суфия Шәнгәрәева (1937) балаҫында бик күркәм урата-рамка һуғылған, ҡара ерлектәге сағыу батмус аҫалар күҙ яуын алырлыҡ ине. Әлшәй оҫтаһы Рәзилә Шафиҡованың (1957) балаҫы халыҡсан традицияларға тоғролоҡ өлгөһө булараҡ "Фестиваль һөйөнөсө" тигән маҡтауҙарға лайыҡ булды. Зилә Шайморатова (1961) тәҡдим иткән балаҫта бик ыҡсым һуғылған айсыҡ, бетеү аҫалары хәтерҙә ҡалды. Тәслимә Кәлимуллина үҙенең яңы балаҫын төп халыҡсан рухта бик сифатлы итеп һуҡҡан, уның кеүек оҫталыҡ бөтә күргәҙмәлә бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Асия Лотфрахманова (1937) - билдәле оҫта, уның эштәре һәр саҡ күҙгә бәрелә, быйыл да "Фестиваль аҫаһы эталоны" тигән яҡшы баһалар уға арналды. Наил Ғизетдинов (1951) үҙенең әсәһе һуҡҡан аҫалы балаҫты күргәҙмәгә ҡуйған, әсәһе Мәҙинә Хәбирова (1929-2020) яратҡан эшен балаларына ҡалдырған. Самауыр тояғы аҫаһы төшкән тәбиғи йөндән һуғылған тығыҙ, биш килограмлы был бик затлы монаят ысын мәғәнәһендә "Фестиваль ҡомартҡыһы". Әбйәлилдән килгән Баймаҡ ҡыҙы Гөлсәсәк Өмөтбаеваның (1975) йәштәрсә дәрт һәм оран ташлап торған сағыу эше - "Аҫалар йондоҙлоғо" тиергә мөмкин. Йондоҙ аҫалар әллә нисә төҫтә нурланып, калейдоскоп кеүек тирә-йүнгә теремек шат ҡарай. Гөлсәсәк Өфөләге "Ағиҙел" берекмәһендә һуғылған профессиональ рәссамдар ижад иткән башҡорт аҫалы балаҫын саф халыҡсан стилдә яңынан "тыуҙырған". Заманса төҫтәр һәр кем күңеленә хуш килерҙәй. Уның эшен күреү менән "Фестиваль асылы" тигән өмөт тоҡана. Архангелдән Фәһимә Хәлилова (1952) һуҡҡан балаҫ ғәҙәттән тыш йоҡа, плед рәүешендә, әммә аҫалап һуғылышы бик таҙа, ентекле эшләнгән, уны иң талапсан күргәҙмәләргә ҡуйырлыҡ. Хәйбулланан Тәнзилә Ҡускилдина (1957) килтергән баҙыян аҫалы балаҫ баҙыҡ төҫтәргә буялған һарыҡ йөнөнән тығыҙ итеп һуғылған, сифатлы эшенә ҡарап, оҫтаға "Фестивалдең алтын ҡулы" баһаһын бирге килә. Дәүләкәндән Мөнирә Абайҙуллина (1966) үҙенең һуҙмаһында шулай уҡ яҡшы сифатлы итеп аҫалау өлгөһө күрһәтте.
Таңһылыу Ҡарағолова (1975) Бөрйәндән килгән (үҙе Баймаҡ яғынан), күргәҙмәгә ҡуйған эшендә бик йыйнаҡ һәм ышаныслы итеп һуғылған боронғо йондоҙ аҫалар яңырып-балҡып тора, оҫтаның бик талантлы икәнен һөйөнсөләй. Күңелгә килгән беренсе һүҙ - бына бит "Фестиваль хыялы".
Әлшәй аҫалы балаҫтар фестивалендә күңелде йылытҡан иң матур күренеш - балаҫ һуҡҡан ғаиләләр булды. Бәхеткә күрә, улар бик күп, береһенән-береһе егәрле һәм татыу оялар. Етенсе фестивалгә Бишбүләк районы Аҙнай ауылынан килгән Кирәевтар ғаиләһе айырым күргәҙмә ҡорғайны. Кирәев Сәйфелмөлөк атлы уҙамандың биш ҡыҙы була, инәйҙәренә эйәреп, барыһы ла аҫалы балаҫ һуға. Миңлегөл, Миңнеямал, Рәфиә, Ралия, Факия, Лилиә менән Рәфиә Ҡәҙер ҡыҙҙары Миһрановалар - шул уҡ ғаиләнән, улар бергә унлап балаҫ элде. Традицион аҫалар араһында әтәс, ҡусҡар биҙәктәре лә пәйҙә булған. Балаҫ оҫталары бындай яңы күренешкә иғтибар итте. Һуғыусының электән эш белгән сымыры ҡуллы икәне һәр балаҫта күренеп тора ине.

Сәрүәр СУРИНА.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 98

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru