«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИТ ИЛ СӘХНӘЛӘРЕНДӘ ҠУРАЙЫБЫҘҘЫ ТАНЫТҠАН ҠУРАЙСЫ
+  - 

Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә донъяла милли сәнғәтте сағылдырған беренсе башҡорт музыкантының тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған "Йомабай Иҫәнбаев" тигән китап-альбом донъя күрҙе.

Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) - Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия сәхнәләрендә сығыш яһаған, башҡорт ҡурайын данлаған һәм тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған күренекле ҡурайсы. Китаптың төҙөүселәре - уның яҡташтары, күптәнән Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын өйрәнгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, тарихсы һәм журналист Азат Ярмуллин. Бында төрлө йылдарҙа баҫылған уникаль архив документтары, музыкант хаҡында мәҡәләләр һәм иҫтәлектәр, һирәк осраған фотоһүрәттәр ингән. Китапты музыкантҡа бағышланған шиғырҙар һәм Башҡортостан тәбиғәтенең фотопейзаждары биҙәй.
- Ниһайәт, үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып Йомабай Иҫәнбаев тураһында йыйған материалдарым китап булып баҫылып сыҡты. Китапта ХХ быуат башындағы мәҡәләләр бар, архивтарҙа уникаль документтар табылған. Метрика буйынса, Йомабай Иҫәнбаев 1890 йылдың октябрендә тыуған, әммә үҙенең биографияһында ул 1891 йыл тип күрһәткән икән. Беҙ музыкант тураһында байтаҡ материалдар һәм хәтирәләр тупланыҡ. КГБ архивында 1921 йылда музыканттан һорау алыу протоколын таптыҡ. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан беҙ йәмәғәтселек исеменән Башҡортостан Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа Йомабай Иҫәнбаевҡа үлгәндән һуң "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем биреүҙе һорап хат яҙҙыҡ, бындай ҡарар ҡабул ителде, Президенттың указы сыҡты, - тип һөйләй төҙөүсе Ҡәҙим Аралбаев.
Китапҡа яҙыусылар Рәшит Шәкүр, Сәғит Агиш, ҡурайсы Ғата Сөләймәнов, йырсы Ирма Яунзем, театр эшмәкәре Исхаҡ Зәйни, ғалим-төркиәтсе Флүр Сибәғәтов, журналист Ирек Арғынбаев, Ҡаҙағстан авторы Хәким Хәбиев һәм башҡаларҙың мәҡәләләре ингән. Шулай уҡ Резида Имашеваның Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Бикҡолов менән интервьюһы баҫылған. Ул үҙе һөнәре буйынса нефтсе булһа ла, ҡурайҙа уйнай, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнаша.
БАССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығы ҡарары менән 1978 йылдан алып Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләү оҫталығы буйынса республика бәйгеләре үткәрелә. Быйыл августа Хәйбулла районында, Түңгәүер ырыуы йыйынында, музыкантҡа һәйкәл асылырға тейеш. Ҡурайсының тыуған ерендә китап-альбомдың исем туйы ла була.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.24 | Ҡаралған: 70

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru