«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШЛАМА БУЛМАЯСАҠ
+  - 

3-4 июлдә Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында булып үткән ШОС (Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы) саммиты үткән аҙнаның мөһим һәм ҙур ваҡиғаһы булды.

Бөгөн ойошмала һигеҙ тулы хоҡуҡлы ил: Ҡытай, Рәсәй, Һиндостан, Ҡаҙағстан,Ҡырғыҙстан, Пакистан, Тажикстан, Үзбәкстан ағза булып тора. Шулай итеп, уның эшендә күҙәтеүсе ил һәм партнерҙар менән бергә 24 ил ҡатнаша. Өҫтәүенә, был юлы ШОС үҙ составына тағы бер тулы хоҡуҡлы ил - Белоруссияны бер тауыштан һәм беренсе көн тәртибендә үк ҡабул итте һәм бының менән ШОС-тың Европа континентына сығыуы билдәләнде. Ойошманың төп тәғәйенләнеше - хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Бөгөн ШОС үҙенә донъя иғтибарын тартып тора һәм бөтөн Евразия күләмендә төп көс статусына дәғүә итә. "ШОС - кешелектең күпселек яртыһы ул. Был ойошмала диктатҡа урын юҡ, уның нигеҙендә үҙ-ара ихтирам һәм һәр ҡатнашсы ил мәнфәғәтен иҫәпкә алыу. Бөгөн ул БРИКС һәм Евразия союзы менән берлектә ғәҙел һәм күп полярлы донъяның ышаныслы ойошоу үҙәге булып тора", - тип билдәләнде саммитта. Уның эшендә БМО-ның Генераль секретары Антониу Гуттериш, Төркиә президенты Реджеп Эрдоган, Катар әмире бен Хамад һәм башҡалар, шулай уҡ почетлы ҡунаҡ булараҡ, Әзербайжан президенты Илһам Алиев ҡатнашты. Шанхай ойошмаһы эше аҙағында саммитта ҡатнашыусы Рәсәй Президенты Владимир Путин журналистар менән осрашты, уларҙың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирҙе һәм бер нисә мөһим белдереү менән сығыш яһаны. Төп тема, әлбиттә, Украина конфликты булды һәм утты туҡтатыу мәсьәләһендә Президент, һөйләшеп-килешеүҙең мөмкин булыуы, ләкин бер яҡлы ғына ташлама яһауға бармаясағын белдерҙе.
l НАТО ла, Зеленский ҙа Трамптан шөрләй башлағандар, ти, сөнки уның власть башына килеүе һуғыш суҡмарҙары файҙаһына булмаясаҡ. АҠШ президенты Байден менән дебат мәлендә лә һәм, ғөмүмән, башҡа ваҡытта ла Трамп Украина конфликтын тәүлек эсендә туҡтатасағы хаҡында белдерә. Был айҡанлы Кремлдә билдәләүҙәренсә, Аҡ йорттоң элекке хужаһы туҡтауһыҙ ошо хаҡта ҡабатлаһа ла, уның нисек итеп быны ғәмәлгә ашырасағы берәүгә лә мәғлүм түгел. Шул уҡ ваҡытта Джо Байдендың Трамп менән дебаттағы еңелеүе демократтарҙы президент һайлауҙарына әҙерлек барышында вице-президент Камала Харрис кандидатураһын "көсәйтеүгә" мәжбүр итеүе ихтимал.
l НАТО-ның 32 ил вәкилдәре Марк Рюттены альянстың яңы генераль секретары итеп һайланы. Әлеге генсек Йенс Столтенбергты алыштырып, Марк Рютте октябрҙә үҙ бурыстарын башҡарыуға тотонасаҡ.
l Әйткәндәй, Евроберләшмә илдәре лә союздың яңы етәкселәрен һайланы. Еврокомиссия рәйесе булып "утта ла, һыуҙа ла батмай" торған ныҡыш ханым, һөнәре буйынса гинеколог Урсула фон дер Ляйен икенсе срокка ҡалды. Рәсәйгә ҡарата агрессив мөнәсәбәте менән билдәле Эстония премьеры, "һуғыш принцессаһы" ҡушаматы йөрөтөүсе Кая Каллас Жозеп Боррель урынына ЕС дипломатияһын етәкләйәсәк. Евросовет башлығы итеп, сират буйынса Венгрияның лидеры Виктор Орбан һайланырға тейеш булһа, Евросәйәсәтенә тап килмәгән ҡараштары һәм Урсулаға ҡаршы тауыш биргәне өсөн уның урынына Португалияның Рәсәйгә агрессив ҡарашлы экс-премьеры Антониу Коштаның кандидатураһын үткәрергә тырыштылар, ләкин ЕС лидерҙары ҡорған хәйлә барып сыҡманы. Ошо йылдың 1 июленән Венгрия башлығы Орбан ЕС Советы рәйесе бурыстарын башҡара башланы.
l НАТО-ның Украинаға ҡарата сәйәсәте - Рәсәйҙең тарихи биләмәләрен баҫып алыу булып тора, тип белдерҙе РФ Президентының Ҡырым Республикаһы буйынса даими вәкиле - Ҡырым хөкүмәтенең вице-премьеры Георгий Мурадов. l The New York Times гәзите хәбәр итеүенсә, АҠШ хөкүмәте әлегә Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индермәҫкә ҡарар итте, сөнки был нефть һәм бензинға хаҡтарҙы арттырасаҡ. Ә ҡара алтын менән бензинға хаҡ күтәрелеү Джо Байдендың һайлау алды кампанияһында халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырыуы бар.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 56

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru