«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУРИСТАР КИЛЕМ КИЛТЕРӘ
+  - 


2024 йыл Башҡортостанда республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн әһәмиәтле тарихи-мәҙәни объекттарҙың барлыҡҡа килеүе менән иҫтә ҡаласаҡ. Улар - 16 июндә асылған "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплексы һәм июлдә асылған Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге. Былар Бөрйән районындағы "Шүлгәнташ" музей комплексы һымаҡ, бөтә Рәсәйгә генә түгел, ә һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара танылыу яулаған күп кенә комплекстарға уңышлы өҫтәмә буласаҡ.

Бер йыл элек ил Президенты Владимир Путин эске туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ил башлығы дәүләт һәм бизнестың был өлкәлә бурысын билдәләне: туристик хеҙмәттең сифатын күтәрергә, уңайлылыҡтың иң юғары стандарттарына, хәүефһеҙлеккә һәм төрлө килемле кешеләр (йәштәр, ололар, балалы ғаиләләр) алырлыҡ булыуына ынтылырға. Һәм ысынлап та эксперттар 2023 йылда туристар ағымы үҫешен билдәләй. Атап әйткәндә, былтыр рәсәйҙәр 153 млн сәйәхәт ҡылған, күптәре ил буйлап бер нисә тапҡыр сәйәхәт иткән һәм туҡланыуға, күңел асыуға, отелгә 1,8 трлн һум аҡса тотонған. Был Рәсәй бюджетының яҡынса 5 проценты.
Башҡортостанда ла һуңғы йылдарҙа туристик тармаҡты үҫтереү буйынса системалы эш алып барыла. 2019 йылда уҡ республика Башлығы эске туризмды үҫтереүгә арналған кәңәшмәлә Башҡортостанда был өлкә тейешле үҫешмәгәнлегенә иғтибарҙы йүнәлткәйне һәм был йүнәлештә эште йәнләндерергә, гранттар, субсидиялар, льготалар системаһын булдырырға ҡушҡайны. Һуңғы биш йылда туристик тармаҡ үҫеше алға китте, был хаҡта статистика һандары ла һөйләй: 2018 йылда 1,169 млн турист булһа, 2023 йылда - 2,2 млн кеше. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында - өсөнсө, Рәсәйҙә ун икенсе урында.
Башҡортостан "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектын уңышлы бойомға ашыра. Был маҡсатта 2023 йылда федераль бюджеттан 1,5 млрд һум йәлеп ителде. Бөгөн Башҡортостан туристар өсөн уларҙың мәнфәғәттәренә ҡарап төрлө мөмкинлек тәҡдим итә. Күп кенә мөһим проекттар Радий Хәбировтың әүҙем ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Башҡортостандың эске туризм инфраструктураһын үҫтергән компаниялары һәм эшҡыуарҙары конкурс нигеҙендә яңы туристик маршруттар әҙерләүгә, кемпингтар булдырыуға, пляждарҙы һәм балалар ялы зоналарын төҙөкләндереүгә, ҡорамалдар һәм инвентарь һатып алыуға, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ялы өсөн шарттар булдырыуға һәм башҡаларға гранттар алырға мөмкин.
Мәҫәлән, "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проекты ярҙамында өлкән йәштәге граждандар республика буйлап бушлай сәйәхәт итә, шулай уҡ льготалы шарттарҙа Белоруссияла, Абхазияла һ.б. төбәктәрҙә була ала. Былтыр Белоруссияла "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге" программаһы буйынса Башҡортостандан йәмғеһе 1621 турист булған. Икенсе, ҡыҙыҡлы туристик йүнәлеш - Абхазия. 2023 йылда Башҡортостандан өлкән быуын вәкилдәре Гаграла, Рица күлендә, Яңы Афонда булды, Сталиндың дачаһын һәм был матур ҡунаҡсыл илдең башҡа иҫтәлекле урындарын ҡараны. Быйыл Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға һәм Санкт-Петербургҡа сәфәрҙәр ойоштороу ҡарала.
Республика фәнни туризмды үҫтереүгә әүҙем ҡушыла. Әҙерләнгән маршруттар һәм программалар фән менән мауығыусыларға һәм теләгән һәр кемгә Башҡортостандың фәнни һәм технологик ҡаҙаныштары тураһында белергә, үҙенсәлекле тарихи-мәҙәни мираҫ объекттарын үҙ күҙҙәре менән күрергә мөмкинлек бирәсәк. Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ғалимдар һәм туристар "Шүлгәнташ" музей-ҡурсаулығының мөмкинлектәрен баһаланы ла инде. Фәнни донъя Евразия күсмә цивилизациялар музейы асылыуын көтә. Әйткәндәй, күптән түгел был музей проекты "Архитектура мираҫы" бөтә Рәсәй фестивалендә тарихи-мәҙәни туризм өлкәһендә иң яҡшы инновацион проект тип танылды.
Башҡортостан сәнәғәт һәм мәктәп туризмын үҫтерә. Ике йыл эсендә мәктәп туризмы программаһына 50 меңдән ашыу бала йәлеп ителгән. Ғөмүмән, республикала яңы туристик йүнәлештәр эҙләү һәм инфраструктура объекттарын төҙөү бара. "Урал" туристик-рекреацион тибындағы махсус иҡтисади зона булдырыу буйынса эш дауам итә. Ул Бөрйән, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәләрендә урынлашасаҡ. Уның төп туристик объекттары - Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм музей комплексы, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы, Ирәмәл тауы, Ирәкташ, Әбйәлил һәм Белорет райондарының тау саңғыһы курорттары, солоҡсолоҡ һәм башҡа объекттар.
Туризмдың һәр төрө ял итеүҙе, сәйәхәт итеүҙе генә түгел, ә тәьҫораттар, ыңғай эмоциялар алыуҙы ла күҙ уңында тота. Былар барыһы бергә республикаға танылыу һәм ҡыҙыҡһыныу артыуы иҫәбенә туристарҙы йәлеп итеү генә түгел, Башҡортостанда булған кешеләрҙең бында яңынан әйләнеп килеүе өсөн шарттар булдырырға ла мөмкинлек бирә.
Башҡортостан ҡунаҡ саҡырып ҡына ҡалмай, республика вәкилдәре төрлө төбәктәргә һәм илдәргә барып, төбәкте презентациялай, был ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, 2023 йылдың авгусында Санкт-Петербургта Башҡортостан көндәре үтте. Төньяҡ баш ҡала губернаторы Александр Беглов уларҙы "ҡала өсөн ысын бүләк" тип атаны. Февралдә Минск халҡы һәм Белоруссия баш ҡалаһы ҡунаҡтарының башҡорт аш-һыуы донъяһы менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды. Һәм бындай миҫалдар күп. Былтыр республикабыҙҙың Russian Event Awards халыҡ-ара премияһы йомғаҡтары буйынса ваҡиғалы туризм буйынса тәүге 5 төбәк иҫәбенә инеүе осраҡлы түгел. Был республиканың бөтә территорияһында барған туристик ваҡиғаларҙың сағыу эше. "Рәсәйҙең күп кенә төбәктәре был тәңгәлдә Башҡортостандан өлгө ала", - тип билдәләй эксперттар.

Роман ЯКИМЧУК.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 54

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru