«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕМЕРЕП ИНӘЛӘР
+  - 

Илдә яңы хәүефле мутлашыу төрө тулҡыны бара: сит ил хакерҙары кешенең ватсап йәки телеграмын емереп, уның исеменән бөтә контакттарына ла бер-нисә сәғәткә аҡса биреп тороуҙы һорап хәбәр ебәрә. Мутлашыусылар ҡулына меңәрләгән кеше эләккән дә инде һәм эләгеүен дауам итә.

Телефонды емереүҙең иң таралған ысулы - вируслы ссылка ебәреү. Кешегә зарарланған аккаунттан ниндәйҙер конкурста ҡатнашҡан туғаны, танышы, хеҙмәттәше һәм башҡалар өсөн тауыш биреүҙе һораған ссылка килә. Уға баҫып ингән һәр кем мутлашыусылар ҡармағына ҡабып та ҡуя. Телефонды емереүҙең икенсе төрө - нисек тә булһа смс хәбәр аша килгән кодтарҙы әйттереү. Ул кодты әйтеүегеҙ генә көс - телефонға шул минутта уҡ вирус "инеп оялай" һәм мутлашыусыларға дистанцион идара итеү өсөн юл аса.
Мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫ өсөн бер ҡасан да таныш булмаған сайттарға илтеүсе ссылкалар аша үтмәгеҙ. Хатта ссылка һеҙ белгән таныш номерҙан килгәндә лә йәки социаль селтәрҙәге дуҫығыҙҙан булған осраҡта ла уға баҫмағыҙ, сөнки уларҙың телефоны зарарланған булыуы мөмкин. Шулай уҡ телефонығыҙға килгән паролдәрҙе лә бер кемгә лә әйтмәгеҙ, смс-хәбәр йәки мессенджер аша ебәрмәгеҙ.
Мессенджерҙарҙың мутлашыусылар тарафынан емерелеүенән нисек һаҡларға?
l бөтә мессенджерҙарығыҙҙа мотлаҡ рәүештә "ике факторлы аутентификация" функцияһын ҡуйығыҙ. Быға бер минут ваҡыт талап ителә, ләкин мутлашыусыларҙың эшмәкәрлеген ныҡ ҡатмарлаштыра.
Бының өсөн, әгәр ҙә телефонығыҙ андроид булһа:
l ватсап: өҫкө уң яҡтағы өс йондоҙсоҡҡа баҫырға - көйләү - аккауант - ике аҙымлы тикшереү - ҡабыҙыу. Алты һандан торған пароль уйлағыҙ, уны ике тапҡыр индерегеҙ һәм электрон почтағыҙҙың адресын яҙығыҙ. Был мотлаҡ булмаған, әммә хәүефһеҙлек өсөн бик тә кәрәк аҙым.
l телеграм: көйләү - болотло пароль (облачный пароль) - пароль ҡуйыу.
Пароль уйлағыҙ (хәрефтәр ҙә ҡулланырға була), уны шулай уҡ ике тапҡыр индерергә. Артабан программа һеҙгә паролде иҫләтеүҙе (бында паролде яҙмағыҙ) һәм тергеҙеү өсөн (восстановление) электрон почтаны тәҡдим итәсәк. Почтағыҙға килгән алты һанлы кодты яҙырға кәрәк.
Әгәр ҙә телефонығыҙ айфон булһа:
l ватсап: көйләү (уңда аҫҡа мөйөштәге киртләс) - иҫәп яҙыуы - ике аҙымлы тикшереү - ҡабыҙыу. Алты һанлы кодты уйларға һәм ике тапҡыр яҙырға, шулай уҡ электрон почтаның адресын күрһәтергә кәрәк.
l телеграм: көйләү - (уңда аҫҡа мөйөштәге киртләс) - конфиденциальность - болотло пароль (облачный пароль) - пароль күрһәтеү.
Ике факторлы аутентификация иҫәп яҙмаһын телефонға бәйләй һәм икенсе телефондан һеҙҙең профилегеҙгә инеү мутлашыусыларға ауырға төшәсәк, сөнки вирус ебәреүҙән тыш паролде лә сисергә кәрәк буласаҡ.
Әгәр ҙә аҡса һорап смс-хәбәр ебәрһәләр, һеҙгә мөрәжәғәт иткән "танышығыҙға" үҙегеҙ шылтыратып аныҡлағыҙ. Шылтыратыу ватсаптан түгел, мотлаҡ телефондан булырға тейеш.
Әгәр ҙә инде һеҙҙең телефонығыҙҙы емереп, һеҙҙең исемдән аҡса һораһалар, тиҙ арала "авиа" режимына ҡуйып, интернет менән вай-фай аша ҡулланығыҙ. Шулай уҡ телефонығыҙҙың "Көйләүендә" "Бәйләнгән ҡоролма" бүлегенә инегеҙ. Унда һеҙҙең профилгә инеү мөмкинлеге булған телефон һәм компьютерҙар исемлеге күренәсәк. Исемлектә тик үҙегеҙҙең телефонды ғына ҡалдырып, ҡалғандарына "Сеансты туҡтатыу" функцияһын тоҡандырығыҙ. Артабан өҫтә әйтелгәнсә ике факторлы аутентификациялауҙы ҡуйығыҙ һәм авиарежимды һүндерегеҙ.
Һеҙҙең исемдән смс-хәбәр ебәргән һәр кемгә шылтыратып, һеҙҙең телефонды емереүҙәре хаҡында белдерегеҙ. Шулай уҡ бөтә социаль селтәрҙәрегеҙҙә "Минең телефонды ватҡандар, бер кемгә лә аҡса ебәрмәгеҙ" тигән мәғәнәлә статус ҡуйығыҙ. Мотлаҡ рәүештә "Одноклассники", "ВКонтакте" һәм, иң мөһиме, gmail почтаһының, сөнки уға телефон бәйләнгән, паролен үҙгәртегеҙ.
Башҡортостан халҡы минут һайын мутлашыусыларға 30 миллион һум аҡса күсерә. Уларҙың рәтен тулыландырма, һаҡ бул!

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru