«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘМӘЛДӘ - ЯҢЫ ЗАКОНДАР
+  - 

Июлдә граждандар һәм ойошмалар өсөн мөһим федераль закондар ғәмәлгә инәсәк. Был турала үҙенең телеграм-каналында Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав ВОЛОДИН һөйләне.

- 1 июлдән үк социаль ярҙамға мохтаж граждандарҙан (күп балалы ата-әсәләр, пенсионерҙар, инвалидтар, хәрби хәрәкәт ветерандары) коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә банк комиссияһы алынмай. Әйткәндәй, социаль ярҙам алыу ябайлаштырыласаҡ. Был йәһәттән социаль өлкәлә льготалы категория граждандарҙы теркәү һәм иҫәпкә алыуҙы тәьмин итеүсе берҙәм цифрлы платформа ярҙамға киләсәк.
- Кеше алдаусыларға күсерелгән аҡсаны, хатта кеше уны үҙ теләге менән башҡарған хәлдә лә, кире ҡайтарып алыу мөмкин буласаҡ. Был хаҡтағы закон 25 июлдә көсөнә инәсәк. Банктарҙан һәм түләтеү системаларынан икеле транзакцияларҙы тикшереүҙе талап итәсәктәр һәм хатта клиенттың ризалығы булған хәлдә лә шикле операцияларҙы 2 көнгә туҡтатып торасаҡтар. Рәсәй банкының махсус базаһындағы яуыз уйлы әҙәмдәр иҫәбенә күсерелгән аҡсалар кире ҡайтарыласаҡ. - Кредиттар буйынса бурыстарҙы түләү тәртибе лә үҙгәрә. Кредитты түләү ваҡыты үтеп киткән хәлдә иң тәүҙә проценттар, төп бурыс буйынса проценттар, ағымдағы осор өсөн проценттар һәм шунан һуң ғына штраф санкцияһы һәм түләтеүҙәр башҡарыласаҡ. Элек иһә штраф түләтеүҙәре был исемлектә өсөнсө булып тора ине. Закон граждандарға бурыстарын тиҙерәк түләргә ярҙам итә. Бынан тыш, бурыслыларҙың хоҡуҡтары яҡлана.
- Дәүләттеке булмаған пенсия фондтары клиенттарына уларҙың пенсия тупланмалары күләме хаҡында "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы шәхси кабинет аша йәки РФ Социаль фондының клиент хеҙмәтендә мәғлүмәт бирелеп барасаҡ. Бынан алдараҡ граждандаға пенсия тупланмалары һәм йәш буйынса страховкалы пенсия күләме хаҡында мотлаҡ мәғлүмәт биреү тәртибе ғәмәлгә ингәйне инде.
- Судтан тыш банкротлыҡ процедураһы ябайлаштырыла. Граждандарға судтан тыш банкротлыҡ өсөн яҙма рәүештәге ҡайһы бер белешмәләрҙе биреү мотлаҡ булмаясаҡ. Федераль һалым системаһы ведомство-ара электрон бәйләнештәр аша бөтөн мәғлүмәттәрҙе йыя ала.
- Финанс компаниялары мөрәжәғәттәрҙе ҡарауҙы тиҙләтәсәк. Кредит финанс ойошмалары тарафынан граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартыла. Өҫтәмә мәғлүмәттәр кәрәк булған осраҡтарҙа ғына был ваҡыт тағы ла 10 көнгә оҙайтыла ала.
- Быларҙан тыш, ватан сәнәғәтенә өҫтәмә ярҙам күрһәтеләсәк. Рәсәй сәнәғәт продукцияһы һәм етештереүсеһе төшөнсәләре индерелә. Хөкүмәт өҫтөнлөклө тәртиптә Рәсәй сәнәғәт продукцияһын ҡабул итеү, файҙаланыу һәм һатыу тураһында талаптар ҡуя аласаҡ.
- Йәмәғәт экологик контроле камиллаштырыласаҡ. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙарының хоҡуҡтары һәм бурыстары һәм уларҙың дәүләт контроле органдары менән бәйләнештәр тәртибе аныҡлана. Сит ил агенттары йәмәғәтселек экология контролен башҡарыу хоҡуғына эйә була алмаясаҡ.
Әйткәндәй, "Башинформ" БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарының торлаҡ йорттарҙағы төнгө "ҡойоп биреү" нөктәләрен тыйыу хаҡындағы закон проектын хуплауҙары хаҡында хәбәр иткәйне.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 78

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru