«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 

Иван Иванович Неплюев

(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Иван Васильевич Чернов (1825-1902) - Ырымбур казак ғәскәренең генерал-майоры, тыуған яҡты өйрәнеүсе, хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе. Сығышы менән Һамар казактарынан.
1839-1847 йылдарҙа Каруанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы канцелярияһында хеҙмәт итә, белемле булыуы һәм тырышлығы уға урядник чинынан башлап генерал дәрәжәһенә тиклем күтәрелеү мөмкинлеген бирә. 1847-1861 йылдарҙа Ырымбур хәрби губернаторы штабында өҫтәл начальнигы (дәүләт учреждениеларындағы VII класлы түбәнге ҡатлам чиновнигы) дәрәжәһендә эш башҡарыусы була. 1861-1865 йылдарҙа - 1-се, 2-се һәм 3-сө башҡорт кантондары попечителе, 1-се кантон начальнигы вазифаларын башҡара. 1865 йылда башҡорттарҙың ергә хоҡуҡтары буйынса комиссия ағзаһы итеп ҡуйыла, Ырымбур губернаһында крәҫтиәндәр эштәре, ҡала мәсьәләләре менән шөғөлләнә, 1866 йылда Ырымбур дворяндары йыйылышы депутаты итеп һайлана. 2-се һәм 1-се дәрәжә изге Станислав, 4-се һәм 3-сө дәрәжә изге Владимир, 1-се дәрәжә изге Анна ордендары кавалеры. 1874 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. 1907 йылда, үҙе үлгәндән һуң 5 йыл үтеүгә, Ырымбурҙа уның "Генерал-майор Иван Васильевич Чернов яҙмалары" тигән китабы нәшер ителә. Был әҫәрҙә, башлыса, Ырымбур губернаторҙары эшмәкәрлеге һәм ошо осорға ҡараған ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар хаҡында бәйән ителә. "Хаҡлыҡтан һис бер тайпылмайынса, шәхсән үҙем күргәндәр, ышаныслы кешеләрҙән ишеткән нәмәләр йә иһә эштәрҙән һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынғандар ошо яҙмаларымдың нигеҙе булып тора", - тип башлай автор үҙенең хеҙмәтен. Уҡыусыларыбыҙға XIX быуатта йәшәгән күренекле дәүләт эшмәкәренең башҡорттар хаҡында яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәрен тәҡдим итәбеҙ.

И.И. Неплюев (1742-1757)

Йәшерен Советник Иван Иванович Неплюев аңлы, эшмәкәр кеше була, әммә ул үҙенең бойороҡтарын үтәтеү йәһәтенән ҡанһыҙлыҡҡа тиклем ҡәтғилек күрһәтә, уларҙы бер ҡасан да ғәмәлдән сығармай, ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү өсөн күрелгән ҡаты сараларҙан екһенмәй һәм һәр бер эште ахырынаса еткерә. Ул башҡорттарҙың икенсе болаһын ҡаты саралар, үҙе уйлап сығарған язалар ярҙамында баҫтыра. Уларҙың береһен миҫалға килтерәм. Ул, Һаҡмар йылғаһы туңғас, боҙ өҫтөндә ыҙма һалырға бойора; һуңынан, ышанысһыҙ булыуҙары асыҡланып, бында йыйылған башҡорттарҙы, исемләп әйтеп, һорау алырға саҡыралар. Башҡорт ыҙмаға килеп инеү менән эстә торған һалдаттар уны шундуҡ мәкегә, боҙ аҫтына төшөрөп ебәрә. Шулай итеп, бында ингәндәрҙең барыһы ла ер йөҙөнән юҡ була бара, һәм бер кем дә кире сыҡмай; халыҡты кәңәш ҡороу өсөн йыябыҙ, тип алдан әйтеүҙәренә ҡарамаҫтан, ыҙманың күләме бәләкәй генә булыуынан унда ингәндәрҙең һис бер тауышһыҙ һыуға батырылыуын аңлап ҡалған халыҡ яр буйынан ҡасып, таралып китә.
Был сара ҡаҙыҡҡа ултыртыу һәм тән язаларына дусар итеүҙән аҙаҡ хөкүмәт ҡулына эләкмәй ҡалған ихтилалсыларға ҡарата ҡулланыла. Көс ҡулланып эҙәрлекләнгән башҡорттар ҡаршылыҡ күрһәтә алмай, һәм улар Урал аръяғына, Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ. - Тәрж. иҫк.) далаларына ҡасып киткәс, Неплюев ҡасҡындарҙы таларға, уларҙың мал-тыуарын, ҡатындарын, ҡыҙҙарын мөлкәт итеп алырға, ир-аттарын ҡол итергә рөхсәт итә. Ырымбур өйәҙе башҡорттары, мин уларҙың начальнигы булғанымда, 40-сы йылдарҙың аҙағында - 50-се йылдар башында Һырдаръяға нығытмалар төҙөргә барған саҡтарында ҡырғыҙҙарҙың бында ҡасып килгән башҡорттар ҡаҙған, уларҙың исемдәре менән аталған арыҡтарын күрһәтеүе хаҡында миңә һөйләгәйне. Баҫтырылғандан һуң башҡорттар үҙ ерҙәренә ҡайтты һәм, хоҡуҡтары тергеҙелеп, кисерелде.
Неплюев идара иткән саҡта Ҡаҙан һәм Вятка губерналарынан килгән бай татарҙар, төбәктә Хиуа һәм Бохара менән сауҙаны үҫтереү маҡсатында Ҡарғалы (Сәйет посады) ауылын нигеҙләне, тәүге осорҙа, Ырымбур ҡәлғәһен төҙөгәнсе, ул яҡтарҙан килгән каруандар Ҡарғалыла туҡтай ине. Иң Юғары заттың рөхсәте менән билдәле привилегиялар алған сәйетлеләргә мамыҡ, Сорочин бойҙайы һәм марена сәсеп үҫтереү бурысы ҡуйыла. Әммә был тәжрибә килеп сыҡманы. Неплюев оҙаҡ ваҡыттар дауамында атап үтелгән үҫемлектәрҙе сәсеүҙе талап итте һәм ҡыҫтап күндерҙе, бының өсөн Ырымбурҙан йыраҡ булмаған ерҙә, Өфө ҡалаһына барған хәҙерге почта юлы буйында тәғәйен урын күрһәтте. Сәйетлеләр был урындағы ерҙе урмандан таҙартты, әммә бынан бер яҡшы нәмә лә килеп сыҡманы, һәм улар Неплюев киткәндән һуң сәсеүлектәрен ташланы.
Неплюев, төбәктә тау эштәрен үҫтереүҙең әһәмиәтен аңлап, тау заводтарына тәүләп нигеҙ һалыусы, Преображенск, Богоявленск, Верхотор һәм хәҙерге Өфө һәм Ырымбур губерналарындағы башҡа заводтарҙы төҙөүсе Твердышевтарға һәм Мясниковтарға (Тула кешеләренә) ныҡлап булышлыҡ итте. Ерҙәр башҡорттарҙан йөҙәр меңләгән дисәтинә майҙанда юҡ ҡына хаҡҡа һатып алынды, рудниктарға ер ул ваҡытта ғәмәлдә булған закон нигеҙендә бушлай бирелде. Преображен заводы 100 мең дисәтинә ерҙе 300 һум аҡсаға һәм бер нисә фунт сәйгә һатып алды; башҡа заводтар өсөн ерҙәр шул уҡ хаҡҡа алынды.
Шул уҡ Неплюев Ырымбур төбәген төрлө сословиелағы рус кешеләре менән колонизациялауҙы ҡайғыртты; бында килеп төпләнгән халыҡ, улар берәҙәк йә иһә ҡасып йөрөгән крепостной кешеләр булыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәре һайлаған урында бар ғүмерҙәре буйына йәшәргә ҡалды; кире ҡайтарыу булманы, һәм был хәлгә ҡарата мәҡәл дә сығарылды: "Помещик талабына Неплюев төкөрөп бирер, Рычков ырғаҡтар эшләр (бюрократик хәйләләр, алдаҡ ҡулланыу. - Тәржемәсе иҫкәрмәһе), үлгән кешене бәйләп һалһа, шайтан үҙе лә сисә алмаҫ".

Осип Андреевич Игельстром

О.А. Игельстром (1784-1792, 1796-1798)

Губернатор, инфантериянан генерал, барон Осип Андреевич Игельстром, барса Башҡортостанды ырыу старшиналары идара иткән кантондарға (округтарға) бүлеүе, башҡорттар араһынан оҙайлы чин хеҙмәте өсөн дәртләндереү хоҡуғына (выслуга) эйә булған кантон начальниктарын ҡуйыуы менән иҫтә ҡалды. Был сара башҡорттарҙы эстән бүлгеләүгә һәм уларҙы тоғро кешеләргә буйһондороуға йүнәлтелгәйне, һуңғылары аша хөкүмәт халыҡтың ихтыяждарын белеп торҙо. Шундай уҡ бүленеш Ырымбур казактарына ла ҡағылды: эске станицалар кантондар составына, ә линия буйы отрядтары һәм форпостар дистанцияларға индерелде. Өфө, Вятка, Пермь, Һамар һәм Ырымбур губерналарында, мишәрҙәрҙе лә иҫәпкә алып, барлығы 17 башҡорт кантоны булдырылды. Һамарҙан һәм Өфөнән Ырымбурға тиклем 5 эске казак кантоны һәм Урал йылғаһы буйлап 5 дистанция хасил ителде. Бындай бүленеш башҡорттарҙа 1860 йылға, ә казактарҙа 1841 йылға тиклем ғәмәлдә ҡалды, һуңынан һәр халыҡ өсөн махсус ҡабул ителгән положениеларға ярашлы, беренселәрен өйәҙҙәргә, һуңғыларын полк округтарына бүлеү индерелде.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 68

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru