«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮ ҠАНАТТАРЫ - 3
+  - 


* * *

- Севастополь өсөн! - Главнокомандующийҙың ошо һүҙҙәре хәҙер барлыҡ танкистар, пехота, моряк һәм лётчиктарҙың телендә. Совет армияһы алға табан барыуын дауам итә, "Тиҙҙән еңеү!" тигән ышаныс барлыҡ күңелдәрҙе биләп алған. Ҡырым киңлегендә совет дивизиялары хәрәкәт итһә лә, Севастополь һаман дошман ҡулында. Уны бирмәҫ өсөн нығытмалар ҡорған немец фашистары теше-тырнағы менән ҡаршы тора. Бына шуға ла ерҙә генә түгел, күктә дәһшәтле алыш бара. Еңеүгә булған ышаныс совет һуғышсыһын тик алға әйҙәһә лә, бер талап үҙгәрешһеҙ ҡалды: юғалтыуҙар аҙыраҡ булырға тейеш. Төнгө бомбардировщиктар авиация полкының ҡатын-ҡыҙҙар эскадрильяһы ошо мәхшәр эсендә ҡайнай, дошман нығытмаларына өҙлөкһөҙ рейдтар яһайҙар.
Мәғүбә Сыртланова - төндәрен иң күп рейд яһаған осоусыларҙың береһе. "Мәғүбә Хөсәйеновна, һеҙҙе һаҡлаусы фәрештәләр бармы? Самолетығыҙ иләк булып тишкесләнеп ҡайта, ә һеҙ бер тапҡыр ҙа яра алғанығыҙ юҡ?" тип аптырай бәғзеләр. "Ул бөркөткүҙ!" тиҙәр икенселәре уйынлы-ысынлы.
Мәғүбә самолетына тағырға әҙерләнгән бомбаларҙың береһен ҡулы менән һыпырҙы һәм аҡбур менән "Севастополь өсөн!" тип яҙҙы. Һәр рейдта ул ошондай яҙыулы бомбаларҙы дошман өҫтөнә яуҙыра.
- Мәғүбә Хөсәйеновна, кәйефтәр нисек?
Үҙ уйҙарына сумып, полк командиры эргәһенә килеп баҫҡанын ла һиҙмәгән бит. Мәғүбә үрә баҫты:
- Иптәш командир...
- Булды-булды, - тип хәстәрлек менән өндәште Евдокия Бершанская. - Еңел түгел, аңлайым. Ҡыҙҙар алты-ете рейдтан һуң бөтөнләй аяҡтан яҙалар. Һин теремек.
Был төндә инде алтынсы тапҡыр осорға әҙерләнгән Мәғүбә тәүәккәл яуап ҡайтарҙы.
- Мин уларҙан өлкәнерәк бит, сыныҡҡанмын.
Тәүге мәлдәрҙә уның да бер нисә рейд үтәгәндән һуң аэродромға ҡайтҡас, самолеттан төшөр-төшмәҫтән ауып киткән саҡтары булды. Ә бөгөн бөтә нәмәне секундтар хәл иткәндә, арыу-талыу юҡ. Былай ҙа бит "этажерка"ға һигеҙҙән артыҡ бомба тейәп булмай. Ауыр йөк аҫҡан ПО-2 әкрен генә ҡуҙғалды, ләкин Мәғүбә ошо ҡараңғы төндә мотлаҡ тейешле урынға - "Юнкерс"тар аэродромына - "күстәнәстәр"ен алып барып ауҙарасаҡ. Юҡҡа ғына уларҙы фашист илбаҫарҙары "төнгө пәрейҙәр" тип атап йөрөтмәйҙәр! Тейешле нөктәгә урабыраҡ барырға була, юл хәүефһеҙ, ә диңгеҙ аша тиҙерәк - Мәғүбә тураны һайланы. Беҙҙекеләр ярҙамға мохтаж! Бер аҙҙан штурмандың иҫкәртеүе яңғыраны: аэродромға яҡынлашабыҙ. Мәғүбә самолет тиҙлеген кәметеп, Таня күрһәткән яҡҡа ҡайырылды. Ҡапыл төнгө ҡараңғылыҡты йырып, ялт-йолт прожекторҙар тоҡанды. Хатта хәҙер көнъяҡ бухталағы бөтә нәмә асыҡ күренә ине. Самолет ошо яҡтылыҡ эсендә ҡалды. Шундуҡ эргә-тирәлә кемуҙарҙан снарядтар гөрһөлдәне. Маневрҙар яһап, бер аҫҡа төшөп, бер өҫкә уҡталып, йә уңға, йә һулға кәйелеп, осоусы ут ҡойонон йырып үтә алды. Штурман Таня Сумарокова бомбаларҙы ырғытыуын хәбәр итте. Эйе, аҫта бер-бер артлы янғын гөрҫләп өҫкә күтәрелде. Снаряд ярсыҡтары ҡаҡлығыуҙан самолет тертләй, һелкенә, дерелдәй. Кире боролоу шулай уҡ дәһшәтле ут эсендә ҡалыуҙы аңлата. Киләһе снаряд самолетты ут менән ялмаясаҡ! Мәғүбә бер генә ҡотолоу юлын күрҙе, ни булһа ла булыр, аҫҡа мәтәлергә! Хәйләһе килеп сыҡты, самолетты бәреп төшөрҙөк, тип уйлаған фашист зенитсылары атыуҙы туҡтатты. Шулай ҙа шатланырға иртәрәк, ныҡ зарар күргән самолеттың да моторы "һүнәм-һүнәм" тип йүткерҙе. - Таня, тереме һин?
- Тере, Мәғүбә! Тере!
- Мотор эшләмәй.
- Бында немецтар! Мәғүбә, үлһәк, тик диңгеҙҙә генә!..
"Диңгеҙҙә генә!"
- Юҡ, үлмәбеҙ әле! - Мәғүбә хәҙер самолетына өндәште: - Бөркөт бул! Диңгеҙгә! - Самолет моторына "йән" ингәндәй булды. - Әҙ генә, тағы әҙ генә. Түҙ! Бирешмә! Диңгеҙ аша үтәбеҙ!
Ни мөғжизә "этажерка" һаман осоуын дауам итте. Ерҙән экипажға ярҙам итергә тырыштылар, сигнал ебәреп, ҡыҙыл ракета аттылар, һәм алда ус аяһындай ер күреп, Мәғүбә самолетын шунда йүнәлтте.
- Төшөп ултырҙыҡ, Таня!
- Төштөкмө! - тип ышанмағандай ҡабатланы штурман.
- Был яр буйы!
Мәғүбә менән Таня кабинанан һикереп төштөләр. Эйе, ПО-2 ҡойроғо һыуҙа булһа ла, тәгәрмәстәре ярға ҡунғайны.
Таня пилотты ҡосаҡланы ла илап ебәрҙе.
- Мәғүбә, мин инде донъя менән хушлашҡайным!
Мәғүбәнең дә күҙенән йәше атылып сыҡты, ул, һәр ваҡыттағыса, үҙен тиҙерәк ҡулға алды:
- Иртәрәк.
- Үҙебеҙҙекеләргә сыға алдыҡ! Беҙҙе килеп аласаҡтар, - тине һаман мышҡылдаған Таня. - Мәғүбә, һинең күҙең үткер. Мин хайранмын. Дөм-ҡараңғыла ла өс йөҙ метрҙан объекттарҙы шәйләйһең...
Мәғүбә уны тынысландырырға тырышып, арҡаһынан һөйҙө. Арыу-талсығыуы шулай булдымы, әллә үҙен ҡулға алдымы, Таня ойоно. Ә йөрәк тулауын тыя алмаған Мәғүбә ҡаты уйға сумды.
Балалар хаҡына... Ата-әсә шулай тине. Бына шулай ғаиләнең Урта Азияға оҙон юлы башланды. Өҫтәмә белем алыу теләге менән янған ҡыҙ эшселәр мәктәбенә уҡырға барҙы. Теркәп ултырыусы Гаджимурат Гасанов тигән кавказ кешеһе ине. - Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы, - тип үҙе менән таныштырҙы Мәғүбә.
- Мосолман ҡыҙы, - тине Гасанов көр тауыш менән.
Ләкин был һүҙгә һаҡ ҡараған Мәғүбә бер нәмә лә өндәшмәне. Гасанов та ҡыҙҙың һағайыуын күрҙе шикелле. Икенсегә борҙо:
- Исем-шәрифең килешле, миңә әйтеүе еңел, Мәгүбә Гусейн ҡыҙы, - тип гөрләне.
Мәгүбә Гусейн ҡыҙы. Был тормоштоң яңы этабы башланыуы ине.
Шулай ҙа Мәғүбәгә самолет штурвалын тотоп тәү тапҡыр һауаға күтәрелгәнгә тиклем оҙайлы ғына юл үтергә тура килде. Ләкин үҙ көсө, аҡылы һәм тәүәккәллеге менән ул бөтөн ауырлыҡтарҙы еңеп, барыбер моратына иреште. Мөхәббәт тураһында һорайҙар ҡыҙҙар-йондоҙҙар... Мөхәббәтен онота алманы Мәғүбә. Уны һәр саҡ көттө. Ҡайҙа уҡыһа ла, эшләһә лә, ҡайҙа йүнәлһә лә, Әсләм барыбер уны табыр төҫлө ине. Килмәне. Мәғүбә көттө. Көтөргә ярамағанын белгәс тә көттө, сөнки өйләнгәнен ишеттерҙеләр. Шулай ҙа онота алманы. Мәғүбә ауыр көрһөндә. Юҡ, үкенергә ярамай. Әгәр ҙә Үзбәкстанға сығып китмәһәләр, ихтимал, Сыртлановтарҙы Себергә һөрөрҙәр ине. Атаһының ҡатнашҡан кешеләрен шул яҙмыш көттө. Бөгөн Мәғүбә йәнен аямай үҙенең ватанын яҡлай, уны сикһеҙ яратыуын, тоғролоғон раҫлай. Ул совет ҡыҙы, партия ағзаһы, шулай буласаҡ. Әсләм дә күптән фронтталыр. Әүҙем комсомол булды класташы, йәшләй генә коммунистар сафына алдылар. Партия ҡайҙа ҡушһа, ул шунда булырға тейеш. Хәйер, партия ҡайҙа ҡуша, Мәғүбә лә шунда.
Һуғышҡа инеүенә ике йыл тулғанда, Мәғүбәнең полкташтары Ҡырымды үтеп сығып, Белоруссия ерендә инде. Урман, һаҙлыҡ һәм ҡыйратылған ауыл-ҡалалар - ергә тотошлайы менән фажиғә һеңгән. Полктағы биш белорус ҡыҙы ла яҡындарына бәйле ҡайғылы хәбәрҙәр генә ишетте. 1944 йылдың 23 июнендә 2-се Белоруссия фронты Проня йылғаһын кискәндән һуң, һөжүмгә күсеп, дошман нығытмаларын ҡыйратты. Төп һыҙыҡтағы ут нөктәләрен юҡ итеү, фашистар өҫтөнә өҙлөкһөҙ бомба яуҙырып, уларҙы тышаулау, мөмкинлектәрен сикләү, әлбиттә, "төн пәрейҙәре" иңенә төштө. Полк командиры майор Е.Д. Бершанская митинг эшләп, дошманды аяуһыҙ туҡмарға, Гвардия байрағын бөтөн Белоруссия аша алып үтергә саҡырҙы.
1945 йылдың февралендә туғыҙ осоусы ҡыҙға Советттар Союзы Геройы тигән исем бирелде. Шуға бәйле 8 март көнө айырыуса иҫтә ҡалды, сөнки был көндө йондоҙ-ҡыҙҙарға Йондоҙҙарҙы һәм, ордендарҙы тапшырыр өсөн маршал Рокоссовский үҙе килде.
Бына беренсе булып Ирина Рокобольскаяны саҡырҙылар. Ул инеү менән, маршал Рокоссовский тороп баҫты, уның артынса - тиҫтәләгән генералы. Ни өсөн бөтәһе лә аяғүрә торалар - бүләкләнеүсе аңламаны. "Иптәш маршал, полк командирына өндәшергә рөхсәт итегеҙ". Рокоссовский Иринаға ултырырға ҡушты, батыр ҡыҙ ултырғас ҡына командирҙар ҙа кире үҙ урындарына ултырҙылар. "Ҡатын-ҡыҙ булғаным өсөн минең алда аяғүрә баҫҡандар, мин бит шуны ҡапыл-ҡара аңламаным!" Был мәлде йыш иҫләне бәхетле Ирина.
Рокоссовский осоусы ҡыҙҙар алдында телмәр тотто: "Беренсе Белоруссия фронты менән командалыҡ иткән саҡта уҡ һеҙҙең полк тураһында легендалар ишеткәйнем. Миңә ул әкиәт һымаҡ тойолғайны. Хәҙер күрәм, был ысынбарлыҡ. Мин ҡатын-ҡыҙ авиация полкын күрәм. Үҙегеҙҙең полкҡа ир-атты алғығыҙ килмәй икән. Был яҡшы, һеҙ үҙегеҙ Берлинға барып етәсәкһегеҙ..."
Ысынлап та, осоусы ҡыҙҙар еңеү таңын Берлиндан алыҫ булмаған Нойбранденбургта ҡаршы алдылар. Полкты тарҡатыу, ҡыҙҙарҙың бер-береһе менән илашып хушлашыуы... Айырылышыу ауыр булһа ла, тыныс тормошҡа күсергә - илде емереклектәрҙән азат итеп, яҡты киләсәк ҡорорға ынтылырға кәрәк ине. Ҡайҙа юлланырға, кем булырға, күп осоусы ҡыҙҙарҙың маҡсаттары билдәле. Һәр хәлдә, Мәғүбә үҙенең ҡайҙа юл аласағын асыҡ белде. Ләкин уға тиклем кесе ватанын ҡайтып бер күрергә тейеш. Шунһыҙ йәне тыныслыҡ тапмаясаҡ.

* * *

Бәләбәй, әлбиттә, үҙгәргән. Һәр ерҙәгесә, бында ла һуғыш хәсрәте оҙаҡҡа һеңгән. Емерек өйҙәр, ташланған баҡсалар, бөлгөнлөк... Тормош ҡабат гөрләһен өсөн күпме ваҡыт кәрәк булыр? Бында уны таныған кеше юҡ, Мәғүбә үҙе лә таныш-тоношон осратманы. Сит яҡтарҙа күп йөрөһәң, тыуған ер ҙә ят була. Әсләм ни хәлдә икән? Уның фронтта китеп, оҙаҡ та үтмәй имгәнеп ҡайтыуын һәм ҡайтыу менән уға партия эшен ҡабат тапшырыуҙарын ишеткәйне Мәғүбә. Ике туған Тәлиғә апаһы уға тыуған яҡтары менән араны өҙөргә бирмәй, һирәк-һаяҡ хәбәрләшеп торалар. Әле ҡайтҡанда ла йөҙөн сырыш баҫҡан мөләйем апаһы ҡосаҡ йәйеп ҡаршыланы: "Ҡал, йәнекәй, бер аҙға, - тип өгөтләй ул. - Бында ла һиңә эш етерлек". Ә Мәғүбәне һаман күк йөҙө үҙенә саҡыра, шул теләк йөрәкте татлы һыҙып ала.
Кемдер ишек шаҡыны. Өйҙәгеләр: "Ин!" - тиһәләр ҙә, инергә ашыҡманылар. "Берәй әбейҙер", - тип Мәғүбә ярҙамға ашыҡты. Уғаса булмай, шығырлап ишек асылды. Мәғүбә таныш түгел аҡһаҡ иргә ҡарап алды ла, Тәлиғә апаһына табан боролдо, шунан, тертләп тигәндәй, кире ҡайырылды.
- Әсләм.
- Эйе, был мин, Мәғүбәкәй.
Мәғүбәнең тыны ҡыҫылды. Теге саҡтағы үҫмер малайҙан бер нәмә лә ҡалмаған. Ләкин сырамытырға була, шул уҡ ҡараш...
Класташтарға ҡамасауларға теләмәгән Тәлиғә апай сығып китте.
- Беҙ, яҡташтарың, һинең менән ғорурланабыҙ. Уҡыныҡ гәзиттән, - тип тамаҡ ҡырҙы Әсләм.
Мәғүбә был һүҙҙәрҙән уңайһыҙланды.
- Беҙ бөтәбеҙ ҙә Еңеү өсөн хәлдән килгәнсә көрәштек. Әсләм, һин дә, мин дә. Ә күптәр ҡайта алманы. Беҙҙең таныштар, туғандар...
Әсләм баш ҡаҡты. Үткәндәрҙе, класташтарын хәтерләп икеһе лә тын ҡалды.
- Һин оҙаҡҡамы? - Әсләм тел осондағы һорауын бирҙе.
Мәғүбә баш сайҡаны.
- Мәғүбә ҡал. Әйҙә, бергә булайыҡ.
Йөрәк дарҫлап типте, ләкин Мәғүбә ҡунағына тыныс ҡына яуап бирҙе:
- Был һүҙҙәрең ысын булһа, күптән әйтер инең.
Нисек аҡланырға белмәгән Әсләм ыҡ-мыҡ итте.
- Шулай булды... Мәктәптән һуң тура комсомол лидеры, унан урындағы партияны етәкләнем.
- Һин бит әле лә коммунист.
- Хәҙер миңә барыбер, - әллә Әсләм күңелендә өмөт осҡоно ҡабындымы, тауыш нотаһы үҙгәрҙе.
- Юҡ, тап киреһенсә, хәҙер барыбер түгел, - Мәғүбә бер ҡәтғилек менән яуап бирҙе. - Һин балалар атаһы!
- Ташламам, ҡарармын.
- Ташлама, - тип өҙөп әйтте Мәғүбә.
- Мин һине танымайым... Ҡырыҫлыҡ бар, беҙ бит ят кешеләр түгел.
- Үҙгәрмәү мөмкин түгел. Һуғыш юлынан Берлинға барып еткәнсе күпме һәләк булған балаларҙы, етемдәрҙе күрергә тура килде. Улар бәхетһеҙлеге өсөн өлкәндәр яуаплы.
- Фашистар...
- Бөтәбеҙ ҙә. Ә бөгөнгө өсөн һин яуаплы. Бында ҡайтҡас та, шул уҡ фәҡирлек, хәйерсе етем балалар...
- Яралар уңалыр. Әҙәм балаһы бөтәһенә лә түҙә. Һеҙҙең ғаилә лә һынау кисерҙе.
Мәғүбә класташын ишетмәгәндәй дауам итте:
- Белоруссияла аҡылдан яҙған бер йәш кенә ҡатынды осраттыҡ. Ул "Оля, Оленька", тип һөйләнеп, бер урында әйләнеп тик йөрөй. Баҡтиһәң, ире партизан етәксеһе булған. Шуның өсөн фашистар ике йәшлек сабыйын аяғынан тотоп стенаға бәргесләгәндәр. Башы өҙөлөп төшкәнсе. Бындай хәлдәр ҡабатланмаҫҡа тейеш. Бер баланың күҙенән йәш таммаһын. Мин аңлатып әйтә алдыммы?
Әсләм һүҙһеҙ генә баш ҡаҡты. Тын ҡалдылар. Ир йәнә һораулы ҡарашын төбәне:
- Бәләбәйгә тағы ҡайтырһыңмы?
- Ҡайтырмын.
- Ҡасан?
- Авиация заводы төҙөлөү менән.
Был яуап ине.

* * *

Артабанғы юлы Мәғүбә Сыртланованы Грузияға алып китте. Ярты йылдан гәзиттә үҙенә "Советтар Союзы Геройы исеме бирелде" тигән Указды күреп, шул яҙыулы битте йөрәгенә ҡыҫты. Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ өсөн иң мәртәбәле исем. Унан да юғарыһы юҡ. Дәһшәтле һуғыш йылдарында яһалған ете йөҙ һикһән хәрби осошҡа булған баһа. Шулай ҙа Ватанға булған һөйөүен "герой" исеме менән баһаламай Башҡортостан ҡыҙы. Мәғүбәнең Ватанға һөйөүе күпкә ҙурыраҡ. Барлыҡ наградаларҙан да ҙур ул. Ерҙе, йыһанды тотошлайы менән солғай торған бөйөк мөхәббәт. Сөнки был һөйөү уның исеменә үк һалынған. Мәғүбә - мөхәббәт тигәнде генә аңлата.

(Аҙағы. Башы 25-26-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru