«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОРМОШ РУЛЕГЕҘҘӘ КЕМ УЛТЫРА?
+  - 

Рим Папаһы Америка Ҡушма Штаттарына барған. Уның ваҡыты бик тығыҙ икән, сөнки төрлө ҡалаларҙа никах үткәрергә кәрәк булған. Бына ул Луизиана буйлап, американдарҙың транспорт сараһын мөмкин тиклем фантастик оҙонлоҡҡа һуҙа белеүҙәренә аптырап, лимузинда китеп бара. Папаның кәйефе шәп, тик үҙ ғүмерендә ул бындай машинаның руленә ултырғаны юҡ. Һәм ул водителгә өндәшә: "Минең рулгә ултырғым килә". Ябай водитель нисек инде Папа һынлы Папаға ҡаршы килһен? "Әлбиттә, изге ата", - тип яуап бирә. Шулай итеп, Папа рулгә ултыра, ә водитель артҡы яҡҡа күсә. Папа ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, тиҙлекте арттырғандан-арттыра. Сәғәтенә 90 миль менән барһа ла, 100-гә еткерһә лә, тиҙлек һиҙелмәй. Һәм, әлбиттә, ҙур тиҙлектә елдергәндәрҙе өнәмәгән Луизиана полицияһы юл ҡағиҙәләрен үтәмәүсене туҡтата. Папа машинаны юл ситендә туҡтата. Полицейский лимузин эргәһенә килә. Тәҙрәнән ҡарай. Һәм руль артында ултырған Папаны күрә! Артҡы ултырғысҡа ҡарап, унда ултырған пассажирға иғтибар итә.
- Бер минут көтөгөҙ, - ти полицейский. Шунан үҙенең машинаһына инеп, рацияны тоҡандыра, полиция начальнигы менән бәйләнешкә инә һәм хәбәр еткерә:
- Капитан, мин бик текә кешене туҡтаттым.
- Шулаймы ни? Кем инде ул? Бонни менән Клайдмы?
- Юҡ, уларҙан күпкә юғары.
- Йә, Хоҙай… Аль Капонены туҡтаттыңмы әллә?
- Юҡ. Унан күпкә еллерәк.
- Һин нимә, президенттың үҙен туҡтаттыңмы әллә?
- Юҡ, был әҙәм унан да юғары!
- Ҡуй сәле! Президенттан юғары кеше юҡ. Әйтә һал, кем ул?
- Кем икәнен белмәйем. Тик уны Папа үҙе алып йөрөй!..
Әйткәндәй, йор һүҙле халыҡ шағирыбыҙ Мостай Кәрим менән дә ошоға оҡшаш хәл булған. Был турала ул көндәлегенә яҙып ҡалдырған. Бер мәлде улар Ҡайсын Кулиев менән бейек тау башында урынлашҡан ауылға килгәндәр. Машинаны бер өй алдында ҡалдырып, Ҡайсын өйгә инеп киткән. Күп тә үтмәй, Кулиевтың бөтә республикаға билдәле зәңгәр "Волга"һы янына бер йәш ҡатын килгән. Ул Ҡайсын инеп киткән өйгә күрһәтеп, шым ғына һораған:
- Ул ысынлап та Ҡайсын Кулиевмы?
- Эйе, тап үҙе, - тип яуап биргән Мостай.
- Ысын, улмы? - тип ныҡышҡан ҡатын. Ыңғай яуап алғас, еңел һулап ҡуйған һәм һорай һалған:
- Ә һеҙ кем булаһығыҙ?
- Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Ҡайсын һынлы Ҡайсын мине үҙ машинаһында алып йөрөгәс, мин кем булам!
Ҡатын ҡапыл артҡа сигеп:
- Беҙҙә уның исеме менән шаярмайҙар, - тип баш һелккән.
Ҡыҙыҡ хәлме? Кемгә нисек, миңә былай бик ҡыҙыҡ тойолдо һәм бик бәйләнсек һорау тыуҙы. Тормош тип аталған машинағыҙҙың рулендә кем ултыра? Үҙегеҙме, әллә...

Радик ӨМӨТҠУЖИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 64

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru