«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСЕ ҠОРОТ
+  - 

Беҙҙән үрьяҡҡа ҡарай дүрт өй юғары Хәбирә апайҙар йәшәне. Шыршы байрамын ярата ине ул, көтөп ала ине, шуға Октябрь байрамы үтеү менән өй түренә шыршы индереп ултырып, шуны биҙәргә керешә. Ул саҡта шыршы уйынсыҡтарына ҡытлыҡ булғанға күрә апайыбыҙ ҡағыҙҙарҙан семәрләп ҡар бөртөктәрен эшләй, буялғандарын тигеҙ итеп киҫеп сылбырҙар теҙә, әтәс, айыу, ҡуяндар ҙа ҡағыҙҙан. Ылғый барып йөрөгәс, беләбеҙ, декабрь аҙағы етеүгә шыршы апаруҡ күркәмләнә, ҡупшылана. Юҡ, бының менән генә биҙәү мәшәҡәттәре бөтмәй, тамамланмай әле, 31 декабрь көнө өҫтәп, ҡағыҙ киҫәктәренә йомарлап шыршыға манпасый, баш бармаҡтай камауай шәкәр, бал ҡалаҡ ҙурлыҡ йәш ҡорот йомарсыҡтары тағыла. Былары кемдәр өсөн, тиһегеҙме? Әлбиттә ҡунаҡҡа саҡырылған эт өйөрө балалар өсөн!
Шулай итеп, йылдың йылы Хәбирә апай беҙҙең тирәләге балаларҙы шыршы байрамына йыя. Етәкләшеп, шыршы тирәләй әйләнгән булабыҙ шунда, белгән йырҙарыбыҙҙы һуҙабыҙ. Айырым баҫып шиғыр һөйләргә әүәҫтәргә, башҡаларға ҡушылмай йыр йырлаусы маһирҙарға бүләккә теге шыршыға тағылған тәмлекәстәр тотторола. Ҡотом, фартым булмағас, гел миңә йәш ҡорот эләгә лә ҡуя, шиғыр һөйләһәм дә, йыр йырлаһам да.
Сираттағы шыршы байрамы яҡынлашһа, мышҡылдарға тотонам:
- Эй, бармайым унда, ҡорот ашап туйып кителде!
Әсәйем ипле генә итеп өгөтләргә тотона:
- Ҡуй улайтма, балам, саҡырған ерҙән ҡалма, ҡыуған ерҙән ҡас, тиҙәр бит, бар әле, күр ҙә тор, был юлы өлөшөңә, моғайын да, манпасый йә шәкәр эләгер!
Эйе, эләкте, ти, әпәт миңә ғарҡ булғансы ҡорот һоғондорола...
...Яңы кинолар төшөрөлмәй хәҙер, хәтерҙә ҡалыр йырҙар ҙа юҡ, биҙәлгән шыршыларының дә йәме-ҡото самалы. Бөләңгертлек, моңһоҙлоҡ әйләнә тирәлә, ихласлыҡ, йән елкенеүе лә тойолмай. Ә мин әсе ҡоротто һағынам. Шау ҡағыҙҙарға төрөнгән шыршыға тағылған әсе ҡоротто...

Хәйҙәр ТАПАҠОВ
"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 60

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru