«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСӘНӘН КҮРГӘН КЕЙЕҘ БАҪҠАН
+  - 


"Кейеҙ ҡалынлығы беләккә төшә", ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бик боронғо кәсептәренең береһе булыуы бер кемгә лә сер түгел. 1771 йылда уҡ Иоганн Готлиб Георги башҡорт ерҙәре буйлап үткән экспедиция яҙмаларында ла был хаҡта әйтеп ҡалдырған: "Тирмәне ябыу, аҫтыңа түшәү, бурка йәки икенсе өҫ кейеме, эйәр аҫтына һалыу һәм башҡаһы өсөн йөндән кейеҙ баҫалар. Йәғни тетелгән йөндө сепрәккә баш бармаҡ ҡалынлығында йәйеп һалып, эҫе һыу һирпеп, сепрәге менән ҡуша баҫалар һәм тағы эҫе һыу һирпәләр, йәнә баҫалар, йөн ныҡ итеп йәбешеп ятҡансы бар көстәренә тапайҙар".

Ҡышын ҡаты һыуыҡтар, йәйен үтә эҫе булған башҡорт ерҙәрендә кейеҙһеҙ тормош көтөү ауырға тура килер ине. Сөнки һыуыҡ көндәрҙә ул йылыта, эҫелә тирмә эсен һалҡында тота. Ғөмүмән, кейеҙ башҡорттарҙың алыштырғыһыҙ ҡаралтыһы, тиһәк, хата булмаҫ. Шуға ла һарыҡтарҙың һаны йылҡы башынан кәм булмаған. Кейеҙгә бәйле йолалар ҙа бихисап. Ошо һәм кейеҙгә ҡағылышлы башҡа мәғлүмәттәрҙе туплау өсөн һәм боронғо кейеҙҙе ҡабатлап баҫыу маҡсаты менән Милли музейҙың этнография бүлеге мөдире Лилиә Барлыбаева, фәнни хеҙмәткәрҙәр Гөлйемеш Ҡылысова, Айгөл Ҡужәхмәтова менән Өфө ҡалаһының 2-се Балалар һынлы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы Ләйсән Ғималова Әбйәлил районына фәнни экспедиция менән юлланды. Сөнки Әбйәлил районы кейеҙ баҫыу кәсебен, боронғо йолаларҙы тергеҙеүсе булараҡ күптән билдәлелек яулаған.
Эш сәфәребеҙҙе район үҙәгенән башланыҡ: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалы булған Асҡар ауылының Тыуған яҡты өйрәнеү музейында 1850-1860 йылдарға ҡараған боронғо кейеҙ һаҡлана. Нәҡ ошо ҡомартҡы беҙҙе үҙенә саҡырып килтерҙе лә инде. Бәҙерниса Балганованың 150*90 см ҙурлығындағы кейеҙенә уртаһында әүернә, дүрт яғына ҡусҡар һәм башҡа биҙәктәр һалынған. Музейҙың фәнни хеҙмәткәре Ләйсән Бисенғолова һөйләүе буйынса, кейеҙ өс метрлыҡ булған һәм Бәҙерниса инәй уны балаларына бүлеп бирер өсөн өскә ҡырҡҡан. Әлеге мәлдә музейҙа уның урта өлөшө генә һаҡлана. Беҙҙең экспедицияның төп маҡсаты ошо кейеҙҙең тулы күсермәһен эшләү ине. Был эшкә тотонорҙан алда райондағы кейеҙ баҫыу оҫталарының ҡул эштәре менән танышып сығыуҙы кәрәк тип таптыҡ һәм Дауыт ауылына юлландыҡ. Бында Шәүрә Кәримованың йортона килеп ингәс тә уның әсәһе Әлфиә Ғайсина туплаған үҙенсәлекле музейға юлыҡҡандай булдыҡ. Шәүрә ханым самауырҙар, еҙ һәм ағас һауыт-һабалар, йөн эшкәртеү ҡулайламалары кеүек боронғо әйберҙәр менән бергә Әлфиә инәйҙең һоҡланып туйғыһыҙ ҡул эштәрен дә ҡәҙерләп һаҡлай: балалар һәм ололар, хатта ҡурсаҡтар өсөн милли кейемдәр, юрған, яҫтыҡ, балаҫ, сергетыш, түшәк тартма, сарыҡ, боронғо сулпылы сәсүрмес һәм һарауыс. Әйткәндәй, һарауыстың нисәнсе йылдарҙа эшләнеүе билдәһеҙ, шулай ҙа: "Өлкән өләсәйем Мәғрифәнән ҡалған тип беләм. Ҡул эштәренә маһирлыҡ тап унан күскән беҙгә. Әсәйем шулай уҡ аш-һыуға, милли ризыҡтар әҙерләүгә лә оҫта ине", - тип йылы хәтирәләре менән бүлеште Шәүрә Ғәли ҡыҙы. Әлфиә инәйҙең тынғыһыҙ башҡорт ҡатыны икәне хатта фотоһүрәттәрҙә лә аныҡ сағылған төҫлө. Һөйләшкән арала Шәүрә Кәримованың үҙе кейеҙ баҫмаһа ла, башҡа ҡул эштәренә маһир булыуы асыҡланды. "Һатмайым, күңел ҡушыуы буйынса һәм бүләккә биреү өсөн түш биҙәүестәре, ҡашмау, сәйләндәрҙән бәйләү техникаһында төрлө әйберҙәр эшләргә яратам", - ти ул.
Киләһе туҡталышта беҙҙе башҡорт халҡының боронғо кәсебе - кейеҙ баҫыуҙы районда ғына түгел, республикабыҙҙа ла тәүгеләрҙән булып тергеҙгән Рыҫҡужа ауылы оҫтабикәһе Латифа инәй Мостафина ҡаршы алды. Әлеге көндә оҫтабикә үҙе баҫҡан кейеҙҙәрҙән тыш, әсәһе Ильясова Фатима Йәмилхан ҡыҙы бирнәлеккә тип баҫып биргән эске балаҫ, урын балаҫтарын (буй балаҫ) һәм сергетышты ҡәҙерләп һаҡлай. Уның хәтерләүенсә, 1994 йылда тәүгеләрҙән булып ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә кейеҙ баҫыу эшен башлап ебәрәләр. "Мөхлисә Ғималова, Вәсилә Мостафина, Ғәйнур Латипова, Зилдә Моталова, Маһира Басирова, Йәүҙә Камаловалар менән көнөнә 2-3 кейеҙ баҫҡан саҡтарыбыҙ ҙа булды", - тип береһен дә ҡалдырмаҫҡа тырышып теҙеп китте Латифа инәй. Уның ҡыҙы Гөлфиә Хәкимова ла ҡул эштәренә маһир: ултырғыс түшәге - ҡораҡ тегә, футболкаларға буяуҙар менән заманса биҙәүестәр төшөрөп һата. Баҫыласаҡ кейеҙебеҙгә биҙәк һалыу өсөн йөндө Исхаҡ ауылынан оҫтабикә Зөлфирә Махийәнова буяп әҙерләне. Ул йөндө һарыға буяу өсөн һуған ҡабығы ҡулланған, ә йөндө ерек ағасының нәҡ июнь айында һыҙырылған туҙы менән ҡуша һыуға һалып ҡайнатып, ҡыҙыл һәм алһыу төҫкә буяп ала. Зөлфирә ханым 2006 - 2021 йылдарҙа "Кейеҙ йорто"нда оҙаҡ йылдар кейеҙ баҫып, ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплаған оҫталарҙың береһе. Был "Кейеҙ йорто" Әбйәлил районы мәҙәниәт йорто һәм тирә-яҡтағы оҫтабикәләр тырышлығы менән Буранғол ауылында булдырылған оҫтахана ине. Ҡыҙғанысҡа күрә, уның ишектәре хәҙер бикле. Тотош республикаға билдәлелек яулаған, федераль һабантуйҙарҙың биҙәге булған "Кейеҙ йорто"ноң яҙмышы шулай тамамланыуы күңелдәрҙе өйкәй...
Артабан беҙ Әбйәлил районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зифа Ҡужәхмәтова, Фатима Хәкимова, Зөлфирә Махийәнова, Фәриҙә Уйылданова, Ләйсән Бисенғолова менән берлектә Амангилде ауылында йәшәүсе кейеҙ баҫыусы Ғәшүрә Әбүбәкерова йортона юл тоттоҡ. Күрше Үтәгән ауылында тыуып үҫкән Ғәшүрә Зәйнулла ҡыҙына кейеҙ баҫыу өләсәләре Сафура һәм Бәҙемша, Рыҫҡужа ауылынан булған әсәһе Әминәнән ҡалған һөнәр. Боронғолар балаларҙы егәрле итеп тәрбиәләү өсөн бар эшкә лә өйрәтергә тырышҡан. "Ваҡытында кейеҙҙән тирмәләр эшләп, балаларымды аяҡҡа баҫтырҙым", - ти Ғәшүрә Зәйнулла ҡыҙы. Уның ҡыҙы ла, килендәре лә, ейәнсәрҙәре лә кейеҙ баҫыу серҙәренә күптән төшөнгән. Йәйгеһен ҡапҡа эсендә, ҡышҡыһын мунсала баҫалар кейеҙҙе. Бергәләшеп йыйылһалар, матур биҙәкле кейеҙ баҫыу уларға бер ни тормай. Ғәшүрә Әбүбәкерова оло ғорурлыҡ менән балаларының ҡул көсө һалынған, зауыҡ менән биҙәлгән ҡалын кейеҙҙәрҙе беҙгә лә күрһәтте. Уның өйөндә 1912 йылғы әсәһе Әминә Әбүбәкерованан ҡалған балалар карауаты өсөн әҙерләнгән кейеҙ ҙә ҡәҙерле әйберҙәр менән бергә һаҡлана. "Кейеҙҙең яҡшы сифаттары күп, ул йылыны, һалҡынды тотоуҙан тыш, йыуғандан һуң тиҙ кибә. Шуға ла әрһеҙ, тотоноу өсөн уңайлы булған", - ти оҫтабикә.
"Сират беҙгә етте", тип эшкә тотондоҡ. Йорт хужаһы тейешле урындыҡ әҙерләп, мунсаһын яғып көтөп торған. Тетелгән көҙгө һарыҡ йөнөн 7-8 сантиметр ҡалынлыҡта тауар өҫтөнә йәйеп һалдыҡ. Ғәшүрә инәй, йөн араһында яҙғы йөндәрҙе лә күрә һалып, айырырға ҡушты. Сөнки яҙғы йөн тик бейәләй-ойоҡбаш, шәл кеүек бәйләм өсөн яҡшы, ә кейеҙ булып йәбешеп ятмай. Йәйелгән йөн өҫтөнә һыу һирпеп, ҡалын бүрәнәне буласаҡ кейеҙгә төрөп, һығып бәйләп, 3-4 кеше ҡул менән баҫып тәгәрәтергә тотондоҡ. Кейеҙ баҫыуҙың йәнә мөһим ҡағиҙәһе бар: яман һүҙ һөйләргә ярамай. Юғиһә, кейеҙ йәмһеҙ килеп сыға икән. Оҫтабикәләр быға үҙ тәжрибәләренән сығып та инанған. Сират биҙәк һалыуға етте. Буялған йөндө ҡалын итмәй генә һуҙып, тейешле урындарға һалып сыҡтыҡ. Шул арала Амангилде ауылының мәҙәниәт йорто, "Сәсмәүер" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Зифа Ҡужәхмәтова кейеҙҙең дауалау көсө хаҡында ла һөйләне. Элек, ғилми медицина үҫешмәгән ваҡытта, ауырыуҙарға кейеҙҙең файҙаһы күп тейгән. Мәҫәлән, тулғағы тотоп оҙаҡ бушана алмаған ҡатын-ҡыҙҙы кейеҙгә төрөп һалғандар, тыуасаҡ бәпестең атаһы өс тапҡыр кейеҙгә төрөлгән ҡатын өҫтөнән ашаҡлап үтергә тейеш булған. Шул саҡта әсә кешенең хәле яҡшырып, бәпесте ҡабул иткәндәр.
Биҙәктәрҙе һалып бөткәс, өҫтөнә йәнә эҫе һыу һирпеп, кейеҙҙе төрлө яҡтан ҡат-ҡат баҫырға тура килде. Беҙгә, сибек беләкле ҡыҙҙарға, оло апайҙарҙың таһыл эшенә хайран ҡалып ҡарап торорға ғына ҡалды. Улар кейеҙҙе алмаш-тилмәш баҫты, сөнки беләк көсө лә тигеҙ булырға тейеш икән. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының уңған да, шул уҡ ваҡытта көслө лә булыуҙарына шик юҡ. Кейеҙебеҙ әҙер булғас, уны ағым һыуҙа сайҡатып киптерергә генә ҡалды. Эш тамамланыу менән Зифа Ҡужәхмәтова өмәселәрҙе бай өҫтәл әҙерләп, ыҫланған ҡоротло Әбйәлил бишбармағы менән һыйланы. Кейеҙ баҫыу нескәлектәрен өйрәнеүҙә үҙ өлөшөн индергән Әбйәлил уңғандарына Милли музей директоры Рөстәм Әхмәт улы Исхаҡов исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Боронғонан ҡалған ҡомартҡы-хазиналарҙы ҡәҙерләп һаҡлау, киләһе быуынға еткереү зарур. Унан да бигерәк, ошо зауыҡлы әйберҙәрҙе йәш быуын үҙ ҡулдары менән дә эшләй алырға тейештер. "Атанан күргән уҡ юныр, әсәнән күргән тун бесер", тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Был йәһәттән Әбйәлил районы ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем эш алып барыуын күреп шатландыҡ. Һәм башҡорт кейеҙе хаҡында бай мәғлүмәт, онотолмаҫ тәьҫораттар, БР Милли музейына үҙебеҙ баҫҡан кейеҙҙе алып, ырыҫ-бәрәкәткә төрөнөп ҡайттыҡ.

Айгөл ҠУЖӘХМӘТОВА,
БР Милли музейы этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 113

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru