«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ АҪАЛЫ БАЛАҪЫ
+  - 


Аҫалы балаҫ музейындағы уйҙар

Махсус биләмәлә "Башҡорт аҫалы балаҫтары" музейы урын алған: гран-при бүләгенә лайыҡ аҫалы балаҫтар күргәҙмәһе теҙелгән, иң күренекле оҫталарҙың фотогалереяһы һәр йыл тулылана, яңырып тора. Оҫталар галереяһын иҫтәлекле экспонаттар тәшкил итә: "Быуаттарҙы ялғар аҫыл еп" республика фестиваленә нигеҙ һалған данлыҡлы балаҫсыларҙың фоторәсемдәре, тәржемәи хәле - биографияһы, уларҙың уникаль эш үҙенсәлектәре сағыла. Бында башҡорт аҫаларын ижад иткән милли халыҡ сәнғәте хаҡында уникаль тарихи һәм фәнни мәғлүмәт туплана.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы янындағы Республика халыҡ ижады үҙәге һәм "Урал" галереяһы Әлшәйҙәге фестиваль-конкурстарға ҙур әһәмиәт бирә, башҡорт аҫалы балаҫының феноменаль күренеш кенә түгел, милли хазина булыуы яңынан-яңы оҫталарҙың эшендә асыҡ сағыла. ЮНЕСКО ҡарамағындағы Донъяның матди мәҙәниәте өлгөһө тигән ҡурсыулы ярҙам күрһәтеү, гранттар бүлеү ҙә район мәҙәниәт бүлеге юллауы һәм республиканың мәҙәниәт етәкселеге тарафынан башҡарыла. "Башҡортостан һуҡма балаҫтары" тигән баш аҫтында тәүге күргәҙмә Күмертау ҡалаһында 1998 йылда үтә, уны ойоштороусыларҙың береһе Кәримә Кайдалова артабан ныҡышмалы һәм эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлеге менән аҫалы балаҫты оло мәҙәни майҙанға сығарҙы һәм сәхнәгә күтәрҙе, тиергә мөмкин. Халыҡ ижады үҙәге был аҫыл һөнәр - аҫалап балаҫ һуғыу оҫталарының республика семинарҙарын башланы. Архангел, Ғафури, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Йылайыр райондарында, Сибай ҡалаһында балаҫсылар Әлшәйҙәге кеүек асыҡ конкурстар-күргәҙмәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәрендә осраша.
Фестивалдең төп таянысы һәм көсө - Әлшәй яғында, йәғни әүәл-әүәлдән ғаиләһе-әҡрәбәһе менән балаҫ һуҡҡан данлыҡлы оҫталарҙа. 2010 йылда башлап үткән тәүге район фестивалендә үҙе бер тамаша булып, 97 йәшлек Нәсимә Сиражетдинова бөтә ғаиләһе менән ҡатнашты. Ул үҙ ғүмерендә өс йөҙҙән ашыу балаҫ һуҡҡан, айбарлы хеҙмәт маһирлығы ҡыҙҙары Зәкирә менән Зөлфиәгә лә күскән. Уның оло ҡыҙы, Бәләкәй Аҡҡолой ауылында йәшәүсе Зәкирә Воронцова 2019, 2022 йылдарҙа республика фестивалендә гран-при бүләге яуланы. Оҫтаның икенсе ҡыҙы Зөлфиә Бикбулатова уҙған 2023 йылда уникаль һөнәри маһирлығы өсөн шулай уҡ гран-при бүләгенә лайыҡ булды. Зәкирә Воронцова өйрәткән мәктәп уҡыусылары төркөмө быйылғы 2024 йылда тиҙ аҫалау ярышында ла төп еңеүсе булды.
2010 йылдағы тәүге фестивалгә әлшәйҙәр үҙҙәренең яҡташтарын -Дим-Өршәк буйының балаҫ һуғыусыларын йыйҙы: онотолмаҫ сағыу ижадлы оҫталарҙы бөтә Башҡортостан күрҙе. Аҫалар йыйынының тәүге ҡарлуғастары: Гөлзәйнәб Кирәева (Иҫке Сәпәш ауылы), Гөлсөм Ғабдрәхимова (Сурай ауылы), Миңнегөлсөм Ғәлиуллина (Аҡбирҙе ауылы), Зөһрә Әхмәтова (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы), Миңнесәүиә Муллағәлиева (Иҙрис ауылы), Гөлсөмбаныу Fабдрәхимова (Ҡармыш ауылы) - улар ғүмер буйы бер нисә йөҙәр балаҫ һуғып дан алған. Һәр оҫта үҙ балаҫтары, аҫалар ҡоролған урын-станогы янында ғаиләһе менән күргәҙмәгә килгәйне. Улдары һәм ҡыҙҙары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре - һәммәһе лә балаҫ һуға, ысынтылап, еренә еткереп аҫалай белә. Был һөнәрҙең бик тә ғәзиз һәм кәрәкле икәнен яҡшы аңлай, хәләл көсө менән донъяны матурлай, ил-йортто биҙәй, тормошон ҡотайта... Уларҙың ябай һәм ынтымат хеҙмәте бөтә мәшһүрлеге, донъяуи әһәмиәте менән халыҡты тетрәндерҙе. Оло быуын балаҫсылар береһенән-береһе ғибрәтле һәм тәфсирле иҫтәлектәрен дә һөйләне. Балаҫ өсөн төрлө төҫкә манылған аҫыл йөн ептәрҙе улар магазиндан-баҙарҙан да алмаған, әҙер ептәр бер ҙә һауанан да килеп төшмәгән. Бөтә ғаилә менән тәрбиәләгән һарыҡтың йөнө, өй эсе менән яҙғы йөндө - баҡтаны ҡырҡыу, уны таҙартыу, йыйыу, тетеү, иләү, сиратыу, йомғаҡлау, буяу эштәре, балаҫ һуғырға яраҡлы буй еп оҙатыр өсөн киндерҙән йә кизе-мамыҡтан ныҡлы еп әҙерләү, унан килеп тотош бер ҡатмарлы ҡоролма булған һуғыу урынын булдырыу (көрөҫ, тараҡ, тәбелдерек, урҙа, ҡолға, һоҫа кеүек "серле кәрәк-ярағын" әйтергә лә түгел) - барыһы ла кәрәк... Ошо эштәрҙе аралап ҡына һанап сыҡҡанда ла, ҡатын-ҡыҙҙы ни хәтле бөтмөр, егәрле һәм булдыҡлы итеп яратҡаны өсөн Аллаһыға мең шөкөр итәһең.

Әлшәй фестивале бөгөн һәм иртәгә

Әлшәй фестиваленең үҙенә генә хас тәртип-ҡанундары ла бар, шулай уҡ һәр йыйын һайын яңылыҡтар ҙа индерелә. Беренсе ҡағиҙә, башҡорт балаҫындағы аҫаларҙың традицион формаһын, рәүешен, биҙәген ҡәтғи һаҡлау. Уйҙырма яһалма биҙәктәр һуғылған эштәр конкурсҡа ҡабул ителмәй. Икенсе ҡағиҙә, ике йылға бер үтә торған фестивалгә бары тик өр-яңы балаҫтар ғына ҡабул ителәсәк. Өсөнсө ҡағиҙә, конкурстарҙа бары тик һарыҡ йөнөнән һуғылған аҫалы балаҫтар ғына ҡатнашасаҡ. Уларҙың буяуы ла боронғоса ысул менән әҙерләнгән, тәбиғи буяу булһа, балаҫтың халыҡсан төҫтәре юғары баһаланасаҡ. 2024 йылғы баһалама төркөмөнөң был тәҡдиме менән балаҫсылар бер һүҙҙән килеште. Дүртенсе ҡағиҙә, фестиваль бөгөнгө көн өсөн ҡыҙыҡлы, зауыҡлы, килемле булырҙай эштәрҙең айырым күргәҙмәһен дә булдыра: тәбиғи-натураль йөндән мотлаҡ аҫалап һуғылған балаҫ, һуҙма, өҫ кейеме, сувенир, картина рәүешендә әйберҙәр айырым ҡараласаҡ. Бишенсе ҡағиҙә, аҫалы балаҫ һуғыу мәктәптәре эше айырым ҡарала һәм һәр оҫтаның йәштәргә лә өйрәтеүе мөһим тип баһалана.
Әлшәй фестивале үҙенең оҫталарын йылдан-йыл барлай, эштәрен-балаҫтарын иҫәпкә ала, йәштәрҙе өйрәтеү-уҡытыу буйынса даими эш яйға һалына, музей һәм күргәҙмәләр әүҙем эшләй, һуғыу ҡоролмалары алына.... Ләкин был мәңгелек һөнәрмәнлектең тышҡы күренеше генә әле, төп асылы - оҫталыҡ һәләте, ил яҙмышы, донъя именлеге менән бәйле. Аҫалы аҫыл балаҫтар бәхетле һәм өмөтлө тормош билдәһе бит.

Сәрүәр СУРИНА.
(Аҙағы. Башы 26-сы һанда).

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 75

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru