«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАҠҠАТЫРҒЫС ХАҠТАР!
+  - 

Килоһын 100 тәңкәгә картуф һатып алғанығыҙ бармы, йәмәғәт? Ә мин - юҡ, Өфөнөң "Перекресток" магазинында ошондай хаҡ ҡуйылған һап-һары эре генә картуфҡа ауыҙ асып текләп торғайным былай: әллә "алтын" йәшелсәме был, тип... Ҡәҙимге картуф булып сыҡты, әмәлгә ҡалғандай, кис эштән ҡайтышлай, ҡыҙым бер моҡсай һатып алып та ҡайтҡан.

Эйе, бер тигеҙ матур бүлбеләр, яңы уңыш - Әзербайжандан килтерелгән. Ғәҙәттә, яңы картуф тиҙ бешә, ашап туйғыһыҙ була. Үҙебеҙҙә үҫкәне. Ә 100 тәңкәлек сит ил уңышының бешкәнен сәғәттән ашыу көтөргә тура килде. Кем белә, бәлки, ул яҡта тупраҡ та икенсерәктер, сорты ла шундай һерелер. Ни булһа ла, матур күренеп ятҡан был картуфты тағы барып алырға теләк ҡалманы. Ә инде хаҡына килгәндә, аптырарлыҡ та түгел: беренсенән, яңы уңыш һәм ситтән килтерелгән; икенсенән, йәшелсәгә бындай хаҡтар "ғәҙәти" булып бара беҙҙә бөгөн. Шулай ҙа Росстат мәғлүмәттәренә күҙ һалғандан һуң, халыҡтың төп ризығы - "икенсе икмәк" тип йөрөтөлгән картуфтың июнь айы эсендә генә лә 26 процентҡа ҡиммәтләнеүен "ғәҙәти" хәл тип әйтергә бер ҙә тел әйләнмәй, әлбиттә.
Ниһайәт, килограмы 300-350 һумлыҡ помидорҙар менән 170 һумлыҡ ҡыярҙарҙы ла күрергә тура килде быйыл йәй. "Борщ йыйылмаһы"на ингән кишер менән сөгөлдөр хаҡы ла бит күптән инде йөҙгә яҡынланы: тәүгеһенеке 5,2 процентҡа артып, уртаса 60 һум торһа, икенсеһе 2,72 процентҡа ҡиммәтләнеп, 67-70 һум тәшкил итә. Ә бына тәүге ярты йыл эсендә шул уҡ сөгөлдөрҙөң икеләтә-өсләтә ҡиммәтләнеп (95 процент!), рекорд ҡуйыуы ҡайһы берәүҙәрҙең кеҫәһенә лә һуҡҡандыр, ихтимал. Бынан тыш, икмәккә, араҡыға, пассажирҙар транспортына, бензинға хаҡтарҙың да әсе ҡамырҙай ҡабарыуын ҡушһаң әгәр.
Был нимә әле ул, бына 1 июлдән ҡайһы бер тауар һәм хеҙмәттәргә лә шаҡҡатырғыс хаҡтар индерелде бит. Иң борсолдорғаны - торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙың сираттағы артыуы. Был инде беҙҙең йәшәйештең туҡтау белмәй торған "мәңгелек двигателе". Дөйөм алғанда, коммуналь хеҙмәттәр 10 процент самаһына ҡиммәтләнә, ләкин уға был индекстан тайпылыуы рөхсәт ителгән иң сикке күрһәткес 4,9 процент өҫтәлеүе мөмкин. Интернет сығанаҡтар яҙыуынса, айырыуса газға хаҡ ныҡ арта. Илебеҙ газға бай, тибеҙ, уны ҡайҙа ҡуйырға белмәйҙәр, ләкин халыҡ өсөн ул йылдан-йыл ҡиммәтерәккә төшә, юғиһә "Газпром" менеджерҙарына миллионлаған айлыҡ эш хаҡын кем тәьмин итер һуң!
Хәйер, Рәсәй төбәктәренең һәр береһе хаҡтарҙы үҙе көйләйәсәк. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Башлығының былтырғы 13 декабрь ҡарары менән 2024 йылға граждандар тарафынан коммуналь хеҙмәттәргә түләү хаҡының артыу индексы 13,6 процент тип билдәләнгәйне. Шунан сығып, быйыл 1 июлдән республикала һыу менән тәьмин итеү - 12,4, һыу үткәреү - 12,6, йылылыҡ менән тәьмин итеү - 10,9, электр энергияһы - 8,7, газ 11,2 процентҡа арта, тип хәбәр итте БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Күренеүенсә, ҡулланыу хаҡтарының артыуы былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда быйыл июндә 8,75 процент кимәленә барып етте. "Дүрт аҙна рәттән инфляцияның ағымдағы кимәле күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ашып китте. Хаҡтарҙың был тиклем үргә һикереүе юғарғы идара даирәләрендә көрсөккә ҡаршы ашығыс саралар күреү хаҡында фекер алышыуҙарға сәбәпсе булды һәм Рәсәй Банкына төп ставканы 17-20 процентҡа (!) күтәреү мәсьәләһен ҡуҙғатып алды хатта", - тип яҙҙы Макроиҡтисад анализы үҙәгенең баш эксперты Дмитрий Белоусов. Ә бит йыллыҡ кимәлдә алып ҡарағанда, инфляция 8,7 процентҡа күтәрелһә, ошо уҡ йылдың башынан хаҡтар 3,82 процентҡа артты. Үҙәк Банк инфляцияны һис бер нисек тә йүгәнләй алмай. Үҙәк Банкка йыл аҙағына инфляцияның 4 процентҡа төшөүенә өлгәшеү өсөн хаҡтарҙың июлдә тотороҡланыуы ла етәсәк, ләкин Э. Нәбиуллина ведомствоһының был миссияны үтәй алмаясағы көн кеүек асыҡ. Шуға ла йыл аҙағына инфляция ихтималлығы кимәле ҡайтанан ҡаралып, ул 6,5 процент самаһы булыр, тип фаразланды, әммә киләсәк ни күрһәтерен бер Аллаһ ҡына белә...

Фирүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 44

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru