«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

H.H. Бахметев (1798-1803)

Губернатор Николай Николаевич Бахметев Павел I батшалыҡ иткән ваҡытта ошо вазифаға йәш кенә көйөнсә ҡуйылды, ул казактарҙы ҡаты ҡыҫымға алыусы һәм ҡыуыусы булараҡ билдәлелек алған губернатор. Ул саҡта Ырымбур казактар йәшәгән ярлы өйҙәрҙән тора ине. Бахметев уларҙы ҡаланан көсләп ҡыуып сығарырға теләмәне һәм быны законлы тип тапманы. Халыҡ һөйләүенә ҡарағанда, ул айырым кешеләр аша насар өйлө кварталдарҙы яндырырға мәжбүр итә һәм шул алым менән ярлы казактарҙы ҡаланан һалдаттар һәм өйһөҙ казактар йәшәгән форштадтҡа күсертә, ул Георгий сиркәүе янындағы түбәнге урамдарҙа, артиллерия паркы эргәһендә урынлашҡан була. Ҡалала тик казак чиновниктары ғына тороп ҡала; улар үҙҙәре генә ҡалала йәшәү хоҡуғына эйә була, һәм был ҡарар хәрби губернатор Эссен идара иткән саҡта ла бер нисә тапҡыр раҫлана, губернатор канцелярияһы архивында ошо хаҡта хат алышыу булғанын үҙем күрҙем...
Бер пехота полкы һалдаттары, үҙҙәренең шефы, генерал Бахметевтың йомшаҡлыҡ күрһәтеүенә арҡаланып, ҡала кешеләрен йыш рәнйетә һәм хатта талай башлай; Бахметевты шәхсән хәтерләгән В.М. Смольников һөйләүенсә, уларҙы бер кем дә судҡа тарттырмай; Смольников 1853 йылда вафат булды.

Кенәз Г.С. Волконский (1803-1817)



1803 йылда Бахметев урынына кенәз Григорий Семенович Волконский ҡуйыла. Замандаштарының уртаҡ фекеренә ярашлы, ул ҡарт, әммә шул осорҙа талап ителгән боевой хеҙмәткә яраҡлы кеше була; уның сәйер ҡылыҡтары һәм ғәҙәттәре ул заманда дөйөм ҡабул ителгән йәшәү шарттарынан ҡырҡа айырылып тора: төнгө ҡалпаҡта, йоҡо курткаһында һәм ябай панталондарҙа ҡала буйлап йөрөй; йәш һәм матур ҡатын-ҡыҙ осраһа, уны үбеп ала, артынан ҡалмай йөрөгән лакейынан йә иһә камердинерынан аҡса алып, ошо ҡатынға бирә; ҡайһы саҡта ҡаланан ситкә алыҫҡа сығып китеп арығас, йөк ташыусы крәҫтиәндәрҙең арбаһына ултырып ҡайта.
Бер саҡ шундай хәл була. Йәйәү йөрөп ныҡ арыған кенәз утын тейәлгән санаға менеп ултырған. Йөктөң хужаһы уны, атының арыҡ булыуына һәм йөктө саҡ тартып килтереүенә һылтанып, ҡыуа башлаған. "Мин үҙем йәйәүләп киләм, ә һин йөккә менеп ултырҙың. Төш бынан! Әтеү күрһәтермен", - ти ҙә, сыбыртҡыһын күрһәтә. Кенәз, янауға ҡарамаҫтан, сананан төшмәй. Ҡалаға Һаҡмар ҡапҡаһынан ингән саҡта гаубтвахтала торған хәрби ҡарауыл, йүгереп сығып, уға честь бирә, барабансы барабанын ҡаға, офицер фронт алдында командалар бирә икән. Мужик ҡурҡып киткән һәм былай тип әйткән: "Барин, улар һиңә честь бирәләрме? Әйт әле, барин, һин кем булаһың? Аллаһ хаҡына мине тупаҫлығым өсөн ғәфү ит инде". Кенәз уға ҡайһы урамға барырға кәрәклеге хаҡында әйткәс, мужик уйлай икән: "Моғайын, мине полицияға алып барыр, унда минең даным сыҡҡансы кәрәгемде бирерҙәр, был хаҡта ейәндәремә лә әйтергә онотмаҫтар!" Мужик шулай бара, кенәз һаман йөктә ултыра. Бер өйгә килеп етәләр. Унда ихатала хужаны баш эйеп ҡаршы алалар, ә кенәз мужиктың утынын алырға һәм йомарт итеп аҡса түләргә бойора.
Атайым үҙе менән булған бер хәл тураһында һөйләгәйне. Ул иптәштәре менән мәктәптән төшкө ашҡа ҡайтып килгәндә уларға Орск ҡапҡаһы янында кенәз осраған; ул атайымды үҙе янына саҡырып алып, итеген систерергә, шунан яңынан кейҙерергә ҡушҡан. Шунан кенәз "Рәхмәт!" тигән дә ары киткән. Был хәл хәрби ҡарауыл алдында булғас, бер һалдат атайымдан һорай икән: "Кенәз һиңә ни бирҙе?" - тип. Атайым баҡыр бер һум алыуы хаҡында әйткән. Ә теге һалдат атайыма: "Ниндәй бәхет! Бына беҙ бында торабыҙ, ун тин бирһәләр ҙә бәрәкәтле булыр ине", - тип әйткән.
Кенәз Волконскийҙың ҡайһы берҙә, бигерәк тә изге Пасха, Троица, Вознесение кеүек ҙур байрам көндәрендә, үтеп барышлай, халыҡҡа баҡыр аҡсалар ташлай торған ғәҙәте булған.
Һөйләүҙәренә ҡарағанда, ул Александр I суҡындырып ҡойондорған мәлдә уның восприемнигы (кәфиле, яуаплылыҡ алыусыһы. - Тәржемәсе иҫкәрмәһе) булғанлыҡтан, батшаның айырым илтифатына өлгәшкән. Был дөрөҫмө, юҡмы, белмәйем. Кенәз Волконский айырым осраҡтарҙа барса халыҡ өсөн күңел асыу байрамдарын ойошторорға яратҡан. Бындай кисәләр ҡыҙыҡлы программалары менән айырылып торған: фейерверктар ебәреү, ракеталар осороу, каскад рәүешле төрлө төҫтәге уттар ҡабыҙыу ошо байрамдарҙы биҙәгән.
Кенәз Волконский йәшерәк сағында үҙен яҡшы администратор итеп танытҡан, 1805 йылда Уральск казактары болаһын баҫтыра алған. Ул казактарҙы тынысландырыу өсөн башҡорттарҙы ебәргән, һуңынан кенәз Волконскийҙың юллауы буйынса император Александр I башҡорттарға грамотаһы менән байраҡ тапшырырға бойорған. Башҡорт ғәскәре бөтөрөлгәс, 1863 йылда ошо байраҡ һәм грамота Ырымбур округының округ штабына ебәрелгән.
Ул идара иткән йылдарҙа башҡорттар өсөн яҡшы эҙемтәләре булған яңы система индерелә. Был халыҡ менән XVIII быуат аҙағына тиклем һайлап ҡуйылған старшиналар идара итә, ә улар үҙҙәре исправниктар йөҙөндә земство полицияһына һәм дворяндар заседателдәренә буйһона, ә һуңғылары, билдәле булыуынса, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы һәм ришүәт талап итеүсе кешеләр.
Рәсәй подданствоһына күскәс тә, башҡорттар менән идара итеү тәртибе үҙгәртелмәй ҡала. Башҡорттарҙың хандары булған хәлдә лә, ырыу аристократияһы барлыҡҡа килмәй: бөтәһе лә тигеҙ хоҡуҡлы, ерҙәрен биләү ырыуҙары буйынса барыһы өсөн уртаҡ була. Рустарға буйһонғас, башҡорт халҡы батша Иоанн IV Васильевичҡа үҙҙәренең Мөхәммәт динен һаҡлап ҡалыу хаҡында үтенес белдерә һәм тәүге осорҙа үҙҙәренең хәле менән ҡәнәғәт ҡала. Улар араһына баярҙарға һәм ҡара халыҡҡа, йә иһә крәҫтиәндәргә бүленгән рус кешеләре килә башлағас, башҡорттар үҙҙәренең иң күренекле кешеләре менән бергә һуңғы класҡа тиңләнеүен күрә.
Хөкүмәт башҡорттарҙан бик аҙҙарына ғына хеҙмәттәре өсөн тархан званиеһы бирә, улар шәхсән яһаҡ түләүҙән азат ителә, әммә, дөйөм алғанда, уларҙың күренекле кешеләре лә, крәҫтиән разрядына тиңләнеп, рус чиновниктарына буйһондорола. Һис шикһеҙ, ошолай итеп кәмһетелеү, башҡалары менән бер рәттән, уларҙың йыш ҡубып торған болаларына сәбәпсе була.
1796 йылда элекке хәрби губернатор барон Игельстром император ғали йәнәптәренең ризалығы менән элекке Ырымбур, шулай уҡ Пермь, Вятка һәм Һарытау (Новоузен һәм Николаев өйәҙҙәре) губерналары сиктәрендә барса Башҡортостанды 12 кантонға йәки округҡа бүлә, һәм һәр кантонға кантон начальнигы тәғәйенләнә, улар чиновник вазифаһын башҡарырға тейеш була.
Был яңылыҡ халыҡ теләгенә ярашлы була: уның иң күркәм заттары, рустар кеүек үк, чиновник була алыуҙарын күрә, һәм, унан башҡа, исправниктарға буйһондоролған булыуҙарына ҡарамаҫтан, кантондыҡылар Ырымбур хәрби губернаторы менән туранан-тура мөнәсәбәткә инә алыу хоҡуғына эйә була, улар губерна етәкселегенә барған саҡта губернаторҙан үҙ исемдәренә яҙылған күрһәтмә алған, һәм ошо юғары зат йөҙөндә үҙҙәрен земствоның вазифалы кешеләре ҡыҫымынан яҡлаусыны күрә.
Аҙмы-күпме йоғонтоһо булған һәр башҡорт чин алырға теләй ине, ул хеҙмәттән сығыуҙан һуң уның хоҡуҡтарын һаҡлау мөмкинлеген биргәне һәм тән язаларынан ҡотҡарғаны менән ҡиммәт була. Хеҙмәттә булған саҡтарында кантон начальниктарына 14-се кластан 12-се класҡа тиклем чин алыу, ә хәрби уңыштары өсөн прапорщиктан майор дәрәжәһенә тиклем күтәрелеү мөмкинлеге бирелә. Шул уҡ чиндар хеҙмәттәге файҙалы ғәмәлдәре өсөн башҡа кешеләргә лә бирелде, әммә барыһын да ошолай йомарт бүләкләргә ярамай ине.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 58

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru