«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТТАР ҺӘМ ҠАЛАЛАР, ЙӘКИ САЛ ТАРИХТАН ХӘҘЕРГЕ ЗАМАНҒА СӘЙӘХӘТ
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан Республикаһы Ә. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире, иҫке төрки теле буйынса маһир белгес, филология фәндәре кандидаты СИБӘҒӘТОВ Флүр Шәрифулла улы. Әңгәмәбеҙҙә һүҙ башҡорт халҡының тарихи үткәне, боронғо ҡалалары, Өфө ҡәлғә-ҡалаһының тарихы һәм ҡалалашыу проблемалары хаҡында барҙы.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған "Өфө тарихи киңлектә һәм ваҡыт арауығында" тигән Бөтә Рәсәй фәнни форумы уҙғарылды, унда тарихсылар һәм башҡа белгестәр ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Һеҙ, Флүр Шәрифулла улы, ошо түңәрәк өҫтәлдең модераторы булараҡ, ғалимдарҙың сығыштары хаҡында ҡыҫҡаса әйтеп китһәгеҙ ине.

- Форумдың фәнни өлөшөн билдәле ғалим-археолог, тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының урта быуат археология бүлеге ғилми хеҙмәткәре Игорь Кызласовтың доклады асты. Игорь Леонидович - Евразия континенты ҡалаларының барлыҡҡа килеү һәм үҫешеү процестарының берҙәм һыҙатҡа буйһоноу концепцияһы авторы. Үҙенең сығышында ғалим авторлыҡ тикшереү методикаһы һәм шәхси практик эшмәкәрлек тәжрибәһе нигеҙендә боронғо Өфө ҡаласығында урынлашҡан тәрән традицион күренештәрҙе асып бирҙе. "Өфө ҡаласығының мәҙәни ҡатламдары күрһәтеүенсә, ул беҙҙең эраның V быуатынан кәм тигәндә XV быуатына тиклем йәшәп килгән. Унда ҡала төҙөү, төҙөкләндереү, фортификация мәҙәниәттәренең үҫешкән булыуы күренә. Донъя тарихында бындай күп ҡатламлы, ҡатмарлы ҡаланы өйрәнеү тәжрибәһе әлегә юҡ", - тине Игорь Леонидович.
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара мөнәсәбәттәр үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, ғилми секретары Жамал Рахаев Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Вадим Винцерович Трепавловтың ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
Өфө тарихы буйынса түңәрәк өҫтәлдә Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире, тарих фәндәре докторы, профессор Булат Аҙнабаев Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалынған осорҙа Рәсәйҙәге һәм төбәктәге сәйәси хәл тураһында һөйләне. Ғалим үҙенең сығышында билдәләүенсә, Өфөнө төҙөр алдынан Рәсәй хакимиәте һәм башҡорттар араһында ҡала өсөн бүленгән ҡәтғи сикләнгән ер участкаһы тураһында килешеү төҙөлгән. Ғалим фекеренсә, Өфө ҡәлғәһе хакимиәтен ойоштороу 1590 йылда, Башҡортостанға тәүге Өфө воеводаһы Михаил Нагой ебәрелгәс башлана.
Юридик фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының уҡытыу-методика идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Хәйбуллин Өфө ҡалаһында хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү тарихы тураһында һөйләне. Юрист ғалим Башҡортостандың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән нотариаль учреждениеларҙың ойоштороу һәм эшмәкәрлек барышында барлыҡҡа килгән ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе анализланы.
Өфө ҡалаһы тарихы музейының баш ғилми хеҙмәткәре Валерий Молтусов Өфө ҡала начальниктарының тикшеренеүҙәр тәжрибәһен анализланы.
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре Марсил Фархшатовтың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Марсил Нурулла улы 1874-1886 йылдарҙа Өфө ҡалаһына етәкселек иткән Дмитрий Волковтың ҡала тарихына бәйле архив материалдары коллекцияһына анализ яһаны. Ғалим башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың Волков коллекцияһын булдырыуҙағы ролен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, ул сығанаҡтарҙы төрки һәм рус телдәренә тәржемә иткән. Ғалим республикабыҙ баш ҡалаһының тулы һәм ентекле тарихын яҙыу мәсьәләһен күтәрҙе, сөнки һуңғы тикшеренеүҙәргә 50 йыл үткән.
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты доценты Салауат Хәкимов XIX быуатта Өфө ҡалаһы полицияһының эшмәкәрлеге һәм кадрҙар составы хаҡында һөйләне. Ғалим ошондай ҡыҙыҡлы факт килтерҙе: ул осорҙа Рәсәй империяһының губерна ҡалалары полицмейстерҙары араһында бер генә башҡорт теркәлгән. Ул Хиуа походында ҡатнашҡан башҡорт ахуны Абдулла Дәүләтшиндың улдарының береһе - Абдулвәли Дәүләтшин булған.

Зыялылар, тарихсылар араһында совет осоронан уҡ бер ысынбарлыҡҡа тап килмәгән фекер йәшәп килде: йәнәһе, башҡорттарҙың матди мираҫы бик наҡыҫ булған, уларҙың ата-бабалары ҡала-ҡәлғәләр төҙөмәгән һ.б. Хатта бер саҡ Мостай Кәрим дә ошо хаҡта, үкенес белдергәндәй, халҡыбыҙҙың ҡалалары булмаған шул, тип әйтә ҡуйғайны. Бының сәбәбе - ул саҡта башҡорт халҡының боронғо тарихы билдәле түгел ине. Уҙған быуаттың 60-сы - 80-се йылдарында тарихи Башҡортостан территорияһында археологтар ике тиҫтәнән ашыу ҡаласыҡтарҙан торған "Ҡалалар иле"н асты. Иң билдәлеһе - Арҡайым. Әммә ғалимдар был ҡаласыҡтарҙы башҡорттарҙың туранан-тура ата-бабалары менән бәйләп аңлатыу хаҡында уйлап та ҡараманы. 2006 йылда Мәскәүҙә тарихсы И.Г. Коновалованың "Ал-Идриси о странах и народах Восточной Европы" тигән китабы баҫылып сыҡты, унда әл Иҙрисиҙең Эске һәм Тышҡы Башҡорт иле ҡалалары хаҡында бик ентекле мәғлүмәттәре килтерелә. Шул уҡ ваҡытта "Өфө-II ҡаласығы"нда археологик тикшеренеүҙәр алып барған Н.А. Мәжитов ошо ҡаласыҡ урынында урта быуаттарҙа Башҡорт ҡалаһы булыуын иҫбатланы. Шулай ҙа әлегә тиклем ошо тарихи ысынбарлыҡты инҡар итеүселәр бар. Һеҙ ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- Мин һүҙемде ситтәнерәк башлайым әле. Беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа "Урал батыр" эпосын яҡынса 500 йыл элек сығарылған, тип әйтә инеләр. Әммә 1982 йылда Максим Горький исемендәге Бөтөн донъя әҙәбиәте институты директоры урынбаҫары, "СССР халыҡтары эпостары" тигән академик баҫманың баш мөхәррире Арфо Петросян "Гилгәмеш хаҡындағы поэма" исемле аккад-шумер эпосының (ә ул б.э. тиклем XVIII-XVII быуаттарҙан башлап, мең йыл ярым буйына ижад ителә, уның иң тулы варианты б.э. тиклем VII быуат менән билдәләнә) һәм "Урал батыр" эпосының сюжет линиялары, төп геройҙары башҡарған ғәмәлдәрҙең тура килеүен билдәләй. Ошо яҙыусы һәм ғалимә бер-береһенән бик алыҫта йәшәгән ҡәүемдәр эпостарының бер үк заманда ижад ителеүен фаразлай. Хатта ки, беҙҙең эпосыбыҙҙың "Гилгәмеш"тән дә иртәрәк сығарылыуы мөмкин: бынан 2 мең - 2,5 ярым элек.

Эйе, мәрхүм тикшеренеүсебеҙ Салауат Ғәлләмов та ошо хаҡта байтаҡ әҫәрҙәр ижад иткәйне. Ваҡытында уның яҙмаларына ғәҙел баһа бирелмәне шул.

- Ҡалалар мәсьәләһенә килгәндә, Урал батыр тере һыу эҙләп сыҡҡан сәйәхәте барышында ниндәйҙер ҡалаларға юлыға, унда хан, батша булып ултырған, халыҡты интектергән яуыз заттар менән көрәшкә сыға, уларҙы еңеп, батыр исемен ала. Тимәк, боронғо эпоста ҡалалар тураһында бәйән ителгәс, башҡорттарҙың ата-бабалары ла ҡалалар менән таныш булған һәм уларҙың билдәле бер өлөшө ҡалаларҙа йәшәгән, тип фараз итергә була. Әммә совет осоро идеологияһы икенсе бер тәғлимәтте алғы планға сығара: башҡорттар - бер ниндәй яҙмаһы булмаған, мәғрифәттән, мәҙәниәттән, сәнәғәттән ситләтелеп йәшәгән этнос булған, тигән фекерҙе халыҡ аңына һеңдереүҙе алға һөрә. Бынан аңлашылып тора: цивилизацияһыҙ халыҡтың ҡалалары булыу мөмкинме һуң?
Шул уҡ ваҡытта бәғзе бер совет ғалимдары, тарихсылар объектив ысынбарлыҡты идеология штамптарынан өҫтөн күрә. Мәҫәлән, билдәле совет һәм Рәсәй археологы, күсмә халыҡтар буйынса абруйлы белгес С.А. Плетнева уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ башҡорт халҡының, Кавказ аландары кеүек, Көньяҡ Уралда һәм уға йәнәш булған ерҙәрҙә бик боронғо дәүерҙәрҙә үк юғары үҫешкән этнос булараҡ формалашыуы хаҡында яҙып сыға (С.А. Плетнева 1968 йылда "От кочевий к городам" тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай). Күренекле ғалимә ошо ерҙәрҙә бик иртә ойошоп йәшәгән башҡорттарҙың һуңынан, тарихи катаклизмдарға һәм сәйәси яҡтан төрлө дәүләттәргә буйһоноулы булыуына ҡарамай, үҙ биләмәләренә хужа булып йәшәп, хәҙерге замандарға тиклем тотороҡло һәм алға китешле үҫеш кисереүен тарихи ысынбарлыҡҡа тап килә, тип иҫәпләй. Беҙҙә, ни эшләптер, ошондай тарихи асыштарға үҙ ваҡытында тейешле баһа бирелмәне. Мәскәү ғалимдары башҡорт тарихына ҡарата аҙмы-күпме объектив фекерҙәр белдергән хәлдә лә, үҙебеҙҙең ғалимдарыбыҙ ошондай идеяларға таянып эш итергә баҙнат итмәне. Быны ниндәйҙер кимәлдә урындағы цензураның тикшеренеүҙәр өлкәһенә кире йоғонтоһо менән аңлатып була.

Ошо йәһәттән XII быуат географы әл Иҙрисиҙең Эске Башҡорт һәм Тышҡы Башҡорт илдәрендә билдәле булған ҡалалар тураһындағы мәғлүмәттәре "ҡалаһыҙ башҡорттар" тигән уйҙырманы юҡҡа сығара. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Ағиҙел һәм Кама буйҙарында 22 башҡорт ҡалаһы булған.

- Йәнә бына нимәне һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Урта быуаттарҙағы ҡала һәм хәҙерге заман ҡалаһы - улар икеһе ике төрлө күренеш. Берҙән, урта быуаттарҙа ҡала исемен йөрөткән ҙур тораҡ пункты бик ҙур территорияла таралып йәшәгән халыҡтың административ үҙәге булған, быны ҡануни факт тип ҡарау фарыз. Унан һуң, Көньяҡ Урал башҡорттарын күсмә халыҡ тип әйтеп булмай. Рус тарихсыһы Николай Гумилев билдәләүенсә, ул XIII быуатта монгол-татар ғәскәренә 14 йыл буйына ҡаршылыҡ күрһәтә алған ғәскәрле, ҡораллы халыҡ. Башҡорттар һуғыш ҡоралдарын үҙҙәре етештерә, руда эшкәртә, баҡыр, тимер-суйын ҡоя. Был башҡорттарҙың урта быуаттарҙа тулыһынса ултыраҡ тормошта йәшәүен раҫлаусы дәлил. Рустарҙың XIII-XIX быуаттарҙа йәшәгән билдәле вәкилдәре, ғалимдары, мәҫәлән, Петр Рычков, Урал металлургияһының башҡорттар булышлығында барлыҡҡа килеүе һәм үҫтерелеүе хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған: башҡорттар рус таусыларына тимер, баҡыр һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтарын күрһәтә. Был ерҙәрҙә ул саҡта боронғо руда иретеү мейестәре - домна ҡалдыҡтарын күрергә була. Тимәк, башҡорттар араһында борон-борондан төрлө матдәләрҙең химик, физик, термик һәм башҡа үҙенсәлектәрен белеүсе аҡыллы заттар булған.

Әлбиттә, ошондай ғилемдең халыҡ аңында күп быуаттар буйына тупланған бай тормош тәжрибәһе һөҙөмтәһе булыуы раҫтыр.

- Тап шулай. Тик XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарында үҙҙәре етештергән ҡоралдарҙы ҡулланыусы башҡорттарға тимерлектәр тотоу, һуғыш ҡоралдары эшләү ҡануни рәүештә тыйылғас, борондан килгән рудасылыҡ, металлургия менән шөғөлләнеү традицияһы өҙөлөп ҡала. Бына быйыл Өфө ҡалаһының 450 йыллығын байрам итәбеҙ. Был дата Өфө ярымутрауында ҡәлғә төҙөлә башлауы менән бәйле. Әммә ошо урында боронораҡ замандарҙа ла бушлыҡ булмаған. Өфө урынлашҡан ер урта быуаттарҙа ла яҡын-тирәлә йәшәгән кешеләр өсөн бик уңайлы булған, уны үҙенә күрә бер тәбиғи ҡәлғә итеп ҡарап була. Ағиҙел, Ҡариҙел һәм Күгиҙел (Дим) йылғалары арауығында, урман-ҡыуаҡлы ҡалҡыулыҡтарҙа йәшәгән кешеләргә бер кем дә ҡапылдан килеп һөжүм итә алмаған, тәүҙә ошо йылғаларҙы кисеп сығырға, унан текә ярҙарҙан өҫкә менергә кәрәк булған. Дошмандарҙан һаҡланыр өсөн тик бер яҡтан ғына валдар, яһалма ҡоролмалар эшләү етә. Изге урын буш булмай тигәндәй, был ерҙең бик күп быуаттар элек тә билдәле бер ҡәбиләләрҙең төйәге булыуын археологтар раҫланы. Башҡорт риүәйәттәрендә бында ҡасандыр Имән-ҡала булыуы, башҡорт йә иһә нуғай хандарының ошо урында үҙҙәренең ставкаһын (урҙаһын) ҡороуы хаҡында бәйән ителә. Яҡын-тирәлә йәшәгән халыҡ менән идара итеү өсөн ниндәйҙер бер үҙәк булыуы фарыз, һәм әлеге Өфө ярымутрауындағы ҡала ошондай административ үҙәк булған.

Күренекле тарихсы-археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов иң кәмендә IV-V быуаттарҙан XVI быуат баштарына тиклем бында Башҡорт тип исемләнгән сауҙа, һөнәрселек һәм идара итеү үҙәге ролен үтәгән ҡала булыуын иҫбат итте, быға Өфө территорияһындағы боронғо ҡомартҡыларҙа табылған артефакттар ышаныслы дәлил булып тора. Көньяҡҡа ла, төньяҡҡа ла һыу юлдары буйлап бик алыҫ араларға барып етеп була, күрәһең, каруан юлдары ла ошонан үткән.

- Өфө ҡалаһының Тарихи Башҡортостандың үҙәгендә урынлашҡанын иғтибарға алырға кәрәк. Иртә урта быуаттарҙа бында йәшәгән ҡәүемдәр ҙә алыҫ араларға алыш-биреш итергә йөрөгән, һыу юлдарынан башҡа, каруан юлдары ла булған. Атаҡлы Ҡәнифә юлы булыуы хаҡындағы мәғлүмәт халыҡ хәтерендә әлегә тиклем һаҡлана. Башҡорт ырыуҙары юлбашсыларының 1554-1557 йылдарҙа Рус дәүләтенә ҡушылыу мәсьәләһе буйынса Иван Грозныйҙың Ҡаҙандағы наместнигына һәм Мәскәүгә тиклем барып йөрөүҙәре билдәле. Тимәк, башҡорттар был тирәләге юлдарҙың ниндәй урындарға илтеүе, төндәрен ҡайҙа ял итергә туҡталып булыуы хаҡында бик яҡшы белгән.

Ҡалалар тураһында әңгәмә ҡорһаҡ та, уларға илтеүсе юлдар хаҡында ла иҫкә алыу урынлылыр. XIX быуатта йәшәгән күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың бик фәһемле бер фекере барыбыҙға ла билдәле: "Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе - үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды белеү, икенсеһе - йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө - хандар хаҡындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү". Бына мине башҡорттарға ни өсөн йондоҙҙарҙы исемләп атап, яҡшы белеү кәрәклегенең мөһим булыуы аптырата ине. Хәҙер аңлашыла ки: ата-бабаларыбыҙ - яугир халыҡ, улар ҡайҙа бармаған да, ниҙәр күрмәгән, көнө-төнө юлда булырға тура килгән. Хәниф Кәримдең бер шиғыры иҫкә төшә: "Төн ҡаплағас киң океан өҫтөн, пароходтар юлдан аҙашһа, оҫта капитандар барыр юлды яҡты йондоҙҙарға ҡарап табалар". Эйе, башҡорт кешеһе лә, ҡайҙа ғына йөрөмәһен, төндәрен барыр юлын, йүнәлешен йондоҙҙарға ҡарап дөрөҫ билдәләй белгән, ә ошондай ғәмәли белемде ҡуллана белеүҙең урта быуат башҡорттары өсөн кәрәкле һәм бик файҙалы күнекмә булғанлығына шик юҡ...

- Мин бына тағы ла бер мөһим проблемабыҙ булыуы хаҡында әйтер инем. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың әйткәненә өҫтәп, беҙ боронғолоҡто белеү генә түгел, уны һаҡлау һәм яҡлау мохтажлығы булыуын онотмаһаҡ ине. Был яҡтан эшмәкәрлегебеҙ ҡәнәғәтләнерлек түгел. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан алып беҙҙең тарихыбыҙҙы бүлгеләргә, башҡалар файҙаһына ҡулланырға, хатта ки үҙ халҡының тарихы итеп күрһәтергә теләү тенденцияһына ҡаршы тора алмайбыҙ. Ә ут күршеләребеҙ бик йылдам эш итә: бик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе, үҙҙәренең башҡортлоғон яҙма рәүештә теркәп ҡалдырған хәлдә лә, татар сығышлы итеп күрһәтәләр, ә беҙ быға ҡаршы тороуға, ялғанды фаш итеүгә әллә ни илтифат итмәйбеҙ. Барса Көнсығыш донъяһында шиғриәте менән дан тотҡан Әйле башҡорто Ҡол Ғәлигә Ҡаҙан ҡалаһында һәйкәл ҡуйылған, ул күренекле "татар шағиры" тип нарыҡлана.
Беҙҙең халҡыбыҙҙың бик күп күренекле шәхестәре Рәсәй кимәлендә танылыу таба. XIX быуат аҙаҡтарында - XX быуат баштарында рус армияһында башҡорт сығышлы 5 генерал була, яңылышмаһам, уларҙың өсөһө Генераль штаб академияһында ҙур вазифалар биләй. Йәнә, мәғариф өлкәһен алһаҡ, бынан ике быуат тиерлек элегерәк Муллаҡай мәҙрәсәһен төрки халыҡтар өсөн алыштырғыһыҙ мәғрифәт йорто итә алған шәхесте - суфый шәйехе Ғабдулла Сәидиҙе миҫалға алырға кәрәк. Ул, беренселәрҙән булып, ошо мәҙрәсәлә яңыса уҡытыу алымын - йәҙитселекте ғәмәлгә индерә. Үҙе геология, төҙөлөш, тау эше, химия, тәбиғәтте өйрәнеү, халыҡ медицинаһы нигеҙҙәренән һабаҡтар бирә. Бында шулай уҡ арифметика, рус теле, дөйөм тарих, физика, ҡануниәт нигеҙҙәре, педагогика, логика предметтары буйынса белем бирелә, физкультура дәресе лә индерелә. Күрәһегеҙ, шәкерттәргә киң күләмдә белем биреү менән бергә, хәҙергесә әйткәндә, һөнәри йүнәлеш мәсьәләһе лә хәл ителә. Ошо мәҙрәсәлә уҡып сыҡмаһалар, беҙ бөгөн миллионер сәнәғәтселәр, бер туған Рәмиевтарҙы белер инекме? Улар башҡорттарға, башҡорт милли хәрәкәтенә ҙур күләмдә матди ярҙам күрһәтә. Уҙған быуаттың 20-се йылдарында нәшер ителгән "Сәсән" журналында Дәрдмәнд псевдонимы менән ижад иткән Закир Рәмиев башҡорт-татар шағиры тип нарыҡлана. Беҙ Башҡортостанда тыуып үҫкән, белем алған, алтын табыу сәнәғәтен үҫтергән, башҡорт ауылдарында мәсеттәр һалдырған, мәҙрәсәләр астырған, үҙ иҫәбенә күп кенә башҡорт һәм татар балаларын төрлө уҡыу йорттарына ебәргән шәхесте үҙебеҙҙеке, Башҡортостандыҡы итеп баһаламайбыҙ. Ә бит үҙ ватанына тоғро ҡалған шәхестең улдары ла Баймаҡта йәшәй. Уның бер улы Муса Мортазин бригадаһында штаб начальнигы булһа, ейәне 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, майор званиеһына лайыҡ була.
Тағы ла бер нәмәне иғтибарға алырға була: 1917 - 1920 йылдарҙағы башҡорт хәрәкәтендә көнбайыш башҡорттары бик әүҙем ҡатнаша, башҡорт ғәскәре командирҙары араһында ошо төбәктә тыуып үҫкән офицерҙар күп була. Уларҙың ата-бабалары шәжәрәләрҙә, мәсет кенәгәләрендә, рәсми документтарҙа аҫаба башҡорт булараҡ теркәлгән. Бынан 100 йыл элегерәк уларҙа башҡортлоҡ рухы бик көслө булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, махсус алып барылған сәйәсәт һөҙөмтәһендә көнбайыш башҡорттарының байтаҡ өлөшө татарлашыуға дусар ителде. Был хәл шулай уҡ юғалтыуҙар исемлегенә инә.

Һаҡланып ҡалған шәжәрәләрҙе, боронғо ҡулъяҙмаларҙы, һирәк осрай торған китаптарҙы өйрәнгәндә элегерәк тикшеренеүселәр иғтибарынан ситтә ҡалған нәмәләр осраймы?

- Әлбиттә. Һәр тикшеренеүсе, башлыса, үҙ маҡсатына тура килгән мәғлүмәттәрҙе табырға тырыша. Ә бына, мәҫәлән, башҡа ҡәүемдәр, уларҙың юлбашсылары, сардарҙары менән ниндәйҙер бер сәйәси, иҡтисади йә иһә рухи мөнәсәбәткә ингәндә халҡыбыҙ үҙенең дипломатияға һәләтле икәнен дә таныта алған. Ошо йәһәттән XIII быуат ваҡиғалары бик фәһемле. Тәүҙә башҡорттар Сыңғыҙ хан яуына ҡаршы күтәрелә, алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Әммә башҡорт юлбашсылары халыҡты нисек итеп булһа ла ҡырылып бөтөүҙән ҡотҡарырға ҡарар итә. Бер генә юл - Сыңғыҙ хан ярандары менән һөйләшеүҙәргә сығыу, килешеү төҙөү. Башҡорт илселәре ошо ауыр миссияны уңышлы үтәп сыға: биләгән ерҙәренә хужа булыу хоҡуғы (аҫабалыҡ), дин тотоу иреге, йолаларының тейелгеһеҙлеге таныла, эске үҙидаралыҡ тәртибе һаҡлана. Рус дәүләтенә ҡушылған саҡта ла халҡыбыҙ дипломатик юл менән үҙенең элекке хоҡуҡтарын танытыуға һәм һаҡлап ҡалыуға өлгәшә. Бында бына нимәне һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Башҡорттар - ошо ерҙәрҙең төп хужаһы, быны Тарихи Башҡортостан территорияһына йәнәш йәшәгән барса халыҡтар ҙа таныған. Башҡорттар үҙҙәрен Урал батыр нәҫеле итеп нарыҡлай. "Урал батыр" эпосында халҡыбыҙҙың ошо Урал тауы һәм уға йәнәш ерҙәрҙә таралып китеп, үрсеп-ишәйеп йәшәүе хаҡында бәйән ителә. Уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағындағы бер мәҡәләһендә Дауыт Юлтый 1812 йылда Ватан һуғышына китеп барыусы башҡорттар йырлаған бер йырҙың һүҙҙәрен килтерә. Унда шундайыраҡ юлдар бар: "Урал баба һеҙҙе ғәфү итмәҫ, әгәр ҙә һеҙ еңелһәгеҙ". Был "Хоҙай һеҙҙе ғәфү итмәҫ" тигәнгә тап килә. Халҡыбыҙ Уралды тәңрегә тиңләгән бит. Боронғо башҡорттар өсөн Урал батыр мифик зат ҡына түгел, һәм уға арналған эпосты халҡыбыҙҙың ул замандарҙағы төп идеологияһы тип ҡарау фарыз.

Рус дәүләте составына ингәс, тәүге осорҙа башҡорттар рустар менән тыныс шарттарҙа, килешеп йәшәү сәйәсәтен үҙ итә. Ошо хаҡта ни әйтер инегеҙ?

- XVI быуаттың 70-се йылдарында башҡорт юлбашсылары тағы ла бер ҡыйыу аҙым яһай: улар үҙ ерҙәрендә ҡәлғә төҙөүҙе һорап, батша Иван Грозныйға мөрәжәғәт итә. Бының сәйәси сәбәптәре - нуғайҙарҙың, ҡалмыҡтарҙың, шул уҡ Күсем хандың башҡорт ерҙәренә йыш һөжүм итеп тороуы, халыҡты талауы, әсиргә алып китеүе. Яҡлау тапмаған хәлдә, халыҡ ҙур юғалтыуҙарға дусар ителер ине. Йәнә яһаҡ йыйыу, идаралыҡ, суд эштәрен алып барыу, өсөн халыҡ йәшәгән ерҙә административ үҙәк кәрәк була. Өфө ҡәлғәһен төҙөтөүҙе башҡорттарҙың һәм рустарҙың берҙәм сәйәси эшмәкәрлек алып барыуын раҫлаусы ышаныслы дәлил итеп ҡарарға кәрәк. Тарихсыбыҙ Булат Аҙнабаев фекеренсә, ошо килешеүле эшмәкәрлек арҡаһында рустар хатта үҙҙәре ҡабул иткән ҡәлғә-ҡалалар төҙөү тәртибен үҙгәртергә мәжбүр була: улар ҡалаларҙы бер-береһенә яҡын һалһа, был осраҡта Өфөгә иң яҡын булған Ҡаҙанға тиклем 500 саҡрымдан ашыу юл үтергә кәрәк. Тимәк, Өфө цитадель ролен үтәй алмай, ул яулап алыу өсөн төҙөлмәй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр Өфө ярымутрауында бер ниндәй тораҡ пункттары булмаған, тип раҫларға тырыша. Әлбиттә, баш ҡалабыҙҙың хәҙерге үҙәгендә бик ҙур зыярат - некрополь булған, әммә яҡын-тирәлә ауылдар булыуын инҡар итеп булмай: хужалыҡ итеү өсөн бик уңайлы шарттар һәр урында ла булмай бит. Ҡәлғә төҙөләсәк урынды ла башҡорттар үҙҙәре күрһәтә.

Күп кенә боронғо тарихи яҙмаларҙа урта быуат башҡорттарының Урта Азия, Каспий һәм Ҡара диңгеҙ буйҙарындағы ҡалаларға барып етеп, шул тарафтарҙа йәшәгән ҡәүемдәр менән сауҙа итеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Һис шикһеҙ, башҡорттар сит-ят ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтенең иң әһәмиәтле яҡтарын да үҙләштерә алғандыр. Халҡыбыҙ бар замандарҙа лә сикләнеп кенә йәшәмәгән, ошо хаҡта Н.А. Мәжитов үҙенең ғилми хеҙмәттәрендә лә яҙҙы: Башҡорт ҡалаһының архитектураһы, төҙөлөш материалдары, балсыҡ иҙелмәләрен әҙерләү рәүеше Урта Азия халыҡтарыныҡына бик оҡшаш.

- Һүҙегеҙҙе ҡеүәтләп, Арҡайым ҡаласығын миҫалға алырға була. Ул зороастр динен тотоусы халыҡтар ҡалалары менән бер иш. Авестала ҡаланы нисек итеп төҙөү хаҡында күрһәтмәләр бар. Унда иң беренсе ҡаланы өс ҡулсалы итеп төҙөргә, һәр ҡулса эсендә күпме кеше һәм мал булырға тейешлеген билдәләргә, дүрт тарафҡа дүрт ишек (ҡапҡа) ҡуйырға бойорола. Арҡайым ҡаласығын өйрәнгән археолог Здановичтың һүрәттәрендә уңың өс ҡулсанан хасил булыуы, дүрт яҡтан ҡаласыҡ эсенә инеү урындары булыуы күҙгә ташлана. Зороастр динен тотоусылар, башлыса, боронғо Персияла (хәҙерге Иранда) йәшәй. Ошо диндең барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм тарҡалыуы б.э. тиклем VI быуаттан башлап б.э. VII быуаты урталарына ҡәҙәре ваҡытты үҙ эсенә ала. Тимәк, Көньяҡ Уралда йәшәүсе ҡәүемдәр беҙҙең эранан күпкә алдараҡ уҡ Яҡын һәм Урта Көнсығыш менән бәйләнеш тотҡан була. Тап ошо фактты раҫлаусы дәлил рәүешендә "Урал батыр" һәм "Гилгәмеш хаҡындағы поэма"ның тап килешлеген атап киткәйнек инде. Бында беҙ Көньяҡ Урал һәм Азия халыҡтары араһындағы матди һәм рухи мәҙәниәттәр бәйләнеше булыуы хаҡында ла һүҙ йөрөтә алабыҙҙыр.
Беҙҙең тарафтарҙа бик боронғо замандарҙан алып урындағы төҙөлөш материалдары - ағас һәм таш ҡулланылған. Арҡайым - балсыҡ ҡала. Был Урта Азия халыҡтары технологияһына тура килә. "Өфө-II ҡаласығы" ла, башлыса, балсыҡтан төҙөлгән. Иң мөһиме - Уралдан көньяҡҡа, Урта Азия тарафтарына илткән юлдар - каруан юлдары була һәм ул сауҙа үҫешен тәьмин итә. Әлеге Башҡорт ҡалаһының ана шул сауҙа итеү үҙәктәренең береһе булыуына Н.А. Мәжитов ышаныслы дәлилдәр тапты. Боронғо Башҡорт иленә төрлө көньяҡ илдәре һөнәрмәндәре, шул уҡ төҙөүселәр ҙә килеп, бында тороп ҡалыуын фаразларға була. Башҡорттарҙың һәм Азия халыҡтары фольклорының ауаздашлығы ла рухи-мәҙәни бәйләнештәр һөҙөмтәһе ул. Әл Иҙриси башҡорттарҙың ҡалалары хаҡында һоҡланып яҙа, ә уларҙың үҫешен әле беҙ телгә алған мәҙәни бәйләнештәр тәьмин иткән. Башҡорт ҡалаларында ағастан һәм балсыҡтан һалынған йорттарҙан башҡа тирмәләр ҙә була. Ә тирмә беҙҙең климатҡа ярашлы ҡоролма: ҡышын сыуал менән йылытып була, йәйен һалҡынса. Әлбиттә, ҡала төҙөлөшө урындағы климат, тәбиғәт шарттары менән бәйле, һәм шуға күрә төрлө төбәктәрҙәге бер үк заман ҡалалары араһында айырмалар байтаҡ була.

Тәбиғи һәм ижтимағи-сәйәси катаклизмдар, һуғыш-ҡырылыштар барышында боронғо башҡорт ҡалаларынан тик харабалар ғына тороп ҡала. Башҡорт ҡалаһы ла ер йөҙөнән юҡ була. Һуңынан башҡорттар ҡала төҙөүҙән ваз кисә. Өфө ҡәлғәһен рустар үҙҙәре төҙөһөн өсөн батшаға мөрәжәғәт итәләр. Бының сәбәптәре нимәлә?

- Рус дәүләте составына ингәс, ата-бабаларыбыҙ Иван Грозныйҙы "Аҡ батша" тип нарыҡлай. Ул халҡыбыҙҙың дәүләт башлығына ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булыуын аңлата: аҡ төҫ - сафлыҡ, яҡшылыҡ символы. Бик ышаныслы кешегә шундай ҡушамат бирелә. Рус батшаһын рустар үҙҙәре "Яуыз Иван" тип атаған хәлдә, башҡорттар уға яҡшы баһа бирә. Ни өсөн? Иван Грозный башҡорт ерҙәренә теймәй, халҡыбыҙға үҙ диндәрен тоторға, үҙ йолаларын үтәргә, үҙҙәренә хас традицион идара итеүгә ризалыҡ бирә, ирекһеҙләмәй. Башҡорттар араһында "Аҡ батша"ның абруйы ҙур була, ул ышаныслы зат итеп ҡабул ителә. Әлбиттә, башҡорттар унан хаслыҡ көтмәй, шуға күрә ҡәлғә төҙөү хаҡында үҙҙәре мөрәжәғәт итә. Был осорҙа башҡорттарҙа ҡала төҙөү традицияһы бөтөнләйгә өҙөлөп, матди мәҙәниәттән төшөп ҡалған була, әүәлерәк ҡалаларҙың артыҡ кәрәге лә булмай. Тарихсыбыҙ Роза Буканова әйткәнсә, башҡорттарҙа ҡәлғә функцияһын тауҙар, ҡуйы урмандар үтәй. Унан һуң, бында ҡәлғә төҙөү башҡорттарға ла, батша хакимиәтенә лә кәрәкле һәм файҙалы була, был ике яҡтың килешеп эш итеүенә лә булышлыҡ итә. Төҙөлөш өсөн байтаҡ ҡына сығымдар талап ителеүе лә хәл иткес сәбәптәрҙең береһе булғандыр.

Тарихсы Булат Аҙнабаев, Өфө ҡалаһының изге урында, ысынбарлыҡта боронғо некрополь өҫтөндә төҙөлөүен билдәләп, ҡасандыр ошондай урындарҙың "өфө" тип аталыу мөмкинлеге хаҡында үҙ фаразы менән бүлеште. Рус дәүләт эшмәкәре, тарихсы Петр Рычков та Ағиҙел буйында урынлашҡан ҡаланың Өфө тип аталыуына ғәжәпләнә. Шәхсән үҙем "Өфө" һүҙенең этимологияһын "өф итеп тороу" тигән һүҙбәйләнешкә бәйләп аңлатып булалыр, тим. Һуңғыһы бик ҡәҙерле, ҡиммәтле нәмәләргә ҡарата ҡулланыла. Тимәк, Өфө ҡалаһы бик ҡәҙерле, изге урында төҙөлгән өсөн шулай аталғандыр, тигән фаразға ла урын бар кеүек. Башҡорттар стрелецтар етәксеһенә "Бына ошо өфө ерендә ҡәлғә һала алаһығыҙ", - тип әйткәндер. Рустар "Өфө" тип әйтә алмай, уларға "Уфа" тип әйтеү ҡулай була. Ҡариҙел йылғаһын Өфө (Уфа) ти, башлыса рустар атай башлай, һәм был топоним карталарға ла индерелә.

- Беҙҙең фольклорҙа йәнәшәлек, парлылыҡ күренеше күҙәтелә, был топонимияға ла хас. Аҡтау-Ҡаратау, Иҫке йорт-Яңы йорт, Үрге Ҡыйғы-Түбәнге Ҡыйғы, Ағиҙел-Ҡариҙел һ.б. Шуға күрә һеҙҙең фаразығыҙ ҡыҙыҡлы һәм нигеҙле булып тойола. Башҡорттар бер ваҡытта ла бер үк йылғаны ике исем менән атамай. Ғөмүмән, топонимдар бик тотороҡло була, күп быуаттар буйына бер үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡала. Шул уҡ ваҡытта Силәбе өлкәһенә ҡараған Өфө күле, Өфәле (Өпәле) йылғаһы, Башҡортостанда тағы ла бер бәләкәй генә Өфө йылғаһы булыуы ла билдәле.

Башҡорттар - тәбиғәт балалары, тибеҙ. Халҡыбыҙҙың ҡалаларға мөнәсәбәте төрлө дәүерҙәрҙә төрлөсә булыуын күрәбеҙ. Ерҙәре таланыуы, хоҡуҡтары ҡыҫырыҡланыуы арҡаһанда улар урындағы чиновниктарға, заводчиктарға ҡаршы сыға, Пугачев яуы осоронда заводтарҙы баҫып алып, домналарҙы эшлектән сығара. Дөйөм алғанда, улар ҡалаларҙы бик өнәп етмәй. 1917 йылғы инҡилапҡа тиклем ҡала башҡорттары юҡҡа иҫәп тип әйтергә була. Мәҫәлән, 1897 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алғанда Өфөлә ни барыһы 3151 башҡорт кешеһе теркәлгән. Ғөмүмән, Совет осоронда ла башҡорттарҙа ҡалалашыу процестары бик аҡрын бара. 1920 йылда Өфөлә 1200, 1926 йылда - 4632, 1939 йылда - 15 400, 1959 йылда - 30 302, 1979 йылда - 92 500 башҡорт кешеһе теркәлә. Ошонан һуң теүәл 45 йыл үтеүгә Өфө башҡорттарының һаны 199 689 кеше тәшкил итә. Теркәлеү урындары ауылдарҙа булған башҡорттарҙы ла өҫтәһәк, 200 меңдән ашыу кеше тип әйтергә була. Ярты быуат дауамында Өфө башҡорттарының һаны 100 мең кешенән саҡ ҡына күберәккә артҡан булып сыға. Әлегә тиклем башҡорттарҙың 40 проценттан ашыуы ауылдарҙа көн итеүҙе хуп күрә. Урбанлашыу, йәғни ҡалалашыу процестарын прогрессив күренеш тибеҙ, ә ул бик һүлпән бара. Быны нисек аңлатырға була?

- Башҡорттар элек-электән иркенлекте ярата: ауылдар бик бәләкәй, ҙур ауылдар юҡҡа иҫәп. Менталь яҡтан башҡорт кешеһе быуаттар дауамында ҡала мөхитен, ҡала тормошон үҙһенмәй. Мәҫәлән, милләттәштәребеҙ әлегә тиклем Мәскәү ҡалаһына барып урынлашыуҙы кеше күплеге арҡаһында хушһынмай. Йәнә бер фактор пәйҙә булды: ковид эпидемияһы ҡала кешеләренең күпләп ошо сирҙе йоҡтороуын, ауылдағыларҙың был яҡтан хәүефһеҙерәк булыуын күрһәтте. Байтаҡ ҡына ҡала кешеләре оҙайлы ваҡыт дауамында фатирында бикләнеп ултырырға мәжбүр булды. Ошонан һуң ҡайһы бер башҡорт ғаиләләре ауылға кире тартылды.
Ҡала мөхитенең кеше шәхесенә ыңғай йоғонто яһауы билдәле: бында хакимиәт органдары эргәлә генә, театрҙар, музейҙар, мәҙәниәт һарайҙары күп, сәнғәт, әҙәбиәт менән танышыу анһат, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегендә ҡатнашырға була һ.б. Мәғариф кимәле юғары, балаларҙы уҡытыу шарттары яҡшыраҡ, мәҙәниәт өлкәһенә үҙ өлөшөңдө тиҙерәк һәм сифатлыраҡ индереү мөмкинлеге бар. Дөрөҫ милли тәрбиә алған ҡала башҡорттарының балалары киләсәктә мәҙәниәтте үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашасаҡ. Әммә ҡала тормошоноң милләтебеҙ өсөн үтә хәүефле бер яғын күрмәйенсә булмай: туған телендә рухи тәрбиә алмаған, телен юғалтҡан башҡорттар арта барып, халҡыбыҙҙың бер өлөшөн юғалтыуыбыҙ бар. Унан һуң, тап ҡала мөхитендә ҡатнаш никахтар арта бара, бындай ғаиләләрҙә башҡорт рухына урын булмаясаҡ. Ауыл мөхитендә телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн шарттар уңайлыраҡ, ғөрөф-ғәҙәтәр, йола-традициялар юғалып бармай. Милли традицияларыбыҙ юғалһа, рухи көрсөккә килеп терәлеү хәүефе янай. Туған тел һәм милли йолалар - рухты тотоп тороусы төп факторҙар.
Әлбиттә, балаларҙы башҡорт мәктәбендә уҡытыу бер ни тиклем проблеманы хәл итә ала, әммә тел буйынса, аралашыу буйынса ғаилә мөхитендә бер талапты мотлаҡ үтәү фарыз - үҙ-ара һәм балалар менән тик башҡортса ғына аралашыуҙы ҡәтғи талап итеп ҡуйыу. Бына минең ике улым рус телле 35-се мәктәптә уҡый. Өйҙә берәй һүҙҙе русса әйтһәләр, шундуҡ башҡортсаһын ҡабатлатып әйттереү алымын ҡулландым. Даими рәүештә шулай итһәң, балалар үҙҙәре күнегеп китеп, башҡортса теләп һөйләшә башлай. Балаларыбыҙ ике телле булып үҫә - руссанан башҡортсаға күсеү, йә иһә башҡортса һөйләшеүҙән руссаға күсеү улар өсөн бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҡала башҡорттары өсөн иң мөһиме - ғаиләлә туған тел мөхитен һаҡлау һәм балаларҙа башҡорт теленә ҡарата һөйөү уята алыу. Тик шул шартты теүәл үтәгәндә генә ҡала башҡорттарының милли рухи менталитеты күсәгилешле буласаҡ.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 140

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru