«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

"Башҡортостан, алға!" тигән саҡырыу һөҙөмтәләр килтерә, республикабыҙҙа һәр өлкәлә барлыҡҡа килгән матур үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар ҡыуандыра. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРБУЗДАН ҠАЙНАТМА
+  - 

Ҡарбузды ҡауынға ҡарағанда йышыраҡ консервалайҙар. Әҙерләмәләр араһында татлыларын да, тоҙлоларын да табырға була. Шулай ҙа татлы рецептарға өҫтөнлөк биреләлер, моғайын.

Ҡайнатма

Ҡарбуз ҡабығынан гәрәбәләй һары ҡайнатма әҙерләү өсөн 1 кг ҡабыҡ, 1 кг шәкәр, 1 лимон кәрәк була. Ҡарбуз ҡабығының ҡара йәшел ҡаты тышын әрсергә, аҡһыл-йәшел өлөшөн 2 сантиметр тирәһе киҫәктәргә бүлеп сығырға. Ҡабыҡта ҡарбуздың ҡыҙыл йомшағын бер аҙ ҡалдырырға, ҡайнатма тәмле еҫле буласаҡ. Әҙерләмәне кәстрүлгә һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойорға һәм ҡапҡасын ябып, 20 минут ҡайнатырға. Утты һүндереп, һыуын икенсе һауытҡа ҡойоп алырға. Ҡалын төплө кәстрүлгә 1 кг шәкәр һибеп, өҫтөнә ҡарбуз ҡабығы ҡайнатылған һыуҙың 300-400 миллилитрын ҡойорға - шәкәр сиробы әҙерләү өсөн. Болғата-болғата ҡуйырғансы талғын утта ҡайнатырға. Шуның өҫтөнә ҡарбуз ҡабығын һалырға һәм 1 сәғәт ҡайнатырға, шунан 1 лимон ҡабығын һәм ярты лимондың һутын ҡушып, һыуытырға. Тағы ла 20-30 минут ҡайнатырға. Эҫе ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға бүлеп ҡойорға. Ҡарбуз киҫәктәрен һалғанда гәрәбәләй һары сиропты ла күберәк ҡушырға онотмағыҙ. Ҡапҡастар ябып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләмәне юрған ябып һыуытығыҙ.

Компот

Бының өсөн ҡарбуз йомшағы кәрәк була. Мәҫәлән, етерлек кимәлдә татлы булмаған ҡарбуздан компот ҡайнатырға мөмкин. Ҡарбузды таҙартырға, орлоҡтарын тулыһынса сүпләп бөтөргә тырышырға һәм йомшағын киҫәктәргә бүлеп сығырға. Иң мөһиме, банкаға һыйырлыҡ булһын. Компотҡа 600 грамм ҡарбуз йомшағы, 1,5 стакан шәкәр, 3 стакан һыу кәрәк була. Ҙур булмаған кәстрүлдә һыуҙы ҡайнатып, шәкәр һибергә һәм болғатырға. Уртаса асылған утта 10 минут тотҡас, шәкәрле һыу бер аҙ ҡуйырырға тейеш. Шуға ҡарбуз киҫәктәрен ҡушырға һәм ҡайнап сыҡҡас, уттан алырға, ҡапҡас ябырға һәм 30 минут тоторға. Компотты банкаларға ҡойоп алырға, йәки һыуынғас та эсергә була. Компот бик тәмле килеп сыға һәм уны йәйге тәмле эсемлектәр әҙерләгәндә тотонорға ла була.

Джем

Йәй тәмен ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн иң ҡулай ысулдарҙың береһе - ҡарбуз джемы. Ул ҡуйы килеп сыҡһын өсөн консервациялауҙа ҡулланылған ҡойҡаландырыусы сара - желфикс кәрәк була. Ул шулай уҡ ҡулланылған шәкәр кимәлен дә кәметә. Джем өсөн 1 кг ҡарбуз йомшағы, 500 грамм шәкәр, 50 грамм желфикс, 2 ҡалаҡ лимон һуты кәрәк. Ҡарбуз йомшағын орлоғонан таҙартып, киҫәктәргә бүлергә. Желфиксҡа 4 ҡалаҡ шәкәр ҡушырға һәм шунан кәстрүлгә һалынған ҡарбуз йомшағына өҫтәргә. Талғын утҡа ҡуйып, болғата-болғата ҡайнар хәлгә еткерергә. Батырмалы блендер ярҙамында иҙергә. Шунан тағы бер тапҡыр ҡайнар хәлгә еткереп, ҡалған шәкәрҙе өҫтәргә, болғатырға һәм 36 минут тоторға. Шул арала күбеген алып торорға онотмағыҙ. Иң аҙаҡ лимон һутын өҫтәргә. Джемды стерилләнгән банкаларға ҡойоп сығырға, ҡапҡастарын ябырға. Һыуынғас, ҡарбуз джемы ҡуйыра.

Ҡарбуз өлгөргән осорҙа тәмлекәсте туйғансы ашап өлгөрөргә тырышыу кәрәк, әлбиттә. Әммә беҙ тәҡдим иткән ысулдар буйынса ҡышҡылыҡҡа ла йәй тәмен һаҡлап ҡалырға булыуын белегеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.07.24 | Ҡаралған: 48

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru