«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЙБУЛЛАЛА...
+  - 

Хәйбулла районында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһы эше барышында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн осрашыу үткәрҙе.

Осрашыуҙы асып, Азат Бадранов Хәйбулла районының тау-мәғдән сәнәғәте иҫәбенә лә әүҙем үҫешеүен билдәләне. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитет урындағы бюджетты тулыландырыу йәһәтенән беренсе урын алды - яҡынса 500 миллион һум. "Республика етәкселегенең бурысы - законды һәм экологик нормаларҙы үтәү күҙлегенән баланс тәьмин итеү, эш урындары булдырған, һалым түләгән, яңы проекттарға инвестиция һалған бизнесҡа эшләргә һәм үҫешергә мөмкинлек биреү. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район буйлап эш сәфәрҙәре барышында ошо турала күп тапҡыр әйткәне бар", - тине Азат Шамил улы.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һүҙҙәренсә, Аҡъярҙа ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһының һуңғы ултырышынан һуң бер айҙан күберәк ваҡыт үтеп киткән, әммә ошо арала байтаҡ эш башҡарылған. "Тәү сиратта был беҙҙең юлдар менән бәйле. Уҙған ултырыштан һуң Аҡъяр - Сибай юлын төҙөкләндереү, Яңы Ергән күперен йүнәтеү эштәре башланды. Шул саҡта уҡ тау-мәғдән предприятиелары ташыусылары менән юл эшмәкәрлеге талаптарын үтәү буйынса осрашыу үткәрергә ҡарар ителде", - тине район етәксеһе.
Осрашыуҙа юлдарҙы ремонтлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, йәштәрҙең ситкә китеүе, ФАП-тар һәм дарыуханалар асыу кеүек халыҡты борсоған һорауҙар яңғыраны. Шуларҙың береһе - Аҡъярҙа яңы Мәҙәниәт йорто һалыу. Мәҙәниәт йорто сиҙәмде үҙләштереү осоронда уҡ төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып ул техник яҡтан иҫкергән, өҫтәүенә ошондай ҙур район өсөн бик бәләкәй. Урындағы халыҡ шулай уҡ Аҡъяр - Өфө маршруты өсөн уңайлы автобус бүлеүҙе һораны.

Әлфиә ӘҺЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.24 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru