«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МУТЛАШЫУСЫЛАР ҺАМАН МУТЛАША
+  - 


Мутлашыусылар республика халҡының аҡсаһын урлауҙы дауам итә: уларҙың алдағы үткән ялдарҙа ғына ла 5 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Ялдарҙа таныш булмаған телефон номерҙарынан 67 йәшлек Өфө кешеһенә бер туҡтауһыҙ шылтыратҡандар. Шылтыратыусылар үҙҙәрен инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре итеп таныштырған, тәжрибәле брокер һәм торг үткәреүҙә оҫта булыуҙары тураһында һөйләгән. Улар пенсионерға килемле компанияларға инвестиция һалыу юлы менән өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим иткән. Иргә бындай тиҙ аҡса эшләү идеяһы оҡшаған һәм ул әңгәмәне дауам иткән. Мутлашыусылар уның 1 миллион һумдан ашыу аҡсаһын "инвестиция портфеле"нә күсерткән, әммә ир вәғәҙә ителгән килемде алмаған. Шунан ғына полицияға мөрәжәғәт иткән...
Үткән аҙнала полицияға мөрәжәғәт иткән тағы бер ҡатын да баш ҡалала йәшәй. Уға ла берҙән-бер көндө таныш булмаған номерҙан шылтыратып: "Кәрәҙле бәйләнеш хеҙмәткәремен", - тип таныштырғандар. Шунан әлеге "хеҙмәткәр" ҡатындың телефонында "переадресация" функцияһы эшләүен, шуға уға килгән СМС-хәбәрҙәрҙе башҡалар ҙа уҡый алыуын хәбәр иткән. Был функцияны һүндереү өсөн пенсионер ҡатындың яҡындағы бәйләнеш салонына барырға мөмкинлеге булмағанын белгәс, "хеҙмәткәр" уны дистанцияла һүндерергә ярҙам итергә булған. Шунан ул "Кәрәкмәгән программаны һүндерҙем", тигән дә, телефонды һалған. Күпмелер ваҡыт үткәс, үҙен "банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре" итеп таныштырған тағы бер ҡатын шылтыратҡан һәм пенсионерҙың мәғлүмәттәре, йәнәһе лә, мутлашыусылар ҡулына эләгеүе тураһында әйткән. Йәнәһе лә, кемдер ҡатындың банк иҫәбенән таныш булмаған номерҙарға аҡсаларын күсерергә маташҡан, был хәлде асыҡлау өсөн "полиция хеҙмәткәрҙәре" шылтыратасаҡ, тип белдергән.
Шулай килеп сыҡҡан да: мессенджерҙарҙың береһе аша ҡатынға 102 номерынан шылтыратыу килә, "дәүләт хеҙмәткәре" барыһын да белгән кеүек әңгәмәләшә һәм үҙе әйтеп тороп, полицияға ғариза яҙҙыра, был һөйләшеүҙе башҡаларҙан сер итеп һаҡларға ҡуша. Тәфтиш барышын фашламау өсөн, йәнәһе. Ҡатын "ғариза"ны яҙа, фотоға төшөрә һәм мутлашыусыға ебәрә. Уныһы артабан күрһәтмәләр көтөргә бойора.
Артабан үҙен "финанс хеҙмәткәре" тип таныштырған ҡатын тәфтиш тикшереүе барған ваҡытҡа пенсионерҙан аҡсаларын "хәүефһеҙ иҫәп"кә күсереп тороуын һорап шылтырата. Шулай уҡ банкка барып мөрәжәғәт иткәндә ундағы хеҙмәткәрҙәр өҫтәмә һорау бирә башлаһа, үҙен телефон кенәгәһенә "ҡыҙым" тип теркәп тороуҙы үтенә. Иҫәптән ҡулаҡса алыу сәбәбен ҡыҙына бурыстың бер өлөшөн ҡайтарыу, тип аңлатырға ҡуша. Артабан мутлашыусылар үҙҙәре такси саҡыртып, пенсионерҙы банкка ебәрәләр. Уныһы бөтә йыйған аҡсаһын өйөнә алып ҡайта. Шунан мутлашыусылар был сумманы 4 өлөшкә бүлеп, үҙҙәре әйткән банк иҫәптәренә төрлө банкоматтар аша күсерергә ҡуша.
Алдаҡсылар тоҙағына ҡапҡан пенсионер ҡатын быларҙың "бойороғон" үтәгән саҡта уға ысын банк хеҙмәткәрҙәре әллә нисә тапҡыр килеп мөрәжәғәт иткән, ярҙам итергә тырышҡан. Әммә ҡатын тәфтиш серен асыуҙан ҡурҡып, таныш булмаған кешеләр менән телефондан аралашыуын йәшергән.
Аҡса күсереп бөткәндән һуң алдаҡсылар хатлашыу һәм шылтыратыуҙар тарихын юйҙыртырға ҡушҡан. Әммә алдаҡтары бының менән генә тамамланмаған. Бер аҙ ваҡыт үткәс, шул уҡ ялған банк хеҙмәткәре шылтыратып, "Аферистар пенсионер ҡатындың мәғлүмәттәрен белгән һәм уның исеменә кредит алырға маташа", тип хәбәр иткән. Быны кисектереү өсөн 360 һумлыҡ кредит лимитын тотонорға тәҡдим иткән. Ләкин оло кешегә банкта кредит биреүҙән баш тартҡандар. Мутлашыусылар шунан һуң ғына ҡорбанын тоҙаҡтан ысҡындырған һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған. Шунан ғына алданып ҡалған ҡатын полицияға мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә мутлашыусылар уның 1 миллион һум аҡсаһын урлаған. Был мутлыҡ осраҡтары буйынса енәйәт эше ҡуҙғалтылған.

Шулай итеп...
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы таныш булмаған кешеләрҙең таныш түгел иҫәптәренә аҡса күсермәҫкә өндәй. Бындай осраҡтарҙың күпселеге бурысҡа батыуға һәм йыйылған шәхси аҡсаларҙан ҡолаҡ ҡағыуға килтерә. Шәхси һәм банк мәғлүмәттәрен сит кешеләргә әйтмәгеҙ. Мутлашыусылар шылтыратһа, һөйләшеүҙе тамамлап, ҡыҙыл төймәгә баҫығыҙ. Был үҙегеҙҙе һәм милкегеҙҙе һаҡлар.

Вадим САҘРЕТДИНОВ,
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәткәре.


ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

КҮМӘКЛӘП ИҪКӘРТӘЙЕК!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Патриот" хәрби-патриотик паркындағы республиканың ауыл биләмәләре башлыҡтарының семинары барышында уларҙан халыҡҡа телефон аша мутлашыусылар тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны.


- Аңлауығыҙса, алдау юлы менән аҡса алыу схемаларын махсус хеҙмәттәр әҙерләй, был аҡса туранан-тура ВСУ-ны финанслауға йүнәлтелә. Халыҡ уларҙың тоҙағына эләкмәһен өсөн аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәк, сөнки күптәр фатирҙарын һата, кредитҡа бата һәм һуңынан бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Бының ниндәй хәүеф менән янауын аңларға тейешһегеҙ. Кеше ышана, фатирын һата, аҡса ебәрә һәм ыштанһыҙ ҡала. Шунан һуң ошо уҡ кеше уға шылтыратып: "Йә, бер нәмәһеҙ ҡалдыңмы?" - ти. Шунан: "Шартлат йәки яндыр", - ти йәки башҡа күрһәтмәләр бирә. Тимәк, бының тағы ла ауырыраҡ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, енәйәт ҡылыу осраҡтары ла бар. Ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылда республикала йәшәүселәр телефон һәм онлайн-мутлашыусыларға яҡынса өс миллиард һум күсергән. "Быйыл мутлашыу схемаһы буйынса миллиард ярым һум аҡса ебәрелгән. Был аҡса дошман армияһына ярҙам итеү өсөн тотонола. Халыҡҡа нисек аңлатырға ла белмәйбеҙ, ләкин аңлатыу эшен алып барыу мөһим", - тине Радий Хәбиров.
"Вебер" агентлығы тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, рәсәйҙәрҙең 88 процентына мутлашыусылар шылтыратҡан йәки смс-хәбәр ебәргән, ә шуларҙың 10 проценты шул сәбәпле аҡсаһын юғалтҡан.

Азат ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.24 | Ҡаралған: 82

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru