«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НЕРВЫЛАРЫҢ ҠАҠШАҺА СӘХРӘГӘ СЫҒЫП ҠЫСҠЫР!
+  - 

Беҙ ҡатмарлы тормошта йәшәйбеҙ: иртәнән кискә тиклем, тамам арығансы эшләйбеҙ, ҡай сағында хеҙмәт коллективында конфлитҡа инергә тура килә, быны еңел генә кисереп булмай. Етмәһә, ғаиләңдә лә һауыт-һаба шылтырап ҡуйыуы бар, ә балалы өйҙөң шатлығынан башҡа проблемалары ла йыш килеп сыға. Телевизорҙы асһаң, йә компьютерыңды тоҡандырһаң, әллә ниндәй катаклизмдар, техник һәм тәбиғи катастрофалар, авариялар һәм башҡа ошондай алама хәбәрҙәр кәйефте ҡыра. Ғөмүмән, йәшәйештә бер кем дә стрестан ҡотола алмай. Ә кеше организмының, психикаһының ошо ауырлыҡтарға ҡаршы тороу көсө сикләнгән. Нервыларың ҡаҡшаһа, йә депрессия, йә агрессия башлана - береһе икенсеһенән яманыраҡ. Стрестан нисек ҡотолорға һуң?

Ҡайһы бер психологтар, әгәр оло кеше үҙен балаларса ҡыланырға, үҙен улар кеүек тоторға ғәмәли рәүештә өйрәнһә, стрестың зарарлы эҙемтәләренән ҡотола ала, тип иҫәпләй. Иғтибар итһәгеҙ, балалар уйындары тауышһыҙ, ҡысҡырышһыҙ булмай. Уларҙың эске эмоциялары шулай тышҡа бәреп сыға. Ошо хаҡта уйланып йөрөп, психотерапевт Артур Янов уҙған быуаттың 70-се йылдарында стресс йөҙәткән кешеләрҙе махсус рәүештә башҡарылған ҡысҡырыу алымы менән дауалай башлай. Уның ике күренекле пациенты - Джон Леннон һәм Йоко Оно була, шуға күрә был психотерапия алымы бар донъяға тарала. Доктор Янов ҡысҡырыуҙы тәү тормош заманынан ҡалған эмоциональ ғәмәл тип иҫәпләп, уны ҡулланғанда кешенең яңынан балалыҡ осорона ҡайтыуы һәм һөҙөмтәлә уның психикаһында баҫылып ятҡан травмаларҙың "юйылыу" мөмкинлеге хаҡында яҙа.
Икенсе бер ғалимә, Бирмингем ҡалаһы университетының психология буйынса өлкән уҡытыусыһы, доктор Ребекка Семменс-Уилер бына нимә ти: "Нәфрәт - кешенең база эмоцияһы, ә ярһыу - нәфрәт эмоцияһының физик агрессиялағы һәм көс ҡулланыуҙағы сағылышы". Йәмғиәттә нәфрәт тойғоһона кире баһа бирелә, сөнки ул насар эҙемтәләргә килтерә. Нәфрәт бер кемгә лә оҡшамай, әммә уның организмға файҙаһы ла бар икән: кеше организмы хәүефле мәл кисергәндә ярһыу "һуғышырға йә ҡасырға" тигән реакцияға сигнал бирә. Ә бына ҡәҙимге, ныҡ итеп, ярһып ҡысҡырған саҡта кеше шул уҡ нәфрәт тойғоһон кисерә, унан һуң бушанып, тынысланып китә. Күрәһең, ярһыған, ҡысҡырған ваҡытта кеше организмында допамин тибындағы эндорфиндар бүленеп сыға, һөҙөмтәлә улар кәйефте күтәрә ала.
"Дерби университетында уҙғарылған ҡайһы бер тикшеренеүҙәр ныҡ итеп ҡысҡырған саҡта физик ауыртыу тойғоһо кәмегәнен асыҡланы", - ти Семменс-Уилер. Ошо һәм башҡа тикшеренеүҙәр нигеҙендә ҡайһы бер илдәрҙә психотерапия ярҙамы күрһәтеү маҡсатында "Ярһыу һәм ҡысҡырыу" клубтары булдырылған.

Психотерапевтар кеше ҡысҡырыу терапияһы менән үҙаллы ла шөғөлләнә ала, тип белдерә. Әммә бының өсөн билдәле бер шарттарҙың үтәлеүе мөһим. Бындай терапияның алгоритмы ошолай:

- Яҡын-тирәлә бер кемдең дә булмауы фарыз. Паркҡа, урманға, дачаға барып шөғөлләнергә була.
- Максималь кимәлдә тынысланырға кәрәк. Һәр кемдең психикаһында "ҡыҫҡыстар" бар, улар кеше башҡарырға теләгән ғәмәлдәрҙе тотҡарлап тора. Эмбрион позаһын алып, эске көсөргәнештән тулыһынса азат булыу тәҡдим ителә. Тын алышы яй һәм тәрән булырға тейеш. Ошолай итеп тынысланып, организмды, психиканы бимазалаған халәттән сығып була.
- Тороп баҫҡан көйө, күҙҙәрҙе йомоп, үҙеңде ҡаҡшатҡан проблемаларҙы яңынан кисереп, тойоп ҡарарға кәрәк. Барса яман нәмәләрҙе бер виртуаль "сүп өйөмө"нә ташлау фарыз.
- Үҙегеҙҙе әҙер итеп тойһағыҙ, бар көскә бер нисә тапҡыр ҡысҡырығыҙ. Нисек килеп сыға, нисек теләйһегеҙ, шулай ҡысҡырырға, йыртҡыс йәнлектәй ырылдарға, олорға ла була. Әммә саманан тыш арттырып ебәрергә ярамай, йыш-йыш тын ала башлаһағыҙ, йә иһә кинәт арып китһәгеҙ, теләгегеҙ бөтһә, ҡысҡырыуҙы туҡтатырға кәрәк. Әгәр теләйһегеҙ икән, ошо циклды бер аҙ ял иткәс, яңынан башларға була. Ҡысҡырған ваҡытта таяҡ менән нимәгәләр һуғырға, төрлө хәрәкәттәр эшләргә, һикерергә лә рөхсәт ителә.
- Һуңғы этапта яңынан тынысланыу фарыз. Ултырып йә иһә ятып торорға, мускулдарға йомшаҡ ҡына массаж эшләргә, иркен һәм тыныс ҡына тын алырға тәҡдим ителә. Күҙҙәрҙе йомоп, тәбиғәт күренештәрен күҙ алдына килтерергә, тормоштағы күңелле мәлдәрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк. Медитация техникаһын белһәгеҙ, уның ярҙамында тынысланыу тиҙерәк һәм файҙалыраҡ булыр.

Бәҙри ӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №29, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.24 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн баҫмабыҙға 953 һум 58 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru