
Тик ул үҙ һүҙен яңыса, заманса әйтергә өйрәнһен!
30 майҙан 1 июнгә тиклем өс көн дауамында Өфөлә III Халыҡ-ара "Китап-Байрам" китап йәрминкәһе үтә. Ошо сағыу сара айҡанлы беҙ Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева һәм "Самрау-Медиа" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры Мансур Риф улы Ғилфанов менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һөйләшеү барышында, "Китап донъяһы бөгөн ни хәлдә?", "Халҡыбыҙ китап уҡыймы, китапҡа һорау бармы?" тигән һорауҙарға яуап эҙләнек.
Китап ул - ғәйәт ҙур төшөнсә. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына "Китап - белем шишмәһе", "Китапһыҙ өй - тәҙрәһеҙ бүлмә", "Уҡыған ил уңыр, уҡымаған ил туҙыр", "Яҡшы китап - иң ғәҙел дуҫ" тип әйтмәйҙер. Заманында Советтар Союзы донъяла иң күп уҡыған ил булараҡ танылғайны. Хәҙер нисек? Рәсәй, Башҡортостан халҡы китап уҡыймы икән?
Мансур Риф улы: Элек, Совет осоронда, китап уҡыуҙы популярлаштырыу дәүләт кимәлендә ҡуйылғайны. Ул һәр йәһәттән пропагандаланды. Миҫал өсөн Леонид Гайдайҙың "Спортлото-82" фильмын алһаҡ, унда бөтә лә китап тотоп йөрөй. Ул саҡта китап уҡыу милли идея ине, тип уйлайым. Бәлки, халыҡтың аңын биләп алыу, күңелен, иғтибарын проблемаларҙан ситкә бороу, буш ваҡытын файҙалы итеп ойоштороу ниәте менән шулай эшләнгәндер. Нисек кенә булмаһын, күп уҡыу тик файҙаға ғына һәм, ысынлап та, Совет дәүеренә был йәһәттән һоҡланырға, уны һағынып иҫкә аларға ғына ҡала. Хәҙер - интернет заманы. Кешенең ҡулынан телефон төшмәй, уҡығаны - бәләкәй генә текстар. Ҙурырағына күҙ генә һалабыҙ ҙа, үткәреп ебәрәбеҙ, ҡарап сығырға йыбанабыҙ. Күләмле әҫәрҙәр уҡыу ҙа шулай икенсе планға күсә. Моғайын, беҙ, хәҙерге 40-45 йәштәгеләр, ҡулына китап алыусы һуңғы быуындыр, тигән күңелһеҙ уйҙар ҙа килеп ҡуя ҡайһы саҡ. Йәштәрҙе китап уҡырға йәлеп итеүе бик ауыр.
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: Китап уҡыусылар һаны кәмей, йәштәр әҫәрҙәрҙе күберәк интернет аша уҡый, тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Мин был фекер менән килешеп бөтмәйем. Беҙҙең нәшриәт элек райондар буйлап "автопробег"тарға сыға торғайны. Йәғни, машина менән йөрөп, күсмә һатыуҙар ойоштора инек. Бөтә ерҙә беҙҙе көтөп алдылар. Һәр замандың үҙ заңы тигәндәй, уның ҡарауы, бөгөнгө заман технологиялары әҙәбиәт һөйөүселәргә "OZON", "Wildberries" һәм ЯндексМаркет кеүек маркетплейстар аша китаптарҙы заказ биреп алдырыу мөмкинлеген бирҙе. Ошо рәүешле беҙҙең китаптарҙы уҡыусылар даирәһе киңәйҙе. "Китап" нәшриәте сығарған баҫмалар Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә (81) тип әйтерлек һәм яҡын сит илдәрҙә таралыуы ғорурлыҡ уята. Бигерәк тә Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстандан әүҙем алдыралар. Ә иң күп яҙҙыртыусылар - Беларустан. Әйтәйек, 2024 йылда барлығы 5 меңдән ашыу дана китап заказ менән алдырылған. Рус телендә баҫылып сыҡҡан китаптарҙы күпкә йышыраҡ яҙҙыртып ала башланылар. Балалар өсөн баҫмаларҙың популяр булыуы киләсәктә китап уҡыусыларыбыҙҙың тағы ла артасағын күрһәтә. Стәрлетамаҡтан Оксана Сальникованың "Күңелле баҫҡыстар" тип исемләнгән инглиз, ҡытай, башҡорт, рус телдәрендә нәшер ителгән шиғырҙар йыйынтығы шунда уҡ һатылып бөттө. Ғөмүмән, китаптар һатыла, тимәк, уларҙы уҡыусылар ҙа бар. Мәшһүр классиктарыбыҙ популярлығын юғалтмай. Шулай уҡ яңы авторҙарҙы республика аудиторияһына танытыу өсөн дә эшләйбеҙ.
Китапты уҡыу өсөн, уны тәүҙә сығарыу, баҫыу шарт. Республикабыҙҙа китап нәшер итеү нисек ҡуйылған?
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте республикабыҙҙағы дөйөм белем биреү учреждениеларын уҡытыу-методик баҫмалар менән тәьмин иткән, китапханалар фондын кәрәкле әҙәбиәт менән тулыландырған берҙән-бер дәүләт нәшриәте. Уҡыу әсбаптары дөйөм күләмдең 60 процент самаһын алып тора. Ҡалғаны - нәфис һәм ғилми-популяр әҙәбиәт, балалар әҙәбиәте, фотоальбомдар һәм башҡа продукция төрө. Дәүләт ойошмаһы булараҡ финанслау субсидия рәүешендә хөкүмәт тарафынан бүленә. Нәшриәт китаптарҙы баҫмаға әҙерләй, һуңынан улар төрлө типографияларҙа тендер конкурстары аша баҫтырыла.
Мансур Риф улы: Китап баҫыуҙың иң алдынғы технологиялары бөгөн ҡул көсөн минималләштерергә булышлыҡ итә. Шул уҡ Воронежды алһаҡ, ундағы полиграфия предприятиелары ағым (поточный) ысулына нигеҙләнгән ҡорамалдар менән эшләй. Флешканан йә электрон почтанан алып, китаптың электрон варианты һалынған файлды машина программаһына индерәләр ҙә кнопкаға баҫалар. Техника барлыҡ операцияларҙы ла үҙе башҡара, линия аҙағында әҙер китап каптарға төрөлгән килеш килеп сыға. Әлбиттә, был осраҡта сығымдар, тимәк, хаҡтар ҙа түбән була. Шуға ундай ойошмалар үҙҙәренә заказдарҙы күберәк йәлеп итә.
"Китап" нәшриәтенең китап сығарыу планы нисек формалаша, ҡайһы авторҙың әҫәрен индереү тураһында ҡарар нисек ҡабул ителә?
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: Ҡулъяҙмалар "Китап" нәшриәтендә ҡабул ителә. Беҙ һайлап алған әҫәрҙәр йыл да көҙ айҙарында үткән ҙур худсоветҡа сығарыла. Уның эшендә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, Яҙыусылар союзы рәйесе һәм секция етәкселәре, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре - барлығы 20-нән ашыу кеше ҡатнаша. Әҙәби әҫәрҙәр сығарыу буйынса йыллыҡ план ошо рәүешле әҙерләнә. Дәреслектәрҙең исемлеген Мәғариф министрлығы әҙерләп бирә. Дөйөм исемлек республика Хөкүмәте эргәһендәге китап сығарыу буйынса комиссия тарафынан раҫлана.
Ғәйәт ҙур күләмле ошо эште 60-ҡа яҡын кеше башҡара. Улар - мөхәррирҙәр, техник һәм биҙәлеш мөхәррирҙәре, корректорҙар, иҡтисадсылар, бухгалтерҙар, маркетинг бүлеге һәм башҡалар.
Дәүләт иҫәбенә сыҡҡан китап нисек тарала һәм халыҡҡа нисек барып етә?
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: "Китап" нәшриәте сығарған нәфис әҙәбиәт баҫмаларының күп өлөшө Мәҙәниәт министрлығы аша республика китапханаларына тарала. Дәүләт иҫәбенә сығарылғас, улар бушлай бүленә. Дәреслектәр иһә тулыһынса Мәғариф министрлығына тапшырыла. Әҙәби әҫәрҙәр китаптарының ҡалған өлөшөн һатыуға сығарабыҙ. Өфөнөң Ленин урамында фирма магазиныбыҙ һәм Хөкүмәт йортонда һатыу нөктәһе бар. Район-ҡалаларҙағы сауҙа нөктәләре күмәртәләп ала китаптарыбыҙҙы. Йә үҙҙәре һата, йә башҡа юл менән тараталар. Ғәҙәттә, проза әҫәрҙәре үтемлерәк. Сыҡҡан китаптарҙың яҙмышы төрлөсә була. Ҡайһы саҡ, һатылмай оҙаҡ ятып китер инде, тип уйлаһаң, ни ғиллә менәндер инде, яңы автор китабы тиҙ арала һатылып та бөтә. Бөгөн "Урал батыр" эпосы бик популяр. "Әй Йола" төркөмөнөң бөтә донъяны шаҡ ҡатырған "Һомай" йыры шулай күтәрҙе башҡорт халҡының үлемһеҙ ижад емешен. "Урал батыр" һатыуҙа һәр саҡ бар. Уны төрлө форматта, төрлө биҙәлештә сығарабыҙ. Һүҙ эпосҡа күскәс, ҡырғыҙҙарҙың "Манас"ы иҫкә төшә. Ашхабадта үткән халыҡ-ара китап йәрминкәһендә булырға тура килгәйне. Иҫебеҙ китеп ҡайттыҡ: шул тиклем ҙур күргәҙмә залының бер яҡ ҡабырғаһын тулыһынса "Манас" алғайны. Уны нисек кенә итеп баҫып сығармағандар - көс еткеһеҙ ҙуры, бәләкәйе, тышлыҡтары биҙәлеше, ҡағыҙ сифаты, шрифт төрлөлөгө... Һушыбыҙ китте. Ҡырғыҙҙар "Манас"ты милли брендҡа әүерелдергән, эпостары менән шул тиклем ғорурланалар.
Китаптың тиҙ һатылып бөтөүе беҙҙең өсөн финанс яҡтан да әһәмиәткә эйә. Һатыу әйләнеше йылдам булған һайын, күберәк авторҙарҙы баҫып сығарыу өсөн шарт тыуа. Дәүләтебеҙҙең бөгөнгө ижтимағи-сәйәси ихтыяжына тап килгән баҫмалар ҙа мотлаҡ булырға тейеш. Быйыл, мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына ҙур иғтибар булды.
Шәхси нәшриәттәр бөгөн нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәрен баҫыуҙа ниндәй урын алып тора? Авторҙар менән нисек шләйһегеҙ?
Мансур Риф улы: Авторҙар беҙҙе үҙҙәре таба. Өфөлә типографиялар бит күп, әгәр дәүләт нәшриәте тендр аша эшләһә, клиенттарыбыҙ ҙа үҙ аяҡтары менән йөрөп һайлай китабын ҡайҙа баҫтырырға. Хаҡын һораша, ҡағыҙҙы ҡапшап ҡарай, биҙәлеш тураһында белешә, шул рәүешле сағыштыра, баһалай. Шунда барғайным, унда шулайыраҡ, тип фекерен әйтә, ҡарашын белдерә, үҙенә күрә аукцион үткәрә. Кеҫәһенән сығарған үҙ аҡсаһын һанай белә ул. Беҙгә бер юл һалған кеше икенсегә лә, өсөнсөгә лә килә. Йылына аныҡ ҡына, шуныса китап сығарҙыҡ, тип әйтеүе ауыр. Йыл йылға тап килмәй. Сама менән беҙҙең полиграфия продукцияһы күләменең 20 процентын китап нәшриәте алып торалыр, моғайын.
Хәҙер "самиздат", йәғни үҙнәшер юлы менән китап сығарыу киң тарала бара. Һеҙҙең уйығыҙса, был ыңғай күренешме, әллә, киреһенсә, насармы?
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: Үҙнәшергә ыңғай ҡараштамын. Китап баҙарының был сегменты беҙгә конкуренция тыуҙырмай. Киреһенсә, авторҙар һайлағанда, ярҙам итеп тә ҡуя. Кемдең кем икәнен алдан белеп торабыҙ. Дәүләт нәшриәте булараҡ, беҙ Яҙыусылар союзы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Китап сығарырға дәғүә иткән авторҙың союзда ағза булып тороу-тормауын белешәбеҙ иң элек. Ағза түгел икән, яҙған әйберҙәре, прозамы ул, йәки шиғырҙармы, Яҙыусылар союзы секцияларының береһендә тикшерелергә тейеш. Әгәр унда ыңғай баһалама бирһәләр, ҡулъяҙманы ҡабул итеп алабыҙ. Әҫәр гәзит-журналдарҙа баҫылһа, исеме сыҡһа, бигерәк тә яҡшы. Үҙнәшер юлы менән бер нисә китап сығарып, минең фәләнсә китабым бар, ә һеҙ мине баҫмайһығыҙ, тип дәғүә белдереп йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Ошондай күренештән һуң, әлбиттә, үҙнәшер, дөйөм алғанда, оло мәғәнәгә, баһаға лайыҡ "китап", "әҙип һүҙе" төшөнсәләренең бәҫен төшөрмәйме икән, тип тә уйлап ҡуяһың.
Мансур Риф улы: Үҙнәшер авторҙары менән туранан-тура эшләгән ойошма етәксеһе булараҡ, шуны әйтер инем: ундай баҫмалар күберәк ғаилә тарихына, шәжәрәһенә, атай-әсәйҙәрҙең юбилейҙарына ҡарата уларҙың тормош юлын сағылдырыуға ҡайтып ҡала. Балалары йыйылышалар ҙа, әйтәйек, әсәйҙәренең 65 йәшенә китап сығаралар. Ғәҙәттә, тиражы ла ҙур булмай. Туғандары, яҡындары араһында таралып бөтә. Презентация үткәрмәйҙәр, киң аудиторияға сығармайҙар. Бер ҙә зыяны булмаған тенденция был, киреһенсә, йәш быуынға ғаилә ҡиммәттәрен һеңдереү өсөн бик файҙалы. Беҙ сығарған үҙнәшер китаптарының 90 проценты шундайҙар. Эйе, ижад емештәрен дә тотоп киләләр. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ редакторлау, корректура, ГОСТ талаптарына яраштырыу кеүек тәҡдимдәр әйтәбеҙ. Эйе, уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн түләргә кәрәк. Күп осраҡта заказсы баш тарта, аҡсаһын йәлләй. Ябай күҙгә лә текстағы ҡытыршылыҡтар, хаталар айырым-асыҡ күренеп торһа ла, ҡалайтаһың, баҫабыҙ.
Китапты ҡулға алғас, беҙ иң элек авторы кем булыуын белергә теләйбеҙ. Күптәр, минеңсә, ҡайҙа сыҡҡан, кем сығарған, тип ҡыҙыҡһынмай ҙа хатта. Ғөмүмән, китап ул - авторҙыҡы. Шул уҡ ваҡытта, бөгөнгө ысынбарлыҡ авторҙы икенсел урынға ҡуя, сөнки китабының сығыу-сыҡмауы тулыһынса нәшриәт ихтыярында. Һеҙ ошо фекер менән ризаһығыҙмы?
Мансур Риф улы: Юҡ, был раҫлау менән риза түгелмен. Интернет заманында яҙыусы нәшриәткә генә ҡарап, ҡасан китабым сығыр инде, тип йылдар буйына көтөп ятырға тейеш түгел. Был йәһәттән өлгө итеп, шағирә Фирүзә Абдуллинаны килтерә алам. Сөнки уның ижадын күтәрмәләүҙә беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар. Ул тәүҙә "Бәйләнештәр" социаль селтәрендә киң танылыу тапты. Шиғырҙарын йығылып ятып уҡынылар, һоҡланып, комментарийҙар ҡалдырҙылар. Сөнки тормошсан, аңлайышлы итеп ябай һүҙҙәр, ябай тел менән яҙылған юлдарҙа, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен күрә. Фирүзә апай "Самрау" типографияһына китап сығарыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Һатып бөткәс түләйем, тине. Беҙ икеленәп ҡалдыҡ, интернетҡа инеп, "Бәйләнештәр"ҙәге уның бите менән танышҡас, ышандыҡ һәм риза булдыҡ. Тиражы 1000 дана китапты ул ай ярым эсендә һатып бөттө. Ай ярым эсендә!.. Һәм беҙҙең менән тулыһынса иҫәләшеп ҡуйҙы. Тимәк, яҙыусы барыбер беренсе урында тора, әгәр ул үҙен танытыу юлып таба икән, нәшриәт ниндәйҙер шарттар ҡуйып ыҙалатмаясаҡ уны.
Бөгөнгө көндә яҙыусы кем ул? Йәмғиәт уның һүҙен көтәме әле?
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: Совет осоронда "профессиональ яҙыусы" тигән төшөнсә бар ине. Сөнки китап яҙып ҡына ла йәшәп, ғаилә аҫрап булған. Өлкән быуын яҙыусыларының, гонорар аҡсаһына бер йылда машина алдым, киләһенеке дачаға етте, тип һөйләгәнен ишеткәнем бар. Ижади отпуск та бирелгән, Мәскәү эргәһендәге "Переделкино" ял йортонда айҙар буйы әҫәрҙәре өҫтөндә эшләгәндәр. Хәҙер яҙыусыларҙың хәле башҡа. Ул, йоҡоһонан, ғаиләһенән өҙөп, әҫәре өҫтөндә ултырырға ваҡыт таба, уны баҫтырып сығара. Һатыу, китапты таратыу өсөн дә яуап бирә. Заманы шулай хәҙер. Быға күнергә һәм яраҡлашырға ваҡыт инде. Яҙыусы ижад емешен үҙе лә рекламаларға тейеш. Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов был йәһәттән өлгө булырлыҡ. Ул үҙ әҫәрҙәрен халыҡҡа тиҙ арала алып барыу юлдарын тапты. Китаптары сит илдәрҙә лә баҫыла, әҫәрҙәре сәхнәләргә сыҡты. Үҙенең ижадына ул үҙе продюсер. Был маҡтауға лайыҡ. Йәмғиәтебеҙ яҙыусы һүҙен көтәме әле? Әлбиттә көтә. Сөнки хәл итәһе мәсьәләләребеҙ тормошта әле бик күп.
Мансур Риф улы: 90-сы йылдарҙа, республикабыҙ яҙмышы хәл ителгән осорҙа, Мостай Кәримдең юғары трибунан сығышы төбәк парламенты депуттарына дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн этәргес булғайны. Бөгөн ул кимәлдә һүҙ әйтер яҙыусыларыбыҙ юҡ шул. Заманса стилгә күсергә ваҡыт, үҙ һүҙеңде яңыса әйтергә өйрәнергә кәрәк, минеңсә.
12 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ленин урамындағы "Китап" нәшриәтенең фирма магазинында булды. Тимәк, ул нәшриәт эштәре менән яҡындан тороп ҡыҙыҡһына. Эшегеҙҙә һеҙ республика ярҙамын тояһығыҙмы?
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: Беҙ һәр ваҡыт тулыһынса республика ярҙамы менән эшләйбеҙ. Дәүләт нәшриәте хөкүмәт ярҙамынан тыш булмай, шуға Башҡортостанда үҙ нәшриәтебеҙҙең булыуына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Күпме йәш яҙыусыны әҙәбиәткә алып килгән "Йәштәр тауышы" серияһы тураһында башҡаларға һөйләһәк, беҙгә аптырап ҡарайҙар. Ә "Китап-Байрам" йәрминкәһе үҙе генә лә ни тора?
Эйе, быйыл Өфөлә "Китап байрамы" өсөнсө тапҡыр үтә. Ул республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда сағыу бер сараға әүерелде. Ғөмүмән, ошо байрам тураһында фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине...
Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы: Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән китап йәрминкәләрендә даими ҡатнашабыҙ. Шундай байрамды үҙебеҙҙә лә үткәреү тураһында гел хыяллана инек. Бер йылда Силәбегә китап күргәҙмәһенә саҡырҙылар. Ул китапханала үтте. Ҙур булмаған майҙанда шундай сара ойоштороуҙарына хайран ҡалдыҡ. Радий Фәрит улы беҙҙең дөйөм ынтылышты тормошҡа ашырҙы. Һөҙөмтәлә, ысынлап та, уникаль проект ғәмәлгә ашты. Барлыҡ нәшриәттәр ҙә Ҡыҙыл майҙанға бара алмай, ә беҙгә килеү күптәр өсөн уңайлы. Ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта. Төбәк нәшриәттәре етәкселәре киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашҡанда, Өфө Мәскәүҙе уҙҙырҙы, тип маҡтап та ебәрҙеләр. Семинарҙар ойошторола, презентациялар үтә, китап сауҙаһы йылдам бара. Волонтерҙар бөтә ерҙә лә ярҙамға килергә әҙер тора.
Өс көн буйына барған сара "Урал батыр" ерендә йыл китабы" конкурсы йомғағы менән тамамлана. Салехардтан алып Ҡырымға тиклем киңлектә ятҡан ҡалаларҙан конкурсҡа бик күп китаптар килә. Беренсе йылда унда 18 нәшриәт ҡатнашҡайны, былтыр 33 булды. Быйыл ҡатнашыусыларҙың һаны артыр, тип өмөт итәбеҙ. Иҫ киткес сифатлы баҫмалар килә конкурсҡа, уларҙан күҙҙе алып булмай. Шуны ла өҫтәргә кәрәк: быйыл "Китап байрамы"нда Рәсәй төбәктәренең үҙәк китапханалары етәкселәре лә ҡатнаша. Сөнки Башҡортостан өлгөһөндә һәр ерҙә ошондай сара үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ғөмүмән алғанда, "Китап байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһе - Башҡортостан өсөн ҙур табыш ул.
Мансур Риф улы: Тәүге йылда уҡ "Китап байрамы" йәрминкәһенең кимәле ныҡ юғары күтәрелде. "Самрау" типографияһы исеменә саҡырыу алғас, дөрөҫөн әйткәндә, сираттағы һабантуй ойошторалар, тип ҡабул иттек. Йырлап-бейерҙәр ҙә, шуның менән йәрминкә тамам да булыр, тигән һымағыраҡ уйланыҡ. Эсенә инеп китеп күргәс, аптыраным. Иртәнән кискә тиклем эшлекле аралашыу, төрлө йүнәлештәге спикерҙар майҙансыҡтары, ғөмүмән, көн һайын ғәйәт бай программа ҡаралғайны. Нисә өҫтәл, шкаф, кәштәләр кәрәк - бөтәһе лә бирелә. Һәр нәшриәткә бер нисә волонтер беркетелә. Улар: "Хәлдәрегеҙ нисек?", "Бөтәһе лә бармы?", "Һыу етәме?" тип белешеп кенә торалар. Берәй һорау килеп тыуһа, йәрминкә чатына яҙыуың менән, мәсьәлә хәл ителә. Хәүефһеҙлек сараларының юғар кимәлдә ҡуйылыуы ныҡ оҡшаны. Йәрминкә майҙансығына ингән урындарға өс яҡлап металлға тикшереү рамкалары ҡуйыла. Ике йылда ла китап йәрминкәһе бик юғары кимәлдә үтте, хатта "шикарный" тип әйтер инем. Сауҙа йылдам барҙы, "Башҡортостан", "Өфө" тип яҙылған ручкалар, бесполкалар, футболкалар, мейестән сыҡҡан ҡалас шикелле, шунда уҡ һатыла, эшләп өлгөрмәйбеҙ. Халыҡ-ара "Китап-Байрам" китап йәрминкәһендә ҡатнашҡан ике йыл да беҙҙең типография өсөн емешле булды. Тәүге йылда "Ағиҙел" журналы редакцияһы үҙенең 100 йыллығына ҡарата сығарған ике томлыҡ хикәйәләр йыйынтығы һәм Розалиә Солтангәрәеваның флешкаһы беркетелгән ҡобайырҙар китабы өсөн ике номинацияла икенсе һәм өсөнсө урындар алдыҡ. Былтыр "Самрау" типографияһында баҫылған Башҡортостан Фәндәр Академияһының башҡорт ырыуҙары картаһы китабы юғары баһаға лайыҡ булды.
Мәскәү, Татарстан, Силәбе тарафтарынан килгән коллегаларыбыҙ менән аралашҡанда ла уларҙан "Китап байрамы"на юғары баһалар ишеттек. Түккән аҡса, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына өлгәште. Мин Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы менән тулыһынса килешәм - сара республиканың бер брендына әүерелә бара.
Шулай итеп, беҙ республикабыҙҙа китап нәшриәте эше һәм торошо менән таныштыҡ. Китаптар төрлө юлдар менән сыға, уларҙы һатып алалар, уҡыйҙар. Яҙыусылар ижады ла туҡтап ҡалмаған. Башҡортостанда "Китап Байрам" китап йәрминкәһенең үтә башлауы һәм быйыл өсөнсөгә ойошторолоуы, китап донъяһына яңы һулыш өҫтәй кеүек. Белем, аҡыл, хәтер шишмәһе булған был инеш бер ваҡытта ла ҡоромаһын, тип теләйбеҙ.
Рәсүл Байгилдин
әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА