«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һин китап уҡыйһыңмы? Балаларың уҡыймы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛОҒАЯ БАРҒАН ҺАЙЫН КЕШЕНЕҢ БАЛА САҒЫ УҒА ЯҠЫНАЯ БАРА
+  - 


(Эссе)

Һәр бер әҙәми заттың ғүмер башы - бала сағында. Бәлки, тап ошо йылдар кеше ғүмеренең иң бәхетле осоролор ул. Әлбиттә, заманалар ауырҙарҙан ауыр булып, һуғыш-ҡыйралыштар сығып, ас-яланғас, етемлектә үҫкән, белем алыуҙан мәхрүм ҡалған балаларҙы бер нисек тә бәхетле булған тип әйтергә тел әйләнмәй. Беҙ, йәше инде 60-70-тән уҙған оло быуын вәкилдәре, балалыҡ йылдарыбыҙ, ысынлап та, бәхетле заманға тура килде, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Нисек шулай булмаһын ти: атайҙарыбыҙ, яраланған булһа ла, ҡанлы яуҙарҙан тере ҡайтҡан, инәйҙәребеҙ, һәр яҡтан етешһеҙ булған көнитмешкә ҡарамайынса, 50-се йылдарҙа беҙгә ғүмер бүләк иткән.

Совет власы түңкәрелгәс, ул осорҙо яманатлы итеүселәр оторо күбәйеп киткәйне: йәнәһе, коммунист етәкселәр халыҡҡа тик ауырлыҡтар, бәлә-ҡаза ғына килтергән, социализм - иң алама ҡоролош, ә капитализм барыһын да бай һәм бәхетле итәсәк. Социализмда ла йәшәнек, капитализмдың "тәмле" емештәренән дә ауыҙ иттек. Ә беҙҙең өлкән быуын кешеләре һаман бала саҡтарын, үҫмерлек һәм йәшлек йылдарын һағынып иҫкә ала...
Бала-сағаға күп кәрәкмәй ине ул саҡтарҙа: тамағың туҡ, өҫтөңдә тегенсе әбей тегеп биргән күлдәк-ыштан, йәй көндәрен ялан тәпәй йүгереп-уйнап көн үткәрәһең. Уйнап туйғас, асығыбыраҡ кителә. Әсәйҙәребеҙ туҫтаҡ тултырып яңы ғына ойотолған ҡатыҡ һалып бирә, шунда әпәкәй турап тороп ашайһың - шул тиклем тәмле була, кәнфит-шәкәр юҡмы, тип һоранғаныбыҙ иҫтә ҡалмаған. Ишеү етмәһә, тауыҡ йомортҡаларын ҡайнатырға ҡуйылған самауырға һалып бешерәбеҙ: эҫе йомортҡаны әрсеп, тоҙ һибеп, әпәй телеменә ҡаймаҡ яғып тәғәмләнһәң, үҙеңде бер серегән бай балаһылай тояһың.
Олораҡ малайҙар аяҡ өшөрлөк һалҡын һыулы бәләкәй генә Ҡыйғы йылғаһына йылым менән балыҡ һөҙөргә барғанда, беҙ ҙә эйәрәбеҙ: һыу тәрәнерәк булған сөңгөлдө һөҙөп алып сыҡҡан мәлдә йылымда иң кәмендә бер-ике сабаҡ, ҡайһы берҙә көмөш бәрҙе йә иһә шылғаяҡ шамбы һикергеләп ятҡанын күҙәтеү - үҙе бер бәхет. Балыҡ һөҙөү тамамланғас, йылымсылар уны бүлешеп ала. Бер малайҙы, күҙен ҡаплатып, сүгәләтеп ултырталар, ә уның артында балыҡ бүлеүсе малай тора. Ул биҙрәләге балыҡтарҙы берәмләп ала ла, һорау бирә: "Был балыҡ кемгә?" Тегеһе балыҡ һөҙөүсе малайҙарҙың исемдәрен сиратлап әйтә бара. Һәр береһенә берәр балыҡ эләгеү менән башына күлдәк ҡапланған малай сираттағы балыҡты "Быныһы колхозға", ти. Колхоз тигәнең йылым хужаһы була инде. Мин был күренеште малайҙарҙың уртаҡ табышты ғәҙел бүлешеү алымы булғандыр тим. Шулай ҙа бер көндә балыҡ һөҙөү низағ менән тамамланды: бүленгән балыҡ менән риза булмаған өлкәнерәк ике малай, бер-береһен хәрәмләшеүҙә ғәйепләп, тас та тос һуғыша башламаһынмы! Береһенең хатта танауы ла ҡанап китте: уның береһенән береһе бәләкәсерәк ҡустылары, яр буйында аяҡтарын һәлберәтеп, теҙелешеп ултырған көйө, ағаларын йәлләп, аҡырышып илай башланы. Шулай ҙа был тамаша үҙ-ара ярашыу менән тамамланды. Ҡайһы саҡта беҙгә, ыбыр-сыбар малай-шалайға ла, өлөш сығарыла: беҙгә вағыраҡ сабаҡ-фәләнде биреп ҡайтаралар. Шул ваҡ балыҡтарҙы таҙартып тоҙлайбыҙ ҙа, өй ҡыйығына ябылған, йәйге эҫе ҡояшта ҡыҙып йылынған ҡалайға теҙеп һалып, "бешереп" ашайбыҙ. Тәмлелегенә ни әйтерһең!
Баҡсабыҙ артындағы һыртта ҡар тиҙ иреп бөтә, яҡын-тирәлә йәшәгән малайҙар йәшәрә башлаған сиҙәмгә шар һуғырға йыйыла. Был уйын шунан ғибәрәт: һәр кем нәҙегерәк кипкән ағастан ҡулайлы итеп яһалған шар һуға торған таяҡ алып килә, шулай уҡ оҫтараҡ малайҙарҙың береһе ағас ороһонан юнғыслап эшләнгән бәләкәй генә шар килтерә. Өҫкә сойорғотолған шар бер аҙ түбәнәйеүгә, уға шар таяғын туралап ташлап, тейҙерә алыу кәрәк: шулай булғанда, шар ҡаңҡылдап әллә ҡайҙа осоп та китә. Шар һуғыусылар ике командаға бүленә, үҙҙәренә түрә һайлай, бер команда шар һуға, икенсеһе шар артынан йүгерә. Һуғыусы һәм көтөүсе командалар урындары менән алышынып тора. Мәргәндәре күберәк булған команда оҙаҡ ҡына ваҡыт шар һуғып кинәнә, икенсе команда малайҙары, бер туҡтауһыҙ һауаға осоролоп торған шар артынан йүгергеләп, арып та бөтә. Шулай ҙа малайҙар йыл һайын ҡыҫҡа ғына яҙ миҙгелендә ошо уйынға бик тә теләп йөрөп, үҙенә күрә бер рәхәтлек кисерә торғайны...
Балалыҡ йылдарын мәктәптән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ауылыбыҙ мәктәбенең ике генә ағас бинаһы булды, күрше Ҡурғаш ауылы балалары интернатта йәшәне. Беҙгә 8-се класс бөткәнсе барса предметтарҙы ла тик башҡорт телендә генә уҡыттылар. Уҡытыусы - ауыл халҡы өсөн бик абруйлы шәхес, беҙ ҙә уҡытыусыларыбыҙҙы хөрмәт иттек, улар өйрәткән-ҡушҡандан ситкә тайпылманыҡ. Ул ваҡыттарҙа ауылдарҙа махсус урта йә иһә юғары белемле педагогтар бик аҙ булды. Йыш ҡына уҡытыусы вазифаһын педучилищеларҙа һәм вуздарҙа уҡып йөрөгән практиканттар башҡарҙы. Район үҙәгенән беҙҙең мәктәпкә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелгән Зарема-апа иҫемдә ҡалған. Уны беҙ беренсе дәресенән уҡ яраттыҡ, үҙе йәш кенә һәм төҫкә лә бик сибәр. Рус телендәге хикәйәләрҙе артистарса, шул тиклем ылыҡтырғыс итеп уҡый - иҫең-һушың китерлек. Уҡытыусы йоғонтоһо булғандыр, рус телендәге китаптарҙы күп уҡый башлағайным шул саҡта уҡ...
Беҙҙең балалыҡ, йәшлек йылдарында октябрят, пионер, комсомол ойошмаларының дәрестәрҙән һуң уҡыусыларҙы төрлө эштәргә йәлеп итеүе мәңгелеккә хәтергә һеңеп ҡалған. Тимур командаһы булып, ҡарт-ҡороға утын бысырға, ярырға, әрҙәнәгә өйөргә йөрөйбөҙ. Яҙҙарын ауыл урмансыһы беҙҙе ауылыбыҙ тирәһендәге ныҡ һирәгәйгән урманға ҡарағай ултыртырға алып бара, ярышып тигәндәй эшләйбеҙ, ял иткәндә мәрәкәләшеп, шаярышып ҡыуанабыҙ. Ә байрам көндәрендә, ауыл клубында үҙебеҙ әҙерләгән концертта ҡатнашҡаныбыҙҙа, ауылдаштарыбыҙҙың беҙҙе ихлас алҡышлауы шундай шатлыҡлы, үҙебеҙҙе хас та ысын әртис итеп тойғанбыҙҙыр, тим.
19 май - пионерҙар көнө, дәрестәр ҡыҫҡартыла. Төшкө аш менән тәғәмләнгәс, йылға аръяғындағы яланда йыйылышабыҙ. Бында пионер сборы уҙғарыла, пионерға алыу тантанаһы, төрлө спорт ярыштары, уйындар ойошторола. Кискә табан ялан уртаһында ҡоро-һарынан бейек итеп өйөлгән пионер усағы янына йыйылабыҙ. Бейеккә, өҫкә табан үрмәләгән ут-ялҡынға ҡарап ултырып, йырлашабыҙ: "Взвейтесь кострами, синие ночи!"
Совет осоронда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға иғтибар ҙур булды. Ҙур илебеҙҙә тиҫтәләгән мең пионер лагерҙары эшләне, Ҡырымдағы бөтөн донъяға билдәле булған "Артек" лагерында дуҫ илдәрҙән килгән балалар ҙа ял итә ине. Шәхсән үҙем пионер лагерында ике тапҡыр булдым, әммә пионервожатый вазифаһында: 1971 йылда Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында һәм 1973 йылда СССР оборона министрлығының Ҡыҙыл Пахралағы Юрий Гагарин исемендәге пионер лагерында. Һуңғыһы бер иҫтәлекле ваҡиға менән бәйле хәтергә уйылып ҡалған. Минең отрядта Алеша Микоян исемле Мәскәү малайы бар ине. Бик ҡыҙыҡһыныусан, күп нәмәне белә, фәлсәфә һатырға ярата, шул уҡ ваҡытта үтә шаян. Бер ваҡыт уның менән бәхәсләшеп киттек. Темаһы ниндәй бит әле: Советтар Союзында ғәҙеллек, тигеҙлек бармы? Әлбиттә, мин, пионервожатыйҙарса, совет идеологияһы ҡушҡанды һөйләйем, ә Алешка - киреһен. Һәм ул, үҙенең фекерен нигеҙләп, бына нимә тәҡдим итте: "Әйҙәгеҙ, яҡындағы ауылға барып, колхозсыларҙың нисек йәшәгәнен күреп киләйек. Бәләкәй генә иҫке ағас өйҙәрҙә йәшәйҙәр, һырылған фуфайка, кирза итек, калош кейеп йөрөйҙәр. Гел бер төрлө ризыҡ ашайҙар, йәй көнө иттәре лә юҡ. Ни өсөн Мәскәүҙә аҡсалы халыҡ етеш йәшәй, ә колхозсыларға йүнләп аҡса ла түләмәйҙәр? Шул булдымы тигеҙлек, шул булдымы ғәҙеллек?" Тамам аптыратты мине был 14 йәшлек малай, ни тиергә лә белмәйем. Бер аҙҙан миңә уның ҡартатаһы менән телефондан һөйләшергә тура килде. Бер көндө мине штабҡа саҡырҙылар, лагерь начальнигы, майор Хәмитов тиҙ генә килеп етергә ҡушҡан. Ул миңә әйтә: "Тиҙҙән Алешка Микояндың ҡартатаһы Анастас Иванович Микоян шылтыратасаҡ, ейәне тураһында һораша". Шунда ғына Алешканың ниндәй ғаиләлә тыуғанын белдем. Анастас Иванович менән оҙаҡ һөйләшмәнек, мин уға ейәнен маҡтап та ебәрҙем: фекерле малай, әңгәмәләшергә, бәхәсләшергә ярата, тәртип боҙмай, тимен. Ә Анастас Иванович бына ни ти: "Его отец Алексей Микоян служит командующим ВВС Туркестанского военного округа, дома бывает редко, поэтому сам воспитываю внука. Вот что, товарищ пионервожатый, он хулиганистый мальчик, держи его в ежовых рукавицах!"
Әйткәндәй, бик күп йылдар үткәс, беҙ Алексей Микоян менән интернет селтәрендә аралашып алдыҡ. Ул хәрби тәржемәселәр институтын тамамлай, ғәрәп теле белгесе, күп йылдар буйына ғәрәп илдәрендә хеҙмәт итә. Ул социаль селтәрҙәрҙә ғәрәп илдәре менән дуҫлыҡты ҡаҡшатыуға юл ҡуймау мәсьәләһен күтәреп сыҡты, ил Президенты В.В. Путинға ошо хаҡта асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте...

Шулай итеп...
Йәшәйешебеҙҙең бер яҙылмаған ҡануны бар: олоғая барған һайын кешенең бала сағы уға яҡыная бара. Бала саҡ йылдары, шул саҡтарҙа кисерелгән хәлдәр, бергә үҫкән йәштәштәр йышыраҡ иҫкә төшә, һағыш ҡатыш һағынышлы хистәр күңелдәрҙе биҙәй. Хатта ҡайһы бер психологтар оло кешегә бала саҡтағы холҡона хас булған сифаттар кире әйләнеп ҡайта, тип иҫәпләй. Бала сағыңда үҙеңде ни тиклем бәхетле тойғанһың, олоғайғас та шул тиклем үк бәхетле булаһыңдыр ул. Бынан бер генә һығымта яһап булалыр, тим: балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең тормош тигән юл башы матур, йәмле һәм ғәмле булһын, улар белемле, әхлаҡлы һәм кешелекле булып үҫһен өсөн ҡулыбыҙҙан, аңыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләп өлгөрәйек, замандаштар.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.05.25 | Ҡаралған: 30

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru