
Кеше китә, эҙе ҡала... Учалы районында тыуып, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында йәшәгән билдәле скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Сибай ҡала премияһы лауреаты Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов республиканың мәҙәни тормошонда яҡты эҙ ҡалдырҙы. Ул арҙаҡлы шәхестәргә һәйкәл-бюстар ижад итеп, үҙенә лә мәңгелек дан һәйкәле ҡалдырҙы.
Бөгөн беҙ Сибай институты алдындағы, Сибай ҡалаһы урамдарындағы һындарға ҡарайбыҙ ҙа, Хәйҙәр Ғариповты иҫкә алабыҙ. Тик бына әлеге лә баяғы, беҙ таланттарҙың ҡәҙерен иҫән сағында белеп етмәйбеҙ шул, тигән үкенеү ҙә яңырғандай була. Хәйҙәр Хәлидәр улы үҙ донъяһында янып йәшәне, эшенә мөкиббән ине, "Атайсал" гәзите редакцияһына һуңғы килгәндә лә ҡулына эскиз тотҡайны. Ул Өфөлә Урал батырға арналған һәйкәлдәр композицияһы булдырырға хыялланды. Әммә уны күтәрмәләп алған, финанс ярҙам күрһәткән кеше табылманы. Яңыраҡ республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың "Урал батыр" эпосы көнө булдырыу тураһындағы тәҡдимен ишеткәс, "ҡылт" итеп тағы Хәйҙәр Ғарипов иҫкә төштө. Аҙ ғына алдараҡ китмәнеме икән скульптор? Бәлки, мәшһүр эпосыбыҙға иғтибар артҡан был мәлдә батырыбыҙға мөһабәт һәйкәлде лә ең һыҙғанып ул ижад итер ине.
Эйе, Хәйҙәр Ғарипов ҡулдары менән бик күп һындар ҡалҡып сыҡты. Сибай ҡалаһының ял итеү урындарында, скверҙарҙа торған төрлө бюст-скульптураларҙы күрә-белә йөрөйбөҙ. Таусылар проспектында беҙҙе ғорур Салауат Юлаев һыны ҡаршы алһа, Белов урамында - Советтар Союзы Геройы Федор Белов бюсы, Чайковский урамында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған мемориал комплексы тора. Ә инде Сибай институты алдында уҡыу йорто студенттарын, килгән ҡунаҡтарҙы көн һайын Шәйхзада Бабич, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Һәҙиә Дәүләтшина, Мөхәмәтша Буранғолов һыны сәләмләй. Әйткәндәй, был бюстар аллеяһы дауамлы булырға тейеш ине. Тик ниәттәр ғәмәлгә ашмай ҡалды, скульптор 2021 йылда арабыҙҙан китте.
18 майҙа, Халыҡ-ара музейҙар көнө алдынан, Сибай институтында билдәле скульпторға арналған музей асылыуы бик мәртәбәле ғәмәл булды. Был идея бынан ике йыл элек тыуа. Скульпторҙың ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова башланғысында Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайының ул саҡтағы рәйесе Роза Бикбованың инициативаһын Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы коллективы бик матур итеп тормошҡа ашырҙы.
- Хәйҙәр Хәлидәр улы Ғарипов ғәжәп бай фантазиялы, ижади илһам менән янып йәшәгән талантлы скульптор булды. Уның йөрәге аша үткәреп, оҫта ҡулдары менән һынландырылған бик күп һәйкәлдәре, бюстары Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә урын алды. Уның ижадына иғтибар итһәк, шул айырым билдәләүгә лайыҡ: Хәйҙәр Ғарипов башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәрен данлай, тарихты ихтирам итә һәм ҡарашын киләсәккә төбәй, - тине музейҙы асҡандағы сығышында институт директоры Илдар Хәмитов.
Прозаик, драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Ғарипованың сығышы иһә йылы тәьҫораттарға бай булды.
- Хәйҙәрҙең ижад юлы беҙҙең ғаилә тормошо аша үтте. Йәш кенә саҡта таныштыҡ. Ул Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә алмағас, Ҡаҙағстан тарафтарында бер йыл йөрөп килде, аҙаҡ баш ҡалала төҙөлөштә эшләне. Әммә рәссам булыу теләге уны бер минутҡа ла ташламаны. Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашыуыбыҙ һаман иҫтә. Ләйсән ямғыр яуа ине. Шунда ул миңә үҙе яҙған шиғырҙы һөйләне:
Урал батырҙы үлгән тиҙәр,
Уның үлгәндәрен кем күргән?
Әгәр үлгән булһа, үлгәндәрҙең
Гүрҙән сыҡҡандарын кем күргән?
Шулай тине лә: "Мин ошо Ағиҙел ярына Урал батыр һәйкәлен ултыртасаҡмын", - тип өҫтәп ҡуйҙы. Шул саҡта уҡ уның шундай бөйөк хыялы бар ине. Аҙаҡ беҙ Нестерев исемендәге музейға барҙыҡ. Хәйҙәр миңә бындағы һәр материал тураһында тәфсирләп һөйләне. Төҙөүсенең шул тиклем белемле, мәғлүмәтле булыуына иҫем китте. Ҡайҙан беләһең, тип һорағайным, 8-се кластан ситтән тороп Мәскәү художество студияһында уҡыуын әйтте. Бәләкәй генә ауылдан бер малайҙың шунда уҡыуын уйлап ҡарағыҙ әле! Хәйҙәр маҡсаттарына тоғро ҡалды. Уҡырға инде, белем алды, янып ижад итте. Ауыр шарттарҙа эшләне, ҡайһы бер оҫтаханаларҙан уны ҡыуып та сығарҙылар, ҡайһы бер һындар юғалып та бөттө, бәғзеләре балсыҡ килеш ҡатып ҡалды, сөнки формаға ултыртып, артабан эшләп бөтөргә финанс булманы. Муса Мортазинды ла эшләгәйне бит ул. Портретты дөрөҫ тота белде, реалист ине. Ҡайһы бер дуҫтарына шәхси бюстарын да эшләп бирҙе. Уҡыу бөткәс, Баймаҡҡа эшкә ҡайттыҡ. Уны сәнғәт мәктәбенә директор иткәйнеләр, әммә тыуған яғын һағынды. Унан Учалыла йәшәнек, унда музей булдырҙыҡ. Учалы тарафтарында Хәйҙәрҙең эштәре бик күп. Тыуған ауылына 9 метрлыҡ һалдат һыны ҡуйҙы. Аҙаҡ Сибайға килдек. Бында ла илһамланып эшләне. Мин һәр саҡ уға ярҙам иттем, хатта үҙемә түгел, уға күберәк иғтибар бирҙем, уның хыял-пландары менән йәшәнем. Эйе, холҡо ярһыу ине, ул "түңәрәктәр"гә һыйманы, үҙһүҙле ине, һәр саҡ шул "түңәрәктәр"енән "өсмөйөштәр"е һерәйеп сығып торҙо. Ижад кешеләре шулай була ла инде, уларҙың айырым бер донъя бит инде ул. Хәйҙәр миңә: "Таңсулпан, башҡа ҡатындар ире алып ҡайтҡан аҡсаны һанап ҡына ултыра, ә һин минең менән бергә эшләйһең", - ти торғайны. Икәү бергә бик күпте күрҙек, күп һынауҙар үттек. Миндә бер бокал бар, унда "За каждым мужчиной стоит женщина, этой женщиной была ты, Тансулпан" тип яҙылған. Хәйҙәр уны миңә бүләк иткәйне. Шуны музейға тапшырам, - тине Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы һәм музей асыуға көс һалыусыларға ҙур рәхмәттәр еткереп, киләсәктә музейҙың тулыланыуына ышаныс белдерҙе.
Ысынлап та, һәр бер сығыш яһаусы матур хәтирәләр генә әйтеп ҡалманы, ә үҙендә ниндәйҙер фото йә башҡа иҫтәлек барлығын әйтеп, уны музейға тапшырырға һүҙ бирҙе. Яңы ғына асылған музей бик ыҡсым, унда оҫтаның ҡайһы бер ҡул эштәрен, эскиздарын, фотоларын, уның хаҡындағы гәзит яҙмаларын күрергә була. Шулай уҡ музейға ҡуйылған экран аша уның Сибай институты алдына ҡуйған бюстарын тантаналы асыу видеояҙмаларын күрергә мөмкин.
Әйткәндәй, был - уҡыу йортонда асылған дүртенсе музей. Йәштәр уларҙы ҡарап, өйрәнеп, һабаҡ алып, илһөйәр шәхестәр булып үҫерҙәр һәм тормошта яҡты эҙ ҡалдырыу өсөн тырышырҙар, тигән ышаныстабыҙ. Ә беҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеүе менән үҙенә матур "һәйкәл" ҡуйып китеүсе һәйкәлдәр оҫтаһын онотмаҫҡа, бюстар янынан үткән һайын уның рухына доғалар ҡылып, рәхмәттәр әйтеп, яҡты уйҙар менән иҫкә алырға бурыслы.
Резеда УСМАНОВА,
Сибайҙың "Атайсал" гәзите хәбәрсеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА