
Өфөлә лә балалар үҙ туған башҡорт телендә һөйләшә. Егерме-утыҙ йылдар самаһы элек был ғәҙәттән тыш хәл һымаҡ ҡабул ителһә, хәҙер иһә ауылдарҙа балаларҙың русса һупалауы ғәҙәти хәлгә әүерелде. Теге замандарҙа туған телде ауылдар һаҡлаһа, хәҙер был оло вазифаны ҡалалар үтәйме икән, тип тә аптырап уйланыла. Сөнки, мәҫәлән, Өфөләге башҡорт гимназиялары, лицейҙарында уҡыусылар, башҡорт балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр бөгөн туған телендә һөйләшә, аралаша, йырлай, төрлө башҡортса бәйге-конкурстарҙа ҡатнаша. Өфөнөң бер нисә башҡорт балалар баҡсаһы менән танышайыҡ.
Дим районындағы 75-се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Фәниз ҡыҙы ТЛӘҮБАЕВА һөйләй:
- Сабый туған телен ҡайҙа өйрәнә? Әлбиттә, иң тәүҙә әсәһенән, атаһынан, яҡындарынан. Ғаиләлә башҡорт телендә һөйләшәләр икән, балаға үҙ туған телендә аралашырға кәрәк тип өйрәтәләр икән, ул бер ваҡытта ла туған теленән баш тартмаясаҡ. Ә инде балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс бик ҙур.
Бына беҙҙең 75-се "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында шундай ғаиләләрҙән сыҡҡан кескәйҙәр тәрбиәләнә. Ә беҙ ғаиләләрендә туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү һалынған балаларҙы ошондай уҡ рухта тәрбиәләүҙе дауам итәбеҙ. Балалар баҡсаһы 1989 йылда асылған. Бөгөнгө көндә 13 төркөмдә 376 бала тәрбиәләнә. Төп маҡсаттарҙың береһе - кескәйҙәргә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Мәктәпкәсә белем биреү - мәғариф системаһының беренсе баҫҡысы. Баланы шәхес итеп үҫтереүҙә мәктәпкәсә йәштәге осор бик әһәмиәтле. Беҙ эшмәкәрлегебеҙҙе балаларҙың телмәр үҫешенә булышлыҡ итеүсе, үҫтереүсе мөхит булдырыуға йүнәлттек. Театр гардеробтан башлана, тигәндәй, беҙҙең дә баҡсаға килеп инеү менән "Һаумыһығыҙ!" тип сәләмләү һәм "Һау булығыҙ!" тип хушлашыу мөһим традиция һанала. Төркөмдәрҙең стеналарындағы һүрәттәр башҡорт халҡының милли колориты ҡулланып биҙәлгән. Уларҙы байҡап, фекер алышыуҙар ойошторабыҙ. Бынан тыш, һәр төркөм заманса интерактив таҡта һәм мультимедия проекторы, интерактив иҙән (умный пол), интерактив ҡом, "Алма" методик интерактив комплексы, планшеттар менән йыһазландырылған. Ә дәрестәргә килгәндә, күберәк ҡыҙыҡлы уйындар уйнау, әкиәт тыңлау, шиғыр, йырҙар өйрәнеү, уйынсыҡтар ярҙамында спектаклдәр сәхнәләштереү, диалогтар төҙөү, күрһәтмә материалдар ҡулланыу телде үҙләштереүҙә һиҙелерлек һөҙөмтәләр бирә. Ғөмүмән, дәрестәрҙе уйын формаһында үткәреү балаларҙа башҡорт теленә булған ҡыҙыҡһыныуҙы икеләтә арттыра. Уйындар шулай уҡ өндәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә ярҙам итә. Балалар уйын барышында һөйләмде тиҙерәк аңлай, яңы һүҙҙәр менән тиҙерәк таныша. Һәр баланың мөмкинлектәренә ышанырға, уның тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен аса белергә кәрәк. Сөнки кескенә булһалар ҙа, уларҙың үҙ фекере, үҙ һүҙе, үҙ донъяһы бар. Баҡсала балаларҙың зиһенен киңәйтеү, эске донъяһын байытыу яғынан тәрбиәселәр ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй. Уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү йәһәтенән "Тылсымлы бармаҡтар", "Әкиәттә ҡунаҡта", "Шахмат" "Көрәш", бейеү һ.б түңәрәктәр ойошторолған. Балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙең йыр-моңға булған һәләтен асыуға, йор һүҙлелеген үҫтереүгә, сәхнәгә ылыҡтырыуға айырым иғтибар бүленә. Шуға күрә лә бындағы тәрбиәләнеүселәр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, бәйгеләрҙә уңышҡа өлгәшә. Баҡсаға йөрөгән балалар йыл һайын ҡалала үткәрелеп килгән "Илһам" шиғыр һөйләү, "Һаумы, һаумы, әкиәт", "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурстарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Балалар баҡсаһында кескәйҙәр иплелеге, тыйнаҡлығы менән дә айырылып тора. Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тирбәлә, дөйөм эшебеҙҙең балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн икәнен яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға әҙер генә торалар, балалар баҡсаһында үткәрелгән бар сараларҙа ла актив ҡатнашалар. Ата-әсәләр менән берлектә "Шәжәрә", "Татыу ғаилә - ил күрке", "Һабантуй" байрамдары йыл да үткәрелеп килә. Был сараларҙың төп маҡсаты - сабыйҙарҙы башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу, башҡорт халыҡ уйындарына, шаян йырҙарына, таҡмаҡтарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тойғоһо уятыу. Беҙҙең балаларҙың күбеһе, ете йәштәре тулғас, үҙебеҙҙең эргәлә генә урынлашҡан Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһына уҡырға бара. Мәктәп менән күсәгилешлелек мәсьәләләре яҡшы ойошторолған. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бергә эшләй, балалар баҡсаһы менән башланғыс мәктәп араһында тығыҙ элемтә булдырылған.
Бала саҡ осоро - үҙе бер ҡабатланмаҫ мөғжизәле донъя. Үҙенсә матур, үҙенсә был серле донъяла тормошобыҙ дауамы - яңы шәхестәр тәрбиәләнә. Яҡшы тәрбиә үҙ шытымдарын бирер, киләсәктә "Аҡбуҙат"та киң ҡарашлы, ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, илебеҙ яҙмышын билдәләрҙәй, халҡыбыҙға хеҙмәт итерҙәй шәхестәр үҫеп сығыр, тип ышанабыҙ.
* * *

Октябрь районының 308-се башҡорт балалар баҡсаһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм мәғрифәтселек почетлы хеҙмәткәре Фәйрүзә Рәйес ҡыҙы МУСАБИРОВА һөйләй:
- 308-се Башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт телендә уҡытыу-тәрбиә эшен ойоштороу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бында 11 төркөмдә 292 бала тәрбиәләнә. Улар менән башҡорт телен яҡшы белгән 27 педагог-тәрбиәселәр, өлкән тәрбиәсе, музыка етәкселәре, физкультура етәксеһе, уҡытыусы-логопедтар, педагог-психолог эшләй. Уларҙың 20-һе - юғары категориялы, 4-әүһе - беренсе категориялы; 24-е - юғары белемле, 3-әүһе - махсус урта белемле.
Кескәйҙәр баҡсабыҙға килгән тәүге көндән башлап туған телле, этномәҙәни компонентлы мөхиткә сума. Был йүнәлештә балалар баҡсаһында Федераль дәүләт программаһына ярашлы ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле эш алымдары алгоритмы тупланған. Педагогтарҙың төп бурысы - башҡорт теленең бөтә өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын үҫтереү, грамматик яҡтан дөрөҫ һөйләргә өйрәтеү, диалогик һәм монологик телмәрҙе камиллаштырыу, бәйләнешле телмәрҙе байытыу.
Һәр төркөмдә телмәр үҫтереүҙең бар бурыстарына ярашлы күргәҙмә, таратма материалдар, тематик альбомдар, бармаҡ уйындары, артикуляция, дөрөҫ тын алыу өсөн күнегеүҙәр, нәфис әҙәбиәт йыйынтыҡтары, һүҙле һәм дидактик уйындар картотекалары бар. Йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, йәнһүрәттәр видеотекаһы, аудиоәкиәттәр, йырҙар яҙмалары, телмәр үҫтереү өсөн интерактив уйындар, хикәйәләр һөйләргә, шиғырҙар ятларға өйрәтеү өсөн схема-һүрәттәр тупланған.
Балаларҙы туған телдә ҡыҙыҡлы әңгәмәләргә ылыҡтырыу, ижад итеү һәм логик фекерләү һәләтен үҫтереү маҡсатында педагогтар төрлө ҡыҙыҡлы, заманса эш алымдары ҡуллана. Бигерәк тә драматизация уйындары, мнемотаблицалар, схема-һүрәттәр, интерактив һәм дидактик уйындар, сюжетлы ролле уйындар ("Ат сабышы, "Һабантуй, "Башҡорт ашханаһы", "Умартасы", "Йәйләү", "Балаҫ һуғыу", "Кейеҙ баҫыу" һ.б.) менән таныштырыу бик отошло.
Баҡсабыҙҙа ойошторолған мини-музейҙа боронғо предметтар, шулай уҡ халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре менән танышыу өсөн ҡиммәтле мәғлүмәттәр етерлек. Тәрбиәселәр бында балаларҙы йорт кәрәк-яраҡтары - һауыт-һаба, аш-һыу, боронғо эш ҡоралдары менән таныштыра. Кескәйҙәр өләсәйҙең серле һандығын, серле әкиәт йомғаҡтарын ҡулланып, халыҡ әкиәттәрен һөйләп, әүрәткестәр, бишек йырҙарын бик теләп башҡара. Музейыбыҙҙа "Йомаҡ ҡойошоу" һәм "Бармаҡ уйындары", "Тиҙәйткестәр һәм тел төҙәткестәр", "Өләсәйем әкиәттәре", "Халыҡ йырҙары" кисәләре үтә. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, фольклор текстары, халыҡ уйындары менән таныштырыу аша миҙгел байрамдарын үткәреү баҡсабыҙҙа изге йолаға әүерелде. Улар йыл миҙгелдәренә бәйләнеп үтә: "Сөмбөлә", "Ҡаҙ өмәһе", "Бәпес туйы", "Аулаҡ өй", "Ҡышҡы нардуған", "Ҡар һыуына барыу", "Кәкүк сәйе", "Ҡарға бутҡаһы", "Ҡымыҙ байрамы", "Һабантуй". Халҡыбыҙҙың онотолоп барған шөғөлдәренән "Тула баҫыу", "Балаҫ һуғыу", "Ҡымыҙ бешеү", "Солоҡсолоҡ", "Буҙа", "Ҡорот ҡайнатыу", "Йылҡысылыҡ" фольклор байрамдары бик күңелле үтә. Һәр йыл һайын шәжәрә байрамдарын да үткәрмәй ҡалмайбыҙ. Шәжәрә вәкилдәренең төрлө тарихи ваҡиғаларҙа ҡатнашыуы, яуланған уңыштары, күрһәткән хеҙмәттәре, һөнәрҙәре, белемдәре тураһында күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Әлбиттә, атай-әсәйҙәр ҙә был байрамдарҙан ситтә ҡалмай. Үҙҙәре үҡ балалар менән бергә сығыш яһай.
Баҡсабыҙҙа һәр йыл һайын "Әкиәт аҙналығы"н үткәреү күркәм традицияға әүерелгән. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереү өсөн күп яҡлы эш алып барыла. Һәр төркөмдә яңғыҙ һөйләү, күмәк сәхнәлә уйнау өсөн шарттар булдырылған. Һөҙөмтәләре - район, ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа юғары баһа, призлы урындар яулау. Баҡсабыҙ 2021 йылда "Тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениһы" I төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Кескәйҙәребеҙҙең район, ҡала, республика кимәлендә конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре иһә шулай уҡ тәрбиәселәребеҙҙең эш һөҙөмтәһен иҫбатлаусы дәлил булып тора. Мәҫәлән, "Илһам" нәфис һүҙ оҫталары ҡала конкурсында (2024 йылда - 1-се, 3-сө урын); "Һаумы, һаумы, әкиәт" ҡала, республика конкурсында - (2024 йылда - 1-се, 2-се урын; 2025 йылда - гран-при, 1-се урын); 2024 йылда "Бишек йыры" ҡала конкурсында, "Полиглотик" тел ҡала олимпиадаһында - 1-се урын.
Балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүсәләре мәктәпкә М.Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейына уҡырға бара. Балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр һәм мәктәптә уҡыусы балалар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған, берҙәм саралар ойошторола.
* * *

Совет районының 166-сы Башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Ләйсән Сабир ҡыҙы РӘЖӘПОВА һөйләй:
- Туған телебеҙ - беҙҙең данлы һәм шанлы тарихыбыҙ, ул - бөгөнгө көнөбөҙ, ул - беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ. Үҙ теленә вайымһыҙ ҡараған шәхестәр хаҡында күренекле рус яҙыусыһы К. Паустовский: "Туған теленә битараф булған әҙәм - ҡырағай… Ул үҙенең асылы менән ҡоротҡослоҡҡа һәләтле, сөнки уның телгә булған ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә булған вайымһыҙлыҡ менән аңлатыла", - тип бик хаҡ һүҙҙәр әйткән.
Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, әгәр ҙә ошо саф, ҡарҙай ап-аҡ ҡағыҙ битенә нимәнелер дөрөҫ яҙмаһаң, киләсәктә был хатаны төҙәтеүе бик ауыр буласаҡ, сөнки кешене бәләкәй саҡтан уҡ шәхес итеп тәрбиәләргә кәрәк. Булған ауырлыҡтарҙы ваҡытында күреп, балаларҙың таланттарын төрлө яҡлап асырға тырышып, уларҙы әүҙем һәм талантлы, дәртле, дарманлы итеп үҫтереүгә беҙ бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.
Совет районының үҙәгендә урынлашҡан 166-сы Башҡорт балалар баҡсаһы педагогтары мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем-тәрбиә биреү эштәрен башҡорт телендә алып бара. Башҡорт телендә халҡыбыҙҙың бөйөклөгө, уның күп быуаттарға һуҙылған тарихы, мәҙәниәте, быуындар бәйләнеше, үҙенсәлеге сағыла. Беренсенән, башҡорт теле - быуындан-быуынға күсеп килгән баһалап бөткөһөҙ бүләк. Икенсенән, башҡорт теле - дәүләт теле. Дәүләт теленең ҡәҙерен белеү һәм уны хөрмәт итеү - һәр башҡорттоң гражданлыҡ бурысы, сөнки туған тел кешелектең мөһим байлығы, уның мәғәнәле мираҫы. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр туған тел аша мәҙәниәттең, тарихтың матди һәм рухи байлығына ылыға (нәфис әҙәбиәткә, фольклорға, һүрәтләү эшмәкәрлегенә һ.б.), уратып алған донъя тураһында белем ала. Һүҙ менән балалар үҙҙәренең фекерҙәрен, тойғоларын, тәьҫораттарын, ихтыяждарын, теләктәрен белдерәләр. Башҡорт теле, туған тел булараҡ, балаларға иркен фекер йөрөтөргә, һығымта яһарға, предметтар һәм күренештәр араһындағы ябай бәйләнештәрҙе үҙләштерергә ярҙам итә.
Балалар баҡсаһындағы эшмәкәрлек тәрбиәсенең профессиональ оҫталығына, балалар баҡсаһының үҫеш мөхитенә, төбәк үҙенсәлектәренә һәм балаларҙың үҫеш кимәленә иҫәп тотоп ойошторола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләләрҙә тел, нәфис әҙәбиәт, фольклорҙы өйрәнеүгә бик аҙ ваҡыт бүленә. Балалар күбеһенсә телевизор, компьютер арттарында ултырып, телебеҙҙең матурлығын, төҙөклөгөн ишетеүҙән мәхрүм була. Ғөмүмән, башҡорт ғаиләләрендә тәрбиәләнгән балаларҙың телмәр үҫеше етерлек кимәлдә түгел. Был нимә менән бәйле һуң? Беренсенән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ата-әсәләр үҙҙәре туған телдә һөйләшмәйҙәр. Шуға күрә уларға балалар менән аралашыуы ауыр. Икенсенән, балаларҙың телмәрендә булған кәмселектәр телгә ҡарата йәмғиәттә булған кире факторҙарға ла бәйле: йәмғиәттә телмәр культураһы глобаль масштабта кәмей бара; ата-әсәләр һәм педагогтар балаларҙың телмәр үҫешенә етерлек иғтибар бүлмәй; ата-әсәләрҙең, педагогтар әҙәби башҡорт телендә таҙа һөйләшә белмәй.
Балаларҙың телмәрен уңышлы үҫтереү өсөн баланы һәр ваҡыт һөйләшергә, фекер йөрөтөргә өйрәтергә кәрәк. Быға заман талаптарына ярашлы яңы технологиялар ярҙамға килә. Беҙҙең балалар баҡсаһында дәрестәр күбеһенсә башҡорт телендә үткәрелә, төрлө милләт балалары йөрөһә лә, ҡыҙыҡһынып, башҡорт телен өйрәнәләр. Балалар баҡсаһынан сыҡҡанда, көндәлек һөйләшеүҙе һәйбәт үҙләштереп, аңлап ҡуллана башлайҙар.
Беҙ балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ, улар бөтә үткәрелгән сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, һәр ваҡытта ҡулдарынан килгән тиклем ярҙам итеп торалар һәм уҡытыу-тәрбиә эшен уңайлы, сифатлы итеү өсөн дөйөм эшебеҙҙең әһәмиәтен яҡшы аңлайҙар, һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп алырға әҙер торалар. Ата-әсәләребеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ!
"Киске Өфө" гәзите, №21, 30 май – 5 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА