«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн балалар ниндәй уйындар уйнай?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫЛ ӨҪТӨНДӘ ҠАЛҒАН ӨС ҒҮМЕР
+  - 


Белешмә. Хәрби ярҙам тураһында мөрәжәғәт нигеҙендә, 1979 йылдың декабрендә Советтар Союзы Афғанстан Демократик Республикаһына Ҡораллы көстәренең сикләнгән контингентын индерә. Шул рәүешле туғыҙ йылдан ашыу осорға һуҙылған, рәсми телдә, "интернациналь бурыс", тип аталған һәм, тарихсыларҙың фекеренсә, бөйөк державаның, СССР-ҙың, емерелеүе сәбәптәренең береһе булған хәрби кампания башлана. Оҙайлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Швейцарияның Женева ҡалаһында Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Уның шарттары буйынса, 1988 йылдың 15 авгусына тиклем хәрби көстәрҙең яртыһы үҙ иленә ҡайтырға тейеш була. Һалдаттарҙың тәүге колоннаһы шул йылдың 15 майында дәүләт сиген киҫеп үтә һәм тыуған еребеҙгә аяҡ баҫа.

Рентген һүрәтен ҡулына алған хирург Хәсән Хәтип улы Айҙашев уйға ҡалды - аппарат нурына сит әйбер эләккәнме, әллә сәйер был ҡара тап һалдаттың тәненә инеп ултырған башҡа нәмәнең шәүләһеме?
- Сергей Петрович, инеп сығығыҙ әле, зинһар... - телефондан рентгенологты саҡырҙы.
Хәҙер инде һүрәтте икәүләп әйләндереп-тулғандырып ҡарарға тотондолар.
- Снаряд ярсығымы?.. Түгел... тигеҙ яҡлы теүәл формалы ярсыҡ булмай...
- Пулямы әллә?.. Калибрысы... утыҙ миллиметр тирәһе. Ул тейһә, кешенән нимә ҡалыр?.. Торба киҫәгенә оҡшаған был нәҫтә...
- Ул нисек һалдаттың умрау һөйәге тапҡырына инеп ултырған эҙһеҙ, ниһеҙ?.. Яраһы бит ҡорһағы тапҡырында, ә торба киҫәге, һеҙ әйтмешләй, ана, ҡайҙа...
Ярты сәғәттәй хитландылар төрлөсә фаразлап. Рентген һүрәтенә төшкән таптың нимәнән сағылыуына ҡарамай, операция яһарға, уны рядовой Ефремовтың тәненән алырға кәрәк ине. Госпиталгә килеп эләгеүенә ике аҙна инде уның. Яраһы төҙәлеп бара, ә уң яҡтан, нисек кенә дауалаһалар ҙа, ҡулбашының шеше ҡайтмай ҙа ҡуя. Тимәк, сәбәп ошо билдәһеҙ әйберҙә.
Ишек шаҡынылыр.
- Эйе, инегеҙ, - Хәсән Хәтип улы башын бормай ғына яуап бирҙе.
- Рөхсәтме, иптәш майор?..
- Үтегеҙ, үтегеҙ, иптәш капитан... Ни йомош?
- Йомош, тип ни, иптәш майор, выписканы тиҙләтеп булмаҫмы икән, тигәйнем... Яралар бөтәшеп бөткән һымаҡ... Тегендә, "йылға аръяғы"нда, көтәләр...
- Көтәләр, тисәле... Һин ашыҡма, форсат сыҡҡанда, ял ит оҙағыраҡ. Утҡа инергә өлгөрөрһөң... Әйткәндәй, капитан, мынау снимокҡа күҙ һал әле... Һин бит боевой офицер... Һүрәткә төшкән ошо тап, минеңсә, тимер киҫәгенә оҡшаған. Уның нимә булыуы ихтимал?
- Э-э-э, иптәш майор, был бер ниндәй ҙә тимер киҫәге түгел, ә АГС-17 гранатометының шартламаған гранатаһы!..
- Ә?.. - Хәсән Хәтип улы көтөлмәгән хәбәрҙән ултырған урынынан нисек һикереп торғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
Афғанстандың Бадахшан аймағында булып үткән ҡаты бәрелештәрҙә яраланған рядовой Ефремов бында ике аҙна ята, хәл ингәс, тән яҙып госпиталь буйлап йөрөй башланы, хатта теннис уйнап маташа шикелле. Ул бит - тере бомба, баҡһаң. Эргәһендә күпме кеше, персонал! Ишеткән хәбәрҙән һикермәҫтән һикерерһең.
- Урынынан саҡ ҡына ҡуҙғалһа, шунда уҡ - бах. Ул нисек кеше тәненә эләккән. Иң ҡыҙығы: нисек быға тиклем шартламаған? Әллә был яралы ошондамы? - Капитан башлаған һүҙен әйтеп бөтөрҙө лә, майорҙың үҙен-үҙе белешмәй ҡуҙғып китеүенә аптырап, һорай ҡуйҙы, ике ҡулы менән киң ишара яһап.
- Беҙҙә шул... Беҙҙә!.. Так, срочно палатаңа, капитан! Коридорға сыҡмаҫҡа!.. Елена, сестричка, рядовой Ефремовтың палатаһынан барлыҡ пациенттарҙы ла эвакуировать! Ул үҙе урынында тик ятһын, ҡуҙғалмаһын. Отделениела бер кем дә коридорға сыҡмаһын! Йөрөүҙе туҡтатырға!.. Мин - госпиталь начальнигына! - Башынан мең төрлө уй үткән майор Айҙашев хәрбиҙәрсә аныҡ һәм киҫкен бойороҡтар бирҙе лә, уҡтай атылып, кабинетынан сыҡты.
Ах, һуғыш-һуғыш! Ҡасан әҙәми зат берен-бере үлтереүҙән туҡтар? Кемгә тар был Ерҙә, нимә бүлешә кеше һаман? Һуң XX быуатта, техник прогресс алға киткән, кеше ғүмере иң юғары ҡиммәт тип танылған, гуманизм идеологияһы алға һөрөлгән дәүерҙә йәшәйбеҙ ҙә баһа. Ошо ете йыл эсендә тәне йыртҡыланған, аяҡ-ҡулы өҙөлгән нисәмә кешене, әле йәшәргә лә йәшәргә тейеш егеттәрҙе, тормошҡа ҡайтарҙы. Ғазраил ҡулынан йолоп ҡалды ла ул, тик уларҙың күптәре - ғүмерлек имгәк, артабан яҡындарына ла, дәүләткә лә бәйнәт булып йәшәр ғәрип-ғөрәбә.
Тәүҙә ялан госпиталендә хеҙмәт иткәйне. Унда бигерәк ауыр. Яра әрнеүенән кисергән һыҙланыу ауаздары, ҡан, иҙелгән, йолҡолған тән ағзалары, мөлк-мөлк итеп ҡанһыраған асыҡ яраларҙы эшкәртеү, тегеү, ҡул аҫтындағы медицина сараларының сикле булыуы арҡаһында үлемесле йәрәхәтле һалдаттарҙың был донъялыҡтан китмәҫтән йән талашын күреп сараһыҙланыу, мәйеттәрҙе, цинк табуттарға һалып, "Ҙур Ергә" оҙатыу һәм йәшәү менән үлем араһының бер семтем мәл генә икәнен тойоу ғазапҡа һала, күңелде иҙә, булмышты ғажиз итә унда. Юҡ-юҡ та, халыҡ ҡорал тотоп ҡаршылаша икән, беҙ бында нишләп көсләшеп, ҡорбандар аша, үҙ тәртибебеҙҙе урынлаштырырға ынтылабыҙ һуң, тигән уй килә ине башына. Дүшәмбегә, үҙәк хәрби госпиталдәрҙең береһенә күскәс кенә, арынды унан. Эйе, беҙ хәрби интернационалистар, афған халҡының демократик ынтылышын яҡлайбыҙ, душмандарға ҡаршы уларҙың азатлығы өсөн көрәшәбеҙ, ғәҙел ҡоролош төҙөргә ярҙам итәбеҙ. Беҙ инмәһәк, унда Америка хакимлек итер, урта араға оса торған үҙҙәренең "Першинг" ракеталарын ҡуйырҙар һәм Советтар Союзының бөтә Урта Азия төбәген сәпкә алырҙар ине. Икеләнергә лә, СССР-ҙың изге ниәттәр менән һәм, үҙ халҡы хәүефһеҙлеген ҡурсалап, күрше илгә ғәскәр индереүенә шикләнергә лә түгел. Был турала гәзиттәр яҙа, радио һөйләй, телевизор күрһәтә...
Подполковник Пушковтың кабинетына Айҙашев, ишеген бәреп асып тигәндәй, рөхсәт һорап тормай барып инде.
- Беҙҙә ЧП, иптәш подполковник!.. - тине ул, көс-хәлгә тынын алмаштырып.
Ишеткән хәбәрҙән госпиталь начальнигының ҡобараһы осто. Ышынманы ул. Хәрби медицина тарихында булған хәл түгел. Булһа, академияла уҡығанда миҫал итеп килтерерҙәр, гранатаны кеше тәненән хәүефһеҙ алыу өсөн ниндәй алымдар ҡулланғандар, операцияны нисек эшләгәндәр - барыһын да һөйләрҙәр, күрһәтерҙәр ине.
Пушков Хәсән Хәтип улы алып килгән рентген һүрәтен ентекләп ҡарап сыҡты ла, саперҙарҙы ла саҡырып, госпиталь хирургтары консилиумын йыйырға кәрәк, тигән һығымтаға килде. Бер ыңғай Мәскәүгә, Оборона минстрлығына, шылтыраттылар. Күп тә үтмәй, Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталенән профессор Бахмутов бәйләнешкә инде. Баҡтиһәң, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған икән Дүшәмбе табиптары юлыҡҡан хәлгә тартым берҙән-бер осраҡ. Миномет минаһы һалдаттың тәненә ҡаҙалған, ләкин шартламаған. Ҡанатлы ҡойроғо күренеп торғас, уны тиҙ зарарһыҙландыра алғандар һәм яралыны ҡотҡарып ҡалғандар. Бер кем дә зыян күрмәгән. "Уникаль хәл. Алыҫтан тороп беҙ бер нисек тә һеҙгә ярҙам итә алмайбыҙ. Шуға үҙегеҙ ҡарағыҙ инде, нисек мәсьәләне сисергә, кешеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа", - тип тамамланы һүҙен профессор.
- Граната запалына саҡ ҡына ҡағылһаң, шунда уҡ детонация буласаҡ. Снимокта ул ҡыйшайған һымаҡ та әле - быныһы бигерәк насар, - сапер офицерҙың был һүҙҙәре былай ҙа көсөргәнешле мөхит хөкөм һөргән консилиум йыйылған кабинеттағы дөйөм кәйефте тағы ла ҡырҡыулаштырҙы.
Ирҙәрҙең хәүеф уйылып ятҡан уйсан йөҙҙәре үтә лә ҡырыҫ. Ирендәр ҡымтылған. Хәбәрҙе үлсәп кенә әйтәләр, һүҙҙәрҙе ҡарлыҡҡан тамаҡ төбөнән ҡыҫып ҡына сығаралар.
- Операцияны үҙ өҫтөмә алам... Рядовой Ефремов минеке бит... Минең отделениела... - тине Хәсән Хәтип улы, нисектер мәсьәләнең сиселешенә этәргес биреү ниәтендә һөйләшеүҙе башлап.
- Мин ассистент булам майор Айҙашевҡа, - саҡ бер йыл хеҙмәт иткән лейтенант Максимов һүҙ ҡатты, әле һаман фекер туплай алмай аҙапланған иптәштәренең иғтибарын үҙенә йәлеп итеп.
- Та-а-ак... Операция... Һүҙ юҡ, уны эшләргә кәрәк... Эйе, кемдер операция өҫтәле артына ла баҫырға тейеш... Тик нисек?.. Беҙгә геройҙар түгел, ә һөҙөмтә кәрәк. Бер-беребеҙҙе ҡорбан итмәй генә быға өлгәшеү шарт... - подполковник Пушков берәмләп хеҙмәттәштәрен күҙҙән үткәрҙе. - Шартлатмай ғына гранатаны нисек боецтың тәненән алырға - бына төп проблема ҡайҙа, - тип ҡарашын сапер офицерға төбәне.
Хирургтар өсөн махсус инструмент эшләтергә кәрәк ине. Нисек тора, шул килеш, ҡуҙғатмай ғына, гранатаны шул инструмент менән ҡоршап тотоп алырға, тән туҡымаларынан ипләп кенә азат иткәс, тартып сығарырға ғына ҡала. Мәсьәләнең сиселеше шулай ябай ғына һымаҡ та ул. Тик боеприпас һәр даим секунд шартларға әҙер бит. Саҡ ҡына яңылышлыҡтан, тулҡынланыуҙан, көсөргәнештән ҡулдағы скальпелдең яҙа китеүе лә ихтимал дабаһа...
Махсус инструмент һыҙмаһын завод инженерҙары, конструкторҙары менән бергә, һәр үлсәмен ете ҡат тикшереп, ентекле һыҙҙылар. Уның буйынса эшләнгән хирург ҡоралы уңай, бик ышаныслы, ҡарап тороуға, күҙҙең яуын алырлыҡ килеп сыҡты. Бер үк ваҡытта операция өсөн айырым бүлмә йыһаҙланылар. Үҙегеҙ ҡарағыҙ унда, тиһәләр ҙә, Мәскәү һәр аҙымдарын контролдә тотто, хатта, ялынан саҡырып сығарылған министрлыҡтың медицина идаралығы начальнигы Дүшәмбегә үҙе килде. Пушков, операцияға мин торайым, тип әйткәйне, юҡ, бынамын тигән хирургтарың бар, уларға ышаныс күрһәтәйек, тинеләр өҫтәгеләр. Лейтенант Максимовҡа ла рөхсәт булманы, Айҙашевҡа ассистент итеп тәжрибәле Самойловты тәғәйенләнеләр. Әлбиттә, уның ризалығы менән. Бындай яуаплы һәм үтә лә хәүефле заданиеға һуғышта, ғәҙәт булараҡ, тик доброволецтарҙы ғына алалар. Ә Дүшәмбеләге госпиталь - күрше илдә барған утлы алыштың бер яу яланы ул.
- Хәсән, инде нисәнсе көн һуңлап ҡайтаһыңсы... Әллә эштә бер-бер хәл бармы? - ҡатыны Әлфиә бөгөн һорау менән ҡаршыланы уны.
- Яралылар күбәйҙе... Тегеләргә Американан ҙур партия ҡорал килгән, ти... Көсәйҙеләр булыр... - Хәсән Хәтип улы кеше тәнендәге граната, үҙе яһаясаҡ операция тураһында ләм-мин өндәшмәне.
- Эй, Аллам, ҡасан бөтә был һуғыш?.. Осо-ҡырыйы күренгәндәй түгел дәбаһа. Хеҙмәт итмәнең түгел, үҙең әйтмешләй, "йылға аръяғы"нда ла булдың, ут йоттороп беҙҙән. Етәр ул!.. Рапорт яҙ, тыныс яҡҡа күсерһендәр. Башҡортостанға яҡыныраҡ төйәкләнһәк, атай-әсәйҙәр ҡалай ҡыуаныр ине. Малайҙар ҙа иҫ белә башланы тыуған ерҙән ситтә. Яҡшы түгел был... - Әлфиә һуңғы осорҙа уйлап йөрөгәндәрен, ниһәйәт, иренә әйтте бөгөн.
Ул ғаиләһен Афған һуғышына ҡағылышы булмаған, хафа белмәй ҡәҙимге тыныс тормош ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәгән, киләсәк тураһында матур хыялдар ҡорған, туйҙар үткәргән, байрам табындарында йырҙар йырлаған, күңел асҡан күпселек Совет иле кешеләре рәтенә сығарыу ниәтенән шулай һүҙ башланы.
Хәсән Хәтип улы ҡатынына ҡапылдан яуап бирмәне. Эйе, ул да - әҙәми заттан һәм уға ла тыныс тормошта етеш һәм туҡ йәшәү теләге ятын түгел. Тик бурыс, выждан, әйткән һүҙгә тоғролоҡ тигән төшөнсәләр ҙә бар бит әле. Уларҙы ҡайҙа ҡуймаҡ... Хәрби хирург үҙен яралы һалдаттар урынына ҡуйып ҡарай ҡайһы саҡ. Ҡулына ҡорал тотоп һуғыша, кешегә тоҫҡап ата алыр инеме икән? Илеңә, ереңә, йортоңа дошман баҫып инһә, ундай уй төшмәҫ ине башына. Әлеге осраҡта иһә хәл башҡасараҡ бит. Шуға үҙенә биргән һорауына яуабы ла юҡ уның.
- Уйлашырға кәрәк, Әлфиә... Йәнем, мин бит хәрби кеше. Шуны белеп сыҡтың миңә кейәүгә... Сабыр итәйек, Алла бирһә, Башҡортостанға ла ҡайтырбыҙ, - тине ипле генә, ҡатынының күңелен аяп.
Таджикстандың сыҙап торғоһоҙ эҫе август айы. Айҙашев менән Самойловтың өҫтөндә саперҙар кейә торған махсус һаҡланыу обмундированиеһы, баштарын быяла битлекле шлем ҡаплаған. Һәр хәрәкәт ауырлыҡ менән бирелә. Маңлайҙан шабырлап аҡҡан тирҙе һөртөр әмәл юҡ. Ғәҙәттә, күҙ ҡарашын, ымын һүҙһеҙ ҙә аңлай ассистенттары. Әлеге хәлдә Самойлов әйткәнен дә ҡапылғарай ишетмәй хатта, ә боҫланған быяла битлек аша операция өҫтәле, унда ятҡан пациент тоноҡ шәүлә булып ҡына күренә. Юҡ, былай булмай - йөҙөн ҡаплаған быяла битлекте асыу менән өҫкә күтәрҙе. Броня тәҙрә ҡуйылған балкон аша операция барышын күҙәткән Мәскәү вәкиле, ярамай, күтәрмә, тип ишаралап ҡул болғауына иғтибар итмәне Айҙашев. Һәрмәнеп эшләй торған операция түгел бит.
- Скальпель!..
Миллиметрлап бик ипле йөрөттө хирург бысағын Хәсән Хәтип улы. Тән туҡымаларын нисек, күпме, ҡайһы йүнәлештә, ҡайһы тәрәнлектә ҡырҡырға - барыһын да алдан ентекле өйрәнделәр, ҡағыҙға скальпель юлын төшөрҙөләр. Шуны иҫендә тотто ул. - Разрезды асыңҡыра!.. Булды!.. Инструмент! - гранатаны ҡыҫып алыу өсөн эшләткән ҡулайламаны ошолай ҡыҫҡа ғына итеп атау Самойлов менән икәүһе өсөн аңлайышлы, операцияға әҙерләнгән саҡтан шулай әйтә киләләр.
Иң яуаплы мәл. Майор Айҙашевтың ҡулында өс кешенең ғүмере. Уға яңылышырға ярамай!
Ҡабырға янындағы гранатаның запалын ҡыҫып тотҡан итте инструмент үҙе йырып инергә тейеш. Боеприпасты урынынан ҡымшатырға ярамай. Бер миллиметр... Ике... Тағы биш... Бер сантиметр... Күпме ваҡыт үткәндер, Айҙашев та, Самойлов та уның иҫәбен юғалтҡан. Бәлки, ул туҡтап торғандыр.
Юҡ, туҡтамаған!.. Ер Ҡояш тирәләй әйләнеүен дауам итә. Улар кешелекте мәңгелек аша мәңгелеккә табан алып китеп бара һәм был ғәмәлдәренең, һалған юлдарының, ваҡыт үлсәменең теүәллеге ғәжәп итә. Бөгөнгө көн дә үтер, айҙар, йылдар артта ҡалыр, быуындар алмашыныр, ләкин Ерҙә таңдар тағы һәм тағы атыр... Айҙашев, Самойлов, Ефремов үҙҙәренә тәғәйен тағы бер таңды ҡаршылай алырмы? Улар йәш, уларға йәшәргә лә йәшәргә бит... Һуғыш был өс ир-егетте ошо операция оҫтәле тирәләй осраштырҙы һәм ғүмерҙәрен ҡыл өҫтөнә ҡуйҙы. Һуғыш... Кирегә ҡайтып, Совет ғәскәре дивизияларын 1979 йылдың 25 декабрендә ил сиген билдәләп шашып аҡҡан Амударъя аша Афғанстанға үтеп инергә әйҙәгән бойороҡҡа ҡул һалған ваҡытта дәүләт башлығын туҡтатып булһа, Айҙашев, Самойлов, Ефремов башҡа сүрәттә, башҡа урында йәшәп ятырҙар, бер-береһенең был донъяла булыу-булмауын да белмәҫтәр ине. Тәҡдир ҡушҡандыр Дүшәмбелә хәтәр ошо халәттә осрашырға уларға.
- Тоттом!..
Шул мәлдә ҡан атылды һәм операция өҫтәлен манма ҡыҙылға буяны.
- Сабыр!.. Ашыҡма зажим менән... Гранатаны тәүҙә!..
Ике ҡуллап тотҡан инструмент менән бергә ярып асылған, ҡанға батҡан тәндән граната ла сыҡты. Хәсән Хәтип улы уны һаҡ ҡына ҡом тултырылған тоҡтар менән ҡамалған ҡумтаға һалды. Ә был ваҡытта Самойлов, үлемес янаған боеприпасҡа иғтибар ҙа итмәй, тамырҙан, кеше тамырынан, урғылып аҡҡан ҡанды туҡтатыу менән мәшғүл ине.
Пациентты тиҙ генә икенсе бүлмәгә күсерҙеләр, унда көтөп торған хирургтар бригадаһы күнегелгән шарттарҙа операцияны урын-еренә еткереп тамамлап ҡуйҙы. Гранатаны иһә саперҙар ҡала ситенә алып китеп шартлатты. Рядовой Ефремов бер айҙан аяҡҡа баҫһа ла, комиссия уны хеҙмәткә яраҡһыҙ тип тапты.
Ике йыл ярымдан, 1989 йылдың 15 февралендә, Совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы баш бирмәҫ тынғыһыҙ Афғанстандан тулыһынса сыҡты. Ҡораллы көстәр алдына ҡуйылған хәрби бурыс үтәлдеме-юҡмы - был һорауға киләсәктә тик тарих үҙе генә яуап бирер. Ҡатмарлы шарттарҙа кеше ғүмерен ҡотҡарғаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған һәм погонына тағы бер йондоҙ ятҡан подполковник Хәсән Хәтип улы Айҙашев был ваҡытта Силәбе өлкәһендәге гарнизондарҙың береһендә хеҙмәтен дауам итә ине.


"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru