«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн балалар ниндәй уйындар уйнай?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АШЫҠ УЙЫНДАРЫМЫ? УЛ СОСЛОҠ ҺӘМ ОТҠОРЛОҠ ТӘРБИӘЛӘЙ!
+  - 


5 - 8 июндә Өфөлә "Әйҙә уйнарға!" II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале үтә. Ошо сара айҡанлы билдәле йырсы, алып барыусы, кейеҙ баҫыу оҫтаһы, боронғо халыҡ уйыны "Ашыҡ"ты тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барған Зилә ЛИРАға өс һорау бирҙек.

Ашыҡ уйыны онотолғайны бит. Уны тергеҙеү уйы нисек тыуҙы һеҙҙә?

- "Ашыҡ" тип, уйын тураһында берлектә әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Сөнки мин үҙем генә лә бәләкәйҙән уның һигеҙ төрөн беләм. Улар - "Биш ашыҡ", "Ямғыр-ашыҡ", "Хан талаш", "Бәйге", "Өс табан", "Дүрт аҙым", "Ашыҡ атыу", "Түңәрәк". Шуға, "ашыҡ уйындары", тиеү урынлыраҡ. Уйлауымса, уларҙың ҡайһыларын 4-5 йәштәр тирәһендә үк үҙләштергәнмен. Сөнки биш йәшемдә уны өйрәткән, минең менән бергәләп уйнаған өләсәйем был ғүмерҙән үтеп китте. Олатайым оҙағыраҡ йәшәне. Алдына ултыртыр ҙа: "Өләсәйең һиңә ниндәй уйын өйрәткәйне әле. Йә, ҡыҙым, уйнап күрһәт уларҙы", - тиер ине. Бер нисә көн үтәме-юҡмы, тағы ҡабатлана был хәл. Олатайымдың бөтөнләй хәтере юҡ икән, тип уйлай инем үҙем бала аҡылы менән. Ул, уйындарҙы әленән-әле ҡабатлатып, ҡайһыларын яңынан өйрәтеп, уларҙы ошо көндәргә тиклем алып килеп еткереүемде теләгән дә баһа. Быны йылдар үткәс кенә аңланым һәм ныҡ тетрәндем.
Мәктәптән һуң байтаҡ ваҡытҡа ашыҡ уйындарын онотоп торҙом. Мәскәүҙә цирк артистары әҙерләгән училищела уҡығанда, 19 йәшемдә, бер ҡыҙыҡ хәл уны иҫемә төшөрҙө. Яңы йыл ҡаршылағанда, инде куранттар бына-бына һуға тигәндә, ҡабаланып өҫтәл артына йыйылдыҡ. Ҡаршымда ултырған егет шампан аса. Бөкөһө ҡапыл минең яғыма атылды. Ни ғиллә менәндер инде, мин уны тотоп алдым. Барыһының да, нисек тоттоң уны, тип иҫ-аҡылы китте. Сөнки улар бит спортсылар, сослоҡ менән етеҙлектең нимә икәнен яҡшы беләләр, баһалайҙар. Брюс Ли тип ҡушамат та таҡтылар хатта был ваҡиғанан һуң. Шунда әйттем, мин "Биш ашыҡ" уйнап үҫкән баламын, тип. Ҡыҙыҡһынып киттеләр, өрөк һөйәктәре ярҙамында уйындың асылын төшөндөрҙөм. Жонглерҙар уйнап та ҡараны. Шунда ашыҡ уйындарының ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа таралғанын белдем.
Артабан тормоштоң тағы бер мәле үтеп китте. Кейәүгә сыҡтым, улым тыуҙы. Бала саҡтағы мауығыуым тағы онотолдо. Ян улыма 10-11 йәштәр тирәһендә малайҙар араһында фишкалар уйыны килеп сыҡты. Бер көн ул "Әсәй, вис отоп алдым", тип, бер ус "байлығын" күрһәтте. Уның ҡағиҙәләре ябай ғына - фишканы әйләндерә һуҡһаң, ул һинеке. Был уйын нимәнелер хәтерләтә түгелме, тип туҡтап ҡалдым. Олатай-өләсәйем әйтеүе буйынса, элек ашыҡтар һәр баланың үҙенеке булған, отоштарын махсус тегелгән янсыҡтарҙа йөрөткәндәр. Шунда, "Ҡарасы, ашыҡты бөтөнләй онотҡанмын да баһа!", тигән уй һуҡты башыма. Иҫләп, уны таштар менән булһа ла Ян улыма уйнап күрһәттем. Шулай бынан 25 йыл элек ашыҡ уйынын тағы иҫемә төшөрҙөм, блокнотыма белгәндәремде теркәп ҡуйҙым. Был милли уйын тураһында ҡайҙалыр яҙылғанмы икән, тип, "Башҡорт халыҡ ижады" китабын ҡарап сыҡтым. Унда бер нисә мәғлүмәт таптым. Тик яҙылғандарҙан уйындың асылына төшөнөүе бик ауыр.
Асыҡланыуынса, Башҡортостанда, ғөмүмән, боронғо был хазина онотолған. Үҙ ғаиләбеҙҙе генә алғанда ла, әсәйем, һуғыш осоро балаһы, бик үк белеп етмәй ине ашыҡ уйыны серҙәрен, ас-яланғас үҫкән балаларҙа ҡайҙан ғына уйын ҡайғыһы булһын! Башҡа туғандарым да уйнамайҙар, уны белмәйҙәр ҙә, ҡыҙыҡһынмайҙар ҙа.
Тәүге яҙмаларымды тулыландырып, дәфтәргә күсереп ҡуйҙым. Донъя мәшәҡәттәре уны тағы байтаҡҡа онотторҙо. Уйынды тергеҙеү, халыҡҡа сығарыу уйы башыма инеп тә сыҡмай ине ул саҡта. Ябай йырсымын, филармонияла эшләп йөрөйөм, ғөмүмән, тормош үҙ ағышы менән китеп бара. Сама менән ун биш йыл элек "Нишләп ашыҡ уйындарын уйнамайбыҙ, нишләп уларҙы балаларға өйрәтмәйбеҙ?" тип ең һыҙғанырға булдым. Уйынды ысын ашыҡтар менән күрһәтергә, ашыҡтар йыйырға ниәт ҡылдым. Ашыҡ йыйырға ярҙам итегеҙ, тип, дуҫтарыма, туғандарыма мөрәжәғәт иттем. Кәзә-һарыҡ малының артҡы аяҡтарында була улар. Бер баш малдан икәү генә сыға шулай. Тик йә оноталар, йә ул урынды алмайбыҙ, ташлайбыҙ, тигән һылтау менән минең үтенесем үтенес көйө ҡала килде. Аптырағас, ҡорбанлыҡ һарыҡ һатып алып, ике бөртөк ашыҡ төшөрҙөм ҡулыма. Ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтарҙа уйындың киң таралыуын белгәнгә күрә, интернет аша эҙләнә башланым. Таптым, улар менән һатыу итәләр икән хатта. Аҙаҡтан Ҡаҙағстанда 100-әр һумға һатып ултырғандарын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. 2020 йылда интернет аша 150 ашыҡ яҙҙырып алдым һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә башланым.
Тәүге бәләкәй генә ярышты Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатта үткәрҙек. Шунан чемпионат тураһында уйлана башланым. Бөтөн донъя күсмә халыҡтар уйындары программаһына "Биш ашыҡ" һәм "Ашыҡ атыу" инә. Унда ҡатнашыу өсөн ашыҡ уйындарын тәүҙә үҙебеҙҙә үҫтерергә тейешбеҙ бит. Аллаға шөкөр, былтыр беренсе чемпионатыбыҙ үтте. Быйыл ул икенсе тапҡыр була һәм 2026 йылға ла планлаштырғанбыҙ. Иң көслө уйынсыларҙан команда туплап, киләһе йылдың сентябрендә ҡаралған VI Бөтөн донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашыу ниәтебеҙ.

Ашыҡты нисек уйнайҙар? Уны ниндәй уйын төрҙәренә индереп була, әйтәйек, етеҙлек талап иткәнме, бәлки, зирәклектер?

- Ашыҡ уйындарының ултырып ҡына уйнай торғаны, хәрәкәт талап иткәне бар. "Ашыҡ атыу" менән "Өс табан"ды, мәҫәлән, малайҙар уйнай. Ә "Биш ашыҡ" менән "Ямғыр-ашыҡ" күберәк ҡыҙҙарға ятышлы. "Бәйге" менән "Хан талаш" ҡартына ла, йәшенә лә бара. Әйткәндәй, ашыҡ уйнағанда мейенең ике ярымшары ла эшләй, шуға ул деменция, альцгеймер кеүек ауырыуҙарҙы профилактикалауға булышлыҡ итә. Балаларға иһә ваҡ моторика өсөн яҡшы, етеҙлек, сослоҡ, мәргәнлек, күҙ алымы кеүек сифаттарҙы үҫтерә. "Биш ашыҡ" уйынын уйнар өсөн иң беренсе биш ашыҡ алырға кәрәк. Уларҙың берәүһе төп һөйәк - "ат" була. Биш ашыҡты ла уйын майҙансығына бәреп ебәрәбеҙ. "Ат"ты алабыҙ, шунан уны өҫкә сорғотаһың һәм шул ваҡытта икенсе ашыҡты уйын майҙансығынан алып өлгөрәһең. Шулай итеп дүрт ташты алып бөтәһең. Ашыҡтарҙы, икешәрләп, шунан өсәрләп һәм дүртәрләп һалып, тағы алып сығаһың... Шунан дүрт ашыҡты кәртәгә индерәһең. Барлығы 14 этап. Иң һуңында мәрәй тотаһың. Кем беренсе булып 100 мәрәй йыя, шул еңә. Уйын балаҫ өҫтөнә ултырып уйнала. "Биш ашыҡ" уйыны ҡул-бармаҡтарға, күҙҙәргә гимнастика бирә, сослоҡ, таһыллыҡ, алдан күҙаллай белеүҙе талап итә. Ашыҡты сойорғотоп ебәргәс, уның усҡа килеп төшөү мәлен алдан иҫәпләй ҙә белергә кәрәк.

"Әйҙә уйнарға!" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале тураһында һеҙҙең фекерҙәрегеҙ...

- Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа ғәмәлгә ашырылған өс проект шул тиклем күңелемә яҡын минең. Уларҙың береһе - "Башҡорт аты", икенсеһе - "Әйҙә уйнарға!", өсөнсөһө - "Китап байрамы". Шул тиклем бай мәғәнәле, эстәлекле саралар. Башлап ебәреүселәренә, инешендә тороусыларға мең-мең рәхмәт! Ә инде ашыҡ уйындарын халҡыбыҙға кире ҡайтарыуҙа ғәйәт ҙур ярҙамдары өсөн Республика Халыҡ ижады үҙәге етәкселегенә һәм "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә бергә эшләгән коллегаларыма оло рәхмәтемде белдерәм.

Моталлап БАЙГИЛДЕ яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru