«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бөгөн балалар ниндәй уйындар уйнай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШАТЛЫҠЛЫ СПОРТ СӘНҒӘТЕ
+  - 

Күптәр шахматты ике кеше ҡапма-ҡаршы ултырып уйнай торған ябай уйын тип ҡабул итә. Уйынсыларҙың береһе, яҡшы йөрөш эшләп, комбинация үткәрһә, ситтән ҡарап тороусыларҙа был ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ләкин шахматсының көсөн уйын һөҙөмтәһе генә күрһәтә.

Шахмат - ул спорт сәнғәте. Ул бик күп ижад шатлығы килтерә. Үҙ эсенә спорт, сәнғәт һәм фән элементтарын гармоник рәүештә алған был уйын кешегә һәр яҡлап тәҫир итә, характерҙың иң күркәм сифаттарын тәрбиәләй, аҡыл һәләтен, сәнғәт зауығын үҫтерергә булышлыҡ итә. Башҡа практик уйындарҙан айырмалы, шахмат композициялар, йәғни мәсьәләләр төҙөү, уны сисеү һәм этюдтар эшләү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Ә композиция, сәнғәт булараҡ, шахмат идеяһын тормошҡа ашыра һәм сағылдыра.
Нимә һуң композиция? Ул - мәсьәләләр, этюдтар рәүешендә яһалма барлыҡҡа килтерелгән позиция, унда шахматтың төп идеяһы үткәрелә. Яһалма рәүештә тыуҙырылған мәсьәләләр, этюдтар һис бер ваҡыт шахмат ярыштарында, уйындарында осрамаясаҡ. Әммә ысынбарлыҡта композицияға тик шахмат уйыны ғына йән өрә ала. Мәсьәләләрҙә сикләнгән кимәлдәге йөрөштәр ярҙамында мат ҡуйыла. Мин үҙем композициялар менән мауығам, шахмат һөйөүселәргә шахматта композицияның ниндәй роль уйнауын, уның нимә икәнлеген һәм төп идеяһын асып бирәм. Төрлө баҫмалар һәм шулай уҡ Белорет районының "Урал" гәзите менән тығыҙ бәйләнештәмен. Тәүге ижад емешем, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығы хөрмәтенә "40" һанын һынландырған ике йөрөшлө мәсьәләм, 1985 йылда "Башҡортостан пионеры" гәзитендә донъя күргәйне. Шатлыҡтарымдың иге-сиге булманы, ул ваҡиға миңә ҙур этәргес көс бирҙе.
Тыуып үҫкән төйәгемде ҡалдырып, Белорет районына күсеп килгәс, "Урал" гәзитендә барған шахмат конкурсын күреп, ғәжәп иттем. Республика кимәлендә бай тәжрибә туплаған кешегә район гәзитендәге мәсьәләләр тиҙ һәм еңел бирелде. 1986 йылдан алып мине ҡолас йәйеп ҡаршы алған "Урал" гәзитенән бөгөнгәсә айырылғаным юҡ. 1987 йылда Бөйөк Октябрҙең 70 йыллығы айҡанлы "70" һанын һынландырған ике һәм өс йөрөшлө мәсьәләләрем баҫмала донъя күрҙе. Шул уҡ йылда "Совет Башҡортостаны"нда өс йөрөшлө мәсьәләм баҫылып сыҡты. Шулай итеп, мин гәзиттәрҙә үткәрелгән шахмат конкурстары мәсьәләләрен сисеү генә түгел, ә улар өсөн мәсьәләләр төҙөү өҫтөндә лә әүҙем эшләй башланым. Был минең "композиция - шахмат поэзияһы"на килеп инеүем һәм унда ижад емештәрен татыуым ине.
1996 йылда район гәзите "Урал" үткәргән шахмат конкурсы мәсьәләләре бик етди һәм ауыр булды. Шул мәлдә һөйөклө әсәйем мәрхүмә булып ҡалды. Аҙна-ун көнгә тыуған яҡтарыма ҡайтып килергә тура килде. Мәсьәләләр сисеүҙе бер аҙға кисектерергә булдым. Шулай ҙа конкурста бирелгән һигеҙ мәсьәләне сисеп ебәрә алдым. Берҙән-бер көндө әсәйем төшкә кереп: "Улым, минең өсөн ҡайғырма, мәсьәләләреңдең сиселеше дөрөҫ һәм еңеү һиндә булыр", - тип әйтте. Был һүҙҙәргә ышанырғамы-юҡмы тип йөрөгәндә, ысынлап та, гәзиттә конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм мин еңеп сыҡтым.
Шулай итеп, республика кимәлендәге шахмат конкурсында ҡатнашыуыма өс тиҫтәләп йыл үтеп киткән икән. Еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә кисерергә тура килде. Үкенескә, хәҙер Рәсәй һәм республика кимәлендәге гәзит биттәрендә шахмат мәсьәләләре баҫылмай. Нишләп уларҙы яңынан бирә башламаҫҡа? Ни өсөн шахмат сәнғәтенә битарафлыҡ барлыҡҡа килде бөгөн? Элек шаулап торған "шахмат державаһы" юҡҡа сыҡты. Быға нимә сәбәпсе? Мин уға-быға ҡарамайынса, Белорет һәм Салауат райондарының "Урал" һәм "Йүрүҙән" гәзиттәре биттәрендә, шахмат мәсьәләләрен тергеҙеп, уларҙы сисеү конкурсы алып барам. Ошо баҫмаларҙа ғына шахматты тергеҙҙем, тип әйтә алам. Шахмат таҡтаһы артында мин татыған ҡыуаныслы кисерештәрҙән киләһе быуындарҙы нишләп мәхрүм итәбеҙ? Шахмат - кешеләргә шатлыҡ өләшеүсе спорт сәнғәте икәнен онотмайыҡсы, тип кенә әйтмәксе инем.

Франгил ҒӘЛИЕВ.
Межгорье ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 6 - 12 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.06.25 | Ҡаралған: 23

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 3 июндән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru