
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Генерал-адъютант Н.А. Крыжановский
(1864 - 1881 йылдарҙа губернатор булған)
Безактан һуң яңы генерал-губернатор вазифаһына уның туғанының улы, генерал-адъютант Николай Андреевич Крыжановский тәғәйенләнә, ул һуңғы ваҡытта Варшавала генерал-губернатор була, был урын бөтөрөлгәс, биләгән вазифаһынан китә.
1865 йылдың яҙында Крыжановский барса күренекле урындарға үҙе һайлап алған кешеләрҙең тулы составы менән Ырымбурға килә.
Ырымбур граждандар губернаторы һәм наказный атаман итеп полковник Бобарыкин ҡуйыла, ул элек Крыжановскийҙың адъютанты булып хеҙмәт итә. Ырымбур ҡырғыҙҙары өлкәһе менән идара итеү уның хеҙмәттәше, полковник Баллюзеккә йөк-мәтелә. Уральскийға наказный атаман итеп полковник Веревкин ебәрелә, уны үҙ ваҡытында бында Безак саҡырып килтереп, махсус бурыстар үтәүсе чиновник вазифаһына ҡуйған була.
Крыжановский килгәндән һуң бында барса губерна учреждениелары менән яңы Ырымбур губернаһы булдырыла. Иң беренсе губерна идаралығы, һуңынан ҡаҙна һәм суд палаталары эшләй башлай.
Яңы Ырымбур губернаһын асыу менән бер ваҡытта генерал Крыжановский дәүләт әһәмиәтендәге тағы ла бер эш менән шөғөлләнә - Урта Азияға үтеп инеү, үҙаллы Хива, Бохара һәм Коканд ханлыҡтарын буйһондороу, унда рус хакимлығына дошман булған ҡырғыҙ батырҙары ҡасып китә торған була һәм бер ҡайғыһыҙ көн итә. Улар унда ҡораллы шайкалар туплай, хандар өсөн яһаҡ йыйыу һылтауы менән беҙҙең ҡырғыҙҙарҙы талай.
Крыжановский үҙенә тиклем идара иткәндәрҙең хәрби эшен дауам итә. Гәрсә был ҡалаға һөжүм итеү тыйылған булһа ла, урындағы ғәскәрҙәр Черняев етәкселегендә Ташкентты ала, ул, бында рустар булыуына ҡарамаҫтан, рәсми рәүештә Рәсәйҙеке тип иҫәпләнмәй, әммә һуңынан был мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
Бохара әмире, үҙенең биләмәләре өсөн хәүефләнеп, рустар менән һуғыш башлай. Крыжановский Ташкентҡа килә, Бохара ғәскәре унан бер нисә тапҡыр еңелә, уларҙың бер нисә ҡәлғәһе баҫып алына. Крыжановский ханлыҡтың баш ҡалаһы урынлашҡан Чирчик йылғаһына тиклем барып етә, хәрби трофейҙар алып ҡайта, 3-сө дәрәжә изге Георгий ордены менән бүләкләнә - был боевой хеҙмәттәр өсөн бирелә торған иң ҙур награда.
Крыжановский төрлө проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға тырыша, шуларҙың береһе - ҡаҙна участкаларын шәхси кешеләргә льготалы хоҡуҡ менән осһоҙораҡ хаҡҡа һатыуҙы ойоштороу. Улар киләсәктә земство учреждениелары өсөн кәрәкле кешеләр буласаҡ, тип уйлап, ул ер биләүсе дворяндарҙы күбәйтергә уйлай. Был проектты иң юғарыла ла хуплайҙар, әммә ул Крыжановский өсөн хурлыҡлы рәүештә тамамлана: ер участкаларын бүлгәндә өҫтөнлөк ғаиләле һәм ярлыраҡ чиновниктарға бирелә, был башҡаларҙа көнләшеү һәм асыу тойғоларын уята; гәзиттәрҙә ошолай итеп яһалма юл менән помещиктарҙы арттырыу ҡырҡа тәнҡитләнә, сөнки улар иҫәбенә генерал-губернаторға яҡын булған кешеләр инә. Уның ҡушыуына ярашлы, ер участкалары улдарына, кейәүҙәренә һәм башҡа туғандарына ла бирелә. Крыжановский үҙен дә онотмай. Крыжановский, Кауфман (Төркөстанский) һәм Непокойчицкий махсус хеҙмәттәре өсөн һәр береһе 6-ар мең дисәтинә ер менән тәьмин ителә. Крыжановский караптар йөрөй алған Кама йылғаһы буйындағы иң яҡшы ҡарағай урманын үҙенә ала, уның хаҡы 300 меңдән 500 мең һумға тиклем етә. Ул унда ҡаҙна аҡсаһына дача төҙөй һәм унда ике йәй йәшәй, чиновниктар Ырымбурҙан уға доклад менән килеп йөрөй.
Шул уҡ ваҡытта элекке хәрби припущенниктар бында күсеп килгәндән бирле биләгән ерҙәренән мәхрүм ҡала, сөнки уларҙың биләмәләрен чиновниктар ала; улар бик ныҡ үсегә һәм уҫаллаша, һуңғыларынан төрлө юлдар менән үс ала, утарҙарын, сәселгән һәм үҫтерелгән игендәрен яндыра, үҙҙәренә тейешле ерҙәренән яҙҙырылған өсөн бар урындарға ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Припущенниктар Башҡортостанға күсеп килеп ултырған була, ерҙәре өсөн башҡорттарға аҡса түләп тора, улары ла, яйы сыҡҡан саҡта, күсеп килеүселәрҙән ҡуртым хаҡын күберәк алырға тырыша. Участкалар таратҡанда припущенниктар бөтөнләйгә ерһеҙ ҡала.
Крыжановскийҙың участкалар таратыуынан бер фәтүә лә булмай, бәлки, был уңышһыҙлыҡ запас башҡорт ерҙәрен күпләп һатыу менән дә бәйле булғандыр.
Башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен күпләп, тәртипһеҙ рәүештә һатыуҙары айҡанлы Петербургҡа һуңғы барғанында Крыжановскийҙы юғары даирә кешеләре һис бер һанға һуҡмай. Ул тәхет мираҫсыһы Александр Александровичҡа ике йә иһә өс тапҡыр бара, әммә бер мәжлескә лә саҡырылмай; ул батша булғас, барса генерал-губернаторҙар Петербургҡа саҡырыла, әммә Крыжановский саҡырыу алмай. Крыжановский ул саҡта Ҡаҙан губернаһында ревизия алып барған сенатор Ковалевскийҙан үҙенең идаралығындағы губерналарҙа ла ревизия уҙғарыуҙы һорарға мәжбүр була. Ошо ревизия һөҙөмтәһендә 1881 йылдың 12 июлендә Ырымбур генерал-губернаторлығы бөтөрөлә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Аҙағы).
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА