
Милли байрамдар, тигәндә, беҙ иң тәүҙә һабантуйҙы, һабантуй тигәндә, иң тәүҙә милли көрәште, ат бәйгеһен, ҡолғаға үрмәләүҙе, күҙ бәйләп көршәк ватыуҙы, тоҡ менән һуғышыуҙы, тоҡ кейеп йүгереүҙе күҙ алдына килтерәбеҙ. Билдәле ғалим-этнолог, юрист, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән ӘМИНЕВ халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ҡомартҡыһы "Урал батыр" эпосына бағышланған киң билдәле "Урал батыр" эпосында боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡарашы" тигән хеҙмәтендә башҡорт мифологияһын өйрәнеүҙең өр-яңы методологияһын барлыҡҡа килтереп, фәнебеҙҙә сенсация яһауға өлгәште. Ғилми даирәләр был фактҡа күҙ йомоп ҡараһа ла, донъяның төрки ғилем эйәләре һуңғы ваҡытта ғалимды үҙҙәрендә үткән фәнни конференцияларға, форумдарға саҡыра башланы. Милли байрамыбыҙ һабантуйға арналған икенсе бер хеҙмәтендә Зәкирйән ағай халҡыбыҙҙың күп кенә байрам сараларының, атап әйткәндә, һабантуйҙың нигеҙендә "Урал батыр" эпосы ятыуы хаҡында кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерҙе.

Ә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәлиуллинды беҙ республикала киң таралыу алған "Мәргән уҡсы" хәрәкәтенең етәксеһе, Башҡортостанда, Рәсәйҙә, донъяла уҙған күп һанлы милли уйындарға, уҡ атыуға, джигитовкаға бәйле ярыштарҙа, фестивалдәрҙә еңеү яулаған халҡыбыҙ батыры итеп беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында үткәрелә башлаған "Башҡорт аты" байрамының һәр ваҡыт уртаһында ҡайнай Юлай ҒӘЛИУЛЛИН.

Ошо ике арҙаҡлы шәхесебеҙ менән ҡорған әңгәмәлә беҙ милли байрамдар, уйындар, уларға бәйле халҡыбыҙ тарихы хаҡында һүҙ алып барабыҙ.
Зәкирйән ағай, ғилми хеҙмәттәрегеҙгә яҙғандан тыш, милли байрамдарыбыҙҙың тағы ла ниндәй үҙенсәлеге хаҡында әйтер инең?
Зәкирйән Әминев: Беҙҙең байрамдарҙың күбеһе ыңғай ваҡытҡа, йәки йылы миҙгелгә яраҡлашҡан. Ҡыш байрамдар артыҡ юҡ та беҙҙә. Беҙҙә генә түгел, күп халыҡтарҙа ҡыш тиҫкәре ваҡыт һанала. Был ваҡытта бар тәбиғәт йоҡлай, үле хәлендә була. Ҡыш төньяҡ, төньяҡ үлем менән бәйле. Борон ваҡыт ике миҙгелгә: яҙға һәм көҙгә бүленгән. Яҙ, тигәндә - йәйҙе, көҙ, тигәндә, ҡышты аңлағандар. Шуға күрә лә яҙлы-көҙлө төшөнсәһе барлыҡҡа килгән дә инде.
Элек йәмле яҙҙар етеп, тәбиғәт уянып, тау биттәре асыла башлау менән йәштәр уйынға сыҡҡан. Артабан "Ҡарға бутҡаһы", "Ҡарғатуй", "Кәкүк сәйе" байрамдары. Совет осоронда һабантуйҙар май аҙағында, июнь башында, йәғни сәсеүҙәр тамамланғас үткәрелә ине. Унан алдараҡ һабантуйҙар көн менән төн тигеҙләшкән саҡта, 22 июндә үткән. Атайым һөйләүенсә, тап ошо көндә һабантуй барғанда район яғынан һыбайлы сабып килеп, һуғыш башланыуын хәбәр иткән. Кешеләр борсола башлаған, һабантуй ҡайғыһы киткән. Һуңынан, мифология менән шөғөлләнә башлағас, 22 июндең һабантуй үткәрер өсөн иң уңайлы көн булыуын да аңланым.
Бала сағыбыҙҙан шул иҫтә ҡалған: яҙ етеү менән беҙ талдан ҡылыс эшләп алып, ҡулдарыбыҙҙы күгәртә-күгәртә, туҡтауһыҙ ҡылыс алыша торғайныҡ. Беҙгә ҡыҙҙар ҙа ҡушылыр ине. Күрәһең, беҙгә уйын рәүешендә килеп еткән был сара борон-борондан ир-егеттәрҙе, ҡыҙ-ҡырҡынды һуғышҡа әҙерләүсе күнекмәләр булғандыр. Һуңғы йылдарҙа төрөктәр төшөргән тарихи сериалдарҙың барыһында ла тиерлек шулай уҡ ағас ҡылыс менән күнекмәләр яһайҙар. Ә һеҙҙең ауылдарҙа булдымы ундай саралар?
Зәкирйән Әминев: Ҡылыс алышыуҙар бер мәрәкәһе менән ныҡ иҫтә ҡалған. Минең ҡулдар ныҡ оҙон булғас, өлкәндәр барыбыҙҙы теҙеп ҡуйып, ҡулдарҙы тигеҙ итеп алға һондороп, минең ҡылысты ҡыҫҡартып ҡырҡырға маташа торғайнылар. Мин һәр ваҡыт быға риза булмайынса ҡаршылаштым. Йәнәһе, шулай итһәң, ғәҙел була. Ә бит кемдеңдер ҡулы минекенән ҡыҫҡараҡ булыуында бер ғәйебем дә юҡ ине ләбаһа.
Юлай Ғәлиуллин: Ҡайһы ауылда малайҙар ҡылыс алышҡан, уҡ атышҡан - шул башҡорт ауылы булған инде ул.
Юлай, бына ошо ҡылыс алышыуҙы, уҡ атышыуҙы һәм башҡа бик күп милли уйындарҙы күҙ уңында тотҡанда беҙҙең бындай саралар, асылда, хәрби характерлы булған тип әйтә алабыҙмы?
Юлай Ғәлиуллин: Һис һүҙһеҙ, шулай. Элек-электән халҡыбыҙ йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Йылҡысылыҡ беҙҙең өсөн туҡланыр ризыҡ та, яу ҡоралы ла, транспорт та - барыһын да тәшкил иткән. Ырыуҙағы һәр бер ир-ат - оло йәштәме, йәшме, малаймы, оҙон буйлымы, бәләкәйме, йыуанмы, нәҙекме, яугир һаналған. Сөнки беҙҙән йәшәү рәүешебеҙ яугир булыуыбыҙҙы талап иткән. Шуға күрә лә барлыҡ милли уйындарыбыҙҙың яугир әҙерләүгә ҡоролоуына һис тә аптырарға түгел. Ир-ат яуҙа саҡта йорт-ерҙе, малды һаҡлау ихтыяжы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла яугир булырға мәжбүр иткән. Ҡаҙаҡтарҙы алһаҡ, улар күпселектә һарыҡ, дөйә аҫырағандар. Уларҙа тотош халыҡтың яугир булыу ихтыяжы ла беҙҙәге һымаҡ уҡ булмаған. Ҡаҙаҡтарҙың хандары ғына ғәскәр тотҡан. Ғәскәр үҙ халҡын да талаған, ситкә лә барымтаға йөрөгән. Беҙҙә иһә тәбиғәт һәм йәшәү рәүеше тотош халыҡтың ғәскәри булыуын талап иткән, йәғни һәр ырыуҙың үҙ ғәскәре булған.
Һуңғы ваҡытта беҙҙә ҡасандыр йыш уйналып, аҙаҡ онотола төшкән "Ылаҡ" уйыны киң таралыу алды. Был уйындың етеҙлеккә күнекмә үткәреүҙән тыш, мәғәнәһе, маҡсаты нимәгә ҡайтып ҡала тип иҫәпләйһең?
Юлай Ғәлиуллин: Яуҙа йөрөгәндә берәү яраланып, эйәрҙән ҡолап ҡалһа, уны яу яланын алып сығыу өсөн күнекмә ул был уйындың маҡсаты. Яуҙан ҡайтыуыңа әсәйең: "Ағайың ҡайҙа, ҡустың ҡайҙа, еҙнәң ҡайҙа?" - тип һораған саҡта бер ваҡытта ла яуапһыҙ ҡалмаған башҡорт яугиры. "Ул һуғыш яланында яраланып ятып ҡалды, мин ҡасып ҡайттым",- тип әйтә алмаған бит инде. Эйәрҙән ҡолаған яугирҙы, ул яралымы, һәләк булғанмы, яу яланында ташлап китмәгәндәр. Яугирҙар араһында эйәрҙән ҡолағандарҙы йыйып йөрөүселәр ҙә булған. Ерҙәге яугирҙы эйелеп алған саҡта дошман һуғышсыһы һөжүм итмәһен өсөн һаҡсылар ҙа эйәргән, йәғни был ғәмәл яңғыҙ башҡарылмаған. "Ылаҡ" уйынын тамаша ҡылыусы күптәр, бигерәк тә башҡа милләт вәкилдәре, уйынды ҡырағайлыҡҡа тиңләй. Киреһенсә, был уйын яугирҙарҙы бер йоҙроҡҡа туплауы, берҙәмлеккә өйрәтеүе менән әһәмиәтле.
Ә бына яраланған яугирҙы, ятып, эйәренә һалырға ярҙамлашырға аттарҙы нисек өйрәткәндәр икән?
Юлай Ғәлиуллин: Ҡолон сағынан күнектергәндәр. Элек-электән башҡорттоң бер генә аты булмаған. Ер һөрөү өсөн бер ат, йәрминкәгә егеп барыр өсөн икенсе ат, ҡунаҡҡа барырға өсөнсө ат, яуға барырға дүртенсе ат. Яу аты икәү булған. Бының өсөн йөҙ аттан ике атты һайлап алғандар.
Зәкирйән Әминев: XIX быуаттағы урыҫ ғалимдары "Башҡорттарҙың аттары үҙҙәре кеүек, тауға менгәндә улар атының ялына һәм ҡойроғона йәбешә..." тип яҙып ҡалдырған. Тарихыбыҙ шуға ла шаһит: башҡорт Волга, Дунай, Днепр йылғалары аша сыҡҡанда ла атының ялына йәбешкән.
Нисек уйлайһығыҙ, ат менән йылҡы нимәһе менән айырыла?
Юлай Ғәлиуллин: Йылҡы - ул ит, ҡымыҙ өсөн үрсетелгән, өйөрҙә йөрөгән мал, ә ат егергә, эйәргә, эшкә өйрәтелгәне. Йылҡының ҡушаматы ла булмаған. Башҡорттар үҙе менеп йөрөгән атын ашамаған, бының өсөн йылҡыны файҙаланған. Яу юлдашы булған, егеп йөрөгән ат һәләк булһа, салып күмгәндәр.
Зәкирйән Әминев: Төрки донъяһында йөрөгәндә шуға иғтибар иттем: бөтә төрки халыҡтар ҙа йылҡы итен ашамай. Улар йылҡыны изгеләштергән. Ә беҙҙең өсөн йылҡы тәбиғәттең бер өлөшө. Шуға башҡорт уны төрлө маҡсатта файҙаланған. Бына төркмәндәргә барҙым, улар йылҡы ите ашамай, сөнки уларҙа ҡырағай йылҡы, тарпандар булмаған. Шуға күрә беҙҙең халыҡтың йылҡы итен ашауын тарпандар аулауға бәйләп тә аңлатырға булалыр. Төркмәндөр иһә атты йылҡынан эйәләштерелгән формала ҡабул иткән.
Һуңғы йылдарҙа колхоз-совхоздар юҡҡа сыҡҡандан алып һабантуйҙар һирәкләп үткәрелеп, "Башҡорт аты" байрамы барлыҡҡа килде. Хатта яңы байрамдың һабантуйҙың урынын аласаҡ тигән фекерҙәр ҙә барлыҡҡа килде. Был дөрөҫмө?
Юлай Ғәлиуллин: Юҡтыр, сөнки күп райондарҙа, татарҙар, удмурттар, мордвалар йәшәгән райондарҙа ла һабантуйҙар үткәрелә. Улар "Башҡорт аты" байрамына килеп, тамаша ҡылып йөрөйҙәр, әммә унда ҡатнашыр өсөн тарих кәрәк. Әгәр ҙә халыҡтың тарихында үҙенең аты булмағас, нисек ҡатнаша алһындар!
Зәкирйән Әминев: Һүҙеңә ҡеүәт, улым Өфөлә тыуҙы. Бер йәшендә күтәреп китеп барам. Әле ул ауылда булғаны юҡ ине, ҡаланың ятағын ғына белә. Карл Маркс менән хәҙерге Зәки Вәлиди урамдары киҫелешкән ерҙә һөт ташыусы егелгән аты менән үтеп бара. Ғүмерҙә лә ат күрмәгән, әле һөйләшә лә белмәгән улым ҡулымда талпынып: "На-а-а..."- тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ат яғына ынтылып иларға тотондо бер саҡ. Юл аша сығып, ат янына барып туҡтағайныҡ, улымдың ҡыуанғанын күрһәгеҙ, күҙҙәре яна башланы. Күрәһең, беҙҙең ҡанда барҙыр атҡа бәйлелек. Һуңынан Бөрө ҡалаһына йәшәргә күскәс, һүрәт төшөрә башлаған улым гел ат һүрәте яһарға кереште. Бер аҙҙан эттәрҙе лә һынландырырға тотондо.
Бер мәл Мәскәүгә барғанда ул саҡта дефицит һаналған карточка формаһында яҙыр өсөн ҡағыҙҙар алып ҡайтҡайным. Эштән өйгә ҡайтып инһәм, ул ҡағыҙҙар иҙәндә туҙрап ята. Уларға ҡыйыш-мыйыш һыҙыҡтар сыймаҡланған. Һыҙыҡтары өтөрҙө хәтерләтә. Тәүҙә әрләргә уйланым да, тыйылып:
- Улым, бында ниңә өтөрҙәр яһап бөттөң? - тип һорай ҡуйҙым.
- Атай, был өтөр түгел, ә этебеҙ Пальманың тояғы, - тип яуапланы Юлай.
Баҡтиһәң, икенсе бер ҡағыҙға этебеҙҙе эшләй башлап, уның өс тәпәйен төшөргән дә, дүртенсеһен килештерә алмағас, ошо ҡағыҙҙарҙы ҡаралама өсөн файҙаланған икән. Ә ул эттең бер аяғы зиғиферәк ине. Бер мәл эштә ултырһам, этебеҙҙең һүрәтен эшләп бөткән улым кабинетҡа килеп инде. Маҡтаным инде үҙен.
Минең кабинетта енәйәтселәрҙең фотороботтарын эшләр өсөн төрлө күҙ өлгөләре ята ине. Бер мәл улым шул күҙҙәр менән ҡыҙыҡһынып китте. Мин ул һүрәттәр ярҙамында кешенең эске донъяһын аңларға өйрәттем. Артабан улым күҙҙәргә ҡарап, яйлап-яйлап кешенең эске донъяһын өйрәнә торғас, рәссам булып китте...
Зәкирйән ағайҙың улы Юлайҙың кисерештәрен аңларға була. Бына мин дә былтыр "Башҡорт аты" байрамында юғары рухи күтәренкелек тойғоһо кисерҙем. Беренсенән, меңдәрсә кешенең бер юлы һыбай ат өҫтөндә үтеүе, икенсенән ат тояғы тауышы, өсөнсөнән, төрлө сараларҙа ҡатнашҡан егеттәрҙең оһоллоғо, етеҙлеге һәм ҡыйыулығы. Был сара бына һеҙгә ниндәй йоғонто яһай?
Юлай Ғәлиуллин: Тел бөтһә, халыҡ бөтә, тиҙәр. Мин был фекергә өҫтәп: "Ат бөтһә лә, халыҡ бөтә", - тип әйтер инем. Башҡорт атһыҙ башҡорт булмаҫ ине, бәлки шул телдә һөйләшкән икенсе бер сифаттағы халыҡ булыр ине. Сит илдәрҙә ат культының ни тиклем көслө үҫешкәнен күрҙем. Мәҫәлән, венгрҙар хатта ҡала эсендә ат тоталар. Юл үткәргестәрҙә аттар бәйле тора. Үҙҙәре йылҡы ите ашамай, аттарҙы рухтарын һаҡлар өсөн үрсетәләр. Улар ҙа "Мадъяр атһыҙ мадъяр түгел" тиҙәр. Был программа дәүләттәренеке түгел, ә халыҡтыҡы.
Әле 9 майҙа Дағстанда атлы поход үтте. Унда Махачкалаға тиклем ун алты һыбай бер аҙна эсендә 370 саҡрым үтте. Беҙҙә "Башҡорт аты"нда парад ҡына булды, әммә ундай походтар юҡ. Үҙебеҙҙә үткәнде мин парад тип әйтә алмайым, сөнки унда кейем булырға тейеш. Беҙҙә иһә кем калуш, кем "Сургутнефтегаз" бушлатын, камуфляж кейгәндәрҙе атҡа мендерҙеләр ҙә, сафтан үткәрҙеләр.
Әлбиттә, был байрам кәрәк, һабантуй үҙе айырым байрам, сөнки ул ер эшкәртеүселәрҙең, фермерҙарҙың, һауынсыларҙың, тракторсыларҙың байрамы. Ә "Башҡорт аты" - ул милли байрам. Ул халҡыбыҙҙың яугирлыҡ традицияларына таянған, яугирлыҡты үҫтереүсе сара. Был байрамдың уртаһында башҡорт аты тора. Беҙҙә әлеге ваҡытта аттарҙы ите, ҡымыҙы өсөн үрсетәләр, әммә башҡа маҡсатта тотмайҙар. Минеңсә, "Башҡорт аты" сараһы атыбыҙҙы ошо йүнәлештә үрсетеү өсөн башланғыс та булырға тейеш.
Бер туған апайым Алтайға барған саҡта поезды туҡтатып, вагондарҙан төшөрөп, аттарға ултыртҡандар. Артабан улар Алтай тауҙары аша бер аҙна буйы һыбай барғандар. Аҙна үткәс, уларҙы тағы ла тимер юлына алып килеп, үҙҙәрен көтөп тороусы поезға ултыртҡандар. Икенсе көнөнә күпмелер юл үткәс, тағы ла аттарға күскәндәр.
Зәкирйән Әминев: ХVIII, XIX, XX быуаттарҙа Рәсәйҙә, Францияла, Англияла, Америкала аттар тураһында энциклопедиялар донъя күргән. Уларҙың барыһында да башҡорт аты хаҡында мәғлүмәт бар. Ул белешмәләрҙә шулай уҡ ҡалмыҡ, монгол аттары хаҡында яҙыла. Сауҙагәр халыҡтарҙың сауҙа аттары тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт уларҙа юҡ.
Быларҙан сығып, шундай һығымта яһап буламы: тик яугир халыҡтарҙың ғына аттары була...
Зәкирйән Әминев: Улай ғына ла түгел, башҡортта ир менән ат икеһе бер бөтөн булып ҡабул ителә. Ир-ат грек телендәге кентавр кеүек. Ат башҡорт тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Совет осоронда ат тоторға рөхсәт итмәй торғайнылыр. Кавалерия дивизияһында һуғышҡан ике олатайым да ат тотто. Властар килеп, аттарынан ҡотолорға ҡушһалар, улар: "Ниңә, ат менеп һуғышырға ярай ине бит, унда берәү ҙә тыймай торғайны", - тип ҡаршы торҙолар. Икеһе лә үлгәнсе аттан айырылманы.
1984 йылда Харьковта Ҡуҙкүрпәс атлы ҡаҙаҡ прокуроры менән осраштыҡ. Ул минән:
- Һинең нисә баш атың бар? - тип һораны.
- Юҡ, - тием.
- Мин берәүгә лә әйтмәйем, атың нисәү? Башҡорттоң аты күптер инде ул... - тип йәнә һорауын ҡабатлай был.
Баҡтиһәң, ул башҡортто атһыҙ күҙ алдына килтерә алмай икән. Икенсенән, минеке үҙенекенән әҙерәк булып ҡуймаһын тип ҡурҡҡан. Үҙенеке 38 баш икән.
Юлай, былтыр "Башҡорт аты"нда мин һинең сабып барған килеш сәпкә атып тейгеҙеүеңә шаһит булдым. Бик еңел түгелдер быға өлгәшеүе. Өҫтәүенә, ат алға бара, шул уҡ ваҡытта вертикаль йүнәлештә лә (аҫҡа-өҫкә) хәрәкәт бара, етмәһә, ул саҡта көслө ел сыҡты, һин быларҙың барыһын да иҫәпкә алаһыңмы, әллә был тәжрибә һөҙөмтәһеме?
Юлай Ғәлиуллин: Сәпкә эләгеү өсөн уйланыуыңды туҡтатып, шиктәреңде алып ташларға кәрәктер. Ә шундай-шундай параметрҙарҙы тап килтерәм, тип һанай башлаһаң, уңышһыҙлыҡҡа тап булаһың. Икенсенән, атың менән икәүең бер бөтөнгә әйләнеүең, бер-береңде тойоуың мөһим, ат барыһын да һиҙә һәм һиңә ярҙамға килә. Әлбиттә, бында күнекмәләр ҙә, тәжрибә лә кәрәк. Мәҫәлән, ғаилә хәлем буйынса мин йыл самаһы күнекмәләр үткәрмәнем һәм апрель айындағы ярышта 5-се урынға сыҡтым, ә күнекмәләр үткәргән егеттәр алға китте. Беҙҙең "Мәргән уҡсы" хәрәкәтендә ун дүрт кеше ат алған. Ҡалала йәшәүселәр ҙә атлы булған, улар аттарын "Аҡбуҙат" ипподромында тота. Өфө янындағы ҡасаба-ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә ат үрсетә.
Зәкирйән Әминев: Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән элекке прокурор ҙа Баймаҡ районынан барып һатып алып ҡайтып, ат аҫырай. "Зәкирйән, нисек инде мин башҡорт була тороп, атһыҙ йәшәргә тейешмен. Ат минең өсөн күңел талабы", - тип аңлатты ул аттарға ҡарата һөйөүен.
Беҙҙең милли йолалар, байрамдар, башҡа саралар бар, тағы ла ысын тормош бар. Тормош байрам түгел, белеүегеҙсә. Милли саралар тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңергә нисек ярҙам итә тип уйлайһығыҙ?
Юлай Ғәлиуллин: Күп кеше көн итеү хәстәре менән йәшәй. Ҡайҙалыр хеҙмәт итеүсе кис эшенән ҡайта ла, өҫтәмә килем эҙләп, тағы ла ҡайҙалыр сығып китә. Ундай кеше, һуңынан йәшәрмен әле, тип уйлай. Аҙаҡ үлер алдынан эшенән башҡа бер нәмәһе лә булмағанлығын аңлай. Үлер алдынан кеше барыбер ҙә тиҙәк түгеп, бесән сабып йөрөгәнен иҫкә алмай. Беҙҙә күптәр эшләй генә, йәшәмәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта, әйтәйек, ҡулына ян алып, уҡ атыу менән шөғөлләнә башлаған кешенең маҡсаты барлыҡҡа килә. Уға яу кейеме лә кәрәк була, ҡулына янын алһа, атҡа атланғыһы килә. Йәғни бындай кешенең йәшәү мәғәнәһе була.
Зәкирйән Әминев: Бала саҡта яҙ ер ҡарҙан әрселә башлау менән ир балалары булған атайҙар ян яһай башларҙар ине. Беҙҙең атай ҙа муйыл ағасы алып ҡайтып, һәр ҡайһыбыҙҙың буйына ҡарап ян яһап бирә. Уҡ та юна, уға ҡауырһынды үҙебеҙ беркетәбеҙ, консерва ҡалайынан башаҡ яһап алабыҙ. Карьер янындағы тау өйөмө башында ҡар ирегәс, бар малайҙар шунда менеп баҫабыҙ. Тәүҙә һауаға, аҙаҡ бер-беребеҙгә тоҫҡап атабыҙ. Мәргәнлеккә лә, етеҙлеккә лә һынау тотабыҙ, йәғни осоп килгән уҡтан тайшанып өлгөрөргә тейешһең. Нисек беҙҙе Хоҙай аралағандыр, беребеҙгә лә уҡ ҡаҙалғаны булманы. Бер мәл минең уғым Айрат класташымдың кәпәсенә барып ҡаҙалды. Айрат аҡырып илап ҡасты, мин уны ҡыуып етеп, уғымды алып ҡалырға итәм, йәғни башағым әрәм була. Ҡыуып етеп, уғымды тартып алдым, башағы кәпәсендә тороп ҡалды. Һуңынан, үҫкәс, осрашҡан һайын Айраттан башағымды һораштым. Ҡыш буйына ҡылыс алыштыҡ. Балалар уйыны ул уйын ғына түгел, беҙ ошо рәүешле өлкәндәр тормошона әҙерләндек.
Беҙ күп осраҡта ҡайҙандыр нимәлер көтөп йәшәйбеҙ. Ә бит рухыбыҙҙы тәрбиәләй торған йолаларыбыҙ, йола-традицияларыбыҙ барыһы ла үҙебеҙҙә бар. Беҙгә велосипед уйлап сығарырға түгел, барыһы ла үҙебеҙҙә: шанлы тарихыбыҙҙың бер сәхифәһен асыу менән ат тояғы тауыштары ишетелә башлай. Беҙгә, туҡталып ҡалмайынса, рухыбыҙҙы тергеҙер өсөн хәрәкәт итергә генә кәрәк. Шулай түгелме?
Юлай Ғәлиуллин: Беҙгә кемдер килеп нимәлер эшләп бирер тип һалынырға өйрәнеү совет осороноң емеше. Бына нуғайҙар Әстерханда, Дағстанда, Чечняла, Ҡырымда, Ҡарасәй-Черкеста таралып йәшәйҙәр. Үҙҙәренең республикаһы юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, телдәрен, йолаларын, аттарын һаҡлау юлы менән халҡын да һаҡлайҙар.
Беҙҙең әле атҡа бәйле 11 уйыныбыҙ бар: ылаҡ, бәйге, ауҙарыш һәм башҡа уйын, ә ҡаҙаҡтарҙа ундай уйындарҙың һаны 82. Беҙ ҡаҙаҡтарға ҡарағанда боронғораҡ халыҡ булғас, беҙҙең атҡа бәйле уйындарыбыҙ йөҙҙән ашыу булырға тейеш. Шуға күрә беҙгә уларҙы тергеҙеү бурысы тора. Әгәр ҙә дәүләт үҙенең өҫтөнә алһа, ул сараларҙы тергеҙеү йылдамыраҡ барыр ине. Шул уҡ ваҡытта дәүләткә генә һалышып ултырыу ҙа дөрөҫ түгел. Беҙгә әле атлы туризмды үҫтереү, джигитовканы яйға һалыу өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был тәңгәлдә "Аҡбуҙат" ипподромын йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә йәлеп итеү маҡсатҡа ярашлы булыр ине.
Зәкирйән Әминев: Беҙҙә Ҡуңыр буға, Ҡанифә юлдары бар. "Ҡуңыр буға" тип аталһа ла, ул юл ат менән йөрөй торған стратегик яу юлы ла булған. Юл Урал һырты буйлап Свердловск яғына үтә. Ә Себер яғынан Ҡаҙан яғына икенсе юл килә. Был ике юл Верхнеуральскийҙа киҫешә. Түбәнге Тагилға тиклем һуҙылған юл буйында башҡорт ауылдары урынлашҡан. Һәр ырыу был юлдың үҙ биләмәһенән үткән өлөшөн контролдә тотҡан. Был юлдан үтеүсе сауҙагәрҙәр һәр ырыуға пошлинаһын түләй барған. Уларҙың тауарының һаҡланыуы өсөн шул ырыуҙар яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Әгәр ҙә Ырымбур яғынан Себер яғына табан атлы туристик маршрут һалғанда тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙә өр-яңы бит асылыр ине. Атлы маршрут буйынан үткәндә һәр урынға бәйле халҡыбыҙ тарихы бәйән ителһә, донъя кимәленә сығыр инек. Ана бит, Алтайҙар хатта поезды туҡтатып, пассажирҙарын атҡа атландыра алған...
Шулай итеп...
Милли байрамдарыбыҙҙың ҡайһыһы хаҡында ғына һүҙ башлаһаҡ та, тарихыбыҙ, атыбыҙ, яу ҡоралдарыбыҙ, рухиәтебеҙ, милли булмышыбыҙ хаҡында һөйләшә башлайбыҙ. Тимәк, милли байрамдарыбыҙҙың әһәмиәте лә ошо ҡиммәттәребеҙҙән айырылғыһыҙ, асылыбыҙҙың сағылышы.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА