
Ҡайһы бер шиғри юлдар бер уҡыуҙа уҡ хәтергә һеңеп ҡалыусан бит. Бына Рәми Ғариповтың "Ҡомдағы эҙҙәр" шиғырының һуңғы өлөшө олоғайғас та йыш иҫкә төшә:
Ҡомдағы эҙ генә мәллә
Был һантый йәшлек үҙе?
Хәҙер уны юясаҡ бит
Тулҡындары диңгеҙҙең!..
Йәшлекте ҡомдағы эҙҙәргә тиңләһә лә шағир, ҡайһы бер эҙҙәр шундай тәрән, диңгеҙҙәй ғүмерҙең тулҡындары ла юя алмай уны. Хатта бала саҡ эҙҙәре лә һаҡлана...
* * *
Мәктәпкәсә балалар йортонда бик оло йәштәге Шәрифә исемле тәрбиәсе апай бар ине. Шаян балаларҙы ҡысҡырып тыйырға ла, әрләргә лә хәле булмағандыр уның. Шуға, тыңламаған баланы семетә, йә ҡолағын бора. Ауыртыуҙан сәрелдәгән баланың тауышы сит яҡҡа ишетелмәһен өсөн: "Әлиләү генәйем, бәлиләү генәйем…"- тип йырлай ине үҙе. Апайҙың ул холҡон белгәнгә күрә, ул килгән көндә бик шым, баҫалҡы ғына йөрөйбөҙ. Бына бер саҡ киске ашҡа ултырҙыҡ. Йәй. Бер бәйләнсек себен минең тәрилкәмә килә лә ҡуна, килә лә ҡуна. Мин шым ғына: "Эй, себенкәй, һин дә асыҡтыңмы? Минең бутҡама теймә. Мин һиңә өлөш сығарам, аша", - тип ҡалағымдың осо менән кескәй генә өлөш сығарып, өҫтәлгә һалып та өлгөрмәнем, Шәрифә апай ҡолағымдан эләктереп алып, йырлай-йырлай мине мөйөшкә алып барып баҫтырып та ҡуйҙы. Себен рәхәтләнеп ашағандыр инде бутҡамды, тик мин ас ҡалдым. Сабыйлыҡ инде.
Ул сабыйлыҡты Башҡорт иле лә дауам итә. Бында, тегендә өлөш сығара-сығара, ярым ас ҡалабыҙ, ә "тәрбиәселәр" ҡолағыбыҙҙы борғолап ҡына тора: "Әлиләү генәйем, бәлиләү генәйем... Әсмәбикә тыпырлатып бейеп килә генәйем... "
* * *
Рәми Ғарипов шиғырындағы ҡомда ҡалған эҙҙәр тураһындағы юлдарҙы иҫләп, тағы ла бер иҫтәлекте хәтергә төшөрҙөм. 5-се синыфты тамамлап, йәйге дачаға ял итергә барҙыҡ. Һәр саҡтағыса, дачаны асыу һәм ябыу байрамдары бик күңелле үтә. Тантаналы йыйылыштан һуң төрлө уйындар уйнайбыҙ. Йә скакалкала һикереү, йә яулыҡ менән күҙҙәрҙе ҡаплап, епкә эленгән кәнфиттәрҙең береһен ҡайсы менән ҡырҡып алыу, йә бау тартышыу һ.б. Ул уйындарҙы мин дә уйнап ҡараным, тик бер талон да ота алманым. Ул талондарҙы отҡандар инде печенье, кәнфит ашап йөрөйҙәр (ашханаға барып, талондарын тапшырып алалар ул ризыҡтарҙы балалар). Эй, минең күҙем ҡыҙа. Йүгерек тә, оҫта һикереүсе лә түгелмен шул.
Бер өҫтәл янына барһам, унда "ҡул көрәше" уйнайҙар. Мин дә көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Тәүҙә Әлфиәне һәм Әнүзәне еңдем, аҙаҡ Маһинурҙы, хатта минән күпкә оҙон буйлы Факиһаны ла еңдем. Дүрт талон отоп, ашханаға йүгерҙем. Ике кәнфит, ике печенье алып, һыйланып, көс йыйып, тағы шул уйынға йүнәлдем, тик "Байрам тамам" тинеләр. Бер ҡыҙҙан да еңелмәүемә аптыраным, әлбиттә.
Бына уҡыу йылы алдынан йыйылыш үткәрҙеләр. Мин завуч апай янында ултырам. Еңһеҙ күлдәк кейгәнмен. Шул саҡ завуч апай минең ҡулдарыма ҡарап, аптыраулы һорау бирҙе: "Ҡулдарың ҡалай көслө. Ниңә? Ни өсөн?" "Әлләсе..." тип, мин дә аптыраным. Ҡулдарымдың мускулдары ҡалҡып тора. Йәйге уйындан, завучтың һорауынан ҡул көсөм һәйбәт икәнен аңланым. Тик ниңә, ни өсөн ҡаҡса ғына һынлы, кескәй генә буйлы ҡыҙыҡайға көслө ҡулдар бирелеүен аңлай алманым ул саҡта.
Бына мәктәпте тамамлағас, тыуған ауылымды эҙләп, районға сығып киттем. Кем мин, туғандарым бармы? Директор юлға аҡса бирҙе. Ике көн эҙләнем, һораша-һораша йөрөп таптым. Мине иң ғәжәпләндергәне атайымдың атаһы булды. Шәмсетдин олатайым 90 йәшкә еткән, оҙон буйлы, көслө ҡуллы. Тимәк, мин көслө ҡуллылар нәҫеленән булып сығам, тип уйланым ул саҡта һәм шәжәрәмә рәхмәт уҡыным. Һуғыш ваҡытында, аслыҡта тыуып үҫһәм, балалар йортонда тәрбиәләнеүҙең әсе-сөсөһөн татыһам да, ана шул көслөлөр ҡаны мине бар бәләләрҙән йолоп ҡалған. Һуңынан скульптор һөнәрен һайлап, таштарҙан, ағастарҙан, балсыҡтан бәләкәй һындар яһаным. Ҡул көсө генә түгел, рух көсө лә кәрәк булды ул саҡта. Нәҫелемә, тамырҙарыма рәхмәт уҡыным тағы ла...
* * *
Хатымды тамамлайым тигәйнем дә, "рух" көсө тип яҙғас, миҫал кәрәк бит. Ул миҫалдарҙы бик күп яҙырға булыр ине. Бер бәләкәйен генә яҙып үтәйем. Мәктәпте тамамлап, Мәскәүҙә уҡып йөрөйөм. Рәссамдарға кәрәкмәһә лә, "Политэкономия" фәнен өйрәтәләр. Бына имтихан көнө лә етте. Ҡурҡышымдан бик яҡшы әҙерләнеп барҙым. Мейем саф, хәтерем һәйбәт, ниңә ҡурҡҡанмындыр? Билет алып әҙерләндем дә, оло йәштәрҙәге уҡытыусы ҡаршыһына ултырып, яуап бирәм. Һәйбәт белеүемә шатмын, йылмайып һөйләп бөткәйнем, уҡытыусының: "Ярай, өс ҡуям", - тип әйтеүенә һушым китте. Яуап биргән мәлдә уның иғтибар менән тыңламауын һиҙеңкерәгәйнем, әлбиттә. Ҡап-ҡара мосолман балаһы "Политэкономия" тигән ҡатмарлы фәнде өслө билдәһенә белһә лә хуп, тигәндер ул. Ныҡыш кешемен мин. Тыныс, әммә ҡаты тауыш менән: "Мин бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙем. Ышанмаһағыҙ, тағы өҫтәлмә һорау бирегеҙ!" - тинем. Оло ағай уянып киткәндәй, миңә аптырап ҡараны ла, яңы һорау бирҙе. Быныһында йылмайып түгел, шатырҙатып яуап бирҙем. Уҡытыусы: "Ысынлап та һәйбәт әҙерләнеп килгәнһең, дүртле ҡуям",- тине лә, "Ризаһыңмы?" тигәндәй, миңә тағы ҡарап ҡуйҙы.
Имтихандан һуң коридорға сыҡҡас, "Үәт, башҡорт балаһы!" тип, үҙемде маҡтап ҡуйҙым. "Бер ҡайҙа ла бирешеп торма!" тип өҫтәнем аҙаҡ. Беренсе курста минең турала курсташтарым: "Пришла маленькая, худенькая, нерусская и самый большой планшет взяла", - тип күршеләргә көлөп һөйләгәндәр. Курсташтарымдың да, уҡытыусыларымдың да һәйбәт мөнәсәбәтен тойоп уҡыным. Һүрәт буйынса уҡытыусының: "Тәүҙә һине күреп борсолғайным да, тырышлығыңды күреп, тынысландым", - тип тә маҡтап ҡуйыуы иҫемдә. Көслөлөләр нәҫеленән булыуым бына шулай һәр аҙымда ярҙам иткәндер, тип уйлайым хәҙер бала саҡ, йәшлектең "ҡомда ҡалған эҙҙәрен" хәтерләп.
Фәүзиә УСМАНОВА-ЯХИНА.
Редакциянан: Башҡортостандың атҡаҙанған скульпторы Фәүзиә апай Усманова "Киске Өфө" гәзите сыға башлағандан алып иң әүҙем уҡыусыбыҙ һәм авторыбыҙ булды. Ябай ғына автор түгел ине ул. Гәзитебеҙҙең һәр номерындағы берәй мәҡәләнең фекерен эйәртеп, үҫтереп, дауам итеп, ғәжәп матур миҫалдар килтереп, һығымталар яһап, аҙна һайын хат ебәрә һала ине редакцияға. Фәүзиә апай һымаҡ мәғлүмәтле, хәтирәләргә бай, башҡорт әҙәбиәтен яҡшы белгән, тел оҫтаһы булған авторҙар бик һирәк ул, ә бөгөнгө заманда улар бөтөнләй юҡҡа тиң, киләсәктә, бәлки, бөтөнләй булмаҫ та. Журналист Сәрүәр Сурина Фәүзиә апайыбыҙҙың "Киске Өфө"лә баҫылған ысын публицистик парсалар өлгөһө булған мәҡәләләрен йыйып, һабаҡташтары ярҙамы менән китап итеп тә баҫтырып сығарғайны.
Был көндәрҙә ошо һоҡланғыс шәхес, талантлы ижадсы Фәүзиә апай Усманова (гәзиттә ул йышыраҡ Фәүзиә Яхина тип баҫыла торғайны) баҡыйлыҡҡа күсте. Ауыр тупраҡтары еңел, гүрҙәре яҡты, иманы юлдаш булһын! Балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА