«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РАДИОНЫҢ ТӘРБИӘҮИ КӨСӨНӘ БӨГӨНГӨ БАЛАЛАРҘЫ ЛА ЙӘЛЕП ИТӘЙЕК
+  - 


Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республиканың радио-телевидение тармағы ветераны Фәнүзә Баһауетдинованы радиотыңлаусылар үҙ эшенә мөкиббән киткән тынғыһыҙ журналист, яғымлы тауышлы алып барыусы тип белә. Һүҙ - Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙының үҙенә.

35 йыл ғүмерен радиоға биргән журналистан шулай тип һорарға мөмкиндер: эфирҙың көсө нимәлә, бөгөнгө көндә радионың урынын тормошобоҙҙа нисек билдәләр инегеҙ?

- Эйе, тәүге тапҡыр эфирға сығыуыма ла 35 йыл ғүмер уҙып киткән. Хеҙмәт юлымды Башҡортостан радиоһынан башлаһам, хәҙер 15 йыл инде "Ашҡаҙар" радиоһында эшләйем. Эш буйынса төрлө ҡатлам кешеләре менән осрашырға тура килә. Ҡайһы саҡ бөтөнләй радио тыңламаған, гәзит-журнал менән ҡыҙыҡһынмаған, хатта телевизор ҡарамаған кешеләр ҙә осрай. Ғәфү итһендәр, мин ундайҙарға хайран ҡалам. Нисек инде, мәҫәлән, радио тыңламаҫҡа мөмкин! Беҙҙең ғаиләлә бала саҡтан радио яңғырап торҙо. Мәктәптә уҡыған йылдары иртәнге концертты ишетеп уянып китә инем. Һәр аҙна ял көндәрендә төшкө 12-нән спектаклдәр башланыр ине. Уны бүлеп биргән осраҡтары ла була, иртәгәһенә дауамын көтөп ала инем. Дикторҙар уҡыуында шиғыр тыңларға яраттым. Бәлки, ошо радионың көсө менән шул мәлдәрҙә минең күңелемдә әҙәбиәт-сәнғәткә һөйөү уянғандыр ҙа. Иртәнге, төшкө, киске, ял көндәрендәге концерттарҙы алып барыусы дикторҙарҙың моңло тауышына ғашиҡ инем. Әйткәндәй, беҙ мәктәптә уҡыған йылдары класташтар араһында анкета тултырыу йолаһы бар ине. Ябай дәфтәрҙең һәр битендә бер һорау. "Киләсәктә кем булырға теләйһең?" тигәнгә, мин: "Диктор, әртист йәки уҡытыусы", - тип яҙа торғайным. Хәҙер инде ошо уҡ эфир көсө менән диктор ҙа, әртист тә, уҡытыусы ла булдым, тип әйтә алам. Бәлки, атай-әсәйем аңлы рәүештә шулай тәрбиә бирергә тырышҡандыр. Сөнки, атайым әҙәбиәтте ярата ине, ҡулында һәр ваҡыт "Ағиҙел" журналы булды, хатта битен журнал менән ҡаплап йоҡлап китер ине. Ә әсәйем клуб директоры булып эшләгәс, сәнғәттең уртаһында ҡайнап йәшәне, мине лә һәр ваҡыт үҙе менән йөрөттө һәм иң беренсе булып микрофонды ла ҡулыма әсәйем тотторҙо. Йылдар үтер ҙә, республика радиоһында микрофон алдында концерт номерҙарын үҙем дә иғлан итеп ултырырмын тип уйламағайным. Минең өсөн ул буй етмәҫлек бер хыял ине. Ваҡытында үҙҙәре белепме, әллә осраҡлымы, радио көсө менән миңә тейешле тәрбиә бирә алғандарына оло рәхмәтлемен.
Мин үҙемде республиканың мәҙәниәт, сәнғәт, матбуғат, мә-ғариф арбаһында китеп барған кеүек хис итәм. Иртә менән эшкә йыйынғанда БСТ-нан "Сәләм"де ҡарайым, аш бүлмәһендә "Ашҡаҙар" радиоһы һөйләй, машинала "Юлдаш"ты тыңлайбыҙ. Эшкә килгәс, "Киске Өфө" гәзитен күмәкләп уҡыйбыҙ, матбуғат донъяһынан тағы ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлешәбеҙ. Йәйге ял мәлдәрендә, ғәҙәттә, ауылға ҡайтҡан саҡта төрлө сәбәптәр менән бер аҙ матбуғат донъяһынан айырылып торған ваҡыттар ҙа була, шул саҡ мин ана шул республиканың мәҙәниәт, сәнғәт, матбуғат, мәғариф арбаһынан төшөп ҡалғандай булам, күңелде ниндәйҙер бушлыҡ биләп ала, хатта ниндәйҙер кимәлдә үҙемде ас тоям, ашайһың да кеүек, әммә туйып булмай. Йәйге ялдан һуң эшкә сығып, республика матбуғаты менән танышып, ниндәйҙер мәғлүмәт алғандан һуң, үҫеп киткәндәй булам һәм бөтәһе лә үҙ урынына ултыра ла, артабан шул арбала тормош дауам итә.
Радио - ул тыңлаусының ваҡытын алмай, эшеңде лә эшләп йөрөйһөң, әллә күпме мәғлүмәтле булаһың. Мәғлүмәтле тигәндән, радио фондында күпме шәхестең тауышы, фекере, мәшһүр йырсылар, ҡурайсыларыбыҙҙың сығышы яҙылып ҡалған, тарихи һәм милли йолаларыбыҙ тураһында тапшырыуҙар, спекталдәр, яҙыусы-шағирҙәр әҫәрҙәре - һәр береһе алтынға тиң хазина бит. Әгәр ҙә йәштәребеҙ күңелендә радиоға ҡыҙыҡһыныу уята алһаҡ, ошо хазина быуындан-быуынға тапшырылыр, киләсәк сылбыры өҙөлмәҫ ине. Хеҙмәт юлымда фонотека бүлегендә лә эштең ҡыҙыу мәленә эләктем. Яҙмалар араһында милләтебеҙҙе данлаған шәхестәр - Рәми Ғарипов, Арыҫлан Мөбәрәков, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Әмир Абдразаҡов, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим һ.б тауыштары һаҡлана. Үлсәмдәргә һыймаған байлыҡ был, шуларҙы мәктәптәрҙә лә дәрес барышында ҡулланырға кәрәк ине ул.

Фәнүзә, һеҙ йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үскәнһегеҙ. Әсәйегеҙ Фәрзәнә апай ғүмер буйы ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгән. Сәнғәткә һөйөү ғаиләнән һалынған. Ошо уҡ мөнәсәбәт һеҙ ҡорған ғаиләлә сағыла. Ике ҡыҙығыҙ ҙа йыр-моңға маһир, йәғни, милли мәҙәниәтебеҙгә үҙ өлөштәрен индерәләр. Ҡала мөхитендә рухлы башҡорт тәрбиәләүҙең үҙенсәлеге нимәлә?

- Ғаиләбеҙ сәнғәткә ғашиҡ. Әсәйем Фәрзәнә миңә тәү башлап микрофон тотторҙо, тигәйнем инде, сәнғәт донъяһына әйҙәүсе ул булһа, атайым Кинйәмырҙа - Баһауетдиновтар нәҫеленән тәү башлап юғары уҡыу йортона ишек асыусы. Әммә ауыр йылдарҙағы ғаилә хәлдәренә бәйле, уҡыуын тамамлай алмай. Шуға биш ҡыҙының да белем алыуын теләне, һәр ваҡыт изге теләктә торҙо.
Бала саҡтан атайымдың әсәһе Фәйрүзә ҡартинәйем тәрбиәһен алдыҡ. Ул беҙҙең өйҙөң йәме булды, тип ғорурлыҡ менән әйтәм. Һәр ваҡыт ишегебеҙ асыҡ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер шул ишеккә оло йоҙаҡ эленде... Яҡындарыбыҙ мәңгелек йорттарына күсте. Улар һәр саҡ күңелдә, ҡәҙерлеләремә минең рәхмәтем сикһеҙ. Әсәйем ейән-ейәнсәрҙәренә лә талапсан булды, ауылға ҡайтҡас та, туған телегеҙҙә һөйләшегеҙ, тип әйтә килде. Кем таҙа, матур һөйләшә - маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне. Ҡала мөхитендә үҫеү генә түгел, урта белемде урыҫ мәктәбендә алыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙарыбыҙ Гөлйемеш менән Гөлгөнә башҡорт телендә кинәнеп һөйләшә, йырлай, байрам кисәләрен алып баралар. Улар икеһе лә Өфөнөң 18-се башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнө, телгә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа тәрбиәселәрҙең дә өлөшө бар. Бигерәк тә ғаилә йоғонтоһо көслөрәк, тип уйлайым. Ҡыҙҙарымдың атаһы Мирсәйет Ҡылысов менән икебеҙ ҙә туған тел нескәлектәрен аңлаған ижадсыларбыҙ. Атайҙарының балалар өсөн яҙған "Башҡортостан - илкәйем", "Әсәй-әсәкәйем", "Ҡояш-ата, ер-әсә", "Нефтле ил", "Яңы йыл" һ.б шиғырҙарына тыуған йырҙары аша ла ҡыҙҙарыбыҙ күңеленә йыр сәнғәтенә ойотҡо һалынғандыр. Күп тапҡырҙар ишеткәнем бар, атай-әсәйҙәр: "Бына мәктәптә тел өйрәтмәйҙәр", - тиҙәр. Ғәфү итегеҙ, минеңсә, телгә тик ғаиләлә генә өйрәнеп була... Һәр ғаилә, тәү сиратта, үҙенән башларға тейеш, иң беренсе атай-әсәй үҙе туған телендә һөйләшһә, ҡартәсәй менән ҡартатай шулай уҡ ейән-ейәнсәрҙәре менән тик үҙебеҙсә аралашһа, уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ ине. Әйткәндәй, тағы ла беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ каникул ваҡытында Мәрйәм Бураҡаеваның программаһы нигеҙендә төҙөлгән "Йәйләү"ҙә ял иттеләр.
Балаларыма Өфөләге байтаҡ шәхестәр танышыу бәхете лә тейҙе. 3-4 йәштәрендә Сафуан Әлибаев менән осрашып уның "Кем нимә ти?" шиғырын яттан һөйләп, ағайҙы илатҡансы ҡыуандырғайнылар. Башланғыс класта уҡыған саҡта балаларҙы Кәтибә Кинйәбулатоваға алып барҙым, уның китаптарын тотоп ҡарап, мандолинала уйнағанын тыңлап, өйгә ҡайтҡас Гөлгөнә шиғыр ҙа яҙып ҡуйғайны. Алтмыш телдә йырлаған Мәғфирә апай Ғәлиеваның өйөндә һаҡланған милли күлдәктәрҙе күреп, хайран ҡалғайнылар. Шулай уҡ мәшһүр йырсыбыҙ Фәрит ағай Бикбулатовты яҡындан күреп, "олатай", тип тығыҙ аралашып үҫте ҡыҙҙарыбыҙ. Улар менән иҫтәлеккә төшкән фотоһүрәттәр бөгөн дә һаҡлана. Тел мәсьәләһендә махсус бер ни ҙә талап итмәнек, әммә мөхит булдырғанбыҙҙыр.

Тел өйрәнеүҙең мәктәптә үҙ үҙенсәлеге бар. Һеҙҙеңсә, нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

- Уҡытыусылар дәрестә гәзит-журналдарҙы ҡулланһын ине, мәктәп уҡытыусылары күберәк матбуғатҡа яҙылһындар, дәрестәр республика тормошонан яңылыҡтар менән башланһын ине. Шулай уҡ мәктәптең тәрбиә эштәрен ойоштороу планына сәхнә теле дәресен, микрофон менән эшләү алымдарын тәҡдим итер инем. Сөнки эш тәжрибәмдән сығып әйткәндә, етәксеме, ябай эшсеме, микрофонды күргән һәр кем тулҡынлана башлай, әгәр ҙә мәктәп йылдарынан уҡ бала микрофонға өйрәнһә, әйтер һүҙҙе һис ҡаушамай еткерә алыр ине, тип уйлайым.
Ә радио - ул тыңлаусыны тәрбиәләүсе, телгә өйрәтеүсе, ҡыҙыҡһыныу уятыусы, республика тормошон яҡтыртып, уның йылъяҙмаһын яҙыусы. Ошондай яуаплы эштә минең дә өлөшөм булыуына ҡыуанам да, ғорурланам да. Артабан да быуындарҙы-быуындарға бәйләп йәшәргә яҙһын, рухи байлығыбыҙҙы йәш быуынға тапшыра алһаҡ, был киләсәк алдында торған иң ҙур бурысыбыҙҙы үтәү булыр ине.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
һорауҙар бирҙе.

"Киске Өфө" гәзите, №23, 13 - 19 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.25 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru