
Өфө тураһында күп итеп яҙырға була, сөнки баш ҡалабыҙ көндән-көн ҙурая, үҫә. Уның үҙәгендә лә төрлө эштәр әүҙем алып барыла, шулай уҡ ҡалаға ҡараған, әммә Өфөнән ситтәрәк урынлашҡан район биләмәләрендә лә эштәр гөрләй.
Күптән күҙәтеп барыуым түбәндәге фекерҙәрҙе төйнәргә булышлыҡ итте лә инде. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте өфөләргә һәм ҡала ҡунаҡтарына ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн төрлө мөмкинлектәр тыуҙыра. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары, велосипедта йөрөү өсөн махсус юлдар, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар төҙөкләндерелә һәм яңылары булдырыла, руль артындағылар тураһында ла онотолмай. Ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең ошо матурлыҡты юҡ итергә тырышыуы күңелде ҡыра. Яңыраҡ М.Ғафури исемендәге парктағы спорт майҙансығында урынлаштырылған ҡоролмаларҙы емереп-ҡырып киткәндәр. Кемдең ҡулы баралыр бындай эшкә?
Шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙағы ойошмалар, биналар алдындағы ихата, майҙандарҙың рәткә килтерелмәүе лә күҙгә салынып, кәйефте ҡыра. Мәҫәлән, Октябрь проспектында урынлашҡан Балалар филармонияһы алдындағы күтәрмәнең "хәле" бик ауыр. Күптән төҙөкләндереүҙе көткән был урынға иғтибар итһәләр ине лә бит. Ә Нефтехимик мәҙәниәт һәм ял итеү паркы янындағы скверҙа урынлашҡан фонтанды төҙөкләндереүҙең тамамланыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Парк янында йәшәгәндәр өсөн тағы ла бер матур ял урыны буласаҡ был.
Шулай уҡ "Өфө муйынсағы" уникаль проектының иң матур өлөшөнөң береһе "Ҡариҙел һуҡмағы" ла оҙаҡламай үҙенең ял итеүселәрен ҡабул итәсәк. Ейәнем менән был һуҡмаҡ буйлап йөрөргә бик яратабыҙ. Уның төрлө урындарын йөрөп ҡарап сыҡтыҡ, барыһы ла матур, уңайлы. Ысынлап та, был уникаль проект, республиканың башҡа ҡалаларында ла бындай проекттар тормошҡа ашырылһа, бик яҡшы булыр ине.
Улым ғаиләһе менән Ағалы-ҡустылы Кадомцевтар урамында йәшәй. Ғөмүмән, был тирәлә балалар, үҫмерҙәр тәрбиәләгән ғаиләләр бик күп. Ләкин бәләкәстәргә лә, йәштәргә лә уйнау һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар етерлек түгел. Мәҫәлән, улымдың йорто янындағы балалар майҙансығында тик тимерҙән эшләнгән "боронғо" бәүелсәк кенә тора. Шулай уҡ совет заманынан ҡалған турниктар бар, ләкин улар күберәген балаҫ элеп ҡағыу өсөн ҡулланыла. Ошо районда волейбол, баскетбол уйнау майҙансыҡтары эшләһәләр, ни тиклем файҙа булыр ине. Телеүҙәккә яҡын Пушкин урамындағы махсус тимер селтәр (сетка) менән ҡапланған баскетбол һәм мини-футбол майҙансығын күреп йөрөйөм һәм унда күмәкләп уйнаған йәштәргә ҡарап һоҡланам.
Һүҙ ыңғайында, Ватанды һаҡлаусылар урамында 2023 йылда уҡ ҡуйылған, әммә ошоға тиклем тоҡандырылмаған уттарҙы ҡасан күрербеҙ икән, тип һорағым килә. Шулай уҡ ҡала хакимиәтенең пландарында Спорт туҡталышынан алып "Башҡортостан" сауҙа үҙәгенә тиклем йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр өсөн махсус юлдар эшләү ҡаралмағанмы икән, тигән һорау ҙа күңелде өйкәп тора. Бик тә кәрәк был юлдар.
Әминә СӨЛӘЙМӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|