
Тик торғанда, һүҙ юҡта һүҙ булһын, тигәндәй килеп сыҡты был йүнһеҙ хәбәр. Кемгәлер йәшәүе бошонҡо булып китеп, күңел асып алырға итәләрме, әллә киләсәктә буласаҡ хәлдәрҙе фаразлаусы шоу-клоун ролен башҡарыуҙарымы - һәр хәлдә, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып болғаусы әҙәмдәр табылып ҡына тора. Бынан улар ниндәйҙер ләззәт кисерәме, тормошондағы бушлыҡты ямаймы, әллә шулай итеп пиар эшләүҙәреме - әйтеүе ҡыйын.
"Соловьев. Live" мәғлүмәт каналы алып барыусы Сергей Мардан (Ключенков) ауыҙынан сыҡты был хәбәр ошо көндәрҙә: "Әйҙәгеҙ, шайтаныма булһын, бөтөрәйек был пенсияны. Бала тапһындар, тәрбиәләһендәр - тимәк, ҡартлығында ашарына булыр. Ә балаһы юҡ икән - дөмөгөр". Нисек инде? Оҡшаймы ватандаштарға ҡарата бындай мөнәсәбәт? Һәм бит уны хуплаусылары ла табылып тора. Мәҫәлән, олигарх, миллиардер, "Царьград" компанияһы башлығы Константин Малофеев та былай ти: "Ысынлап та, нишләп әле 30 йәшлек граждандарыбыҙға бер ун йылдан дәүләт пенсияһына өмөт булмауын әйтмәҫкә? Был йәштә, әйҙә, улар үҙҙәре хәл итһен: аҡса туплай башларғамы, ҡартлыҡ көндәрендә таянырлыҡ балалар үҫтерергәме..."
Бынағайыш, бындай мәжбүри-көслөк юлы менән улар демография проблемаһын хәл итергә була, тип уйлай, күрәһең. Тик был изге ниәтте кеше хоҡуҡтарын боҙоу юлы менән юҡҡа сығарыу мөмкин икәнен аңлай микән улар? Йәки, әйтәйек, һаулыҡ һәм етешһеҙ тормош-көнкүреш хәлдәре буйынса бала таба алмаусылар ул ваҡытта ни эшләргә тейеш? Икенсенән, был мәсьәләне тап бөгөнгө көндә ҡуҙғытыуҙың кисекмәҫтән кәрәге булдымы икән ни? Илдәге иҡтисади-социаль проблемалар, ата-әсәләрҙең тәрбиәләп буй еткергән уландары ҡайғыһы - ошондай шарттарҙа кеше яҙмыштарына тулыһынса битарафлыҡ, төкөрөп ҡарау түгелме был? Ошо урында Мардан идеяһын тәнҡитләп сығыусы меңәрләгән кешенең фекерҙәрен килтереп тормау хәйерлерәк булыр: үҙ башына яуған рәнйеү ташҡынынан ҡаушай төшкән Мардан ғәфү үтенергә мәжбүр булды ла ул, тик шулай ҙа уның идеяһын күтәрмәләп алыусы әлеге Малофеев, блогер Поздняков ише "антипенсионерҙар" килеп сыҡты.
Ирекһеҙҙән һорау тыуа: улар, бәлки, ысынлап та, пенсия системаһының күңелһеҙ киләсәге "хәбәрселәре"лер? Социаль фонд менән ил ҡаҙнаһын "ҡырып-һепереп" пенсия түләүгә тотоноп тороуға ризаһыҙлыҡтар юҡҡа ғына йышая төшмәгәндер бит. "Московский комсомолец" гәзите хәбәрсеһе Кирилл Иванов әйтмешләй, "антипенсионерҙар" идеяһы илдә ошо теманы әүҙем күтәрмәләүсе билдәле бер элиталы төркөмдөң позицияһын сағылдыра. Шул уҡ ваҡытта хәбәрсе, элиталы төркөм фекере был мәсьәләгә әле власть ҡарашы түгел, тип тынысландырырға тырыша.
Кем белә, әлеге ошо төркөм тәҡдиме юҡтан бар булмағандыр бит, уның "һөлдәһе" һәр ваҡыт ҡайҙалыр баш осонда, һауала эленеп торғандай, шуға күрә был мәсьәләгә киләсәктә тулыһынса оптимизм менән ҡарарға ла өмөт юҡ, сөнки илдәге беҙ күнеккән пенсия системаһы үҙ мөмкинлектәренән ваз кисте. Ә сит илдәрҙәге кеүек граждандарға үҙ киләсәктәренә капитал туплап барыу өсөн лайыҡлы эш хаҡы кәрәк. Балалар үҫтереп-тәрбиәләү, уларҙы уҡытып сығарыу ҙа аҡсаһыҙ мөмкин түгеллеген беләме был әфәнделәр? Бөгөн иһә, Росстат иҫәбенсә, Рәсәй буйынса 98 мең тип тәҡрарланыусы уртаса эш хаҡына ла хатта пенсиялыҡ тупланма йыйып барыу мөмкин түгел, сөнки туҡтауһыҙ үҫә барыусы хаҡтар арҡаһында тартып-һуҙып көн итеүе еңелдән түгеллеген яҡшы беләбеҙ. Унан һуң, ҡарттарҙы балаһы, уның ғаиләһе ауыҙына ҡаратып, тилмертеп ултыртырға итәләрме? Балаң ниндәй генә изгелекле, тәрбиәле булмаһын, ҡартайған көнөндә ата-әсә уға һәм уның ғаилә ағзаларына көс төшөрөп, үҙен артыҡ тамаҡ ролендә күргеһе килмәйәсәк барыбер...
Уйламай хәбәр һөйләүсе бушбоғаҙҙар бының ҡартлыҡты мыҫҡыллау, кәмһетеүгә бәрәбәр икәнен аңламай икән, улар үҙҙәре лә бер заман бөкөрәйер бит...
Өлкән быуын вәкилдәренең тормош кимәлен төрлө илдәр буйынса сағыштырыу өсөн бер нисә илдең пенсия системаһын алып ҡарайыҡ, булмаһа: иң юғары пенсия Данияла - 2 400 евро (йәғни 2 907 АҠШ доллары). Норвегияла пенсия күләме 2 500 доллар, Швейцарияла 2 100 доллар, Японияла 1 700 доллар, Австрияла 1693 доллар. Был пенсиялар дәүләт өлөшөнән һәм индивидуаль пенсия программалары өҫтәмәһенән тора. Был ҡәҙәрем аҡса туплап барыу өсөн эш хаҡының күпме булыуын күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел, әлбиттә. Күренеүенсә, уларҙа ла дәүләт пенсионерҙарҙы тәьмин итеүгә өлөш индерә, ләкин берәү ҙә дәүләт пенсияһын бөтөрөп, Мардан менән Малофеев кеүек, өлкән быуынды социаль тәьминәттән мәхрүм итергә саҡырмай. Дөрөҫ, ҡайһы бер сит илдәрҙә лә эшләп йөрөүселәр менән хаҡлы ялдағылар араһындағы нисбәтте һаҡлау өсөн пенсия йәшен кисектереү сараһы күрелә йә пенсия взностары ставкаһы арттырыла, ләкин уның эҙемтәләре илдәге демография мәсьәләһенең ни дәрәжәлә киҫкен тороуына бәйле һәм йыш ҡына һиҙелерлек социаль тетрә-неүҙәргә килтереп еткермәй.
Малофеевтың тәҡдиме Федерация Советына ла барып ишетелгән икән. Конституция закондары буйынса комитет рәйесе быға ҡаршы РФ Конституцияһының 39-сы статьяһын килтерә: илдә йәше, теге йәки был сире, инвалидлығы, ҡараусыһын юғалтыуы сәбәпле йәки балаларын тәрбиәләү өсөн һәм закон менән ҡаралған башҡа осраҡтарҙа һәр гражданды социаль йәһәттән тәьмин итеү ҡаралған. Ә Дәүләт Думаһының Ғаиләне яҡлау, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Татьяна Буцкая белдереүенсә, әлеге әфәнделәр тарафынан пенсия мәсьәләһе урынһыҙ күтәрелә; дәүләт беҙҙең граждандар мәнфәғәтен яҡлай һәм кешеләр яҙмышы менән уйнарға юл ҡуйылырға тейеш түгел.
Ә шулай ҙа илдә пенсия системаһын яңыртып ҡороу кәрәк буласаҡ, ти Г.В.Плеханов исемендәге университеттың дәүләт һәм муниципаль финанстар кафедраһы профессоры Юлия Финогенова. Сөнки бөгөн илдә бер пенсионерҙы тәьмин итеү өсөн ике, хатта өс эшләп йөрөүсе тап килә.
Әлеге ваҡытта Хөкүмәт теләк буйынса тупланма пенсиялар системаһын ҡарай башланы. Ләкин иҡтисадсылар фекеренсә, был система халыҡтың күпселек өлөшө өсөн проблеманы хәл итеү булмаясаҡ, сөнки, әйтеп кителеүенсә, эш хаҡтары түбән. Тимәк, өҫтәмә килем кәрәк. Ә инде айырым кешеләрҙең ҡартлыҡтарын тәьмин итеү өсөн үҙаллы рәүештә аҡса туплап барырға хәлдәренән килә икән, улар даими рәүештә һәр төрлө финанс ойошмалары - идаралыҡ компаниялары, брокерҙар, дәүләттеке булмаған пенсия фонды йәки страховкалау компаниялары аша эш итә ала. Ләкин, тип иҫкәртә финанс белгестәре, был юлды әлегә ышаныслы һәм тотороҡло тип әйтеүе ҡыйын.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА