
Һәр яҙыусының үҙ тематикаһы, йөҙгән үҙ даръяһы, гиҙгән үҙ биләмәһе булыусан. Мәҫәлән, Ноғман Мусин тигәндә - ҡалын-ҡалын урмандарҙы, Рәшит Солтангәрәев тигәндә - ҡара алтын табыусыларҙы, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева тигәндә - башҡорт ҡатын-ҡыҙының үткәндәге еңел булмаған тормошон күҙ алдына килтерәбеҙ, Ғәли Ибраһимовтың, Булат Рафиҡовтың, Әхиәр Хәкимовтың исемдәрен ишеткәндә - тарих сыңдары, һөңгө, ҡылыс, ат тояҡтары тауыштары ишетелә башлай...
Яныбай Хамматов, тигәндә ыңғайы бер күҙ алдына мәғдәнсе, ете ҡат ер аҫтындағы таш, ҡом ҡатламдарынан алтын, көмөш, баҡыр эҙләүсе рудасы, старатель образы күҙ алдына баҫа. Яҙыусы үҙе лә ғүмере буйына архивтарҙа, боронғо яҙмалар һаҡланған китапханаларҙа, шул рудасы, шул старатель һымаҡ эҙләнеп, халҡыбыҙ тарихының, аҫыл заттарыбыҙға бәйле сығанаҡтарҙың иң-иңдәрен табып, уларҙы романдар, повестар рәүешенә килтереп, халҡыбыҙға бүләк итте. Бына уның милләтебеҙгә килтергән бүләктәре:
"Бөртөкләп йыйыла алтын" романы;
"Аҡман-тоҡман" романы;
"Йәшенле йәй" романы;
"Юрғашты" романы;
"Руда" романы;
"Йондоҙҙар нисек ҡабына" романы;
"Төньяҡ амурҙары" романы;
"Тыуған көн" романы;
"Башҡорттар китте һуғышҡа" романы;
"Комбриг Мортазин" романы;
"Ҡара яу" романы;
"Ағиҙел Иҙелгә ҡоя" романы;
"Салауат" романы;
"Һырдаръя" романы;
"Башҡорт ханы" романы;
"Ҡаһарманлыҡ" повесы;
"Иҙел башы" романы;
"Хәсрәтле бала саҡ" автобиографик әҫәре;
"Тормош һабаҡтары" автобиографик әҫәре;
"Арҡайым" повесть-фаразы, һ.б.
Ағымдағы йыл арҙаҡлы ил ағаһы, һуғыш ветераны, егермегә яҡын тарихи романдар яҙып ҡалдырған күренекле башҡорт яҙыусыһы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуы менән дә үтә лә әһәмиәтле. Әҙиптең ейәнсәре Алһыу Әнүәр ҡыҙы менән ҡорған әңгәмәлә Яныбай Хамматовтың рухи мираҫын вариҫтарына тапшырған олатай булараҡ тәржемәи хәленә туҡталырға тырыштыҡ.
Алһыу Әнүәр ҡыҙы, олатайығыҙ, күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы уның вариҫтары нисек ҡаршылай, шәхсән үҙ тормошоңда өлгәшкән иң ҙур уңышың ниндәй тип иҫәпләйһең?
- Беҙҙең ғаилә өсөн был юбилей йылы - бик яуаплы һәм бик мөһим осор. Юбилейға әҙерлек биш йыл элек башланды. Иң ҙур эш - олатайымдың әсәйем баҫырға әҙерләгән автобиографик әҫәре. Әйтерһең дә, әсәйем үҙенең иртә китеүен һиҙеп, бөтә эштәрен ташлап, олатайымдың китабын эшкәртә башланы, бик ашығып эшләне һәм 2021 йылдың уртаһында, барыһын да әҙерләп, нәшриәткә тапшырҙы. Бер нисә ай үткәс, яҡты донъянан китте. Был китап Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына сығарылды.
Мин олатайымдың архивтарында материалдар эҙләнем, иҫке видео, аудиотаҫмаларҙы табып, заманса компьютер аша үткәрергә тырыштым, фотоларын йыйып, компьютерға күсерҙем, олатайымдың әлеге көндәрҙә Түбәнге Кама ҡалаһында йәшәгән һеңлеһенә барып, иҫтәлектәрен йыйҙыҡ. Белорет ҡалаһында урынлашҡан Яныбай Хамматов исемен йөрөткән Башҡорт ҡала гимназияһында кабинет-музей асыу өсөн әҙерлек тә бер нисә йыл элек башланды. Музей асыу идеяһын да әсәйем күтәргәйне.
Әлбиттә, бөтә был эштәр бик үк күҙгә күренмәгән һымаҡ, ләкин эшләп тә йөрөгәс - мин үҙем табип, баш табип урынбаҫары булараҡ, сәғәт 8-ән 17-гә тиклем эштәмен - барыһына ла ваҡыт етмәүе һиҙелә. Шулай булһа ла, төрлө әмәлдәрен табып, өлгөрөргә тырышам - төндәр бар бит әле. Ярҙам ҡулын һуҙған кешеләр ҙә булды, мин уларға бик рәхмәтлемен.
Ҡыҙҙарым да минең ярҙамсыларым. Өлкән ҡыҙым Әйшә Мәскәүҙә уҡып йөрөһә лә, олатаһының көндәлектәренән өҙөктәр ятлап, видео төшөрҙө, бәләкәй ҡыҙым йырлырға ярата - олатаһының яратҡан йырҙарын "Илсе Ғайса" менән "Һандуғас"ты өйрәнеп сығыш яһай. Милли әҙәбиәт музейы өсөн "Аҡлан" ҡасабаһында урынлашҡан дачаның макетын эшләгәндә лә ҡыҙҙарым ярҙам итте - бер ай эсендә эшләп бөтөрҙөк.
Олатайың Яныбай Хамматовҡа ҡайһы сифаттарың менән оҡшағанһың йә оҡшарға тырышаһың?
- Олатайым бик әҙәпле, батыр йөрәкле, тура һүҙле, намыҫлы, уңған, маҡсатына өлгәшә белгән шәхес ине. Эшһөйәр, йыйнаҡ, тәртип яратҡан олатай булды. Биргән вәғәҙәһен үтәй, бер ваҡытта ла һуңламай, үҙенә ҡарата талапсан ине. Минеңсә, миңә шул кимәлгә үҫергә лә үҫергә әле.
Башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың рухи эстафетаһын, туған телен, һеҙ, уның вариҫтары, лайыҡлы дауам итәһегеҙ. Нисек уйлайһың, бындай тоғролоҡтоң асылы нимәлә?
- Ҡайһы саҡта, икенсе бер яҙыусыларҙың ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарап, олатайым менән булған был көслө бәйләнештең сәбәбен аңларға тырышам. Әсәйем берҙән-бер ҡыҙы ине, мин - берҙән-бер ейәнсәре. Беҙҙең ғаилә бәләкәй булһа ла, олатайымдың шатлыҡтарын һәм ауырлыҡтарын уртаҡлашып йәшәнек. Ул бик асыҡ кеше ине, ҡатынына, ғаиләһенә йөрәген асып, бар хистәрен һөйләп бирә ине. Шул мөхиттә үҫеп, олатайым менән бала саҡтан яҡын аралашып, әлбиттә уның васыяттарын үтәүҙе үҙемдең бурысым тип алғанмын. Бәлки, ағай-апайҙарым булһа, бер-беребеҙгә һылтанып, ышанып, олатайым менән бәйләнеш өҙөлөр ине. Олатайым минең менән бәләкәйҙән үк күп шөғөлләнде - әкиәттәр һөйләне, шахмат, шашка уйнатты, дачала йәшәгәндә күп нәмәгә өйрәтте - бесән сабырға, мейес яғырға, утын бысырға, урманда йөрөгәндә ҡоштар тауышын танырға, хатта бадминтон уйнарға ла ул өйрәтте. Бик хәстәрле олатай булды - мәктәпкә оҙатып, ҡаршы ала ине. Хатта мин университетта уҡыған саҡта, аяҡтары һыҙлаһа ла, таяҡҡа таянып булһа ла, мин һуңлап ҡайтҡанда, туҡталышҡа барып, ҡаршы ала ине. Әлбиттә, былар оноторлоҡ түгел.
Фиданиә өләсәйең менән әсәйең Гүзәл олатайығыҙ рухына үтә лә тоғро булдылар, был бигерәк тә милли рух мәсьәләһенә ҡағыла. Быны тик иргә һәм атайға ҡарата булған ихтирам һәм һөйөү хисе менән генә аңлатып буламы?
- Минеңсә, олатайымдың ниндәйҙер көслө энергетикаһы булғандыр, был көс яҡын кешеләренә күсеп, уларҙы илһамландырып торғандыр. Өләсәйем олатайымдың күпселек романдарын рус теленә тәржемә иткән, ул эшләгән подстрочниктарҙы Мәскәү әҙәбиәтселәре эшкәртеп, рус телендә баҫтыралар. "Мине аңлаған берҙән-бер кеше - ул минең ҡатыным. Мин уның менән бөтә нәмә хаҡында ла уртаҡлашам, бөтәhе менән дә бүлешәм, унан минең бер ниндәй ҙә серем юҡ. Ул аҡыллы кәңәшсем дә. Ҡайhы саҡ, мин унhыҙ яҙыусы була алмаҫ инем, тип тә уйлап ҡуям. Ҡатыным - минең намыҫым", - тип яҙа олатай көндәлегендә.
Олатайым да бик ышаныслы, өләсәйемә тоғро, ярҙамсыл ир булды. Эсмәне, тартманы. Кәрәк булһа, өләсәйемдең өйгә ҡайтыуын көтмәне, әйберен үҙе ямап ала, иҙәндәрен һөртөп, ашарға бешереп көтә ине. Хатта ҡамыр баҫып, һалма киҫә торғайны.
Туған халҡына тоғролоғо, туған халҡы өсөн янып-көйөп йәшәүе, әлбиттә, ғаиләһенә лә йоғонто яһаны - өләсәйем яртылаш татар, яртылаш башҡорт булһа ла, татар телендә һөйләшһә лә, бар булмышы менән башҡорт рухлы булды. Башҡорттарҙы гел яҡлап йөрөнө. Ҡайһы саҡта ситтән ҡарағанда бик ҡыҙыҡ күренә ине. Бигерәк тә 90-сы йылдарҙағы сиктәр ҙә, телдәр ҙә асылған мәлдә, берәй сиратта торғанда башҡорттарҙы кемдер әрләгәнен ишетеп ҡалһа, һары сәсле, күк күҙле апайҙың саф татар телендә башҡорттарҙы яҡларға ташланыуы күптәрҙе аптырата ине.
Беҙ, уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында әҙәби ижадҡа килгән йәш быуын, Яныбай ағайҙы үтә лә талапсан һәм тура һүҙле кеше итеп белдек. Уның был сифаттарын кисереүе һиңә ауыр булманымы?
- Олатайымдың холҡо еңел түгел ине һәм ул шуны, ике йөҙлөләнеп, йәшереп йөрөмәне. Принципиаль һәм талапсан ине - башҡаларға ғына түгел, иң беренсе нәүбәттә - үҙенә ҡарата. Ундайҙар, әлбиттә, йыуаш булмай. Минән йыш ҡына: "Ғаиләлә берҙән-бер бала булғас, иркәләтеп үҫтергәндәрҙер һине?" - тип һорайҙар. Бер яҡтан ҡарағанда, ысынлап та, миңә иғтибар күп булды, ләкин икенсе яҡтан, олатайым да, өләсәйем дә бик талапсан булдылар. Тәртипкә булған талаптар бик юғары ине. Бала саҡта, миңә быны һатып алығыҙ, тегене алығыҙ, тигән уй башҡа ла килмәй ине. Уйынсыҡтарҙы, әйберҙәрҙе һаҡлап ҡулланырға, боҙмаҫҡа тырыштым. Олатайымдың иң яратмағаны - ижад иткәндә, эшләп ултырғанда бүлдереүҙәре. Шуны мин һәйбәт белә инем, шуға күрә, олатайым өҫтәл артында ултырғанда шып-шым йөрөнөм, хатта ишекте шығырҙатып асмаҫҡа тырыштым. Шул ғәҙәт әлеге көндә лә ҡалған - ғаиләлә берәй кем эшләп ултырғанда, имтихандарға әҙерләнгәндә, өйҙә тынлыҡ булырға тейеш.
Психологтар саф күңелле, изге йәнле кешеләр уҫал, талапсан булыусан, тиҙәр. Олатайыңдың нескәлеккә бирелгән сантименттарына шаһит булғаның иҫеңдәме?
- Олатай ысын көрәшсе ине - ҡыҙыу һәм ҡайнар йөрәкле, дөрөҫлөктө яҡлап, дәрәжәләргә иғтибар итмәй, фекерен йәшермәй күҙгә бәреп әйтә ине. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, балаларса ихлас, нескә күңелле, асыҡ йөрәкле, тойғоларға бирелеүсән ине, тиҙ төшөнкөлөккә төшөп, ҡайһы саҡта юҡ өсөн дә өҙгөләнә торғайны. "Эсем боша" тигәнен йыш ҡына ишетә торғайным. Ә инде эс бошорғос нәмәләр йыш килеп сыға торғайны. Әҫәрҙәре гел ҡыйынлыҡ менән, төрлө кәртәләр аша үткәрелеп баҫылып сыға ине, шуға һәр береһе өсөн ҡайғырып, борсолоп йөрөнө...
Шатланһа, шатлана ине - шарҡылдап, үҙе әйтмешләй, эс тырнап, рәхәтләнеп көлә торғайны. Ҡыҙыҡ, йәнле итеп һөйләй торғайны - кешеләрҙең ҡыланыштарын шәп итеп һүрәтләй белде. Артистлыҡ һәләте лә бар ине унда.
Үҙе эшһөйәр булғас, эшсән, белемгә ынтылған кешеләрҙе ныҡ ихтирам итте, уларға ҡулынан килгәнсе ярҙам итте. Талантлы кешеләрҙе ныҡ хөрмәт итте. Шуға күрәлер, көнләшеү тигән нәмә ят ине уға. Ҡәләмдәштәрҙең уңыштарына ихлас шатлана торғайны. Үҙе араҡы эсмәгәс, эсеп йөрөгән талантлы ҡәләмдәштәре, бигерәк тә йәш яҙыусылар өсөн бик ҡайғыра, йәлләй ине, өгөтләп тә, хатта: "Араҡы эсеп, талантыңды бөтөрәһең бит, яҙыр өсөн асыҡ баш кәрәк!"- тип әрләп тә ала ине.
Егерме беренсе быуатта йәшәгән кеше булараҡ, олатайың яҙған әҫәрҙәрҙең заманға ярашлы әһәмиәтен һин нимәлә күрәһең, уларҙың көнүҙәк асылы нимәгә ҡайтып ҡала тип иҫәпләйһең?
- Замандар үҙгәрһә лә, рухи хазиналар үҙгәрмәй - тыуған яғыңа, халҡыңа, тәбиғәтеңә булған мөнәсәбәт мәңгелек. Тарихи романдар һәр саҡ кәрәк, тип уйлайым. "Көсөм бар саҡта тарихи романдар яҙыуҙан туҡтаһам, башҡорт халҡына хыянатсылыҡ ҡыласаҡмын. Минең бурыс - алыҫ үткәндәрҙе хәҙерге быуын кешеләренә кире ҡайтарыу…", - тип яҙҙы ул был хаҡта.
Уның барлыҡ әҫәрҙәре лә үҙенсәлекле, һутлы, саф башҡорт телендә яҙылыуы менән дә ҡәҙерле.
Минеңсә, был һорауға яуапты олатайым "Ҡара яу" романына инеш һүҙендә үҙе килтерә: "Алыҫ үткәндәрҙе өйрәнмәй-белмәй тороп, ғәзиз халҡыңдың ысын патриоты булыу мөмкин түгел икәнен һәр башҡорт аңлаһын, ҡанына һеңдерһен ине... "
"Тәбиғәт балаларҙа ял итә, ейән-ейәнсәрҙәрҙә, бүләр-бүләсәрҙәрҙә йәшәй", тигән аңлау бар. Ҡыҙҙарың Әйшә менән Нәйлә олатайың менән өләсәйеңдең ҡайһы сифаттарын ҡабатлай?
- Икеһенең дә ижад эшенә һәләте бар - күберәк ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү килеп сыға. Найлә олатайым, әсәйем һымаҡ йырларға ярата, гитарала уйнай. Әммә ижад эшен төп һөнәр итеп һайламаҫтар, тип уйлайым. Хобби булып ҡалыр. Әйшә ғилем менән мауыға, Найлә табип булам, ти.
Ләкин кем генә булһалар ҙа, киләсәктә нимә менән шөғөлләнһәләр ҙә, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, улар өсөн иң беренсе талап - туған телде белеү, үҙеңдең кем икәнлегеңде онотмау. Был олатайымдың төп васыяты, һәм беҙ уны үтәргә тырышабыҙ. Туған тел - беҙҙе алыҫ быуаттар менән, ата-бабаларыбыҙ менән бәйләгән, берләштергән бик нәҙек еп. Уны өҙөүе бик еңел.
Хәҙер яһалма интеллект заманы. Интернет аша олатайың менән аралашырға тура килһә, уның менән нимә хаҡында әңгәмәләшер инең?
- Олатайым менән бергә йәшәп үҫкәс, уның менән күп аралаштыҡ. Ләкин һуңғы ваҡытта, әсәйем менән өләсәйем киткәс, уның архивтарын ҡарап ултырғанда күп һорауҙар килеп сыға. Мәҫәлән, фотолар күп, ләкин ниндәй йылда төшөүе, фотола кемдәр икәне билдәле түгел - бик үкенес. Ҡайһы саҡта: "Олатай, нишләп яҙып ҡуймағанһың икән?" - тип мыжып та алам.
Шулай уҡ әҫәрҙәрен уҡығанда төп геройҙарҙың прототиптары кем булғанын белге килә. Белгәнемдән, "Бөртөкләп йыйыла алтын" романындағы Ғайзулла образы - дуҫы Файзулла, ә Ҡолсобай образы - Муса Муртазин. Муса Мортазин тураһында ул йәштән уҡ яҙырға хыялланған, ләкин уның исемен асыҡ итеп телгә алырға ярамағас, икенсе исем менән күрһәткән. Олатайымдың китеүенә быйыл 25 йыл була, ләкин мин һаман уның менән эске диалог алып барам. Шул арала мин үткәндәрҙе барлап, ҡиммәттәрҙе яңынан баһалайым.
Яныбай Хамматовтың ейәнсәре булыу һинең өсөн ғорурлыҡмы, әллә яуаплылыҡмы? Мин Яныбай Хамматовтың ейәнсәре бит әле, тип ниндәй ғәмәлдәреңде намыҫ менән башҡарғаның йә башҡарыуҙан тыйылып ҡалғаның бар?
- Бала саҡтан мин ҙур яуаплылыҡ һиҙҙем, беренсе тапҡыр шуны балалар баҡсаһында тойҙом - урыҫ баҡсаһына йөрөһәм дә, олатайымдың яҙыусы булғанын белделәр. Бер ваҡыт тәрбиәсе оятҡа ҡалдырып: "Сама внучка писателя, а не может запомнить название растения сансевиерия"! Нишләптер ошо иҫтә ҡалған - бик оят булғандыр. Мин 20-се башҡорт ҡала мәктәбендә уҡыным, унда олатайымды тиҫтерҙәрем дә, уҡытыусылар ҙа яҡшы белә ине - был миңә, әлбиттә, яуаплылыҡ өҫтәне. Тәртип буйынса ла, уҡыу буйынса ла.
Яныбай Хамматов минең өсөн иң беренсе нәүбәттә олатай булып ҡала - хәстәрлекле, изге, яҡын кеше. Уның менән бергә ғүмеремдең 22 йылын бергә үткәргәнемә бик бәхетлемен. Уның алдында минең бурысым күп - сығарылмаған әҫәрҙәрен нәшергә әҙерләргә, әсәйем тәржемә итә башлаған автобиографик әҫәрҙең өсөнсө китабын рус теленә тәржемә итеп бөтөрөргә, архивын рәткә килтерергә... "Бөртөкләп йыйыла алтын" пенталогияһы бер ҡасан да берләштереп баҫылып сыҡҡаны юҡ, шуны эшләргә ине... Әлбиттә, был эштәр юбилей йылында ғына эшләнгән эштәр түгел. Яныбай Хамматовтың әҙәби мираҫын эшкәртер өсөн ваҡыт күп кәрәк, мин өлгөрмәһәм дә, ҡыҙҙарым дауам итәсәк, тип ышанам.
Йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Алһыу Әнүәр ҡыҙы!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА