
Кешене маҡтау күңелле лә, файҙалы ла. Һин быны эшләй алаһыңмы? Юҡ? Улайһа өйрән! Кемдең генә үҙе тураһында йылы һүҙ ишеткеһе килмәй икән. Үкенескә күрә, беҙҙең барыбыҙ ҙа комплимент әйтә белмәйбеҙ шул. Ә күптәр уны бөтөнләй артыҡ тип һанай һәм ярамһаҡланыу менән бутай. Был дөрөҫ түгел...
- Үҙенең ниндәйҙер ыңғай сифаттары йәки һәләте, йә булмаһа яңы күлдәге тураһында маҡтау һүҙҙәре ишетеү һәр кемдең күңеленә май булып яғыла. Ошондай күркәм үҙгәрештәргә иғтибар итмәй ҡалырға ярамай. Ә комплимент - һиңә иғтибар бүлеүҙәрҙең, һинең улар араһында булыуыңды һәм лайыҡлы баһаланыуыңды белдергән билдә.
- Йылы һүҙҙәр - яҡшы мөнәсәбәт күрһәткесе. Был комплиментты ялағайланыуҙан айыра: уның нигеҙендә кешегә яҡшылыҡ эшләү теләге ята, ә хәйлә ҡорорға тырышыу түгел.
- Комплимент әйткән кешегә был әңгәмәне ялғап алып китеү йәки үҙенең яҡшы эмоциялары менән бүлешеү мөмкинлеге бирә.
- Үҙеңдең башҡалар менән һоҡланыуыңды белдерергә өйрәнеп, һин үҙ-үҙеңә ышанысты арттыраһың. Юҡҡа ғына комплимент эшләй белеүсе кеше уларҙы ҡабул итә лә белә бит.
- Комплимент кәйеф рецебы ла. Кемгәлер матур һүҙ әйтеп, һин әңмәсеңә лә яҡшылыҡ эшләйһең, шулай уҡ үҙеңдең күңелеңде күтәрәһең. Маҡтау сәнғәтенә нисек өйрәнергә?
Комплимент яһауҙың беренсе шарты - ихласлыҡ! Әгәр кешене маҡтарға теләһәң, был сәбәп һиңә ысынлап та оҡшарға тейеш. Ҡайһы бер арттырып ебәреүҙәр килешмәй, шулай уҡ алдашырға ла ярамай. Ярҙамсыл кешегә "Һин фәрештә!" тип әйтергә мөмкин, ләкин изгелегенә шикләнгән кешегә был һүҙҙәрҙе әйтмәүең яҡшыраҡ.
Икенсе шарт - комплименттарҙы урынлы ҡулланыу. Урынһыҙ ҡулланылған һоҡланыуҙың шатлыҡ алып килеүе икеле, ә, киреһенсә, кешене ярһытырға мөмкин. Күҙ алдына килтереп ҡара: һинең эшең күп, башыңды ла ҡалҡыта алмай, ҡағыҙ эштәре менән булышаһың. Шул ваҡыт яныңа әхирәтең килеп, һинең прическаңдың иҫ киткес матур булыуы тураһында әйтә. Был комплимент һине шул тиклем ҡыуандырыр инеме?
Өсөнсө шарты - комплименттың үҙенсәлекле булыуы. Тәжрибәле күңел әүрәтеүселәрҙең шундай ҡағиҙәһе бар: матур ҡыҙҙы аҡылы, ә аҡыллы ҡыҙҙы матурлығы өсөн маҡта. Бер төрлө комплименттар туйҙыра. Тауышының иҫ киткес матур булыуы тураһында көн һайын ишетеп тороусы йырсыға үҙенең бешеренеү һәләтлектәре тураһында ишетеү нығыраҡ күңеленә ятыр ине. Ә кем дә булһа оҫта тегенселә шиғри һәләттәр барлығына иғтибар итһә, уға шул тиклем ҡыуаныс буласаҡ.
Дүртенсе мөһим һыҙат - ҡыҫҡалыҡ. Уҙған быуаттағы аристократтарҙың ҡабарынҡы маҡтау телмәрҙәрен ҡалдыр - улар был сәнғәткә бала саҡтан өйрәнгән. Бигерәк оҙон комплимент яһағанда һинең фекерҙәрең таралыуы, уйҙарың сыуалыуы ихтимал.
Бишенсеһе - бер мәғәнәгә эйә булһын. Ишеткәс тә бының маҡтау һүҙеме, әллә кәмһетеү һүҙе булдымы икәнлеген айырып булмаған ике мәғәнәгә эйә ләҡаптар бар. Һәм хатта бер ҡалыпҡа һалынған: "Ҡалай һин бөгөн матур күренәһең!" - комплименты ла, "Бөгөн генә шулай күренәмме икән?" тигән һорауҙы тыуҙырырға сәбәп булыуы ихтимал. Шуға күрә, "Матурһың!" тигән кеүек һүҙҙәрҙе ҡулланыу күпкә уңайлыраҡ булыр. Бәйләнергә урын ҡалмай.
Шаяртып һәм етди. Үҙенең һоҡланыуын кеше туранан-тура белдерергә мөмкин. Йәғни, һин үҙеңә оҡшағанды нисек бар, шулай әйтәһең. Шулай ҙа бындай комплименттар, әгәр һин әңмәсеңде насар беләһең икән, урынһыҙ булыр, ул һинең һүҙҙәреңде ялағайланыу тип ҡабул итеүе ихтимал. Ә һоҡланыуҙы ситләтеп әйтеү кешенең үҙе тураһында түгел, ә һинең уға ҡарата мөнәсәбәтеңде белдерә. Үҙеңдең етәксеңде "иң яҡшы етәксе" тип әйтергә уңайһыҙланаһыңмы? Улайһа, уның ҡулы аҫтында эшләүе нисек еңел икәнлеген әйт. Шаян комплименттарҙы хатта иң оялсан кешеләр ҙә еңел ҡабул итә. Йылмайып ҡына: "Ниндәй ҡош шулай матур һайрай? Ә был беҙҙең Гөлкәй моңлана икән!" - тип әйт, шунда уҡ әхирәтеңдең күңеле күтәрелер. Һөйләмеңә бер аҙ хупламау ҙа ҡушып ебәр, киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡта һинең маҡтау һүҙҙәрең тағы ла сағыуыраҡ яңғыраясаҡ: "Бөгөн һин ғәҙәттәгесә түгел, ә күпкә яҡшыраҡ күренәһең!"
Комплимент эшләй белеү генә түгел, уларҙы ҡабул итә белеү ҙә мөһим. Һин кемделер маҡтағанда ул яуап итеп уңайһыҙлана йәки аҡлана башлаһа, һиңә рәхәт булыр инеме? Улай итергә ярамай. Рәхмәт белдер. Комплименттарҙы йылмайыу менән яуап биреүселәргә әйтеү күңеллерәк бит.
Дилә ХАЖИӘҠБӘРОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|