«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАҠ ТӘҒӘЛӘ ЯҘҒАН ЯҘМЫШ...
+  - 


-Тормошто ныҡ яратам мин! - ти 1941 йылда Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында Шаһишәриф менән Хөппөниса Такаловтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һалған Мөзәлифә апай. Ҡартлыҡ билдәләре һис тә беленмәгән ап-аҡ нурлы йөҙөндә, был һүҙҙәр әйтелмәһә лә, уның тормошто, йәшәүҙе, тирә-яғындағыларҙы шул ҡәҙәрем ныҡ яратҡанлығы сағылып, яҡтырып күренеп торған кеүек. Әммә апайҙың киләһе һүҙҙәре мине боҙло һыуға ҡойондороп-сумдырып алғандай, тәнде ҡурыштырып үтте:
- Ләкин был яҡты донъяға мин тыуырға тейеш булмағанмындыр, күрәһең, - ти ул бер ни булмағандай һүҙен дауам итеп. - Сөнки кескенә сабый сағымда уҡ мине үҙ әсәм үлемгә дусар иткән. Бәләкәс кенә, сибек кенә булып етлекмәй тыуған баланы, йәғни мине, 5 айлыҡ сағымда, алам-һолам иҫке сепрәккә төрөп, ҡырға алып сығып киткән. Өңрәйеп торған бурһыҡ ояһына тыҡҡан да, өҫтөн тупраҡ менән күмеп, көтөп торған. "Тызылдаһа - алырмын, тызылдамаһа ҡалыр. Ҡайҙа ятып серемәгән был йомортҡа", - тип уйлаған. Әммә мин, тыпырсынып ятҡанмын- ятҡанмын да, ҡулға алыусы булмағанғалыр инде, саҡ-саҡ ҡына ишетелерлек итеп тауыш биргәнмен. Сыйылдағанымды ишетеп, әсәм мине кире өңдән тырнап алған һәм өйгә алып ҡайтып, урындыҡҡа ташлаған. "Атаһы һуғышта йөрөй, әллә ҡайта, әллә юҡ. Был баланы мин яңғыҙ кеше итә алмайым, ҡараһаң, үҙең ҡара, ҡарамаһаң, юҡ ит", - тип мине иренең әсәһенә - ҡәйнәһенә ҡалдырған да, башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткән. Шулай итеп, мин Әлифә өләсәмдең ҡуйынында ятып ҡалғанмын. Ҡартатамдың иҫке күлдәк итәгенә, өләсәмдең иҫке яулығына төрөлөп, уның йылы ҡуйынында ятып ҡына ҙурайғанмын. Өләсәмә шул ҡәҙәре ныҡ өйрәнгәнмен, эҫенгәнмен, миңә 5 йәштәр тирәһендә ул үлеп киткәс, уға сытырман йәбешкән ҡулдарымды ысҡындырып ала алмай бер булғандар...
Был ваҡытта һуғыш бөткән, атайым яраланып, алдараҡ ҡайтҡайнымы икән, ул икенсе ҡатынға өйләнгәйне. Атайым ауыр яу юлын кавалерия дивизияһында үткән. Ат уйнатып сығып киттек һуғышҡа, тип һөйләгәнен иҫләйем. Яраһы ҡаты булғандыр, йоҡлай алмай, ҡысҡырып ятҡан саҡтары ла була торғайны. Снаряд ярсығы уның үксәһен умырып алып киткән ине. Сатанлап булһа ла йөрөп, бар эште эшләне, ныҡ эшлекле, шәпле ҡарт булды ул... Өләсәмде ерләгәс, атамдар мине үҙҙәренә алып ҡайттылар. Атайым менән Мәрфуға апайым урталарына алып йоҡлатҡандарын иҫләйем...

* * *

Бала сағымда, атай һуғышта саҡта, етем тип йәлләгәндәрме икән, Мәҡсүт ауылының инәйҙәре мине ныҡ ҡараны. Урамда осратһалар, икмәк тоттороп китерҙәр ине. Кәнсир тотоп, уларға йомошҡа йөрөгәнемде лә иҫләйем. Бер саҡ Тайба инәйем етәкләп кенә Ҡыпсаҡ ауылына алып барҙы. Кемдәрҙәлер бер йоҡлап ҡайттыҡ. Атайым һораған була икән: "Шунан, ҡыҙым, ҡунаҡта оҡшанымы? Тағы бараһыңмы?" Ә мин: "Юҡ, бармайым. Унда ла йортон, бында ла йортон, ишек төбөндә лә йортон", - тигәнмен. Йортон тигәнем, һарыҡ тиреһен эшкәртеп эшләгән тиртун (тире тун) булған икән. Кеше ныҡ ярлы, етешмәй йәшәне, шул тиртундарҙы түшәп йоҡлай инеләр. Инәйҙәрҙең итәгендә генә, ҡәҙерле генә бала булып йөрөнөм. Мәҡсүт, Ҡашҡар, Исҡужа ауылдарында йөрөп үтте минең сабый сағым. Исҡужала атайымдың бер туған апаһы Фәтхиә инәйем йәшәне. Шуны нығыраҡ иҫләйем. Исҡужа тауы буйлатып еләккә алып йөрөр ине. "Матур ғына кейәүгә бар инде, Аллаһы бойорһа, бәхетең булһын", - тип теләк теләгәне хәтерҙә.
Ғаиләбеҙ менән Юлдыбай ауылына күскәс, мин беренсе класҡа уҡырға барҙым. "Атайыңдың исеме кем?" тип һорайҙар мәктәптә, белмәйем, "Атай", тим. "Әсәйеңдеке кем?" "Әсәйем юҡ шул минең", тим. Таңатаров олатай, Нураева Нурия, Фәйрушина Маһруй тигән уҡытыусылар уҡытты. Ул ваҡытта атайым менән апайҙың уртаҡ балалары ла бар ине. Шуларҙы ҡарайым, көнө буйына ҡул менән тирмән тартам. Арып китһәм, тирмәндең тотҡаһына тотоноп, серем итеп алам.
Йәшәүе лә ауыр, юҡсыллыҡ заманы ине шул. Башҡа ғаиләләр ҙә асыҡҡандыр инде... Атай менән Мәрфуға апай балаларға талапсан булдылар, эш менән баҫып үҫтерҙеләр. Апай үҙе лә эшкә шул ҡәҙәрем шәп, көслө, булдыҡлы ине, емертеп эшләне. Аш-һыуға ла ныҡ оҫта, әрһеҙ булды. Беҙҙе лә бер минутҡа ла буш ултыртып ҡуймаҫ ине. Һеңлеләрем Мәрзиә, Гөлшат, Роза, берҙән-бер ҡустым Хәлит бергә үҫтек…
Бер көн атамдар ҡунаҡ саҡырҙылар. Ике яҡлы өй, уртала солан. Мин бәләкәй яҡта сәңгелдәктәге сабыйҙы бәүетеп торам. Әллә ебе серек булды, әллә мин көс менән аҫылыныңҡырап бәүеттемме - бауы өҙөлөп китеп, сәңгелдәк ауып төштө һәм сабый үлде лә ҡуйҙы. Сания исемле һеңлем ине. Былай ҙа артыҡ тамаҡ булып йөрөгәнмен инде, сабыйҙың үлемендә мин ғәйепле булдым да ҡуйҙым... Ашау ҙа эләкмәй, кейем дә туҙҙы, ҡәҙер бөттө, уҡыу ҡайғыһы китте. Этенде лә төртөндө булып йөрөп ятам шунда. Ныҡ асыҡҡанмындыр инде, иҫке ағас мәктәптең икенсе ҡатына менеп, "Асыҡтым!" тип ҡысҡырып, буялмаған иҙәнгә "Асыҡтым!" тип яҙып бөткәнмен. Уҡыуға бара алһам, барам, бармағанда бармай ҙа ҡуям. Шулай итеп, илке-һалҡы йөрөп, өсөнсө класта күсмәй ҡалдым да ҡуйҙым. Шунан мәктәпте ташланым.
Уҡыуҙы ташлап, өй, йорт эше менән генә булып йәшәп ятам. Шунан мине октябрь айында Орскийға мал ҡыуырға ебәрҙе лә ҡуйҙылар. Һынташтан Әхмәтйән, Мәхәмәтйән олатам, күршенән Разия инәм, апайымдың һеңлеһе Мәрхәбә апай, мин, йәйәүләп, бер ай барҙыҡ мал ҡыуып. Ҡайҙа етте, шунда туҡтап, ял итәбеҙ, эҫкерт төбөндә төн үткәрәбеҙ. Шулай эҫкерт төбөндә йоҡлағанда минең ҡулым тумбыҡҡан да ҡуйған, шешеп китте... Ҡайһы бер ауылдарҙа изге күңелле кешеләр булһа, өйгә индерәләр, иҙәндә булһа ла, йылыла ятып йоҡлайбыҙ. Көнө буйы малды ашата-ашата яйлап ҡыуалап барабыҙ. Шунда бер ерҙә ҡаҙаҡтар төштө бит минең арттан: "Был ҡыҙҙы беҙгә ҡалдырығыҙ. Ҡыҙ урынына нимә һораһағыҙ ҙа бирәбеҙ", - тип өгөтләйҙәр минең юлдаштарымды. Олатамдар мине йәшереп, эттәрен ырылдатып һөсләтеп, таяҡтарын шартлатып, сыбыртҡыларын шыжлатып, тегеләрҙе ҡыуып, мине алып ҡалдылар. Ашарға юҡ. Һыйыр быҙаулаһа, быҙауын һатабыҙ, урынына кәрәк-яраҡ, ашамлыҡ алабыҙ. Шулайтып, мең этлек менән Орскийға барып еттек. Аҡса биргәндәрме икән, күстәнәскә ярты кило колбаса, бер бәләкәй генә һауытта ҡурсаҡ алғанмын. Шулайтып, имен-һау ҡайтып еттек…

* * *

1957 йылда Самарскийҙан Юлдыбайға училищены күсерҙеләр. Уҡыусыларына ятаҡ булмағанмы икән, әллә бөтөнөһөнә лә урын етмәгәнме, фатирға тараттылар. Ҡыш көнө, декабрь айы ине. Исҡужалағы Фәтхиә өләсәмдең килене, Нурислам ағамдыҡы, бәпәй тапты. Тәүге балалары. Мине бәпәй ҡарашырға, ярҙам итешергә, һыу ташырға тип алып ҡайтып киттеләр. Маннаф олатам ныҡ өлкән ине инде, Фәтхиә өләсәм һәйбәт, аҡыллы кеше булды. Шунда йәшәп, өй тирәһендә ярҙам итешеп йөрөгән ваҡытта бер көндө Байназаров Әбдрәхмән ағай килеп инде. "Мөзәлифә, һине алып ҡайтырға килдем", - ти. "Минең бер быймам табанланмаған", - тейем. "Табанланмаһа ла алып ҡайтам. Атайың да, еңгәйем дә, һине һәм олатайымды алып ҡайтырға ҡушты", - тип алып ҡайтып китте. Ҡайтһам, Мәрзиә һеңлем: "Апай, һине кейәүгә бирергә йөрөйбөҙ, кейәүгә бирергә йөрөйбөҙ",- тип һикерәңдеге сыға. Өйҙә анда һалма йәйеүле, бында һалма йәйеүле ята. Аһ-аһ, тинем дә, тышҡа сығып, ҡапҡа тышына сығып торһам, күрше Зөлхизә инәй: "Мөзәлифә, һеҙҙә бер әкәмәт бар әле ул, бер әкәмәт бар. Йүгерәләр, оҙон тиртун кейгән бабай күренә", - ти. Бына ике хәбәр булды бит инде. Шулай аптыранып тора инем, эргәмә ике әхирәтем килде - Гөлбаныу менән Гөлйемеш. Мин уларға әле ишеткән хәбәрҙәрҙе әйттем. "Шулай тиҙәрсе! Ул кейәү тигәнен күргәнем юҡ, кемдер? Ҡалайтырға икән?" - тием. Гөлбаныу "Әйҙә, йәшенәйек" тине. Әллә ҡайҙа барып йәшендек. Әммә үгәй әсәйемдең бер туған һеңлеһе Мәрхәбә апай мине эҙләп табып, етәкләп алып ҡайтты. Ҡыҙҙар ҙа миңә эйәргән. Ҡайтып еткәйнек, ҡапҡаның бер тимеренә тотондом да, инмәйем. Ысҡындыра алмайҙар. Эй өгөтләйҙәр: "Баймаҡ һынлы ерҙән ҡайны була торған өлкән бабай килгән. Инмәһәң, беҙгә ояты ни тора, әйҙә, ин", - тиҙәр, нимә тип әйтергә лә һүҙ таба алмайым: "Әйҙә бер, әйҙә бер", - тип тик торам. Тегеләр ҡыр быуынға төшкәс, "Ярай ҙа!" тип ҡысҡырып ебәрҙем. Шуны ғына көткәндәй, Байназаров Айнулла ағай ҡоро яһау менән мылтыҡтан һауаға атты ла ебәрҙе. Ҡыҙҙар сырылдашып, йүгерешеп ҡайтып киттеләр. Ә мине бер өйгә алып барҙылар ҙа бикләнеләр. Шунан егетте индереп, икәүебеҙҙе бикләп ҡалдырҙылар. Шулайтып ҡауыштыҡ буласаҡ ирем менән. Атамдарға килеп йөрөгәндәрендә өсөһө лә хөкүмәт биргән бер иш кейемдән булғас, кемеһе минең кейәү икәнен дә айырып ҡарағаным юҡ ине. Ошонда саҡ тәүгә ҡалҡып ҡарап, ниндәйерәк кеше икәнен күрҙем буласаҡ хәләл ефетемдең. Кешегә иғтибар биреп, ҡалҡып ҡарамай ҙа инем шул. Ул ғүмер итәсәк ирем Зиннәтулла Дәүләтшин Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан ине…
Шулайтып, 1957 йылдың декабрь аҙағында никах уҡыттыҡ, ғинуарҙа икәүләп кенә барып, ЗАГС-ҡа яҙылып ҡайттыҡ. Шулай бер нисә көн кейәүләп, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөгәс, ул ҡайтып китте. Мине килеп оҙатып алырға тейеш инеләр. Бына ғинуар үтте, февраль үтте, ә минең кейәүем юҡ. Күрше-тирәләр, инәйҙәр аптырашып һөйләшә башланы: "Әрәм итте был йәш ҡыҙҙы, ташланы, килмәҫ инде", - тигәндәрен ишетәм. Мин дә көтөп төңөлдөм...

* * *

Март башланды. Бер саҡ тышта, тупһала баҫып торһам, ҡар бураны туҙҙырып саналы ат килеп туҡтаны. Зиннәтулла ҡул биреп күреште лә, әллә ниндәй йәшниктәр тотоп, соланға индереп ултырта башланы. Ул саҡта ҡайҙа инде ҡосаҡлашыу, һөйөшөү, ул да бер оялсан, баҙнатһыҙ булғандыр инде. Унан атына ултырҙы ла кире елдереп сығып китте. Был ҡайҙа булды, тип иҫебеҙ китеп торабыҙ. Баҡтиһәң, кемдәрҙә ятып уҡығандар, Этҡолдағы иптәштәре күстәнәс ебәргән икән, шуларҙы таратып йөрөгән. Хәҙер был мине оҙатып алырға килгән. Сана егелгән ике атта киттек Этҡолға. Бер атта Зиннәтулла менән мин, икенсеһендә атай менән апай, Байназаров Муса ағай менән Гөлсирә еңгәм бер атта Баймаҡ, Таулыҡай аша килеп төштөк Икенсе Этҡолға. Бабайым миңә юлда һөйләп килә: "Беҙҙең өйҙөң иҙәне юҡ, ер иҙән. Балсыҡты тасҡа ғына иҙәбеҙ ҙә һылап сығабыҙ. Кипкәнсе көтөп ултырыр кәрәк, сөнки аяҡҡа йәбешә. Картуф тип әйтеп ҡуйма, оятҡа ҡалырһың, беҙҙә уны ҡолоҡа тип әйтәләр", - ти. Аныһын өйрәтә, быныһын өйрәтә. Мин бер ауыҙ һүҙ ҡатмайым, тыңлап тик киләм.
Ошо әле йәшәгән урамға килеп индек. Мунсалай ғына өй, ҡайным-ҡәйнәм, минән өлкән ике ҡайынһеңлем, Зиннәтулла менән мин алты кеше йәшәй башланыҡ. Бәләкәй генә ике тәҙрә бергә ҡушып эшләнгән. Ҡорғаны юҡ, гәзитте шәл сите шикелле ҡырҡып семәрләп, өҫтән йәбештереп ҡуйғандар, аҫтан, ярай, пәрҙәһе бар. Бөтөнөбөҙ бер урындыҡта теҙелешеп ятып йоҡлайбыҙ, беҙҙе шаршау менән генә бүлеп ҡуйҙылар. Шулай йонсоу ғына йәшәгәндәр. Сәйҙе шаршау артынан ғына эсерәләр, ике сынаяҡ яһап бирәләр. Өсөнсөгә эскең килһә лә, юҡ инде.
Кейәүем Зиннәтулла 12 йәшкә минән өлкән ине. Олпат кәүҙәле, күрекле генә ине үҙе. Еңел холоҡло, осҡалаҡ түгел, һалҡынса, етди. Армияға тиклем Ғәлимә исемле ҡыҙҙы кәләш итеп алған булған. Был армияла өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡансы ҡыҙы тыуған. Армиянан ҡайтҡас, әсәләре Ғәлимәне киренән алдырмағандар ҙа ҡуйғандар. Әсәһе, апалары, һеңлеләре ныҡ уҫал инеләр. Ғүмер буйы бер урамда йәшәнек тәүге ҡатыны менән. Ғәлимә апай, уның әсәһе Ишбикә инәй, 6 йәшлек ҡыҙҙары бар ине мин килгәндә. Баяғы ҡыҙ: "Атайым алып ҡайтҡан апайҙы күргем килә",- тип килә лә килә икән. Быны миңә күрһәтмәй генә ҡыуып ҡайтарып торғандар. Бер мәл нисек итһә иттек, шулай бер тап булыштыҡ был бала менән. Һүҙсән генә Зәкиә исемле ҡыҙыҡай ине. Ә бер ҡасан да килеп, әрләшеп, һүҙләшеп йөрөмәнеләр ...

* * *

Килен булып төшкән ерҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алмайҙар Мөзәлифә апайҙы. Бигерәк тә ҡәйнәһе менән бер ҡайынһеңлеһе йәш ҡыҙҙы ситнәтә, ауыр һүҙ әйтеп рәнйетә. Ҡайныһы ғына яҡлаша киленен. Башҡалар ситнәткәндә мине гел яҡлашып, йомшаҡ һүҙен әйткән ҡайнымды: "Аһ, бына ҡайҙа ул ҡайны менән Шәүрә килен!"- тип һүҙгә ҡалдырҙылар. Мин бының нимә аңлатҡанын да, Шәүрә килен йырының асылын да белмәйем. Ә ҡайным уйланып йөрөгәндер инде, күрәһең. Бер көн килеп минең арҡамдан һөйҙө: "Килен, һин йәшһең, бирешмә! Нимә генә тиһәләр ҙә бирешмә. Килер бер көн, бына тигән ҡатын булып хөрмәттә ултырырһың!"- тине лә, аҙ-маҙ кейемен бер киндер тоҡҡа тултырып, сыҡты ла китте. Шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтманы, ныҡ үҙәгенә үткән булғандыр инде уҫал, яһил ҡатыны. Мәтем тигән ауыл бар ине, шунда Бибей тигән (Бибиәсмә булдымы икән, Бибиғәйшәме, кемдер, гел Бибей тип йөрөттөләр) бер ҡатынға өйләнеп, бик матур йәшәнеләр ҙә киттеләр. - Хәҙерге килендәр ундай мөғәмәләгә риза булып тормаҫтар ине, ташлап ҡайтыр ҙа китерҙәр ине. Ни өсөн ҡайтып китмәнең? Үҙ әсәйең булмағас, үгәй әсәй менән атайың ҡаты булғанға ҡайтмағанһыңдыр, шуға түҙеп йәшәгәнһеңдер?- тип һорайым апайҙан.
- Сей тирегә ут ҡапмай! Ҡайтып та ҡайҙа бараһың? Бер уттан икенсе утҡа ингәнгә генә бирешмәгәнмендер... Хәйер, бер тапҡыр ҡайтып ҡараным ул мин... Ҡышҡы һыуыҡ көн. Үҙәгемә үткән булғандыр ине, Зиннәтулла эштә саҡта ҡайтып китергә булдым. Сөнки ир-аттан ҡыҙғанып, миңә ҡул да күтәргеләй башланы, ҡунаҡ-маҙарҙан да ҡайтып киткеләнек шул арҡала. Ҡайны әбейгә сығып китте бит инде, ҡәйнәм Сибайҙа ҡыҙында бала ҡараша, минең ҙур улым Таңатарҙы ла үҙе менән алып китте, ә ир эштә. Шул Таңатарымды ныҡ яраттылар бөтәһе лә, минең ҡулыма ла эләкмәне, унда ла алып китәләр, бында ла алып китәләр. Ә унан ике йәшкә кесе Әсҡәтемде үҙ итмәнеләр нишләптер. Бер ҡайынһеңлем генә яратты, башҡалары кеҫәмә һалып алып килгән бала һымаҡ артыҡ күрҙеләр. Икмәк тотторһам, ҡәйнәм ҡулынан икмәген тартып ала ла ҡуя, үтеп барһа, этә төртөп илатып китә. Балаңды ҡаҡһалар, үҙеңде ҡаҡҡанға ҡарағанда ла ҡыйын, уның өсөн йөрәк өҙөлә... "Ошо ҡәйнәм берәй ваҡыт, Әсҡәт, тип, шул баланың ҡулына ҡарап, күрергә зар-интизар булып ултырһа икән", - тип уйланым. Үҙенә әйтмәнем, эстән генә уйланым... Ир ҡаға, баламды ла артыҡ күрәләр... Ҡайтып китергә ниәтләнем. Әсҡәтемде күтәрҙем дә юлға сыҡтым. Бер ағайҙарҙың атына ултырып, Үрнәккә тиклем барып, төшөп ҡалдым. Ныҡ һыуыҡ, тышта тороп түҙеп булмай. Йылынып сығырға тип оло юлға яҡын ғына ултырған өйгә индем. Бер апай кеше өс-дүрт балаһы менән йәшәп ята икән. Ике матур ғына малай өйгә утын ташый, берәүһе сәңгелдәктә ята. Баяғы апай әллә минең ингәнде яратманы, эй әрләй балаларын, эй әрләй. "Һеҙҙе көткәнсе, сусҡа бәрәстәре көтһәм, яҡшыраҡ булыр ине! Һатып аҡсаһын алыр инем, сусҡа бәрәстәренән күберәк файҙа күрер инем!"- тип ҡарғап-ҡарғап әрләй. Теге малайҙар өндәшмәй генә утын ташып тик йөрөй. Мин машина күренһә, йүгереп сыға да ҡул күтәрәм. Шулай ҙа бер машина алды. Бер ир менән ҡатын Баймаҡҡа ошо апайға утын тейәп алып китеп баралар икән. Минең артабан Йылайыр яғына барырымды белгәс, апай ыуаланып алып китте. "Бынау һыуыҡта, кискә ҡарай, мин һине ҡайҙа сығарып ебәрәйем! Юҡ, йөрәгем етмәй улайтырға! Әйҙә, миңә барып йоҡла ла, иртәнсәк автобусҡа сығырһың!"- тип алып ҡайтып, ашатып, йоҡларға һалды. Бар бит ул ерҙә изге күңелле кешеләр!..
Ул ваҡытта атайымдар киренән Мәҡсүткә күсеп ҡайтып йәшәп яталар ине. Мин Юлдыбайға, үгәй әсәмдең һеңлеһе Мәрхәбә апайҙарға килеп төштөм. Мәрхәбә апай пекарняла эшләй ине. Юлдыбайҙа йәшәй башланым, пекарняға барып та ярҙам итәм, өйөндә лә булышам. Мәрхәбә апайға рәхмәт, кире ҡаҡманы, әрләмәне, өйөндә лә, күңелендә лә урын табылды. Зиннәтулла: "Йөрөмәһен, ҡайтһын! Ике баланы етем итмәһен!"- тип, кеше аша сәләм әйтә лә ебәрә, әйтә лә ебәрә. Үҙе килеп алмай. Шулайтып өс-дүрт ай йәшәгәс, Зиннәтулла: "Ҡайт, балаларҙы һыуындырма, етем итмә!" - тигәс, кире ҡайттым Этҡолға. Бикештә эшләп йөрөй ине, ҡаршы алды. Ныҡ үҙһүҙле, тәкәббер ине, үҙе килеп алманы барыбер...

* * *

Бер саҡ магазинға инһәм, теге ваҡыт йылынып сығырға ингән апай тора. Әллә нисек иҫәр кеше кеүек һөйләнә, башы эшләмәгәндәй тойола. Баҡтиһәң, үҙҙәре һуғым һуйышырға киткән саҡта өйҙәре янып китеп, балалары янып үлгән икән. Бына бит ул һүҙҙең көсө! Әсә ҡарғышы! "Һеҙҙе көткәнсе, сусҡа бәрәстәре көтһәм, яҡшыраҡ булыр ине!" - тип әйткәненә үкенгәндер ҙә бит... Балалар ҡайғыһынан аҡылдан яҙып йөрөгән икән бисара...
Ҡәйнәмде, Әсҡәткә зар-интизар булып ултырһын, тип уйлағаным да юш килде. Ауырып түшәккә ятҡас, гел генә Әсҡәтте һорап ятты. Ә Әсҡәт ул ваҡытта Мәҡсүттә ҡартаталарында ҡунаҡта ине. "Шул бала күренмәй, асығып, һыуһап йөрөмәйме икән?"- тип һораны ла ятты ҡәйнәм. Бәлки, элек рәнйеткәндәре иҫенә төшөп, күңеленә урын таба алмағандыр инде, кем белә...
Килен булып барғандың икенсе йылына мәктәпкә эшкә төштөм. Зиннәтулланың ике туған ағаһы Дәүләтшин Айнулла ҡайнаға мәктәптә завхоз ине, йыйыштырыусы итеп эшкә алды. Үҙебеҙ көйәнтәләп һыу ташыйбыҙ, утын ярабыҙ, бысабыҙ, мейесен яғабыҙ. Мин йәш бит инде, тәнәфес булһа, балалар менән шаярам, баҫтырышып уйнайбыҙ. Йәйгеһен мәктәптең атына бесән эшләргә сыҡтыҡ. Бесәндән һуң мәктәптең нигеҙен тыштан һыланыҡ. Ферманан колода менән һыйыр тиҙәге барып алып киләбеҙ ҙә, балсыҡ менән ҡуша баҫып, һылайбыҙ. "Ҡырҙан ныҡ итеп ташлап һуғығыҙ, әтеү балсығығыҙ йәбешмәй, кире ҡойолоп тора", - тип Айнулла ҡайнаға өйрәтеп йөрөй. Шулайтып эшләп йөрөп, тәүге улым донъяға килде. Ул ваҡытта ҡәйнәмдең бер ҡыҙы Сибайға кейәүгә сығып, игеҙәк балалары булғайны, шул балаларҙы ҡарашырға китте. Өйҙә мин, Зиннәтулла, балам - өсәү генә йәшәп ятабыҙ. Элек ҡатындар бәпесләгәс, декрет ялында ултырыу тигән нәмә булманы бит инде, киренән шундуҡ эшкә сыҡтым. Баланы ҡайтып ҡына имеҙәм дә, кире эшкә йүгерәм. Ултыра башлағайны, түңәрәк тимер тасҡа ултыртам да, тирә-яғын яҫтыҡ менән ҡамап, эшкә китәм. Бер ваҡыт ҡараһам, улымдың елкәһе көмөрө кеүек. Фельдшерға алып барып күрһәткәйнем, Түбәгә дауаханаға апарырға ҡушты. Түбәлә ҡаранылар ҙа, ҡаты ергә, таҡтаға һалып йоҡлатығыҙ, бирешмәй ул, тип ҡайтарҙылар. Мәктәптән эштән сығырға тура килде. Эргәлә генә почта ине, шунда эшкә төштөм. Бында ике генә мейес яғырға, Люциә тигән ҡатын менән оҙаҡ йылдар бергә эшләнек. Унынсы балам тыуғанда ла шунда эшләй инем. Шунан почта яңы һалынған клубҡа, алыҫҡа күсте. Мине ауылдың мәҙәниәт йортона йыйыштырыусы итеп эшкә саҡырҙылар. Риза булдым, клубта башкөллө эшкә сумдым. Кемдәр генә килмәһен, ниндәй генә байрам булмаһын, ҡаҙанымды һөйрәп мин йөрөнөм. Башҡалар ыңғайына йырланым да, бейенем дә. Шулай итеп сәхнәгә сыҡтым. Район һабантуйҙарында юғары ҡунаҡтарҙы һыйланым, Президент Рәхимовты ла һыйларға насип булды. Бала саҡтан йырланым мин, оҙон халыҡ йырҙарын да йырлар ҙа йөрөр инем...

* * *

Шулай беҙ Зиннәтулла менән 55 йыл бергә йәшәнек. Бабайым алдынғы механизатор булды, ауыл советы депутаты итеп тә һайланды. Элек эш кешеһенә хөрмәт тә булды бит. Алдынғы комбайнер тип быны ул ергә лә, был ергә лә ял йорттарына ебәрәләр. Башҡортостанда ла, Рәсәй буйынса ла төрлө ерҙәрҙә ял итеп ҡайта торғайны. Бер ҙә мине үҙе менән алып барманы. Ҡайһы бер ир-ат ҡатыны менән йөрөй торғайны. Балалар күмәк булғас, мин дә ныҡышып торманым алып бар тип, уларҙы ҡалайтып ҡалдырып китәһең?! Хаҡлы ялға сыҡҡас та йәнә биш йыл балалар баҡсаһында төнгө ҡарауылсы булып эшләп, шунан ғына пенсияға сыҡтым.
Хәләл ефетем Зиннәтулла Дәүләшин менән бөтәһе 10 балаға ғүмер бүләк иттек. Улдарым - Сәғәҙей, Таңатар, Әсҡәт, Хөрмәт, Рафил, Фәнил, Ғәлийән, ҡыҙҙарым - Миңсылыу, Миңдинур, Фәниә. Быуыным сылбыры оҙон. Егерме ейән-ейәнсәрем булһа, егерме бер бүлә-бүләсәләрем бар. Иң ҙур бүләм - Илдар улым армия сафында хеҙмәт итә, иң бәләкәс бүләсәмә - Ләйлә ҡыҙыма 8 ай. Улдарымдың өсәүһе күптән гүр эйәһе. Баш балам - Сәғәҙей - тыуғас та мәрхүм булды, Фәнилемә йәш тирәһендә күҙ тейеп үлде. 27 йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән улым Рафилым бигерәк тә йәл. Шул хәтлем шәптең-шәбе бала ине. Өфөлә электрикка уҡыны, унан Йылайыр совхоз-техникумында механикка уҡып йөрөй ине. Сәхнәнән төшмәй, йырлай, бейей, эй гармунда һыҙҙырып уйнай! Бөтөн ҡыҙҙар Рафил тип үлеп торҙо... Әллә шулай шәплегенә көнләшкәндәрме егеттәр, ятағына инеп, иҙгәнсә туҡмап сыҡҡандар. Шунан ныҡлап мандый алманы бахырҡайым. Аяҡҡа баҫты, эшкө төштө, гараж мөдире лә булып эшләне. Тик яйлап-яйлап насарланды. Түшәккә ятты. Минең ҡулымда китеп барҙы. Күҙен йомғансы һөйләшеп ятты, кәңәштәрен бирҙе...
...Бала ҡайғыларын да сабыр аҡыл менән күндәм күтәрә оло йөрәкле Мөзәлифә апай. Хәҙер өс улым да аталары янында инде, тип йыуана...Түҙемлек менән күтәрә ул тормош һынауҙарын. Күҙҙәре көн яҡтыһын күрмәүенә лә өс йылдан ашып киткән Мөзәлифә апайҙың. Шул сабырлыҡ менән көн итә ул. Бергә йәшәгән төпсөк улы Ғәлийән менән Мәҙинә килененә рәхмәттәр уҡып ултыра. Улар инде үҙҙәре 5 балаға атай-әсәй булғандар. Мине, әлбиттә, Мөзәлифә апайҙың үҙ әсәһе менән нимә булғаны ҡыҙыҡһындырҙы. Осрашҡанмы ул үҙен яҡты донъяға килтергән кеше менән, юҡмы?
Әсәһе Хөппөниса менән осраша һәм һуңғы көндәренә тиклем аралашып йәшәйҙәр. Сабыйын ҡәйнәһе ҡулына тоттороп, башы һуҡҡан яҡҡа сығып киткәс, Мөзәлифә апайҙың әсәһе Силәбе яғына барып сыға. Шунда бер ҡаҙаҡ ирекәйҙең бисәһе үлеп, алты бала менән тол ҡалған икән. Һуғышта яраланып, контузия алып ҡайтҡан инвалид ирҙе йәлләйме, алты баланымы - үҙенең берҙән-бер ғәзиз балаһын йәлләмәй ташлаған Хөппөниса ошо ҡаҙаҡ балаларына әсәйҙәрен алыштыра. Юлдыбайҙа йәшәгән саҡтарында әсәһе менән бер һеңлеһе ниндәйҙер бер байрамғамы, һабантуйғамы ҡайталар. "Әсәйең ҡайтҡан, һине урлап алып китеп бармаһын", - тип иҫкәртәләр ауылдаштары. Әсәһе йыш ҡына Мөзәлифәне урлап алып китмәк булып тырышҡан була, шуға күрә ҡыҙыҡай әхирәте менән Һаҡмар буйындағы бер ҡаяла соҡорҙа ҡасып ултыра. Кейәүгә сыҡҡас та, әсәһе ҡыҙына бер нисә тапҡыр килеп китә, үҙе менән китергә өгөтләй. Бик ыҙалап йәшәйһең, тегендә тормош яҡшы, тиһә лә, инде ир ҡатыны булған Мөзәлифә әсәһенә эйәреп китмәй. Бала саҡта ташлап киткәнгә үпкәһе булғандырмы, яңы ғаиләһе алдындағы яуаплылыҡмы - уны үҙе әле лә әйтә, аңлата алмай Мөзәлифә апай. Әсәһе мәрхүм булғас та, уның ҡаҙаҡ балалары менән ҡатышалар, әле лә аралашып, күрешеп, күстәнәстәр ебәршеп торалар. "Ул балалар әсәйемде ныҡ яратты, хөрмәт итте. Шуға мине лә үҙ туғандарылай күреп яҡын иттеләр, - ти әңгәмәсем. Әсәһе мәрхүм булғас, аяттарына ла саҡырып торалар. - Әсәйемдең исеме ауыр булғанғамылыр, әллә барғас та үҙе шулай тип таныштырғанмы икән, уны Хөппөниса тип түгел, Галя тип йөрөттөләр. "Беҙҙең мама Галя", - тип өҙөлөп торҙолар."
Күҙҙәре ҡояш яҡтыһын күрмәһә лә, тормошто яратып ҡабул итә, ябай ғына нәмәләрҙән дә шатлыҡ таба белгән әңгәмәсем миндә тик һоҡланыу тойғолары ғына уятты. "Әлхәмдулиллаһи шөкөр, тип ҡыуанып ултырам. Ат башын ҡапҡама бәйләп, хәлемде белергә туғандарым килеп тора, яңғыҙ түгелмен. Балаларым бәхетле! Дүрт улым, өс ҡыҙым мин тип өҙөлөп тора, күрше-күләнем, ауылдаштарым һәйбәт. Тәүҙә минең өсөн ныҡ ҡаты булған апайым - үгәй әсәйем дә тора-бара мине алға ҡуйҙы, һеңлеләремә өлгө итеп әйтә ине, ҡунаҡ саҡырһа, түргә ултыртты. Уның да, мине ныҡ рәнйеткән ҡәйнәмдең дә, ҡайынһеңлеләрем, бикәмдәремдең дә аҙаҡтан ихтирамын яуланым. Эшем менән яраным, тырышлығым менән хөрмәт ҡаҙандым, Аллаһыма шөкөр. Бөгөн кеше алдында йөҙөм яҡты, намыҫым таҙа. Бабай менән йәшәүебеҙҙең 55 йыллығын матур итеп клубта үткәрҙеләр, бүләктәр бирҙеләр. Әле лә юбилейҙарҙа ҡотлап, байрамдың түренә саҡырып торалар... Бөтөнөһөнән дә риза булып, рәхмәтле булып шатланып ултырам", - ти ҡәнәғәтлек менән күпте күргән, күпте кисергән оло йөрәкле Мөзәлифә Шаһишәриф ҡыҙы Дәүләтшина. Ысын мәғәнәһендәге аҡ күңелле ағинәйгә ныҡлы һаулыҡ, балаларының бәхетенә ҡыуанып, ихтирамына күмелеп, йән һәм тән тыныслығында бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип булһын!

Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА.
Йылайыр районы.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.25 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru