«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ЯНЫНДАҒЫ АУЫЛДАР ҘА ЗАУЫҠ ҺӘМ МАТУРЛЫҠ СЫҒАНАҒЫ
+  - 

Ҙур ҡалалар янында урынлашҡан шәхси йортлы райондар көндән-көн үҫешә. Өфө эргәһен генә алып ҡарағанда ла, был күренеш яҡшы күренә: баш ҡалаға ҡараған райондарҙа ла, Өфө районына ингән ауыл-ҡасабаларҙа ла күркәм йорттар ҡалҡа тора, яңынан-яңы урамдар барлыҡҡа килә, халыҡ һаны артҡандан-арта. Шәхси йортта йәшәүсе һәр кем үҙенең биләмәһен төҙөк тотоу менән бер рәттән, уны төрләндереп матурлау яғын да күҙ уңынан ысҡындырмай. Урам буйлап үтеү - үҙе бер эстетик ләззәт бирә: төрлө ағастар, әллә күпме төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Кемдер биләмәһен йәшелләндереүҙе үҙе ҡулдары менән башҡарһа, икенселәр был эште үҙ эшенең оҫталары булған профессионалдарға ышанып тапшыра. Әлеге мәлдә баш ҡалала йәшәгән Баймаҡ егете, кәләше менән дүрт бала тәрбиәләүсе Фидан МӘЗИТОВ ландшафт дизайны һәм төҙөкләндереү эше менән шөғөлләнгән оҫта, шәхси эшҡыуар. Был өлкәләге үҙенсәлектәр, эш нескәлектәре менән бүлеште Фидан Фирғәт улы.

- Был өлкәлә мин 12 йылдан артыҡ эшләйем. Эйе, ландшафт дизайны, тигән төшөнсә һуңғы ваҡыттарҙа ғына телгә алына башлаһа ла, был өлкә күптән үҫешә, ҙур уңыштар ҡаҙанған белгестәр ҙә етерлек Өфөлә, Башҡортостанда. Мин тәүге 6 йылда ошондай белгестәрҙең командаһында эшләнем, һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы булған кешеләргә ҡарап, эш тәжрибәһе тупланым, клиенттарҙың ихтыяждарын тиҙ һәм яҡшы аңларға өйрәндем. Ғөмүмән, был йылдар миңә ҙур һөнәри мәктәп булды. Кеше һәр ваҡыт үҫергә, нимәгәлер ынтылырға тейеш. Шуға күрә мин кемгәлер эшләүҙән туҡтап, үҙаллы эш башланым. Баҡсаларҙы, шәхси йорт биләмәләрен тәртипкә килтереү, газонды һәм үләнде ҡырҡыу, ҡыуаҡтарҙы тәрбиәләү, емеш ағастарын формалап киҫеү, биләмәләрҙе тигеҙләү һәм башҡа ошондай хеҙмәттәр тәҡдим иттем.
Клиенттар базам йылдан-йыл үҫте, заказдар ҙа күбәйҙе. Күпмелер ваҡыттан һуң мин үҙ командама профессиональ белгестәр йыя башланым. Әлеге көндә командала 17 кеше эшләй, уларҙың һәр береһе оҫта белгес. Яҡын киләсәктә уларҙың һанын 30-ға тиклем арттырырға ниәтләйем. Был йылдар эсендә беҙгә даими мөрәжәғәт иткән шәхси кешеләр, компаниялар күбәйҙе. Шәхси йорттарҙа ғына түгел, ә Өфө ҡалаһында ла йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү эштәрен башҡарабыҙ. Үҙ эшебеҙгә намыҫлы ҡарау һәм уны яратып башҡарыу клиенттар базаһының артыуына булышлыҡ итә, тип уйлайым.
Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн клиенттар менән эшләү процесы яҡшы ойошторолған булырға тейеш. Мин Өфөнөң алдынғы өс ландшафт дизайнерҙар контораһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәм. Улар эшләгән проекттың һәр бер этабы ентекләп тикшерелгәндән, заказ биреүсе уны ҡарап раҫлағандан һуң, бөтә башҡарыласаҡ эштәр өсөн яуаплылар билдәләнгәс кенә эшкә тотнабыҙ. Мәҫәлән, биләмәлә ниндәй брусчатка һалынырға, ҡайҙа һәм нисек һыу һиптереү ҡоролмалары (автополив) урынлаштырырға һәм башҡа эштәр тәүҙән үк билдәләнә. Команданың һәр бер ағзаһы үҙ эшен белә, улар бер-береһенә ҡамасауламай һәм һуңғы һөҙөмтә юғары сифатлы булһын өсөн тырыша. Бер башҡарылған эште яңынан эшләргә кәрәк булмаҫлыҡ итеп, намыҫлы эшләйбеҙ. Бөтә эш эҙмә-эҙлекле башҡарыла. Был беҙгә тиҙ ҙә, матур ҙа, сифатлы ла итеп үҙ эшебеҙҙе эшләргә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ миҙгелдең ниндәй булыуына ҡарап та бурыстарҙы аныҡ бүләм. Мәҫәлән, март һәм апрель айҙарында емеш ағастарын ҡырҡып, тәрбиәләп, төрлө ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан ҡотолдороу өсөн профилактик эшкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ. Был осорҙа шулай уҡ газондарҙы аэрациялау һәм ашлама менән туҡландырыу ҙа башҡарыла.
Йәй айҙарында эшмәкәрлегебеҙ күберәк ылыҫлы ағастар менән эшләүгә йүнәлтелә. Уларҙы ла шулай уҡ тәрбиәләү, ҡоро ботаҡтарын ҡырҡыу, формалаштырыу һәм туҡландырыу мөһим.
Көҙ - ҡыуаҡ һәм ағастарҙы, газонды ашлау һәм ҡышҡа әҙерләү мәле. Күп йыллыҡ үҫемлектәрҙе һыуыҡтан һаҡлау өсөн сифатлы итеп ябыу, сәскәләрҙе ҡырҡып ташлап, биләмәне икенсе йылға әҙерләү, уңыш йыйыу кеүек эштәр осоро ла ул көҙ. Ҡышын иһә команданың һәр ағзаһы белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнә, әүҙем уҡый, төрлө ҡалаларҙа семинар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Был беҙгә ландшафт дизайны һәм йәшелләндереү өлкәһендәге һуңғы тенденцияларҙы һәм технологияларҙы белергә ярҙам итә. Әгәр ҙә һәр кем үҙ һөнәрен яҡшы аңлаһа һәм уны тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләһә, командала эшләй белһә - был эшмәкәрлекте уңышлы ғына түгел, ә мауыҡтырғыс һәм перспективалы итә. Бер туҡтамай уҡыу, һөнәри үҫешкә ынтылыш беҙҙең команданың оҙайлы һәм уңышлы эшләүенә булышлыҡ итәсәк, тигән фекерҙәмен. Шуға күрә был йәһәттән командалағы һәр кемде мин һәр яҡлап алға әйҙәп торам, уларға белемдәрен камиллаштырыуға ынтылыш бирәм.

Шулай итеп...
Белгестәр белдереүенсә, бөгөнгө мәлдә тәбиғәт ҡалаларға килә. Ҙур мегаполистарҙағы йәшел утрауҙарҙың күбәйеүе, һис шикһеҙ, яҡшы күренеш, сөнки был йәшеллек, матурлыҡ, саф һауа. Өфөнөң дә Рәсәйҙең иң йәшел ҡалаларының береһе исемен һаҡлап килеүендә баш ҡала тирәләй урынлашҡан зауыҡлы һәм матур биләмәле шәхси йорттарҙың һәм был матурлыҡты булдырыуға ҙур көс һәм тырышлыҡ һалған Фидан Мәзитов кеүек һөнәрмәндәрҙең дә роле бар, әлбиттә.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.25 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru