«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘБЙӘЛИЛ БУҘАҺЫНА НИ ЕТӘ!
+  - 

Нимәһе нимә: буҙа ҡойоу буйынса оҫталыҡта әбйәлилдәргә тиңләшеүселәр юҡтыр. Беҙҙең төбәктә борондан килгән был эсемлекте әҙерләүҙең традицион үҙенсәлектәре һаҡланып ҡалған. Буҙа ҡойоу оҫталарын һәр ауылда осратырға була. Һабантуйҙарҙа, төрлө байрамдарҙа милли аш-һыуҙан һығылып торған табындар түрендә күпереп торған буҙа ла лайыҡлы урын биләй.

Район үҙәге Асҡарҙа йәшәүсе Әминә Яҡупова ана шул Әбйәлил буҙаһының оҫтаһы ла инде. Урта йәштәрҙәге ҡатын боронғоса ысул менән буҙа ҡойоу серҙәренә бәләкәйҙән әсәһенән күреп өйрәнеп үҫкән.
- Әсәйем Ғәлимә Лоҡманова Амангилде ауылында йәшәй. Беҙ бәләкәй саҡта ул гелән буҙа ҡойҙо. Ғаиләбеҙ өсөн дә, заказға ла. Ул был эшкә үҙенең әсәһенән өйрәнгән. Әсәйемдең буҙаһын ауыҙ иткәндәр гелән "тәмле" тип маҡтап эсә торғайны. Ҡул араһына ингәс, беҙ ҙә уға ярҙамлашып үҫтек. Тик берәй ваҡыт үҙем буҙа ҡойоу оҫтабикәһе булып китермен тип һис тә уйламағайным. Анализдар организмымда шәкәр һәм холестерин кимәленең юғары булыуын күрһәтте. 40 йәшкә лә етмәйенсә, үҙемде сирле кеше итеп ҡабул итергә теләмәнем. Әлеге күрһәткестәрҙең икеһе лә дөрөҫ туҡланмауҙың һөҙөмтәһе икәнен аңлай инем. Дарыуҙарҙың икенсе ағзаларға зыян килтерәсәген күҙаллап, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт иттем. Һоло кеҫәленең файҙаһы тураһында уҡығас, кинәт башыма һуҡты - был бит беҙҙеңсә буҙа була! Шунан бирле буҙанан өҙөлмәйем. Үҙемдең ыңғайыма ғаиләмде: иремде, өс баламды шифалы һәм туҡлыҡлы эсемлеккә "ултырттым". Талҡандан да өҙөлмәйем, - тип һөйләй Әминә Мәүлит ҡыҙы.
- Батшалар һыйындай тел йоторлоҡ тәмле ниғмәттәрҙе әҙерләүгә ете диңгеҙ аръяғы ингредиенттары талап ителмәй, - ти Әминә Мәүлит ҡыҙы. -Буҙаға һоло, "Геркулес" ярмаһы, туң май (һыйыр малының эс майы) һәм һыу ғына алынһа, талҡанға бойҙайҙан башҡа бер нимә лә кәрәкмәй. Юҡ, яңылышам: ҡаҙан янында бейеп торорлоҡ тилберлек, тырышлыҡ һәм түҙемлек зарур. Рецепттары ябай ҙа, эше күп, хатта ҡатмарлы ла.
"Геркулес" ярмаһына ҡәҙимге һолоно тарттырып ҡушам. Буҙаны 50 литрлыҡ кәстрүлдә ҡайнатам. Масса кәстрүлдең төбөнә йәбешеп көймәһен, төйөрлө булмаһын өсөн даими рәүештә болғатып, һапырып торорға кәрәк. Ҡайнап сыҡҡас, оҙаҡ итеп бешерәм. Шул саҡта 50 литрға яҡынса 100 грамм иҫәбе менән әҙ генә туң май ҡушам. Күптәр туң майҙы маргарин, магазин ҡаймағы менән алмаштыра һәм буҙа әсемәй тип аптырай. Шунан сүпрә, шәкәр һалып әсетергә маташалар. Ә борон буҙаға бөтөнләй сүпрә ҡушмағандар. Шәкәрҙе лә аҙаҡ тәменсә һалырға мөмкин. Буҙаны күпертеүсе төп ингредиент ул - эс майы. Һарыҡ-кәзәнекен дә ҡулланырға була, мин башлыса эре малдыҡын һалам. Бешеп сыҡҡан массаны эҫеләй генә һөҙөргә кәрәк. Бер тәүлектән буҙа әҙер ҙә була. Эсемлекте шешәләргә ҡойоп, ярлыҡтар йәбештереп, етештереү датаһын яҙып, магазиндарға сығарабыҙ. Тормош иптәшем, балаларым ярҙам итә. Аллаға шөкөр, буҙаға һорау бар, - ти хужабикә.
Талҡан - Башҡортостанда хәҙерге ваҡытта бигүк эксклюзив тәғәм тип әйтерлек түгел. Магазиндарҙа талҡан ононоң бер нисә төрлөһөн осратырға була - "Балтатау" (Баймаҡ), "Байрамғол" (Учалы), ейәнсуралар иһә үҙҙәренең Ибрай брендын булдырҙы. Ә ниңә Әбйәлил талҡанын да булдырмаҫҡа? Ошо һорауҙы үҙ-үҙҙәренә биргән Яҡуповтар ғаиләһе талҡан етештереүҙе лә яйға һалған.
Ҡурмасты ихатала әүеҫлек аҫтындағы мейестә ҡыҙҙыралар (Әбйәлилдә ҡурыуҙы ҡыҙҙырыу тип әйтәләр). Һәр эшкә оҫта тормош иптәше Илгиз Нәдип улы тимерҙән махсус мейес эшләгән. Ҡышҡыһын да бойҙайҙы шунда ҡуралар. Әлбиттә, ҡурмас ҡыҙҙырыуға тиклем елгәреү, йыуыу кеүек мәшәҡәттәре лә бар әле уның. Магнитогорскиҙа һаҡ хеҙмәткәре булып график буйынса эшләгән Илгиз ялға сыҡҡанында ҡатынына көн оҙоно тышта тороп бер тоҡ ҡурмас ҡыҙҙырып бирә.
- Башта мейесте утын яға торған итеп эшләгәйнем. Утын бәрәкәтһеҙ китә башлағас, газ горелкаһына күсерҙем, - ти булдыҡлы хужа.
- Әлдә Илгиздең ҡулынан килмәгән эш юҡ. Магазин ем тартҡысын үҙгәртеп-ҡороп, талҡан тартыу өсөн ваҡ иләкле итеп эшләп бирҙе, - тип һөйөнә ҡатыны.
Үҙҙәре етештергән продукция сифатына бик яуаплы ҡарай Әминә. Буҙа һәм талҡанды айыҡ туй, ижәп (никах туйы), юбилей тантаналары, аят аштары өсөн заказ буйынса эшләтеп алыусылар ҙа байтаҡ. Һорау буйынса Әминә талҡанды май-шәкәр менән болғап, матур формаға килтереп эшләп тә бирә. Матурлыҡты күрә белгәндәргә зауыҡлы, татлы тәмде тойғандар өсөн тел йоторлоҡ талҡан-буҙаны миңә лә фермер Айтуған Фәттәховтың "Башҡорт милли аш-һыу йорто" кафе-ресторанында уҙған бер байрам сараһында ауыҙ итергә яҙҙы. Ысынлап та, бик ныҡ тәмле-е-е! Әйткәндәй, Фәттәховтар Яҡуповтарҙы үҙҙәренең магазинына ошо продукцияларҙы ҡуйыу буйынса хеҙмәттәшлеккә лә саҡырған.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 20 - 26 июнь 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.06.25 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 25 июнгә тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru