
Был бәхәс тыуҙырыр, уйланырға мәжбүр итер яҙмаларҙың авторы Айбулат Алик улы УРАҘБАХТИН сығышы менән Учалы районының Уральск ҡасабаһынан. Башҡорт дәүләт аграр университетын, Президент программаһы сиктәрендә ойошторолған етәкселәрҙең белемен үҫтереү һәм камиллаштырыу буйынса "Кризисҡа ҡаршы идарасы" федераль курсын тамамлаған. Шул мәлдән "Идара" ғәмәли фәнен ентекле өйрәнә. Эшҡыуар һәм коуч, йәғни маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә, тормошта баланс табырға өйрәткән, үҫеш йүнәлеше өҫтөнлөктәрен билдәләргә, карьера үҫешенә ярҙам иткән шәхси консультант. Ҡатыны Юлиә Сәлих ҡыҙы менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Улар хәҙер - өләсәй-ҡартатай ҙа инде. "Кеше, тормошондағы ҡатмарлы хәлдәрҙе күңеле аша кисереп, уйлана башлай икән, ул рухи үҫешенең тәүге аҙымын яһай. Тик шул саҡта туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк. Үҙ өҫтөндә эшләй башлаған һәр кем иһә артабан үҙ юлын үҙе һайлай. Был дингә килеү, эзотерика тәғлимәтен, психологияны өйрәнеү һәм башҡа зиһен үҫтереү өлкәһе булыуы ихтимал. Уларҙың бөтәһе лә бер һөҙөмтәгә килтерә - кеше Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә инана башлай. Хатта ҙур асыштар эшләгән ғалимдар ҙа һуңғы сиктә Бөйөк Аҡылдың булыуына инана. Бер ваҡытта ла ҡыҙыҡһыныуҙан туҡтамағыҙ, үҙ юлын тапҡан бәхетле кешеләр менән аралашығыҙ, тартынмай һорауҙар бирегеҙ, эҙләнегеҙ!" - тип мөрәжәғәт итә ул "Киске Өфө" гәзитен уҡыусыларға һәм түбәндәге яҙмаларын тәҡдим итә. Улар кемдәлер бәхәс, шулай уҡ үҙенсәлекле һығымта, фекер тыуҙырһа, рәхим итегеҙ, хаттар көтәбеҙ.
Уңайлы шарттар улар өсөн түгел
Дубайға нигеҙ һалыусы Шәйех Рәшидтән иленең киләсәге хаҡында һорағастар, ул: "Минең ҡартатайым дөйәлә йөрөгән, атайым да дөйәлә йөрөгән. Ә мин - "Мерседес"та, улым - "Ленд Ровер"ҙа, ейәнем дә "Ленд Ровер" йөрөтә. Әммә бүләм дөйәлә йөрөйәсәк… Ауыр замандар көслө кешеләрҙе тыуҙыра. Көсһөҙ кешеләр ауыр замандарҙың сәбәпсеһе була", - тип яуаплаған. Был һүҙҙәр минең ир-егеттәр тураһындаһы яҙмаларымдың инеш һүҙе булыр…
Ир-егет, ир, атай, ағай, ҡусты… Кешелектең көслө заты. Әммә бөгөнгө донъя, заман уны сүктерҙе, кәрен алды. Лидерҙар аҙ, арҙаҡлы династиялар башларҙай милләт ағалары, остаз-аҡһаҡалдар һирәк. Үҙ сиратында ирҙәрҙең, ир затының көсһөҙлөгө йәмғиәтте деградация процестарына этәрә һәм көрсөккә килтергән хәл-ваҡиғалар тыуҙыра. Нишләп шулай һуң?
Был ирҙәрҙең аңы (психологияһы) менән бәйле. Психологтар, шулай уҡ аҡыл эйәләре белдереүенсә, ирҙәр һәм ҡатындар холҡо ныҡ айырыла. Уңайлы мөхиттә, тормош шарттарында көслө заттың баш мейеһенең, ҡағиҙә булараҡ, тойғо яғы (мейенең уң ярымшары) "ҡабына", ә аң яғы (һул ярымшары), киреһенсә, "һүнә". Хис-тойғоға бирелгән ир-ат бәйһеҙләнә, түбәгә төкөрөп ятыуҙы хуп күрә, эсеү менән мауыға, тәмәке тарта, ситтән ләззәт эҙләй, ҡатын-ҡыҙҙар менән сыуала. Был күҙгә күренгәндәрҙең өҫтө генә. Шулай итеп, рухи көстө, ғаиләне, милләтте, илде һаҡлаусыны, ҡурсалаусыны һынландырған ир заты бөгөнгө ысынбарлыҡ шарттарында "үлеүгә" табан ыңғайлаған.
"Үлеү" һүҙен физик үлем менән бутарға ярамай, бында һүҙ Аллаһ Тәғәлә тарафынан көслө затҡа бирелгән ир-егетлек, аскетлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарҙы юғалтыуы тураһында бара. Яңы быуын малайҙарын "заманса тәрбиәләү" киләсәк ирҙәрен күпселек осраҡта ғаиләлә икенсел ролдә булған, үҙ ҡатынының "үксәһе аҫтында" ғына йөрөгән ҡурҡаҡ характерлы маҡсатһыҙ, һыҡмыр, тар күңелле һәм көнсөл кеше итеп әүәләй. Шул рәүешле улар, ирлек асылын юғалтып, ҡатын-ҡыҙға өҫтөнлөк бирә һәм матриархатҡа юл аса. Ә матриархаттың төп сифаттарының береһе - техноген цивилизация, йәғни уңайлы мөхит булдырыу (нәҫелде дауам итеүгә бәйле әсәлек энергияһы һәр саҡ шуға йүнәлтелә). Һөҙөмтәлә был цивилизацияны үҫтереүгә түгел, ә, киреһенсә, юҡ итеүгә килтерә. Александр Пушкин үҙенең "Балыҡсы һәм балыҡ" әкиәтендә лә ошо хаҡта әйтә. "Ҡарт менән ҡарсыҡ диңгеҙ буйында йәшәгән, ти"… Әкиәттең контексынан күреүебеҙсә, бабай әбейенең теләгенә ҡаршы килә алмай, уның сикһеҙ матди байлыҡ көҫәүе һөҙөмтәһендә кире ярлы тормошҡа - "ярыҡ ялғашҡа" ҡайталар. Мосолмандарҙың, насраниҙарҙың дини китаптарында ла (Ахыры заман), Вед сығанаҡтарында ла (Кали юга) был хаҡта әйтелгән.
Ризыҡ менән мәғлүмәт ейәбеҙ
Тормошта һәр нәмәнең үҙ сәбәбе бар. Матди нигеҙҙә ҡоролған цивилизация билдәле бер мәлдә ныҡ күтәрелә, үҫештең юғары кимәленә, апогеяһына етә һәм емерелә. Был процесс Ваҡыт законына бәйле. Әлеге мәҡәләмдә иһә мин ир-егеттәр деградацияһы сәбәптәрен һәм унан сығыу юлдарын асыҡларға теләйем. "Тормош лабиринты"нда һәр саҡ сығыу юлы бар, әммә уны белем, үҙ тәбиғәтең серҙәренә үтеп инеү һәм алған ғилемеңде ғәмәлләштереү аша ғына табырға мөмкин.
Теория кимәлендә бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай, уны тормошҡа ашырыу зарур. Әйтәйект, математика фәнендә ҡабатлау таблицаһын, ҡағиҙәләрҙе, формулаларҙы мәсьәлә сискәндә ҡулланған кеүек. Әгәр үҙ-үҙеңде асыу юҫығында "тормошто аңлау теорияһы" ыңғай һөҙөмтә бирмәй икән, унан баш тарталар һәм хәҡиҡәтте эҙләүҙе дауам итәләр. Ғәмәлдә, Хәҡиҡәт бар ул. Тик уны танырға, аңларға теләгебеҙ бармы икән? Тапҡан һәм уны аңлаған хәлдә, Хәҡиҡәткә килешле була алырбыҙмы һуң?
Ир-егеттең көсө һәм көсһөҙлөгөнөң төп сәбәптәренең береһе - уның туҡланыу үҙенсәлеге. Нимә ашайбыҙ, шул йоға беҙгә. Туҡланыу - ул тәрбиә төшөнсәһе, сөнки уның нигеҙендә Мәғлүмәт ята. Ниндәй мәғлүмәт алабыҙ, ул беҙҙең аңға нисек тәьҫир итә, шуның буйынса йәшәйбеҙ ҙә инде. Ашаған ризығы - көслө заттың (тик уныҡы ғына түгел, әлбиттә) аңына тәҫир иткән ҡеүәтле инструменттарҙың береһе ул. Аҙыҡ-түлек беҙҙең энергияны емерергә лә, булдырырға ла һәләтле, һаулыҡ йә сир, ҡурҡыу йә ҡаһарманлыҡ сығанағы ла булып тора.
Ир-егет һәм ат
Халҡыбыҙҙа көслө затты Ир-ат тип йөрөтәләр. Был борондан килгән һүҙгә ҡушылған ялғау ғына түгел, әлбиттә. Ата-бабаларыбыҙ аңлы булған, "һүҙ-образ" ғилемен һәм уның кеше аңына нисек тәҫьир итеүен яҡшы белгәндәр.
Ир-ат - ир-егет һәм ат… Хәҙерге күҙлектән сығып ҡараһаң, ат - ул хәрәкәт итеү сараһы, транспорт. Шулай ҡабул итәбеҙ. Ысынында иһә, ат - ул мистик төшөнсә. Ә мистика һәр саҡ серле донъя менән бәйле. Боронғо сығанаҡтарҙан Аҡбуҙатты, Пегасты беләбеҙ. Тағы ла Кентавр тураһында ишеткәнебеҙ бар. Аҡбуҙат - аттар нәҫеле башы. Башҡорт халҡының ҡарһүҙендә "Йылҡы сыҡҡан" тигән төшөнсә бар, йәғни ошо тереклек "сыҡҡан", юҡтан бар булған урын. Аҡбуҙат - күктәрҙә осҡан, башҡа мөғжизәләр ҙә тыуҙырған тылсым көсөнә эйә ҡанатлы Толпар-ат. Уны Урал батырға Ҡояш ҡыҙы Һомай бүләк итә. Йыһанда тыуған һәм шунда үҫкән. Батыр халыҡ яҡлаусыһы дошмандарына ҡаршы ҡуйған ҡеүәтле илаһи көс символы ул. Тылсым эйәһе Аҡбуҙат утта янмай, һыуҙа батмай, тояҡтары менән тау емерә һәм диңгеҙҙәрҙе кисеп сыға.
Пегас та - ҡанатлы ат һәм Йыһан батырҙары дуҫы, атап әйткәндә, Беллерофонт менән Персейҙыҡы. Зевсҡа йәшен килтерә, тояғы ергә тейгән урындан инеш сығара. Атаһы Посейдон булһа ла, Пегас аҡыл алиһәһе Афина менән нығыраҡ бәйләнештә.
Кентавр ҡулына һөңгө тотоп һынландырыла, исеменең тәүге өлөшө грек теленән "сәнсеү, сабыу" мәғәнәһен бирә. Мифологияла, ҡағиҙә булараҡ, образдарға тәрән эске мәғәнә һалына. Шуға, уны ирҙәр башланғысы, ирҙәр көсө, түл йәйеү - аталандырыу көсө, тип ҡабул итергә мөмкин.
Башҡорттоң "атай" һүҙендә "ат" нигеҙ һәм көслө зат башланғысы мәғәнәһен бирә. "Атама" һүҙен алайыҡ. Ул - башланғыс та, килеп сығыуға аңлатма ла. "Ат" һүҙе ике төрлө мәғәнәлә йөрөй. Ат - дүрт тояҡлы йорт малы. Ат - атыу ҡоралы менән ҡайҙалыр тоҫҡап атыу, мәҫәлән, мылтыҡтан. Ата - орлоҡ ата, аталандыра. Бында ла ирҙәр көсө һәм башланғысы сағыла. Ат образы ла көстө, етеҙлекте, хәрәкәтте, маҡсатты һынландыра. Ошонан сығып, Кентавр, Кеше-ат һәм Ир-ат образдарын күҙ алдына килтерергә һәм уларҙың асылына төшөнөргә мөмкин.
Башҡорт халыҡ йыры "Азамат"та ("Әҙәм-ат"): "Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, Ир-егеткәй менән ат башы", - тип йырлана. Йырҙың һүҙҙәренән күреүебеҙсә, ир һәм ат - ике дуҫ йән. Улар бөтә ауырлыҡтарҙы бергә, бер ынтылышта үтә. Шул рәүешле әҙәми зат - Ир, әҙәми зат - Атай йән дуҫы Ат менән бер бөтөн сүрәтендә бәйән ителә. Шулай уҡ славян, боронғо рус риүәйәттәрендә лә ат һәм ир бик яҡын, айырылғыһыҙ мөнәсәбәттә күрһәтелә.
Тәрәнгә төшөп, кеше һәм дүрт тояҡлы тере транспорт мәғәнәләренән айырылып, беҙ был образдар асылын барлыҡ нескәлектәрендә күрә лә алмайбыҙҙыр, бәлки. Ошо йәһәттән әлеге материал уйланыу өсөн киң мөмкинлектәр аса. Әлбиттә, мәҡәлә фәнгә нигеҙләнмәгән "иҫәр яҙмаһы" рәүешле ҡабул ителеүе лә ихтимал. Шул уҡ ваҡытта фән нимә ул һуң? Ул - кешенең үҙ аҡылы менән матди донъя серҙәрен асыуы һәм уны тормошон яҡшыртыу өсөн ҡулланыуы. Кеше үҙ аҡылы менән төп асылды - йәшерен асылды аңлай һәм уны көнитмештә ҡуллана икән, был үҙе үк фән. Йәшәйеш фәне.
Ир-ат, ир һәм ат, төшөнсәләренең тәрән мәғәнәһе хәҙер юғалған инде. Кешегә Аллаһ Тәғәлә яратҡан илаһи йән, тип ҡарамайбыҙ. Ат иһә менеп йә егеп йөрөүҙән дә бигерәк, ит ризығы сығанағы булып ҡалды. Быуаттар төпкөлөнә киткән кешенең тоғро дуҫы булған ат образы юҡҡа сыҡты, үҙ ашҡаҙаныбыҙҙы ғына уйлап, уны һуйыу һәм аҙыҡ сифатында файҙаланыуға тиклем түбәнселеккә төштөк. Ат иһә бер нисек тә ит була алмай. Ни өсөн улай һуң?
Изге яҙмалар раҫлай
Изге Ҡөрьәндә ("Бал ҡорто сүрәһе", 5-8-се аят) "(5) Малдарҙы һеҙҙең файҙаға яралттыҡ. Ризыҡланыр өсөн дә. (6) Кисен аҙбарға япҡанда ла, иртәләрен көтөүгә ҡыуғанда ла һеҙҙең өсөн был малдарҙа матурлыҡ һәм ҡыуаныс бар. (7) Улар, һеҙҙең тауарҙарығыҙҙы төйәп, йыраҡ мәмләкәттәргә алып бара. Шик юҡ, Раббығыҙ ярлыҡаусы, миһырбан эйәһелер. (8) Атланып йөрөр өсөн, мәртәбәләр (тантаналар) өсөн аттарҙы, йөк ташыр хайуандарҙы (дөйәне) яралттыҡ. Һеҙ әлегә белмәгән башҡа бик күп нәмәләрҙе яралтырбыҙ", - тиелә
Изге китапта уларҙы боғаҙлағыҙ һәм ашағыҙ тигән мәғлүмәт юҡ. "Был малдарҙа матурлыҡ һәм ҡыуаныс бар", тип кенә яҙылған. Уларҙы ашау кинәнесе матурлыҡ була аламы ни? Хәҙистәрҙән белеүебеҙсә, Мөхәммәт (с.ғ.с.) етәкселегендә йыһат һуғышы мәлдәрендә генә сараһыҙлыҡтан мал һуйғандар. Башҡа ризыҡ булмағанда ғына тыйылғанды тәғәм иткәндәр.
Төрөктәр һәм ғәрәптәр йылҡы итен ашамай. Ҡайһы бер мәҙһәбтәр йылҡы итен мәхруҡ тип иҫәпләй. Йәғни ул бөтөнләй тыйылмаһа ла, ашамау хәйерле. Был илдәрҙә ирҙәрҙең дәүләт, милләт, ғаилә лидерҙары булып тороуының сере ошонда ята, тип фаразларға ла урын ҡала.
Әбдерәхман ибн Сәид Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән (с.ғ.с.): "Йәннәттә ат булырмы?" - тип һораған. "О, Әбдерәхман, Аллаһ Тәғәлә һине ожмахҡа индерһә, унда ике ҡанатлы ат булыр, һин унда йәнең теләгән ергә осоп ҡына барып етерһең", - тигән яуап ишеткән Унан (Ат-Табарани).
"Төнгө күсерелеш" сүрәһенең 36-сы аятында: "Үҙең белмәгән нәмәгә эйәрмә, сөнки ишетеүең, күреүең һәм йөрәгең яуапҡа тарттырыласаҡ", - тиелә. Ысынлап та, күп нәмәләр тураһында беҙҙең белемебеҙ бик аҙ. Шулай ҙа һәр йәһәттән үҙ фекеребеҙ бар. Ваҡыт үтеү, тормошто күреп-белеү, аҡыл ултырыу менән ул үҙгәрә бара, әлбиттә. Әйтәйек, йәш саҡта бер төрлө уйлаһаҡ, йылдар үтеү менән, тормош тәжрибәһенән сығып, яңылышыуыңды аңлайһың. Беҙ, мин-минлеккә барып, заман шауҡымына бирелеп, күп хаталар эшләйбеҙ. Үҙ тәжрибәбеҙҙән сығып түгел, ә кемгәлер эйәреп теге йәки был ғәмәлде атҡарабыҙ. Мәҫәлән, атай-әсәйебеҙ ашағанды ашайбыҙ, йәмғиәттә тыйылмаған араҡы эсемлектәрен ҡулланабыҙ, ҡайһы берәүҙәр наркоман да булып китә, сөнки был яман ғәҙәт йәштәр мөхитендә таралыу алған. Быны тормош асылы, Абсолют Хәҡиҡәт тип әйтеп буламы икән? Әллә был кешеләрҙең дөйөм яңылышыуымы?
Изге китаптарҙа ит ризығын ашауҙы сикләү тураһында әйтелә. Быны төбөнә төшөп аңлау зарур. Аңлы кеше һәр саҡ уйлана, тикшерә, күргән һәр нәмәһенә һуҡырҙарса ышанырға, шул ваҡытта уны һуҡырҙарса инҡар итергә лә тейеш түгел.
Һәр тереклек Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән донъяға яратылған. Ни кимәлдәлер малдың да аңы бар бит, уға ла ҡурҡыу, йәнен ҡурсалау, үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты хас. Һәр мәхлүк үҙенә тәғәйенде ейә - көйәш януармы ул, йыртҡысмы. Беҙҙең кеүек үк тоҡомон дауам итә, ашай, йоҡлай һәм беҙҙең кеүек үк бер ҙә үлгеһе килмәй. Шулай булғас, беҙ уларҙы ашарға хоҡуҡлымы?
Ит - йыртҡыстар аҙығы
"Ит" ("мясо") һүҙе "Мамса" санскрит (боронғо һинд философияһы теле. Боронғо грек һәм латин телдәре менән бер рәттән, санскрит бөтә һинд-европа цивилизацияһы өсөн форма яһаусы булып тора) һүҙенән алынған һәм ул "Һин-Мин", "Миңә оҡшаш" тип тәржемә ителә. Әлеге заманда ит төп ризыҡҡа әйләнеп алды. Боронғо Вед яҙмаларында, атап әйткәндә, "Ману-смрити" китабында (7.55): "Бында уның итен ашаған мине киләсәк донъяла ул ашар", - тип аңлаталар аҡыл эйәләре. Дөйөмләштереп әйткәндә, кешене улар мөмкин тиклем көс ҡулланмаҫҡа, йән ҡыймаҫҡа саҡыра.
Ит бит йыртҡыстар аҙығы. Тимәк, беҙ йыртҡысҡа әйләнеп алғанбыҙ. Йыртҡыс энергияһы кешелә конкуренция, матди файҙа энергияһы хасил итә, эгоизм, һаранлыҡ, көнсөллөк тыуҙыра. Был энергияның нигеҙендә ҡурҡыу ята. Бына ошо тойғо йөрәгебеҙгә "оялаған". Нимәнәндер ҡурҡҡан кеше агрессив була. Санскрит телендә был һүҙбәйләнеш "ахимса принцибы" (ахимса - көс ҡулланмау) тип атала.
Бөгөнгө тормошта ит өҫтәлгә ҡуйылған ҡәҙимге ризыҡ булып тора. Ә ит ашау иһә - йыртҡыс сүрәтенә инеү менән бер. Йыртҡыс асылы шулай кеше йәненә үтеп инә һәм уның эске энергияһын үҙгәртә. Нигеҙендә хәүеф, ҡурҡыу ятҡан үҙ-үҙен ҡурсалау инстинкты көсәйә һәм аҫҡы аңда агрессия тыуҙыра. Шуға ла хәҙерге донъя низағ майҙанына әйләнде, үҙ-ара ярҙамлашыу, мәрхәмәтлек кеүек сифаттар юғала бара. Эгоизм, ҡомһоҙлоҡ, көнләшеү киң тарала. Туғанлыҡ бәйләнештәре өҙөлә. Элек туғандар ҙур эште өмәләп эшләй ине, бөгөн ата-әсәһе үлһә, ағайлы-ҡустылы, апайлы-һеңлеле мөлкәт бүлешеп талаша, дошманлашып бөтә. Өйҙәребеҙ тирәләй - бейек ҡоймалар, ишектәребеҙ - тимер, машиналарыбыҙға, ҡыуып алып китмәһендәр тип, үтә һиҙгер һаҡланыу саралары ҡуябыҙ. Ошо рәүешле ҡурҡыу аша ҡарайбыҙ ваҡытлыса ғына килгән был фани донъяға. Беҙ матди донъяға ныҡ бәйлебеҙ, әммә рухи ҡиммәттәргә битарафбыҙ. Сөнки ашағаныбыҙҙың энергетик потенциалы емергес көскә эйә. Улар - эгоизм, сирҙәр, үлем…
Хаталар өсөн "түләү" көтә
Кеше аң ғәйрәтенә, унан сығып, һайлап эш итеү, ҡарарға килеү мөмкинлегенә эйә. Һәр кем юлды үҙ аҡыл кимәленән, хәл-ваҡиғаларҙы нисек аңлауынан, фекерләү ҡеүәһенән йә иһә мин-минлегенән сығып һайлай. Ризыҡ - энергия сығанағы ғына түгел, ә тәм-том тойғоһо ағзаһы булған тел аша алған ләззәт тә. Тел, тойғо ағзаһы булараҡ, ҡеүәтле көскә эйә, уға баш булмайбыҙ һәм күп кенә ризыҡтан тыйылыр хәлебеҙ юҡ. Үҙебеҙҙе контролдә тота алмағас, аҡланып, иттең файҙаһы тураһында төрлө фараздар ҡорабыҙ, уны дәлилдәр менән нығытабыҙ. Эстән беҙҙең менән нимәлер идара итә, ҡапма-ҡаршы мәғлүмәттәр бирә түгелме? Был хаҡта уйлап ҡарағанығыҙ юҡмы, хөрмәтле гәзит уҡыусылар? Хатта изге китаптарҙа бирелгәндәрҙе лә беҙгә ҡулай сүрәттә урын-еренә еткереп тәфсирләп ҡуялар. Ризыҡҡа ҡағылышлы бәхәсле мәл тыуа икән, ундай аҙыҡтан баш тартыу, мәсьәләне төплөрәк өйрәнеү хәйерлерәк бит.
Сөнки уға беҙҙең киләсәк бәйләнгән, хаталар өсөн ҡасан да булһа "түләргә" кәрәк буласаҡ. Тәбиғәттән кешегә ирекле һайлау бирелһә лә, Сәбәп-нәтижә ҡануны үҙ ғәмәлен элек тә, хәҙер ҙә, киләсәктә лә - бер ваҡытта ла туҡтатмаған һәм туҡтамаясаҡ та. Уның нигеҙендә беҙ үҙ ғәмәлдәребеҙ "уңыштар"ын йыябыҙ. Гиппократ әйткәнсә, "нимә ашайбыҙ - шунан хасилбыҙ" - әлеге ҡанундың ғәмәлләшеүе ошо ла инде. Кеше тәбиғәтенә тап килмәгән, тыйылған ит ризығы ашап, беҙ ныҡ хаталанабыҙ һәм уны яҙмышыбыҙға уябыҙ. Йылҡы ашап, беҙ юғарынан кешегә бирелгән рухи көстө, нәҫел көсөн, ир көсөн "үлтерәбеҙ". Ғәмәлдә, үҙ-үҙебеҙҙе "ашайбыҙ", "юҡ итәбеҙ" килеп сыға. Ҡурҡыу белмәҫ яугир-еңеүсенән беҙ һаран сауҙагәргә әүерелдек, кимәлебеҙҙе шулай төшөрҙөк. Йәмғиәттә яугир һәр саҡ сауҙагәрҙән юғары торған.
Аҡыл эйәһе бул
Ирҙәр заты хәҙер мөсһөҙ, психологик яҡтан да бик көсһөҙ. Рухи белем эстәмәйҙәр, уның менән ҡыҙыҡһынмайҙар ҙа. Әлеге дәүер көслө заттары һаран һәм көнсөл, уйҙарында аҡса, матди байлыҡ ҡына. Тормошто ысын бәхет юҫығында үҙгәртеп ебәрерҙәй ысын ир-аттар һан яғынан бик аҙ. Күпселек матди ҡиммәттәр әсирлегендә, улар уйлап сығарылған, уға үҙҙәре һәм башҡалар ышынған ҡағиҙәләр ҡолона, "техноген батшалыҡтың хеҙмәткәренә" әүрелгән. Үҙҙәре ыҙаһын күргән эсеп-тартыу, самаһыҙ һыйланыу - күңел байлығы түбән ирҙең йәшәү асылы. Асылда, ул үҙен һәм тормошон көйләргә, бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға мәжбүр булған ҡатынын да ыҙалата. Тирә-яҡҡа иғтибар менән күҙ һалығыҙ әле: бының уйҙырма түгел, ә ысынбарлыҡ икәнен күрерһегеҙ. Замана ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалар һәм төрлө учреждениелар етәкселәре, хатта район биләмәһе башлыҡтары булып тора. Улар халыҡтың көндәлек проблемаларын хәл итә, көнкүрешен ойоштора. Лайыҡлы ирҙәр ҡайҙа һуң? Идара итеү бит һәр саҡ үҙеңә яуаплылыҡ алыу менән бәйле.
Был тормошта осраҡлы бер нәмә лә булмай, барыһы ла сәбәптәр һәм эҙемтәләр менән билдәләнә.
Аҡыл эйәһе, тимәк, ысын ир-ат булыу - һәр ир-егеттең бурысы ул. Аҡыл эйәһе Абсолют Хәҡиҡәтте белә һәм тормошта ҡуллана. Аҡыл эйәһе - теоретик түгел, ә "тормоштоң мәғәнәһе нимәлә" тигән һорауға яуап белгән практик. Ул - бәхет сығанағы һәм уны башҡаларға өләшеүсе. Аҡыл эйәһе - ул "матди матрица"ла йәшәп, эшләп йөрөһә лә, үҙ тормошоноң хужаһы, зиһене менән ирекле, асылын асҡан шәхес. Аҡыл эйәһе үҙ тормошо менән үҙе идара итә: һәр саҡ һау-сәләмәт, сәбәп һәм нәтижәне яҡшы аңлай, йәш күренә һәм оҙон ғүмерле. Аҡыл эйәһе аскетизмды, мәрхәмәтлекте, дөрөҫлөктө һәм таҙалыҡты - туҡланыу таҙалығын, тән таҙалығын, аң һәм аҡыл, әҙәп таҙалығын һынландыра. Аҡыл эйәһе араҡы эсмәй, ит ашамай, һәр төрлө илерткес матдәләр ҡулланмай, никахһыҙ енси бәйләнешкә инмәй, ҡомарлы уйындар уйнамай. Аҡыл эйәһе үҙен үлемгә урын булмаған Аллаһ Тәғәлә булдырған мәңгелектең бер өлөшө итеп белә.
Ә беҙҙең аҡыл эйәһе кимәленә күтәрелгебеҙ килмәйме ни? Әллә йәшәү маҡсатыбыҙ ваҡытлыса булған матди байлыҡҡа йәбешеп ятыумы? Әйберҙәр кешегә ваҡытлыса ғына кәрәк. Улар аңды трансформациялау өсөн Аллаһ Тәғәләнең инструменты ғына булып тора. Әгәр үҙгәреш аша үтмәйһең икән, тормошоң көнләшеү, ҡомһоҙлоҡ, насар уй-тойғолар, уларға бәйле ауырыуҙар, насар мөнәсәбәттәр, ярлылыҡ һәм насар ғүмергә - үҙенә бысраҡ табыусан "себен осоуына" тиң булыр. Трансформация аша үтмәгән йәмғиәттә глобаль көрсөктәр башлана: тәбиғәт катаклизмдары, эпидемиялар, һуғыштар.
Был хаҡта изге Ҡөрьәндә (13-сө "Күк күкрәү" сүрәһе, 11-се аят): "Уның алдында ла, артында ла күҙәтеп тороусылар бар, улар уны Аллаһтың бойороғо менән һаҡлай. Ысынлап та, Аллаһ халыҡтарҙа булған нәмәне улар үҙҙәре үҙгәрткәнгә тиклем үҙгәртмәй. Әгәр Аллаһ бер халыҡҡа яманлыҡ теләһә, уны ҡайтарырға мөмкинлек юҡ һәм уларҙың Унан башҡа яҡлаусыһы юҡ!".
"Бер энергия ла юҡтан хасил булмай һәм эҙһеҙ юҡ булмай. Ул бер хәл торошонан икенсеһенә күсә" ти физиканың энергия һаҡлау законы. Боронғо һинд яҙмаларында Карма тәғлимәтенә (санскрит теленән "карма" "минең эшем, минең эшмәкәрлегем" тигән мәғәнә бирә) "нимә сәсәһең - шуны ураһың" төшөнсәһе һалына. Суфыйсылыҡ тәғлимәтендә Ғәмәл Ҡануниәте тураһында әйтелә. Ғайса бәйғәмбәр: "Яуызлыҡ ҡылма, һиңә лә яуызлыҡ булмаҫ", "Хөкөм итмәгеҙ, хөкөм ителмәҫһегеҙ", тигән. Милләтебеҙҙең бөйөк әҫәре "Урал батыр" эпосында ла был асыҡ сағыла.
Хәҡиҡәтте аңлайыҡ, өйрәнәйек, ҡабул итәйек
"Күп нәмәләр белеп етмәгәнгә түгел, ә был әйберҙәрҙең беҙҙең төшөнсәләр даирәһенә инмәүенә бәйле аңлашылмай", - тип аңлата Козьма Прутков. Зиһенде үҫтереү, рухи байлыҡты арттырыу өҫтөндә эшләмәйбеҙ һәм шуға ла күп нәмәне аңлап етмәйбеҙ. Тормош асылын, әйтәйек, туҡланыу, ғаиләләге ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәрен, балалар тәрбиәләү серҙәрен төбөнә төшөп белмәү "михнәт механизмы"н тоҡандыра. Юристар әйтмешләй, закондарҙы белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай. Шуға ла кешенең Хәҡиҡәтте аңларға, өйрәнергә, тыңларға һәм ҡабул итергә ҡурҡыуы тағы ла сәйерерәк күренә. Ғәжәп, ә бөгөнгө заман әҙәм заты - ниндәй мәхлүк төрөнә инә ул? Боронғо яҙмаларҙан күренеүенсә, кешенең тәбиғәте - ул һөйөү һәм аҡыл. Бөтә тереклеккә һәм тирә-яҡҡа яратып ҡарарға тейешбеҙ, ә аҡыл эйәһе булыу тормошта ҡулланылған белемебеҙҙе кәүҙәләндерә лә инде.
Тормош шулай ҡоролған: һәр кем аңлы рәүештә үҙенә эшләй, ә ни тиклем белеп етмәй, шул тиклем күберәк белгән, күберәк аңлаған кешегә хеҙмәт итә. Йә ул аҡыллы ҡулында "томана-марионетка", йә үҙ асылына төшөнә һәм тормошо менән идараны үҙ ҡулдарына ала. Ризыҡ кешегә ике йүнәлештә тәьҫир итә: аң һәм физиологик (сәләмәтлек) йәһәттән. Аң кимәлендәгеһе тормош менән идара итеү процесы менән бәйле. Ул йә эске, йә тышҡы идара рәүешендә сағылыш таба. Тәүге осраҡта беҙ үҙ-үҙебеҙгә хужа, икенсеһендә иһә (тыйылған ризыҡты ашаған хәлдә) марионетка булып торабыҙ.
Беҙҙең аң һәм сәләмәтлек - ябай ғына осраҡлыҡтар һөҙөмтәһе түгел. Әгәр кеше сирле икән, ул поликлиникаға йүгерә, диагнозын аныҡлай, унан дарыуханаға бара, тир түгеп эшләгән аҡсаһына дарыу һатып ала. Былар тик нәтижә һәм уларҙан ҡотолоу юлы ғына. Сәбәптәре хаҡында уйланып тормайбыҙ. Улар бит матди булмаған мөхиттә ята, беҙҙең эске донъябыҙ менән бәйләнгән. Был осраҡлы хәлдәр осраҡлы була алмай. Аюрведе трактатында ("Атхарваведа" дүрт Вед сығанаҡтарының береһенең бүлеге) сирҙең өс сәбәбе бар тиелә:
1. Прагья-апарадха (санскрит) - был бөтә сирҙәрҙең төп бәләһе. Термин ике һүҙҙән тора. "Апарадха" "енәйәт, кәмһетеү" тигәнде аңлата. "Прагья" - "аңлау, аҡыл, ғилемлек". Йәғни беҙ хаталанабыҙ һәм аҡылға ҡаршы енәйәт эшләйбеҙ, уны кәмһетәбеҙ.
2. Икенсе сәбәп - асатмья-индрийартха-самйог. "Сатмъя" "тотороҡлоҡ" тигәнде аңлата. Унан сығып, "асатмья" - "тотороҡһоҙлоҡ". Йәғни тотороҡһоҙлоҡтан тыуған сир, тормошобоҙға тотороҡһоҙлоҡ килгәнде аңлата. "Индрийа" - "тойғо", "артха" - "тойғо ағзаларының эшмәкәрлеге". "Самйог" - "тойғоларҙың тышҡы мөхит менән мөнәсәбәте". Шулай итеп, "асатмья индрийартха самйог" - "тойғоларҙы көйләү яйын тотмау". Был түбәңге аң кимәлендә хафа тыуҙыра. Хәҙерге заман табиптары ла, ауырыуҙарҙың 80 проценты психосоматикаға бәйле, йәғни негатив хистәрҙән, көйөү-борсолоуҙарҙан хасил, ти.
3. Сирҙәрҙең өсөнсө сәбәбен санскрит телендә "кала паринама" тип атайҙар. Уны тәржемә иткәндә "ваҡытты хөрмәт итмәү" тигән мәғәнә бирә. Йәғни нимәнелер ваҡытында эшләмәйбеҙ, ашығабыҙ, йә һуңлайбыҙ.
Тормошобоҙҙа бөтә нәмә лә "сәбәп-эҙемтә законы" аҫтында эшләй һәм бөтә булған хәл-ваҡиғалар - беҙгә ишара. Әммә уны фекерләй, анализлай һәм ҡарар ҡабул итә белгән аҡыллы кеше генә ишетә. Ир-ат аңы Юғарынан шулай ҡоролған. Көслө зат үҙ аҡылы менән яҙмышын үҙе ҡора, тимәк, ул үҙенә үҙе хужа, үҙенең ялған фекерҙәрен, нәфсеһен, эгоистик ҡараштарын еңә. Көслө шәхес булыу - ул үҙеңдә аң көсөн үҫтереү һәм тирә-яҡ мөхитте аңлап ҡабул итеү. Ир-аттың асылы шунда.
Үҙ урынын белгән, бәҫен тотҡан ир-ат ғаиләһендә ихтирам ҡаҙана, ҡатыны бер ҡасан да уның һүҙен йыҡмай, кәңәштәре менән башын бутамай, алдына сыҡмай. Ошо хәлдә балалары уларҙың икәүһен дә хөрмәт итә. Был Аллаһ Тәғәләне таныған ир-аттың нәҫел мөнәсәбәттәре: ҡатын - иргә, балалар ата-әсәгә ихтирам-хөрмәт күрһәтә. Ата-бабаларыбыҙ шулай йәшәгән. Беҙҙең бурысыбыҙ ҙа ныҡлы шәжәрә ағасы тәрбиәләп үҫтереү. Уның ныҡлығы - бөгөнгө ысынбарлыҡта бәхетле тормошҡа юл асҡан иң мөһим шарт.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА