«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ни өсөн замана йәштәре Хеҙмәт ғали йәнәптәре менән дуҫ түгел?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МАТУР ТАУЫМ - ЯМАНТАУЫМ…
+  - 


- Марианна, һиңә хат алып килгәндәр! - тип ҡысҡырҙы күршеһе Дилором әбей.
- Балаҡайҙарым яҙғандыр. Хәҙер ҡарармын. - Йорт эштәре менән булышҡан икенсе әбей күршеһенә ҡул ғына һелтәне. - Һалып тор шунда.
Дилором әбей ярһыбыраҡ өндәште.
- Ниндәй эш, ти тағы? Һиңә ул хатты ҡунаҡтар алып килде!
-Ҡунаҡтар? - Марианна әбей аптырап китте. Һыулы ҡулын таҫтамалға һөртә-һөртә ҡапҡа яғына ыңғайланы. Ҡара төҫтәге еңел машина эргәһендә йәш кенә бер ҡыҙ һәм ҡалын кәүҙәле ир-ат баҫып тора ине.
- Дилором, кемдәр улар? - Ул һағая төштө.- Балаларым иҫән-һаумы икән?
Әбейҙең тауышы ҡалтырап сыҡты.
- Тыныслан! Былар хәбәрселәр. Дүшәнбенең үҙенән килгәндәр. Һуғыш йылдары балаларын эҙләйҙәр икән. Һин бит һуғыш осоро балаһы!
- Һуң, уныһы яңылыҡ түгел инде! Үҙеңә лә әллә нисә ҡат һөйләгәнем булды. Уға ҡалһа, һин дә һуғыш мәлендә тыуғанһың.
- Эйе, мине лә һуғыш осоро, тиергә була. Тик һинән өс йәшкә кесерәкмен бит. Шуғамы икән, минең менән ҡыҙыҡһынманылар. Һине генә һорашалар.
Марианна әбей ҡапҡаны асып, ҡунаҡтарға ҡулын болғаны.
- Тормағыҙ асыҡ урында, эҫе ҡабыр! Инегеҙ ихатаға!
Тегеләр менән күрешкәндән һуң, үҙе беренсе булып һорау бирҙе.
- Түңәрәк дата яҡынлашамы? Шундай саҡ етә башлаһа, беҙҙе иҫтәренә төшөрә торғандар. Ветерандар үлеп бөтөп бара… Ни хәл итәһең, ваҡыт берәүҙе лә аямай. Һуғыш балалары беҙ ҙә ҡартайҙыҡ. Әле бер ер, әле икенсе ер һыҙлай.
- Һеҙгә зарланырға иртәрәк!
-Минең бабайым, Иосиф Егорович та һуғыш осоро балаһы ине. Мәрхүмкәй. Мине ҡалдырып киткәненә быйыл ете йыл тула. Ул минән өлкәнерәк булғас, һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй торғайны. Мин бик асыҡ хәтерләмәйем.
- Марианна Даяновна, һеҙ тыумышығыҙ менән ҡайһы яҡтыҡы?
- Fүмер буйы Тажикстанда йәшәһәм дә, был яҡтыҡы түгелмен. Иосиф мәрхүмкәйем дә - минең кеүек килмешәк. Ул Белоруссия яғынан ине. Яҙмыш осраштыра, яҙмыш йөрөтә әҙәм балаларын. Беҙҙең ғүмер Тажикстанда үтте. Насар йәшәмәнек.
Үкенерлек түгел.
- Марианна Даяновна, үҙегеҙҙең ҡайһы яҡтан икәнегеҙҙе әйтегеҙ?
- Рәсәйҙән инде, ҡайҙан булһын!
- Ҡайтҡанығыҙ юҡмы?
Марианна әбей ирекәйгә аптырап ҡарап торҙо. Нимә кәрәк баш ҡаланан килеп төшкән был ҡунаҡҡа?
- Балалар йортона эләккәндә биш-алты йәштәрҙә генә инем. Кемгә ҡайтайым мин? Етемдең кемгә хәжәте бар? Эҙләткән дә, һорашҡан да кеше булманы.
- Әгәр ҙә булһа? - тине шул саҡ ир-ат.
- Исемең кем, туғанҡай?
- Аркадий исемле, Дүшәнбенән….
Марианна әбей уны тыңлап бөтмәне.
- Бына нимә Аркадий! Ҡарттарҙың да төрлөһө була, ләкин бөтәһе лә аҡылдан яҙған тип уйларға ярамай. Тураһын әйтегеҙ, һеҙгә нимә кәрәк был ҡарсыҡтан? Унан дүрт яғығыҙ ҡибла. Минең әле баҡсала эшем күп.
-Эйе, хәҙер мошенниктар ҙа етерлек, - тип һүҙгә ҡушылды Дилором әхирәте.
- Марианна Даяновна, беҙ Рәсәйҙән бер хат алдыҡ. Мәрйәм Аҡбирҙина тигән кешене эҙләйҙәр.
- Мәрйәм…
Марианна әбейҙең ауыҙы асылып китте. Нисәмә тиҫтә йылдар уның үҙ исемен ишеткәне юҡ ине. Мәрйәм! Был бит уға мулла ҡушҡан исем. Хәҙер ят һәм сәйер тойолһа ла, үҙ исеме!
- Мәрйәм…- тип ҡабатланы ул ышанмаған төҫлө. Ирене дерелдәне.
- Мин бит әйттем! Мин бит әйттем! - тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙыҡай.
- Нимәне, балаҡай? - тип һораны Дилором әбей.
- Беҙҙә Рәсәй яғынан килгәндәр бар. Шуларҙың береһе Мәрйәм булырға тейеш тип, мин әйткәйнем!
Марианна әбей ҡапыл бөгөлгәндәй булды. Аркадий уны йәһәт кенә эләктереп алды. Һикегә алып барып ултыртты. Дилором әбей һыу һалынған кәсәне һуҙҙы.
- "Минең ысын исемем Мәрйәм ул", тип миңә лә әйткәне булды, - тине Дилором. - Нишләп мәрйәнең исеме Мәрйәм булһын инде тип, әһәмиәт бирмәнем. Тимәк… Ысын булған икән был хәл!
- Мәрйә түгел мин! Күпме әйткәнем бар,- тине Марианна.
- Ну, һин бит Рәсәйҙән.
- Унда ла төрлө халыҡ йәшәй.
- Ҡайҙан һин? Хәтерләйһеңме? - тип һораны Аркадий.
- Ямантау, Ямантау… - тип ҡабатланы Марианна әбей. - Шул һүҙ генә иҫкә килә.
- Әйттем бит Башҡортостандан тип!- ҡыҙҙың тауышы тағы ла сағыуыраҡ ишетелде. - Бына картала күрһәтелгән.
- Силәбе өлкәһенән дә булыуы ихтимал, Фатима, - тине Аркадий.
- Юҡҡа бәхәсләшмәгеҙ, балалар. Мин Башҡортостандан. Документта шулай теркәлгән. Ләкин бер сығып киткәндән алып Башҡортостанда булғаным юҡ. Күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ямантау… Шул һүҙ иҫтә. Ҡалғаны томан эсендә. Мине эҙләйҙәр тиһегеҙ инде? Был ҡарсыҡты кем эҙләргә тейеш?
Марианна әбей хат юлдарына күҙ һалды. Тоҡомбәтов Мырҙағол тигән ар-ат үҙенең Мәрйәм исемле апаһын эҙләй. Ләкин Марианнаның бер ниндәй ҙә ҡустыһы булманы. Ул әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы ине. Дөрөҫ, өләсәһенең улдары булды. Улар барыһы ла фронтта ятып ҡалды.
- Минең ундай туғаным юҡ, - тип баш сайҡаны Марианна әбей. Һүренке тауыш менән дуам итте. - Тимәк, Башҡортостандан бүтән берәүҙе эҙләйҙәр.
Әбей ауыр һуланы, ауыҙ тирәһен усы менән һыпырҙы.
- Һеҙ минең йөрәгемде телдегеҙ. Онотолған бала саҡҡа ҡайтҡандай булдым. Ә уны иҫләүе бер ҙә анһат түгел. Минең әсәйҙе төрмәгә алып киткән көндө хәтерләйем былай, бөтөнләй иҫемдән юйылмаған. Юҡ-юҡта хәтеремә килеп төшә. Шул саҡта үҙемде теге биш йәшлек бала хәлендә тоям. Бер туғаным да юҡ, бына быныһын өҙөп әйтәм.
- Кире ҡағырға ашыҡмағыҙ, Марианна Даяновна! Мырҙағол тигән иптәш әсәйегеҙҙең улы була. Бына иғтибар менән тыңлағыҙ: "Беҙҙең атайҙар башҡа. Минең әсәйем Миңлебикә атайыма 1948 йылда кейәүгә сыға. Тағы ла бер йылдан мин донъяға килгәнмен".
Марианна әбей ауыҙын асҡан килеш тора бирҙе. Шунан ҡалтыраған ҡулдар йәнә хатҡа һуҙылды. Ул күҙлеген ашыҡмай ғына кейҙе. Хатты уҡып сыҡҡас, йомарлап тотоп алды. Йомарлап тотто, сөнки был хат уны ватаны, үткәне менән бәйләүсе еп ине. Ошо ептең осон юғалтыуҙан, өҙөлөүенән ҡурҡты.
- Был мөғжизә…
Шул һүҙҙе генә көткән тиерһең, ҡара сәсле ҡыҙыҡай уны ҡосаҡлап алды.
- Фатима, әллә һин нығыраҡ илайһың?
- Аркадий, оло кешене ҡыуандырҙыҡ бит!..

* * *

Марианна әбей тынғылығын юғалтты. Ире Иосиф иҫән булһа, ҡалай ҡыуаныр ине. Бергәләшеп Башҡортостанға барып килерҙәр ине. Ире Иосиф та етем бала. Атаһы хәрби кеше булған. Белоруссияға ебәрәләр. Шунда һуғыш эсендә ҡалып, атаһын да, әсәһен дә юғалтҡан Иосиф меҫкен үҙенең кемлеген дә белмәне. Улар икеһе лә балалар йортонда үҫтеләр. Студент йылдарында өйләнештеләр. Ике ул үҫтерҙеләр. Ләкин бер ҡасан да нәҫел-нәсәбен эҙләмәнеләр. Уларға шулай тыныс ине. Бала саҡ йөрәккә шул тиклем ҡаты йәрәхәт һалды. Иҫләй башлаһалар, шул йәрәхәт тотош ғүмерҙе телеп үткәндәй. Шуға ла иҫләмәнеләр ҙә, эҙләмәнеләр ҙә. Улар ике етем бер бөтөн ине, бер-береһенең хәлен тын алышынан белеп торҙолар. Етемдең кемгә кәрәге бар инде? Ҡайһы туғаныңа хәжәтһең, һин етем? Ошо көнгә тиклем Марианна ла шулай тип уйлай ине. Ләкин бөгөн тормошонда нимәлер үҙгәрҙе. Иосиф ҡына был турала белмәй. Үкенес. Иосифтың вафатына ете йыл үтеп китте. Йөрәк сире менән ҡапыл ғына китеп барҙы ирекәйе. Ике улдары ҡырҙа. Был яңылыҡҡа улар шатланыр, моғайын. Эйе, башта аптырарҙар, шунан әсәләре өсөн шатланырҙар...
Марианна ныҡлы ҡарар ҡылды - әле аяҡ йөрөгәндә тыуған яҡтарына ҡайтып килергә кәрәк. Әсәһенең ҡәберен барып күрер, исмаһам. Нисәнсе йылда вафат булды икән бахырсыҡ? Мырҙағол был турала яҙмаған. Әсәһе, әсәкәйе…
Марианна атаһын бөтөнләй хәтерләмәй. Уны һуғыш башланыу менән фронтҡа алып китәләр. Шунан Миңлебикә апай икенсе ауылға, үҙенең әсәһе янына, күсеп ҡайта. Ул мәлдәрҙе Марианна әҙ-мәҙ иҫләй. Ауыл тауҙар менән уратып алынғайны. Бейек-бейек тауҙар. Бер көндө әсәһе уны яҡындағы тауға алып менде. Тирә-яҡ шул тиклем асыҡ күренә. Марианна ҡыуанып сәпәкәй итә.
- Әсәй, бынан бөтөн ер күренә, ивет?
Миңлебикә апай баш ҡаға.
-Таң ҡалырлыҡ, бөтөн нәмә күренә, яҡындағыһы ап-асыҡ. Томан эсендә - алыҫтағылар.
- Ә нишләп атайым күренмәй?
- Берәй ваҡыт күренер.
- Тағы ла бейегерәк тауға менһәкме? Әсәй, иң бейек тау нисек атала? Ямантау, шулай бит?
- Нишләп Ямантау булһын, ти?
- Бөтөн дейеүҙәр шундай йәшәй бит! Өләсәйем шулай, ти. Ә минең атайым әле дейеүҙәр үлтереп йөрөй.
- Дейеүҙән яман дошман бар, ҡыҙым. Атаң шуларҙы ҡыра.
-Ямантауға менгәс, уларға атайымды эҙләгәнемде әйтермен. Дейеүҙәр асыуланмаҫ, ивет?
-Уны иң бейек тау, тинеңме әле? Ярай, менерһең, балаҡайым. Мин һиңә аҫтан ҡул болғармын! Мин һине түбәндә көтөрмөн. - Миңлебикә апай ҡыҙын ҡосаҡлай.
Әсәһе көнө-төнө эштә. Улар бик һирәк күрешә торғайны. Хәтирәләр тоноҡ. Ләкин әсәһен тейәп алып киткән саҡтар бөгөнгөләй күҙ алдында. Әллә ниндәй уҫал ағайҙар өйҙө тентей, йәмһеҙ итеп аҡыралар. Уларҙың тауышынан хатта урындыҡта ауырып ятҡан өләсәһе тороп ултырған. Улар ҡысҡырған һайын өләсәһе тертләй һәм бәләкәсәйеп китә. Марианна өләсәһенең итәгенә йәбешкән. Ул үҙен алып сығып ырғытыуҙарынан ҡурҡа. Сөнки был уҫал ағайҙар өйҙәге бөтөн нәмәне тышҡа быраҡтыра. Яҫтыҡ, юрған…
Бер заман әсәһен алып инәләр.
- Балаҡайым, мине онотма!
- Әсәй, һин ҡайҙа китәһең?
-Алыҫҡа балаҡайым, һин күрмәгән-белмәгән яҡтарға. Тиҙ генә күреш-мәҫбеҙ. Балаҡайым, мин барыбер ҡайтырмын!
- Илама, әсәй! Мин иң бейек тау башына менермен. Ҡул болғармын! Һин мине гел күрерһең. Тик илама!
Әсәһе юҡ, ә ул һаман ҡысҡыра!
- Ямантауға менермен! Ҡул болғармын! Илама, әсәй!
Барып ҡайтырға кәрәк! Марианна ҡарсыҡ Дүшәнбелә йәшәгән Ренард улына шылтыратып, үҙен Мырҙағол атлы ҡустыһы эҙләткәнен әйтте. Хайран булды улыҡайы ла. Аптырамаҫлыҡ түгел бындай хәбәргә. Иртәгәһен үк ҡайтып төштө, тик әсәһенең сәфәргә йыйыныуы ҡыуандырманы шикелле. Әсәһенең сәләмәтлеге өсөн борсола инде.
- Бик тә алыҫ юлға сығырға йыйынаһың түгелме, әсәй? Памир тауҙарымдан тыш, бер сәғәт тә тора алмайым, уларҙы ташлап бер ҡайҙа ла китәһем юҡ, ти торғайның.
- Унда ла тауҙар бар, улым. Кешеләрен онотоп бөтһәм дә, тауҙар барлығын яҡшы хәтерләйем. Шул тауҙар минең артабанғы яҙмышыма йоғонто яһаны. Шуға ла әсәйең тау ярата.
Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ҡайҙа эшкә китергә тигән һорау алға килеп баҫты. Иосиф менән өйләнешкәндәр ине инде.
- Иң бейек тауҙарға алып кит, - тине Марианна.
Бына шулай Памир яҡтарына килеп сыҡты улар. Ошонда мәктәптә эшләнеләр. Болғансыҡ йылдарҙа ла икенсе тарафтарға күсеп китмәнеләр. Улар өсөн Тажикстан үҙ ватандарына әүерелгәйне. Эйе, ҡайҙа китһә лә Марианна Памир тауҙарын һағынып ҡайта.
Бөгөн улы менән Урал тауҙарына юл алды улар.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.06.25 | Ҡаралған: 15

Киске Өфө
 

Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru