
Бөтә донъя таң ҡалырлыҡ, аҡыл-фәһем алырлыҡ "Урал батыр" эпосы тыуған ерҙе, яҡшылыҡты данлаусы әҫәр булараҡ билдәле. Ул -халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Йөкмәткеһенә әллә күпме фәлсәфә һалынған "Урал батыр"эпосыбыҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ!
Ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһындағы "Айыуҡай" башҡорт балалар баҡсаһында үткән "Урал батыр вариҫтары" республика семинары Башҡортостостандың ете мөғжизәһенә ингән ошо мәшһүр әҫәргә арналды. Был эпос башҡортмон тигән һәр кемдең күңел түрендә йөрөргә, халҡы өсөн үлемһеҙ эштәргә саҡырып торорға тейеш, тигән маҡсат менән ойошторолған ҡор Өфө, Сибай, Йылайыр, Күмертау, Әбйәлил, Мәләүез, Белорет, Хәйбулла, Баймаҡ ҡалаһы һәм райондары балалар баҡсаларының етәкселәрен һәм тәрбиәселәрен бергә тупланы.
Йыйындың төп өлөшөн башлап, "Йыйын була, йыйын була! Урал батыр вариҫтары йыйын йыя!" тигән оран һалып, балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән малайҙар йыйылған ҡунаҡтарҙы сәхнә янына саҡырҙы. Мәңгелек йәшәү юлын ҡыуыусы Аҡһаҡал ҡарт тамаша ҡылыусыларҙы тарих төпкөлөнә әйҙәне. Күктән осоп килеп төшкән Һомайҙай ҡыҙҙар йыйынды бейеү менән йәмләп ебәрҙе. Әдилә Әминова исемле тәрбиәләнеүсебеҙ эпос һүҙҙәре менән байрамды асыҡ тип иғлан итте. Педагогтарыбыҙ һәм баҡсабыҙҙы былтыр тамамлаған, өс йыл рәттән төбәк-ара бәйгелә бөйөк эпосыбыҙҙы яттан һөйләп, үҙҙәрен бөтә республикаға танытҡан игеҙәк малайҙарыбыҙ Байрас һәм Баязит Буранбаевтар тарафынан эпостан өҙөк сәхнәләштерелде.
Артабан балалар баҡсаһы мөдире Айгөл Әхтәм ҡыҙы сәләмләгәндән һуң, ҡунаҡтар майҙансыҡтарҙа "Урал батыр" проекты сиктәрендә эшләп килгән төркөмдәрҙең эштәре менән танышты. Иң беренсе "Өләсәйҙәр мәктәбе"нең ағинәйҙәре башҡорт халҡының кәсептәре - ҡул эштәре, кейеҙ баҫыу, ҡорама ҡорау, селтәр-түшелдеректәр эшләү, балаҫ һуғыу, ҡул тирмәнендә талҡан тартыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте."Атайҙар һәм ҡартатайҙар ҡоро" үҙ майҙансығында ҡунаҡтарҙы йәш шайморатовсылар һәм кадетсыларҙың дәртле сығыштары менән ҡаршы алды. "Айыуҡай" балалар баҡсаһының төп терәге һәм һәр эштә ярҙамсылары булған атайҙар, ҡартатайҙар ҙа проект сиктәрендә бик күп эштәр башҡара, беҙ улар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Шундай атайҙарҙың береһе Ильнур Килдебаев был сара өсөн тирмә ҡороп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Наил Шәйәхмәтов үҙ ҡулдары менән бесеп, тегеп, башҡорт биҙәктәре һалып күндән эшләнгән әйберҙәр ҡуйылған бай күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Баҡсабыҙҙың әүҙем ҡартатайы Илшат Хәмитов малайҙарҙы милли спорт уйындарына йәлеп итте.
Баҡсабыҙҙа рухлы егеттәр тәрбиәләүсе - "Урал батыр", ҡыҙҙарыбыҙ өсөн "Һомай" фольклор студиялары эшләй. Шул студияларҙа шөғөлләнеүсе балалар башҡорт халыҡ уйындары "Йәшерәм яулыҡ", "Ҡурайсы", "Һәүәнәй әбей", шулай уҡ башҡорт милли бейеүҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Шунда уҡ музыка етәксеһе Сәлимә Усманова "Урал батыр" һәм "Һомай" студияларының эше, педагог-психолог Гөлдәр Байымова "Урал батыр проекты"н тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡулланылған дидактик уйындар ойоштороу серҙәре, үҙенең игеҙәк малайҙарын да, тәрбиәләнеүселәрен дә "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү конкурсына уңышлы әҙерләп килгән тәрбиәсебеҙ Әминә Буранбаева "Урал батыр" эпосын дөрөҫ һөйләү алымдары" буйынса тәжрибәһе менән бүлеште.
"Урал батыр" проекты сиктәрендә эшләп килгән "Әсәйҙәр клубы" ағзалары, йәғни беҙҙең тәрбиәләнеүселәрҙең иң әүҙем әсәйҙәре байрам сараһын тағы ла нығыраҡ йәмләне. Рәмзиә Рамаҙан ҡыҙы ҡунаҡтарға үҙенең аш-һыу әҙерләү оҫталығын, ҡул эштәре күргәҙмәһен тәҡдим итһә, Гүзәл Ғәлимнур ҡыҙы хәситә эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Гүзәл Вара ҡыҙы, тәрбиә бишектән башлана, тип, ҡунаҡтарҙы бишек йырын йырлап ҡаршы алды.
Йыйын аҙағында мәңгелек йәшәү юлын ҡыуыусы Аҡһаҡал ҡарт "Урал батыр эҙенән" исемле квест уйынға саҡырып, сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Квест-уйын бер юлы балалар баҡсаһы менән таныштырыу һәм тәжрибә бүлешеү маҡсатында экскурсия рәүешендә үткәрелде. Командалар маршрут карта буйынса барып, эпос геройҙары Зәрҡүм, Һомай, Йөҙйәшәр әбей, Самрау батша, Ҡатил батша ҡыҙы менән осрашып, төрлө һынауҙар аша үтеп, Йәншишмәгә барып юлыҡтылар. Бында иһә улар эпоска бәйле һорауҙарға яуап бирҙеләр, кроссвордтар систеләр, пазлдар йыйҙылар, Аҡбуҙатты "ҡороҡланылар". Бирелгән эштәрҙе үтәп бөткәс, Урал батырҙың:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ.
Кеше булһын затығыҙ.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ! - тигән һүҙҙәрен бергәләп оран итеп яңғыраттылар...
Йыйында ҡатнашыусыларҙы "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе, "Урал батыр мәктәбе" проекты эшен тормошҡа ашырыусы Рәйсә Күзбәкова сәләмләне һәм: "Бөгөнгө сарабыҙҙың төп маҡсаты - рухи ҡиммәттәр төҫһөҙләнә барған был заманда йәш быуынды мәшһүр "Урал батыр" эпосы ярҙамында тәрбиәләүҙең отошло икәнен раҫлау ине. Маҡсатыбыҙға өлгәштек, тип ышанам", - тине. Йыйында ҡатнашыусылар: "Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы булған "Урал батыр" эпосын ныҡлы өйрәнеп, халҡыбыҙҙың йолаларын хөрмәт итеп, киләсәк быуынға аманат итеп тапшырайыҡ, балалар баҡсаһынан уҡ балаларыбыҙҙы рухлы, илһөйәр, телһөйәр итеп үҫтерәйек",- тигән теләк менән таралышты.
Айгөл ИСХАҠОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 27 июнь – 3 июль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА